Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ
Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫӘҫәрҙән өҙөк
Асанай! Хыялындағы әкиәти матур был ауылға юл төшмәне шул Һәҙиәгә. ...Таң алдынан ишеккә типтеләр, келәһе һикереп кире урынына ултырырға өлгөрмәне, ике ир киң имән тупһаны бер генә ашатлап өйгә килеп тә инде. Һәҙиә бесәй етеҙлеге менән кара­уаттан тәҙрә яғына ырғыны, ләкин тегеләрҙең береһе ҡыҙҙың бөгәренә төшөп торған сәсенән матҡып тотоп өлгөрҙө. Шул сәсе менән карауаттың арҡаһына бәйләп ҡуйҙылар уны. Яҡтырғайны инде, Һәҙиә сырамытты: береһе – урыҫ, икенсеһе үҙебеҙҙең кеше һымаҡ. Нишләтерҙәр икән? Үлтерерҙәрме? Ас кешенең асыуы яман, тигәндәй, әллә тамаҡтары асмы? Әллә?! Ас түгел ине был саҡырылмаған ҡунаҡтар. Теге атты һуйып ашап, улар ҡорһаҡтарын алҡымдарына килгәнсе тыңҡыслап тултырғайны.
– Ағайҙар, ебәрегеҙ мине. Ауылға йыйынғайным, зинһар, ебәрегеҙ инде!
– Ниндәй ауылға? – Башҡорт сырайлы ир урыҫса һораны.
– Асанайға.
– Ха-ха-ха! Асанайҙар асҡа үлеп бөтөп бара, һин генә етмәгәйнең, ти, унда. Эттәрен, бесәйҙәрен һуйып ашап бөткәндәр. Бар, һине лә һуйырҙар. Шунан килә ятабыҙ, ошо яҡта алпауыт заимкаһы бар, тип ишеткәйнек. Бында ла буҡ та юҡ икән. Әтеү, имеш, утарҙа ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан.
– Ҡайҙа-ҡайҙа, тотор ере бармы һуң бының, ҡарайым әле? – Урыҫ Һәҙиәне һәрмәй башланы. – Нисауа былай, төйөрөм генә...
Оятһыҙ ҡулдар ботона яғылды, өҫкәрәк үрмәләне. Һәҙиә ике ҡулы менән күкрәген ҡапланы. Тупаҫ, йөнтәҫ бармаҡтар ҡыҙҙың ҡулдарын ике яҡҡа айырҙы, ҡомһоҙ ҡараштар беленер-беленмәҫ ҡалҡып торған түштәргә текәлде. – Нисауа күренә бит был! – Урыҫтың тауышы ҡалтыранып ҡуйҙы. Бер ҡулы ҡыҙҙың карауат арҡаһына бәйләнгән сәстәрен бушатты, икенсе ҡулы ҡурҡыуҙан дерелдәгән йәш тән буйлап йүгерҙе. Ҡыҙҙың халәте ирҙең дәртен ҡоторта ғына ине. Бына уның төҫө оторо үҙгәрҙе, инде был әҙәмде бер нисек тә алған ниәтенән ваз кистерерлек түгел. Һәҙиә үҙен ҡапҡанға эләккән кейектәй тойҙо: аяуһыҙ ҡулдар уны ҡармап алды, ауыр кәүҙә лыпа баҫты, һеләгәйле ауыҙ әле бер тапҡыр ҙа үбешеп ҡарамаған гонаһһыҙ ирендәргә ябырылды... Әйтерһең, донъя түңкәрелде, күк ҡоланы... Әммә донъя түңкәрелмәне, күк тә ҡоламаны. Ағастар бер нигә ҡарамай япраҡ ярҙы, ҡоштар ҡайтып оя ҡорҙо. Ҡәҙимгесә йәйге урман рәүеше: һәр тарафта, күктә-ерҙә, хатта былтырҙан ҡатып ҡалған ат тиҙәге аҫтында ла – тормош ғәләмәте. Бөжәктең дә үлгеһе килмәй, йәшәргә тырмашып ята. Ә Һәҙиәнең башына килеп оялаған уй берәү генә: үлергә! Тик ҡайһылайтып? Аҫылынһа, үле кәүҙәһе йылдар буйы эленеп торор, бысаҡ менән сәнселһә, кәүҙәһе ер өҫтөндә рәнйеп ятыр. Уҡтау аҫтында тәрән йылға бар, тигәйне атаһы, шунда ырғыр Һәҙиә... Ләкин тегеләр уны күҙ яҙҙырмай ҡарауыллай ине. Береһе китһә, икенсеһе ҡала. Алмаш-тилмәш һунарға йөрөйҙәр, аулағандары ла урман кейеге түгел, ә ҡулға эйәләшкән, кешегә йылышып барған, Һәҙиәнең мәрхүм ата-әсәһе үрсеткән мал. Йәй буйы «ғарҡ» кикереп, ит ашап ятты хәсистәр. Көҙ яҡынлашыуға, шулай ҙа борсола башланылар, кәңәш беркеттеләр:
– Махмутка, нишләйбеҙ? Бында ҡыш сығып булмаҫ, ыңғайлайыҡ берәй яҡҡа, йыяйыҡ монаткаларҙы, – тине урыҫ.
– Да, брат... Ҡышҡа ҡалмайыҡ, ыслушай, – тип йөпләне башҡорт. – Тоҙ ҡалаһы яғына ҡуҙғалайыҡ, унан күҙ күрер.
– Давай, шулайтайыҡ.
– Быны нишләтәбеҙ?
– Ҡалһын. Өйрәнгән бит урман бәрейе булып, теләһә нимә эшләһен.
– Урман бәрейе, ха-ха-ха!
– Ыслушай, бәрейҙең ҡорһағы күбә башлаған, һиҙәһеңме?
– Һинекелер.
– Может, һинекелер?
– Может...
Йыртҡыстар! Хәсистәр! Һәҙиәнең йөрәгендә уларға ҡарата башҡа тойғо бер ҡасан да уянманы. Ә эсендә инде үҙен һиҙҙерә башлаған йәнгә ул аяулы ине. Был хәсистәрҙең ҡайһыһының орлоғонан яралғандыр ул йән – белмәй, ләкин әсәлек хисе тумаланғайны күңелендә. Йәшәгеһе бик килмәһә лә, үлем тураһында уйламаҫ булды Һәҙиә. Нисек тә көн итер, балаға ғүмер бирер, тик бынауҙар ғына китһен, дөмөкһөн! Шуны ялбарҙы ул Хоҙайҙан. Уның аңына һеңеүенсә, күктәге Хоҙай барыһын да ишетә, күрә, язалай һәм ярлыҡай ине... Хәсистәр, ысынлап та, китмәк булды. Һәҙиәнең бөтә ҡурҡҡаны шул: тау ҡыуышындағы келәттәргә, ҡар баҙына юлығып ҡуймаһындар, ундағы ризыҡты күрһәләр, мәңге ҡуҙғалаһылары юҡ. Атаһы ҡаҙыған бурама-землянканы ла белеп ҡалмаһындар, унда аҙ-маҙ картуф, имән бурасыҡта бойҙай, сәтләүек, тубырсыҡ бар – ҡыҙының бәләгә тарырын әллә алдан белгән ғәзиз йән?!

Үлтереш

– Анау Ерән айғырҙы нисек тә эйәртергә ине, Махмутка, – тине урыҫ бер кис шәм яҡтыһында ашап ултырғанда. – Һин ат рәтен беләһең, башҡорт бит сиғандан яман ул яҡҡа. Давай, эйәрләп бир миңә шул ерән шайтанды.
– Да, шәп ат ул, ну, шайтан үҙе, дөрөҫ әйтәһең. Башы йүгән, һырты эйәр күрмәгән... Был бер. Икенсенән, брат, нишләп әле мин ул атты тотоп һиңә бирәйем, ә? Үҙем эйәләштерәм дә үҙем атланам мин уға, шиш һиңә Ерән айғыр!
– Шишмы миңә Ерән айғыр?! Может һиңә – шиш?!
Урыҫ, һикереп тороп, башҡорттоң муйынына йәбеште, көрмәкләшеп, ултырған эскәмйәләрен ауҙарҙылар, ыңғайына үҙҙәре лә йығылып, тас та тос иҙәндә һуғыша башланылар. Һәҙиә йоҙроҡтарын төйөп, мейес артынан ҡарап торҙо... Ул арала урыҫ башҡорттоң ҡорһағына менеп атланды, сәсенән тотоп башын ҡаҡ иҙәнгә төйөргә тотондо. Башҡорт йәнасыҡҡа тирә-яғын һәрмәштерҙе, ҡулына бая өҫтәл аҫтында көрмәкләшкәндә төшөп киткән бысаҡ эләкте, һәм... шул бысаҡ «мырт» итеп урыҫтың муйын төбөнә инеп тә ултырҙы. Һабына тиклем батты. Башҡорт урыҫты өҫтөнән ауҙарып, аяғына баҫты, бысаҡты мәйеттең муйынынан һурып алды. Түбә таҡтаһына етеп ҡан урғылды, иҙән күл булды, уҡшытҡыс еҫ таралды, өйҙә түҙеп торғоһоҙ эҫе булып китте.
– Әйҙә, соланда йоҡлайыҡ! – тип Мәхмүт күҙ асып йомған арала булған хәлгә шаҡ ҡатҡан Һәҙиәне һөйрәп алып сыҡты. Төн буйы серем дә итмәне Һәҙиә. Теге урыҫтың йәнен алған ир уның эргәһендә иҫ белмәй йоҡлап ятты. Әйтерһең, үлтереш тә, түбәгә атылған ҡан да булмаған. Йән киҫеү был ҡурҡыныс бәндә өсөн бер ни ҙә түгел икән, йоҡлап китһә, Һәҙиәне лә үлтерер. Үҙе үлһә лә риза, ә ҡарынындағы яралғы – ул йәшәргә тейеш! Әле тыумаған, әле күрмәгән сабыйын төн буйы керпек ҡаҡмай һаҡлап сыҡты буласаҡ әсә... Мәхмүт, иртүк тороп, урманға сығып китте. Сөйҙә эленеп торған нуҡтаны, сыбыртҡыны алды: Ерән айғырҙы алып ҡайтмаҡсы, тимәк. Ул көн ҡайтып күренмәне ир аҡтығы. Иртәгәһенә лә, иртәгәнән һуңына ла ҡайтманы, – һаҙлыҡҡа убылғыры.
Ә Һәҙиә, ҡурҡып, өйгә инеп тә сыҡманы, унда үлгән урыҫ ята лаһа! Аласыҡтағы усаҡта сәй ҡайнатып көн күрҙе. Өс тәүлек үткәс, күңелендә өмөт тиртте: әллә, ысынлап та, ул Мәхмүтте Хоҙай ҡәһәре һуҡтымы? Был өмөт уны шундай шатландырҙы, хатта һуңғы арала саҡ һөйрәп йөрөгән аяҡтарына көс инде. Тибен яғына барып урамаҡсы булды. Ерән айғыр бейәләре менән шул өйрәнеш иткән ерҙә утлап йөрөйҙөр, бәлки. Алыҫтан уҡ күреп килә Һәҙиә: өйөр тибендә шул! Бейәләр ҡолаҡтарын ҡайсылап, бер-береһенә һырығышып, бышҡырышып тора. Бер урында тапаналар, ниҙәндер өркәләр. Ул да булмай, урман эсенән аҡланға ярһыған Ерән айғыр сабып килеп сыҡты ла, күҙҙәрен аҡайтып, башын сайҡап кешнәп ебәрҙе. Бер минутҡа ғына Һәҙиәгә ул Анфиска апай һөйләгән әкиәттәге толпар булып күренде: ауыҙ-морононан ут бөркөлә, тояғынан ер сатнай! Бейәләр дәррәү тороп өйөр айғыры әйҙәгән яҡҡа сапты, күҙ-асып йомғансы ағас араһына инеп юғалды. Аҡланда шаңдау ғына тороп ҡалды... Абау! Анау ерҙә ибәтәйһеҙ ятҡан кәүҙә Мәхмүтме әллә?! Яҡын барып ҡараны Һәҙиә, һәм ҡапылда ҡурҡып китһә лә, үҙен тиҙ ҡулға алды, уның күҙ алдында йәне көҫәгән күренеш ине: хәсис үлгән. Меҫкендең йөҙө танығыһыҙ: Ерән айғыр тап маңлайына типкән таш тояғы менән, ауыҙы, танауы ғына иҫән, ҡалған яғы иҙрап ҡанға буталған. Һәҙиә күккә күтәрелеп ҡараны, эсенән генә Хоҙайға һығынды: хөкөмөң хаҡ, Раббым!


Аманатҡа хыянат

Инде лә Асанайға юл алмаһа, Һәҙиә әсәһенең аманатын үтәй алмаҫ. Бөгөн үк китер, иртәгәне лә көтмәҫ. Шундай уйҙар менән өйөнә ашыҡты. Ә унда – әйтерһең, ваҡыт туҡталған: үлгән урыҫ иҙән уртаһында һаман һуйлайып ята. Ерәнеү тойғоһон нисек тә еңеп, хәшәрәт мәйетте соланға һөйрәп сығарҙы ла Һәҙиә, ҡара ҡан ҡатып йәбешкән иҙәнде йыумаҡсы булды. Оло мейестең көлөн һоҫҡолап алып иҙәнгә һипте, көрәк менән ҡырып таҙартты. Шунан биҙрәләп һыу һибеп, селек һепертке менән тызып һеперҙе. Тәҙрәләрҙе асып елләткәс, өйгә ҡот ҡунғандай булғас, Һәҙиә мейес буйындағы һикегә барып ултырҙы, өй эсен күҙенән үткәрҙе: «Эй, ҡәҙерле йыһаздар, урҙалар, кәштәләр, әсәйем тотонған һауыттар, сигеүле ҡыҙыл шаршау, хуш булығыҙ!» Ҡуҙғалырға, китергә кәрәк инде – Асанайға! Ә хәсистең мәйетен ошонда, тыуған нигеҙҙә, ятҡырып ҡалдырырғамы? Әллә ерләп ҡуяһымы? Юҡ инде!
Һәҙиә, ярһып китеп, кәбәркәнән кәрәсин һауытын күтәреп алып сыҡты, бөкөһөн асып, урыҫтың өҫтөнә буйтым һипте лә, шырпы һыҙырға иткәс, туҡтап ҡалды. Буш ҡул менән сығып китә алмай ҙаһа Асанайға, кәрәк-яраҡ йыяһы бар ҙаһа. Тоғона (теге ваҡытта йыйнағанын хәсистәр тәләфләгәйне) ашыҡ-бошоҡ әйбер тултыра башланы. Уның булмышын тағы ла әллә ниндәй халәт биләп алды, йөрәге дарҫланы, күҙ алдары ҡараңғыланды. Тегеләр тағы килеп тотоп алыр ҙа юлын бүлер һымаҡ тойола башланы. Ҡалтыранған ҡулдары ҡуна-төшә һунарға йөрөгәндәге ғәҙәт буйынса тоҙ-шырпы, икмәк, картуф, бау-фәлән алды. Бысаҡ тигәс кенә икеләнеп ҡуйҙы: урыҫтың боғаҙына инеп сыҡҡан бысаҡты алырғамы, юҡмы? Алды. Бысаҡһыҙ бер ни ҙә эшләп булмаҫын белә ул. Урҙала элеүле кешмир шәлен, сөйҙәге көпөһөн эләктерҙе, тоғон һөйрәп соланға сыҡты, танауын баҫып, теге мәйетте күрмәҫтән, күҙен йомоп һәрмәнеп барып, иң төптәге иҙән таҡтаһын ҡалҡытты – матса егендә ятҡан ҡушкөбәкте алды. Атаһы ла шунда ҡуйыр ине мылтыҡты, Һәҙиә лә шулай ғәҙәтләнгәйне. Һаҡланғанды — һаҡлармын, тигән, ти, бит Хоҙай ҙа. Күҙ алдында торһа, тегеләр күптән эләктерер ине был ҡоралды.
Ҡапҡа тышына сығып, тағы бер тапҡыр күҙ һалды Һәҙиә тыуған нигеҙенә. Һуңғы айҙарҙа кисергәндәре ҡабат хәтеренә төшкәс, зиһене ҡараңғыланды. Күкрәгендә ҡайнар тулҡын булып нимәлер ҡуҙғалды, тыны быуылды, ҡолағы шауланы. Үҙ-үҙен дә белмәҫтән, күтәрмәгә кире йүгереп менде. Соланда ятҡан ҡарасҡы кәүҙә яғына башын да бормайынса, күҙ ҙә һалмайынса кеҫәһенән ҡап сығарып, шырпы һыҙҙы ла шул яҡҡа ташланы. Гөлт итеп ут тоҡанды, ялҡыны килеп бәрелде. Һәҙиә тышҡа атылды. Бер тапҡыр ҙа боролоп ҡараманы ул артына. Башы һуҡҡан яҡҡа атланы ла атланы. Манма тиргә батты, әммә тамсы ла арыманы: әллә ниндәй асырғанышлы көс таша ине уның тамырҙарында. Шулай ҙа, бара торғас, һулаҡайҙан ҡып-ҡыҙыл оло шарҙың сикәһен тишеп барыуын тойҙо, эргәлә генә асыҡ аҡлан була тороп та, шырлыҡ йырып килеүен аңғарҙы. Бәй, ҡояш һулаҡайҙа байып бара – ул гел шулай, байыр алдынан, мәңгегә хушлашҡандай, түп-түңәрәк булып тулыша ла мотлаҡ үҙенә ҡаратып ҡалдырырға тырыша. Гел шулай... Бына әле лә Һәҙиә ирекһеҙҙән уға баҡты һәм иҫенә килде: башы һуҡҡан яҡ Уҡтау яғы булған икән, ана ул, Уҡтау, маңлай тура баҫып тора. Әлегә йыраҡ, текә түбәһе генә әүәлгесә серле ымдар биреп саҡыра. Кире боролманы Һәҙиә....

Туған

Таш ҡойма артында яман көслө йән эйәһе барлығы ап-асыҡ тойомланды. Ҡапҡа-таш урынынан ҡуҙғалды. Кәртә стенаға кемдер ныҡ итеп төрттө. Һәҙиә, ҡото-йәне алынып, бер кәртәне һурып алды. Шундуҡ үҙе еүеш, үҙе ҡытыршы бер нәмә яланғас тубығына терәлде. Абау! Инде өйрәндем тигән өйөндә лә шөбһәләр көткән икән әле уны! Шунан тубығын кемдер ялап алды һымаҡ. Тағы яланы, тағы... Үҙ итә ләһә был?!
– Миләш, туғаның ҡайтҡан бит, ҡыҙым!
Һәҙиәнең ҡурҡыуы ҡыуанысҡа әйләнде, өс кәртәне һурып алып, ишек асты. Һәм... ҡаршыһында пәйҙә булған дәү йөнтәҫ януарҙы күреп телһеҙ калды.
– Туған. Ту-у-ған! – тип әсәһе әйткәнде ҡабатлап, теле апаруҡ асыла башлаған Миләш йөнтәҫ януар яғына атланы. Һәҙиәнең халәтен әйтеп аңлатырлыҡ түгел ине. Таныны ла, таныманы ла ул күкрәк һөтөн эсереп үҫтергән Туғанды. Йомғаҡ кеүек теремек бәләкәй айыу балаһы урынына үҫеп, көрәйеп, оло айыу кәренә инеп барған мөһабәт януар ҡайтып кергәйне өйгә. Һәҙиә үҙен ҡулға алғанда, айыу һуҙылып ятҡан, Миләш уның арҡаһына менеп ултырған ине. Туған шул! Айыуға тап ошо һүҙ, ҡәрҙәшлек мөнәсәбәтен белдергән һиммәтле һүҙ исем булып китте артабан. Улай ҙа Һәҙиә абайыраҡ булырға хәл итте. Туғанды эйәртеп, таш ҡойма артына сығарҙы. Унда мүк өйөп ҡуйғайны, шунда әҙ-мәҙ бесән йәйҙе лә ымланы, йәнәһе, бына һин ошонда ҡышла.
Күндәм генә менеп ятты Туған. Һәҙиә, сытыр-мытыр менән ҡоршап, уға өң һымағыраҡ нәмә йәпләп ҡуйҙы. Туғандың ҡаршылашырға уйы юҡ ине, әҙерәк аунап-түнәп борһаланды ла шымды. Өнө-тыны сыҡмай. Йоҡларға итә, тимәк. Бер йәшлек айыу балалары шулай әсәйҙәре янына, тыуған өңөнә ҡайтып ҡышлай шул – Һәҙиә быны белә. Шуға ла уның Туған өсөн әлегә күңеле тынысланды. Яҙ еткәс, тағы күҙ күрер... Тик бына кәзәне нишләтергә? Уның өсөн хәүеф юҡ түгел, сөнки ул Туғанға имсәктәш тә, ҡандаш та түгел. Әлеге аң төпкөлөндәге иҫ остоҡтарынан бер ауаз килгәндәй булды: айыу йоҡлаған тирәгә бер кәзә тиреһе элеп ҡуй, өйрәнһен шул еҫкә, күнһен. Әһә! Эйе шул...
Был ҡыш, көткәнсә, еңелерәк үтте. Берҙән, янында эшкингән ҡыҙы бар, әсәһе ыңғайына һүҙ йүнәтеп, татылдап йөрөгән була. Йәше тулыр-тулмаҫ тәпәй баҫты сабый. Кәзә лә көйшәп тора, өйҙө өйгә оҡшатып, үҙенсә йәм өҫтәп. Таш ҡойма артында Туған йоҡлай. Ул өй һаҡсыһы һымаҡ, ҡурҡыныстан йолор һымаҡ, ул-был була ҡалһа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780