2018 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевҡа 88 йәш тулған булыр ине. Ғүмер үтә, баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә икенсе йыл инде. Абдулхаҡтың тыуған көнөн бына ике йыл инде ҡыҙым менән икәү генә ҡаршылайбыҙ. Әммә ул һәр саҡ беҙҙең менән, уны иҫкә алмаған, уны һөйләмәгән бер генә көнөбөҙ ҙә юҡ.
Әле бына тыуған көнө алдынан гәзиткә нимә бирәйем икән, тип архивын ҡарап ултырғанда, уның бер шиғырына юлыҡтым. Ярты ғына бит ҡағыҙға семәрләп кенә яҙылған шиғыр (ул йәш сағында мәрйен теҙгән кеүек ваҡ ҡына хәрефтәр менән яҙа ине, йылдар үтеү менән ҙур, эре хәрефтәр менән яҙыуға күсте). “Мин тыуғанмын бесән өҫтөндә” тип атала. Бәлки, ул яҙылып та, тулы хоҡуҡлы шиғыр булып та бөтмәгәндер, мин уны “етлекмәгән” шиғыр тип атаным. Абдулхаҡ бала сағы тураһында ҙурыраҡ әҫәр яҙырға уйлағандыр, был шиғыр шуға әҙерлек кенәлер.
Күңеленә күскән моңдарМиңә ҡалһа, яҙылған тиклеме лә уның күңел көҙгөһөн аса, бар булмышын һөйләп тора, мин ул шиғырға шул тиклем һөйөндөм, “етлекмәгән” шиғыр тиһәм дә, матбуғатҡа бирергә баҙнат иттем. Абдулхаҡ үҙенең етемлектә, ҡағылып-һуғылып, аслы-туҡлы үткән бала сағы тураһында һөйләргә лә, яҙырға ла яратманы. Бәләкәйҙән күңеленә кереп урынлашҡан, ғүмер буйы һулҡылдаған яра ваҡыт үтеү менән генә төҙәлмәйҙер шул.
Ирәндектә тыуғанмын.
Һандуғастар ҡотлап йыр йырлаған,
Минең тыуған көндө тәбрик итеп.
Бәлки, ошо моңдар күңелемә күскәндер,
Мине ҡотлап, атай-олатайым
Ҡымыҙ эскәндер.
Ҡымыҙ көсө, ҡымыҙ аҡлығы
Йырҙарыма минең күскәндер,
Сәскәләрҙең сафлығы күскәндер.
Рәхмәт, әсәй, рәхмәт, атай, һеҙгә,
Рәхмәт, Ирәндегем, Мәмиләм.
Минең тыуған көндө тәбрик итеп
Йырсы һандуғастар йырлаған.
Аҡ ҡайынға элгән бишегемде
Алтын ҡояш нуры нурлаған…
БаҫылмағандарҙанТәрән йөкмәткеле романдары, уҡып туймаҫлыҡ повестары, хикәйәләре менән башҡорт әҙәбиәте тарихында тәрән эҙ ҡалдырған, ваҡыт үтеү менән онотолоуға дусар була барған ике фронтовик яҙыусы, ҙур әҙип – Динис Исламов менән Ғәли Ибраһимовҡа арнап, заманында Абдулхаҡ Игебаев шиғыр яҙған булған. Ни өсөндөр матбуғатта баҫтырмаған. Ул шиғырҙарға “Баҫылмағандарҙан” тип яҙып ҡуйған. Шул шиғырҙарҙы матбуғатҡа биреүҙе урынлы, дөрөҫ эшләйем, тип уйлайым. Уларҙы хәтергә алып, рухтарын яңыртайыҡ. Абдулхаҡтың да уларға булған ихтирамы, ихласлығы булып ҡалһын ул шиғырҙар.
Дуҫыма ике шиғыр
Ижад юлында Был шиғыр яҙыусы Динис Исламовҡа 50 йәш тулыу айҡанлы яҙылды.Һалҡын окоптарҙа туңманыңмы?
Эсмәнеңме ҡайғы һурпаһын?
Хәҙер, “Йомарт ер”ҙең йәмен күреп,
Кисерәһең “ғүмер уртаһын”!
Татығанда хатта бокал тотоп
Фани донъяларҙың зәмзәмен;
Дуҫтарыңа барыбер ихлас булдың,
Юҡ, һин онотманың ил ғәмен.
Үҙ мәлендә алтын орлоҡ сәстең,
“Ураҡ өҫтө”ң бирҙе мул емеш.
Дан ҡаҙанған уңған игенселәй,
Түп-түңәрәк инде һинең эш!
Ләкин зиһендәргә аһәң өҫтәп,
Тыңлай-тыңлай “йылдар тауышы”н.
Күкрәгеңә даръя һымаҡ йыйып,
Кешеләрҙең моңон-һағышын.
Өмөтөңдө аҡ маяғың итеп,
Ҡәләмеңде алып ҡулыңа,
Иҫке Муса яҡтарынан елеп
Килеп еттең “Мәскәү юлы”на!
Сыйырсыҡтар
һайрар мәлдә
Ваҡытһыҙ вафат булған яҙыусы Динис Исламовтың яҡты иҫтәлегенә. Әллә ниңә артыҡ моңһоуланып,
Хәсрәтләнеп атты таңдарым,
Әллә ниңә япраҡ яралмайса
Болоҡһоно һары талдарым…
Әллә ниңә Өфө тауҙарына
Ябырылып килде болоттар,
О, юҡ… болот булып күкрәгемә
Килеп керҙе ҡара минуттар…
Аһ, минуттар,
зинһар, өҙмәгеҙсе
Минең йөрәккәйем параһын,
Йә, дуҫтарым, тиҙерәк бәйләгеҙсе
Һулҡылдаған күңел яраһын…
Бәйләй алмаҫһығыҙ, үҙегеҙҙең дә
Хәлдәрегеҙ ауыр, беләмен,
Аһ… Нишләргә,
Әжәл йәшен атты
Күк Уралдың сая имәнен!
Ул йәшәне салт ҡояшҡа ҡарап,
Мәғрур ҡаяларға олғашып.
Инде мәңге ҡайтмаҫ өсөн китте
Фани донъя менән хушлашып.
Динис! Динис!
Һулап бөттөң дәме
Һулар һауаңдың һин бөтәһен?!
Уҫал әжәл ниңә иртә ҡуйҙы
Ғүмереңдең һуңғы нөктәһен?!
Ана, Ағиҙелкәй шаулап аға,
Яҙ нурҙары ерҙе солғаны,
Сыйырсыҡтар һайрар мәлдә нисек
Ташлап китмәк кәрәк донъяны!
Кисә генә бергә булған дуҫтар
Таң атыуға ҡапыл юғала,
Ниңә икән йөрәк әрнетерлек
Ҡайғылар күп фани донъяла?!
1973 йыл, 15 апрель.
Ғәли Ибраһимов ағайғаҺин оло яуҙа йөрөттөң
Алпамыш ишеләрен –
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ
“Бер полк кешеләре”н!
Бәһлеүәндәрең илбаҫарға
Бағынып теҙ сүкмәне,
Утлы “Йәшен ташы” булып
Дошмандарын үртәне.
Әжәлдәрҙе дөмөктөрөп,
Сынығып ут-ялҡында,
Тыуған яҡҡа ҡайтып төштөң
Батыр “Дуҫтар сафында!”
Һин һаман көрәш сафында –
Ғүмерең уҙмай зая:
Һинең илһамлы ижадың
Һулымаҫ “умырзая”!
Һәр дуҫыңды ҡыуандырған
Оло тантана һымаҡ,
Һинең бәхетле ғүмерең
Булһын гел генә сыуаҡ!
______________________________
Тырнаҡтар эсендә авторҙың әҫәрҙәренең исеме.Шәүрә МортазинағаҺеҙҙең ғүмер үҙе бер роман төҫлө. Был ғүмер китабын уҡығанда берсә һағыш утында янаһың, берсә әрнеп һыҙланаһың, берсә уйланаһың, берсә ғәжәйеп ижадығыҙҙы күреп таң ҡалаһың… Ни тиклем йән әрнеткес, шул уҡ ваҡытта ни тиклем һоҡланғыс ғүмер кисерҙегеҙ һеҙ, башҡорт сәнғәтенең киң ҡоласлы ҙур таланты Шәүрә!
Бала саҡтың зәңгәр күген
Нурлағанда таң йондоҙо,
Гүйә, һинең күкрәгеңә
Бәреп керҙе төньяҡ боҙо!
Йәнең өшөп китте ҡапыл,
Керпегеңә ҡурғаш ҡатты.
Ҡайғы тигән ҡара йылан
Юлдарыңа һуҙылып ятты…
Мең-мең бәлә рәнйетһә лә,
Башың эйелмәне мәгәр…
Яраңа тоҙ һибеп һаман
Килә торҙо нахаҡ хәбәр…
Яңы һауған һөт шикелле
Һәр саҡ ап-аҡ һинең күңел,
Был күңелде дегет менән
Ҡаралтырға мөмкин түгел!
Һиндәй көслө,
Вулкан хисле
Ҡыҙҙар булалыр ул һирәк,
Прометейҙың йөрәгенә
Оҡшаш ахыры һинең йөрәк!
Ялта, 1968 йыл, июль.
Баҫмаға Маһиҙә ИГЕБАЕВА әҙерләне.