Һәр кем нимә ҡулынан килә, ниндәй юлды һайлаған, шуның менән шөғөлләнергә тейеш. Мәҫәлән, журналистика һәм әҙәбиәт һуҡмағынан китәһең икән, билдәле, ижадтан ситтә ҡалыу мөмкин түгел. Тәүге аҙымдарынан уҡ әҙәбиәткә, мәҙәниәткә булған иғтибарҙы яңынан ҡайтарырға, бының өсөн халыҡ араһында ғына түгел, дәүләт структураларында ла эш алып барырға тейешлекте пропагандалаған “ЛиФФт” әҙәби фестивале һәм хәрәкәте йәнә Сочи ҡалаһында донъя яҙыусыларын ҙур бер ҡорға йыйҙы.Был юлы фестивалдең статусы ла күтәрелде – ул Евразия халыҡтары һәм Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы әләме аҫтында Евразия әҙәби фестивале “ЛиФФт” исеме менән үтте. Унда 27 илдән һәм Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгенән 200-гә яҡын яҙыусы, әҙәбиәтсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, китапханасы ҡатнашты.
Дүрт көнлөк программаның ни тиклем тығыҙ һәм йәнле барғанын аңлар өсөн бер үк ваҡытта бер нисә майҙансыҡта төрлө оҫталыҡ дәрестәре барғаны һөйләй. Тәүге көндә “Шағир һәм Рәссам китабы (Ҡырым – Мәскәү – Сочи)” күргәҙмәһе эшләне. Сараға йыйылған авторҙар, Ә. Әлмөхәмәтовтың проектына ярашлы, ҙур форматтағы китапта ошо ижади ҡорға үҙ ҡарашын белдереп, төрлө рәсемдәр эшләне, китаптың яңы биттәрен ижад итте. Иҫегеҙгә төшөрәм: тәүге фестиваль Ҡырымда үткәйне, шуға күрә сараның һәр йылы был йыйынтыҡҡа яҙыусыларҙың үҙҙәре тарафынан уҡ яҙыла бара.
Ошо уҡ көндә фестивалде асыу тантанаһы булды, унан һуң делегаттар ҡаланың художество музейында уҙғарылған “Ҡанаттар нығыраҡ кәрәк саҡта, йәки Беҙҙең һәр беребеҙҙә әкиәт йәшәй” күргәҙмәһендә ҡатнашты. Танышыу көнөн Германиянан килгән ижадсы Андрей Александерҙың “Пергам алтарының икенсе ғүмере” күргәҙмәһе тамамлап ҡуйҙы. Үҙенсәлекле автор, яңы ысул, видеорәттәр менән боронғо дәүерҙәрҙе һынландырып, Греция, Рим осорҙарына алып ҡайтты. Бигерәк тә йәштәр, балалар уның был ижади алымын ҡыҙыҡ тапты.
Киске танышыу кисәһендә һәр төбәктән килгән автор шиғырҙарын уҡыны, ниндәй маҡсат менән килеүен һөйләне. Әлбиттә, бындай сараларға һәр кем яҙғаны хаҡында ниндәй ҙә булһа фекер ишетергә, төбәге ҡаҙанында ғына ҡайнап ҡалмау маҡсаты менән юллана.
Китапхана менән берҙәм эш“ЛиФФт” проектының авторы, шағирә, философ Маргарита Аль Өфөгә төбәк журналының исем туйына килгәндә үк был әҙәби йүнәлеш уҡыусылар, китапханасылар менән бергә эшләүе хаҡында хәбәр иткәйне инде. Беҙҙең осрашыуҙар З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала ла үтте. Шуға күрә форсаттан файҙаланып, республика яңы әҙәби процесты киң йәйелдереү өсөн китапханасыларҙы ла фестиваль эшенә, журналға мәҡәләләр әҙерләүгә әүҙемерәк ҡушылырға саҡырам. Сочи ҡалаһының А. Пушкин исемендәге китапхана алдында шағирҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыһа, прозаиктар, драматургтар ижады менән таныштырҙы. Шунда уҡ китап күргәҙмәһе, һатыу ҙа ойошторолдо. Маргарита Аль әйтеүенсә, фестивалгә килгән бар йыйынтыҡтар ошо китапхана аша Сочи китапханаларына барып етәсәк. Төбәгебеҙ, Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән “Башҡорт шиғриәте антологияһы”, Й. Бәшировтың “Башҡорт хан”, М. Сәлимовтың “Ә беҙ йәшәйбеҙ әле” китаптарын, “ЛиФФт” журналының ике һанын бүләк иттем. Кемдәр был ҡалала була, барып танышып, ҡыҙыҡһынып китһәгеҙ ҙә була. Туҙан ҡунып ятмаһын яҙмаларыбыҙ!
А. Пушкин китапханаһы мөдире Людмила Заика әйтеүенсә, был сараның әһәмиәте ҡала, уҡыусылар өсөн баһалап бөткөһөҙ, сөнки бөгөн халыҡ китап уҡымай тигән фекер дөрөҫ түгел, йәнә лә киләсәктә кешелек ҡабаттан ҡулъяҙма йыйынтыҡтарҙы ҡулына аласаҡ. Эйе, был хаҡта ғалимдар ҙа яҙа, иҫбатлай, сөнки техноген юлды һайлаған кешелек барыбер үҙен, асылын һаҡлап ҡалыу өсөн матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа кире әйләнеп ҡайтасаҡ. Унһыҙ кешелекте күҙ алдына ла килтереүе ауыр.
Ошонда уҡ сара сиктәрендә “Мәрхәмәтлек йүгереүе” лә ойошторолдо. Сарала ҡатнашҡан яҙыусылар ярышып, аҙаҡ ҡулынан килгән тиклем ярҙам менән мәрхәмәтлек акцияһына ҡушылып, Сочи китапханаһын ремонтлауға аҡса бүлде. Ярышта 3-сө урын алырға һәм миҙал менән бүләкләнергә насип булды!
“Шиғриәт тауышы” асыҡ микрофонында һәр кем ижади күстәнәсе менән уртаҡлашты. Ә “Көмөш быуат традициялары” майҙансығында Александар Бубнов, Андрей Цуканов ошо дәүерҙә ижад итеүселәр хаҡында һөйләне. Һәр бер әҙәби осрашыу алыштырғыһыҙ дәрескә тиң ине, сөнки тап ошонда ғына әҙәбиәттең китап эсендә китап булып ятҡан серҙәрен асаһың, яңы тәрәнлектәрҙе байҡайһың.
“Милли шиғриәт”, “Шиғри тәржемә” майҙансығының етәксеһе булараҡ, үҙебеҙҙә генә түгел, ғөмүмән, Рәсәйҙә тәржемә эшенең бер ни тиклем аҡһауы, СССР дәүерендә әҙәбиәттең идеологик маҡсаты, төрлө телдәрҙә ижад иткән авторҙарҙың ижади бәйләнеше хаҡында һөйләнем. Филология фәндәре кандидаты, шағирә Эльмира Ашурбекова табасаран телендә яҙа, әммә тора-бара был телде аңлаған, ул телдә һөйләшкән кешеләр һаны кәмеүен йәшермәне ул. Уға Дағстандың бөгөнгө ижадын сағылдырған журнал нәшер итер өсөн ошо төбәктә һөйләшкән 20-нән ашыу телде йәлеп итергә кәрәк икән. Бик үҙенсәлекле төбәк, әммә донъя кимәлендәге ижади майҙанға сығыр өсөн улар быны эшләргә тейеш.
Ҡалмыҡ шағирәһе, төбәк журналы мөхәррире Валентина Боован-Куукан: “Тәржемә – ул иң тәү сиратта шул халыҡтың рухы, уның тарихы. Әгәр теге йәки был милләттең асылын аңламайһың икән, тәржемә бары һүҙ уйнатыу ғына буласаҡ”, – тине үҙ сығышында. Уның менән килешергә кәрәк. Рәсәй халыҡтары, донъя халыҡтары телдәренән тәржемә иткәндә ул милләттең рухи донъяһын белмәү хатта ғәфү итмәҫлек хаталарға алып килеүе ихтимал. Ижади дуҫтарым араһында йөрөгән бер хәл иҫкә төштө. Урыҫ яҙыусыһы башҡорт шағирын тәржемә иткәндә мәсетте сиркәү менән алыштырған һәм, барыбер шул бер урын инде, тип аңлатҡан. Бына бындай хаталар тәржемә барышында бөтөнләй булырға тейеш түгел. Урыҫса “храм”, “дом веры” тип алыу кәрәк ине бит! Был хаҡта һәр саҡ иҫкә алам тәржемә тураһында һүҙ сыҡҡанда. Хатта эпосты ла “былина” тип алырға ярамай. Һәр һүҙҙең эске мәғәнәһе, көсө, рухи ҡиммәте бар!
Шағир, тәржемәсе Мамед Халилов та – Рәсәйҙә билдәле яҙыусы. Ул Ярославлдә йәшәһә лә, Дағстан шағиры. Оҙаҡ йылдар тәржемәләр менән шөғөлләнә. Сараға үҙенең әҫәрҙәренән тыш, Саират Ахмедпашаева исемле шағирәнең робағиҙарын тәржемә итеп, йыйынтыҡ сығарып алып килгән. Лезгин теленән тәржемә иткән ул уларҙы. Китап шуныһы менән ҡыҙыҡлы: унда төп нөсхә менән тәржемә бергә бирелгән. Уҡыусы сағыштырып ҡарай ала, ғөмүмән, билингва ул киләсәктә генә түгел, бөгөн күтәрелгән алым.
Екатерина Барсова-Гринева етәкселегендәге “Детектив аҡыл уйын тип ҡарағанда” оҫталыҡ дәресендә был жанрҙың үҙенсәлеге, классик детектив төҙөлөшө, детектив ижад итеүҙең төп ҡағиҙәләре хаҡында һөйләнеләр. Әйткәндәй, был жанр беҙҙең әҙәбиәттә аҡһай. Бына ошондай сараларға йәштәрҙе йәлеп итеү һис ҡамасауламаҫ ине.
Рәсәй яҙыусыларының беренсе секретары, яҙыусы Светлана Василенконы республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр. Ул беҙҙә “Горячая гора” фестивалендә ҡатнашты. “Ҡыҫҡа хикәйә” буйынса оҫталыҡ дәресен улар Павел Маркин менән алып барҙы, саранан һуң уға үҙебеҙҙең журналды бүләк иттем. Беҙҙең бит донъя кимәлендә күрһәтерлек хикәйәселәребеҙ бар. Мөнир Ҡунафин, Азамат Юлдашбаев, Салауат Әбүзәров хикәйәләре уның иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ, моғайын. Егеттәр әҫәрҙәрендә башҡорт мөхитен генә тыуҙырып ҡалманы, ә донъя кешеһенә ҡыҙыҡлы булған мәсьәләләрҙе лә күтәрҙе.
“21-се быуат драматургияһы”, “Студент йылдары – ижадсының формалашыу осоро. Әҙәбиәттәге быуындар бәйләнеше”, “Яҙыусы, уҡыусы, китапханасы”, “Метаметафора: ХХ быуат аҙағы һәм ХХI быуат башының яңы шиғри йүнәлеше”, “Замандың әҙәби процесында әҙәби тәнҡиттең урыны”, “Авангард шиғриәт һәм замана”, “Әҙәби манифест”, “Әҙәби социум: әҙәби ойошмаларҙың, нәшриәттәрҙең, фестивалдәрҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге”, “Бөгөнгө яҙыусының үҙен танытыуы”, “Евразия әҙәби фестивалдәре”, “ЛиФФтенок” – балалар ижади фестивале”, “ХХI быуат фантастикаһы” оҫталыҡ дәрестәрендә һәр ҡатнашҡан автор үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләне, аралашты, киләсәккә пландар ҡорҙо. Оҫталыҡ дәрестәрен Константин Кедров, Елена Кацюба, Маргарита Аль, Людмила Вязмитинова, Марина Волкова, Александра Окатова, Александр Раткевич, Виктор Клыков кеүек исемдәре билдәле яҙыусылар алып барҙы.
“Йырсы-шағир” майҙансығында Константин Свиридов менән Владимир Грачев көслө концерт ҡуйҙы, халыҡтар дуҫлығы әҙәби күперҙәрҙә нығыныуы тураһында һөйләне.
Евразия китаптарының исем туйында Чехиянан С. Комкованың, Үзбәкстандан Зулхумор Махмуджонованың, Монголиянан Хадая Сендооның, Рәсәйҙән Светалан Василенконың, Николай Шамсутдиновтың, Азербайжан, Төркиә, Австрия, Беларусь илдәренән яҙыусыларҙың китаптары тәҡдим ителде. “Тел аспекттары: тәржемә һәм шиғри йыйынтыҡтар сығарыу” тигән тема буйынса “түңәрәк өҫтәл”ендә тәржемә тураһында тағы ла ҡабатлап, ентекләп әйтелде – беҙгә тәржемәселәрҙең эшен күтәреү, финанс ярҙамы һәм тәржемәнең сифаты тураһында резолюцияла әйтеү мөһим, тиелде. Үзбәк шағирәһе Зулхумор Махмуджонова нимәһе менәндер исеме элекке СССР-ҙа киң билдәле булған Зөлфиәне хәтерләтте: шәреҡ моңо менән бергә халҡына хас үҙенсәлектәр бар унда. Йәш кенә шағирәнең “Күпер” тип аталған шиғри йыйынтығы Екатеринбургта сыҡҡан, уны Сергей Майзель менән Юрий Зильбер тәржемә иткән.
Австралия, Австрия, Абхазия, Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Болгария, Бөйөк Британия, Германия, Дания, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Литва, Монголия, Молдавия, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан, Украина, Финляндия, Франция, Черногория, Чехия һәм Япония илдәренән килгән яҙыусылар теленең моңо яңғыраны был сарала.
Башҡортостандан беҙ ҙур булмаған делегация менән барҙыҡ: сатирик Марсель Сәлимов, прозаик Миңзәлә Хәлилова, шағир Владимир Родин, тыуған яҡты өйрәнеүсе, билдәле башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хаҡында китап яҙған Зәйфә Цуканова менән уңышлы сәфәр ҡылынды. Марсель Сәлимов фестивалдең көмөш миҙалына, Миңзәлә Хәлилова дипломына лайыҡ булды. Оҫталыҡ дәрестәре ойошторған өсөн Евразия халыҡтары ассамблеяһының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр. Шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзына ла фестивалдең Рәхмәт хаты тапшырылды. Был беҙҙең дөйөм әҙәби эшкә, ижади хәрәкәткә баһа тип ҡабул итәм. Етмәһә, төбәк журналының Рәсәйҙә тәүгеләрҙең булып республика Башлығы Грантын яулауын да иҫәпкә алғанда, ошо ижади мөхитте тыуҙырған һәр кемгә рәхмәт!
Фестивалдең алтын миҙалына Рәсәйҙән шағир Николай Шамсутдинов менән Азербайжандан Варис Елчиев лайыҡ булды. Тимәк, киләһе сара шул төбәктәргә юллана.
Үҙ-ара фекер алышыуҙар, аралашыуҙар барышында төрки дәүләттәренән килгән коллегалар, Дағстан яҙыусылары менән күрешеү бигерәк тә ныҡ хәтерҙә ҡалды. Был сарала ла беҙ туған телдәр мәсьәләһе хаҡында фекеребеҙҙе белдерҙек. Рәсәй, БДБ илдәре әҙәбиәттәрен Рәсәйҙең мотлаҡ уҡыу планына индерергә кәрәк. Был хаҡта сығышымда ла әйттем. Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһы Советы рәйесе Светлана Смирнова был фекерҙе хупланы.
– Бары тик бер-беребеҙҙе уҡығанда, аңлағанда ғына, берҙәм булғанда ғына, дәүләтебеҙ алға атлар! – тине ул.
Осрашыуҙар һуңынан Дағстан шағирәһе Әминә Абдурашидоваға арнап шиғыр яҙҙым:
Тау ҡыҙының ҡарашыКүҙҙәреңә, һинең күҙҙәреңә
Тыныс ҡына ҡарап буламы?
“Тик һынмаҫҡа!” тигән осҡоноңдан
Күңелемдә яуҙар туланы.
Эске һыҙланыуы, тетрәнеүе –
Ҡарашында тауҙар ҡыҙының.
Ул йәнендә, гүйә, ут йөрөтә,
Хасил булып халҡы ҡуҙынан.
Йөрәгендә меңәр тапҡыр ҡуҙғып,
Меңәр ҡанһыраған болалар.
Таш һын булырлыҡ ул сабырлыҡтан,
Түңкәрелгән саҡта йолалар.
Аҙым һайын ата-баба рухы,
Доға ҡыла ҡәрҙәш ҡандары…
Ниндәй хәбәр еткермәксе икән
Өтөп алған заман шаңдауы?
Исемең дә миңә бик яҡын ул,
Башҡортҡа ла үҙ ул – Әминә.
Салауаттың хәләленең аты,
Асылың да шуға үҙ миңә.
Мин мәрйендәр теҙҙем сабырлыҡтан,
Урал бит ул – батыр һөйәге.
Һеҙҙә лә бит тауҙар булып ята
Аманаттай тыуған төйәгең.
Урал ташын тишкән шишмә кеүек,
Бик боронғо минең телем дә.
Ошо телде онотһалар бында,
Юҡҡа сығыр хатта ғаләм дә.
Күҙҙәреңә, һинең күҙҙәреңә
Тыныс ҡына ҡарай алманым.
Тауҙарыңдың һиңә һеңгән зарын,
Мин өнһөҙ ҙә һинән аңланым!..Ҡырғыҙстан яҙыусыһы Маҡсатбек Гапырев башҡорт һәм ҡырғыҙ халыҡтарының туғандаш әҙәбиәте, асылдарының оҡшашлығы тураһында ла әйтеп китте. “Беҙҙең халыҡтарҙа ғына бит ул бөйөк эпостар!” – тигән һүҙе әле лә ҡолаҡта яңғырап тора. Рәхмәт һиңә, ҡәләмдәш!
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы ярҙамында ойошторолған ижади бәйләнеште киңәйтеү, башҡорт әҙәбиәтен, Башҡортостан әҙәбиәтен таратыу, киләсәккә маҡсаттар билдәләү сараһы республикабыҙҙың данын, һүҙ сәнғәтен, матбуғат даирәһен бар донъяға танытыр!
* * *
Был фестиваль дә донъя кимәлендә ҙур әһәмиәткә эйә булған бер мөһим әҙәби-мәҙәни сараға әйләнәсәк, сөнки уның нигеҙендә – халыҡтар, әҙәбиәттәр дуҫлығы. Ошо дуҫлыҡты оторо нығытыр өсөн бергә йыйыла бит инде Европа менән Азияның аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары – билдәле ҡәләм оҫталары, сәнғәт әһелдәре.
Фестивалде ойоштороусылар уның программаһын мөмкин тиклем файҙалы һәм ҡыҙыҡлы итеп төҙөргә тырышҡан. Бер саранан икенсеһенә йүгереп йөрөй-йөрөй ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Башҡортостандың талантлы ҡәләм эйәләре Лариса Абдуллина, Миңзәлә Хәлилова, Зәйфә Цуканова, Владимир Родиндарҙың әҙәби сараларҙа әүҙем ҡатнашыуы мине генә түгел, бик күптәрҙе һоҡландырҙы.
Донъяла шундай һәләтле һәм булдыҡлы ҡәләмгирҙәр булғанда, фестивалдең киләсәге өмөтлө. Ул тағы ла матурыраҡ һәм шәберәк буласаҡ!
Марсель СӘЛИМОВ.* * *
Дөрөҫөн әйткәндә, бындай көслө, ҡеүәтле әҙәби саралар хәҙер йыш үткәрелмәй, шуға күрә мин иң тәүҙә ҡатнашырға саҡырған шағирә, төбәк журналы мөхәррире Лариса Абдуллинаға рәхмәт әйтәм. Йәнә лә ошо әҙәби хәрәкәтте етәкләгән шағирә, барса халыҡты туплаған Маргарита Аль ниндәй ҙур эш башҡара, тип уйлап ҡайттым. Танышыу кисәһендә Лариса Хашим ҡыҙының сығышынан һуң башҡортса шиғыр уҡып ебәреүе иҫ китмәле сағыу күренеш булды. Ҡурай моңо кеүек яғымлы тел һәр кемдең күңеленә автор нимә әйтергә теләгәнен еткергәндер. Ул эске инаныу һәм ҡыйыулыҡ менән туған телдәрҙе һаҡлау хаҡында ла фекерен белдерҙе. Шунһыҙ нисек тәржемә эше барһын ти инде. Ана нисек итеп лезгин шағирәһен тәржемә иткән Мамед Халилов урыҫ теленә. Шуныһы йәл: ҡайһы бер оҫталыҡ дәрестәре бер үк ваҡытта барҙы, шуға күрә һәр теләгәнендә ҡатнашып та булманы. Шулай ҙа драматургия, ҡыҫҡа хикәйәләр хаҡынды яңы фекерҙәр ишеттем.
Сочиҙың Художество музейына Күмертау ҡыҙы Йәсмин Сунгурованың пейзаж картиналарын күреп ҡыуандым. 12 йәшендә, 2016 йылда, төшөргән рәсемдәрен тәҡдим иткән ул.
Бик ҡыҙыҡлы булды миңә был фестивалдә ҡатнашыу, ижади донъям киңәйеп, байып ҡайттым.
Зәйфә ЦУКАНОВА.* * *
Беҙ төрлө “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә һәм ижади майҙансыҡтарҙа әүҙем ҡатнаштыҡ. Төрлө илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән килгән шағирҙар һәм яҙыусылар бер-береһе менән аралашты, тәржемәне үҫтереү буйынса фекер алышты. Сочи ҡалаһының А.С. Пушкин исемендәге китапханаһы эргәһендәге майҙанда асыҡ һауала фестиваль дауамында китаптар йәрминкәһе, “Ҡулъяҙмалар” күргәҙмәһе ойошторолдо, авторҙар үҙҙәренең йыйынтыҡтарына исем туйҙары үткәрҙе, һатып алыусыларға автографтар бүләк итте. Шағир, философия фәндәре докторы К. Кедров-Челищевтың, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе С.К. Смирнованың ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен күтәрҙе.
Асыҡ майҙандарҙа “Шиғриәт тауышы”, “Көмөш быуат традициялары”, “Милли әҙәбиәт” (Поэтик тәржемә), “Ҡыҫҡа хикәйә”, “Драматургия – 21-се быуат”, “Студент йылдарының яҙыусы формалаштырыуҙағы роле” һәм башҡа ҡыҙыҡлы темаларға һөйләшеүҙәр барыһына ла оҡшаны. “Ирекле микрофон”да үҙеңдең шиғырҙарыңды урыҫ теленә тәржемәлә уҡыу мөмкинлеге бирелде. Шулай уҡ “Төрлө тауыштар”, “Әкиәт”, “Фантастика. 21-се быуат” кеүек майҙансыҡтарында шағир, журналист А. Мамаенко, шағир, әҙәби тәнҡит белгесе Л. Вязмитинова, яҙыусы, эссе оҫтаһы А. Окатава яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә төплө анализ яһаны, баһа бирҙе.
Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.Төрки_шиғриәтенән:
Һин бит башҡорт балаһы!
Ап-аҡ йөҙлө, зифа буйлы,
Һәр саҡ асыҡ булһын юлы.
Ғорур башҡорт һылыуының
Мәңге йәшәһен ырыуы!
Ҡыпсаҡ, уғыҙ тарих яҙһа,
Ҡырын уйындар боҙола.
Бәхетле бул, мәңге йәшә,
Һаҡла башҡортомдо, Алла!
Салауат, Туған, Аҡмулла –
Ғорур башҡорт бабалары.
Ҡоростай бул, бәхетле бул,
Һин бит башҡорттоң балаһы!
Аҡ тип әйтмәҫтәр ҡараны,
Онотмаҫтар ҡаһарманды,
Ағиҙелдәй аҡ күңелле
Ирек һөйгән башҡорттарҙы!
Күҙҙәреңдә күрәм илен,
Ниндәй таҙа уның уйы.
Фәрештәгә оҡшап тора,
Башҡортоң гүзәл һылыуы!
Күңел тула һабантуйҙа,
Рәхәтләнәм мин Уралда.
Ҡара болоттар тарҡалһа,
Иркен һуларһың илеңдә!
Йәйләүҙәре хуш гөл еҫле,
Йәйрәп ята киң тауҙары.
Алланың яратҡан ҡоло,
Йәшәй бында башҡорт ҡыҙы!Алааттин СОНАТ (Анкара, Төркиә).
(Әхәт Сәлихов тәржемәһе).
***
Жанарҡаның киңлегендә ауылым
Жанарҡаның киңлегендә ауылым,
Йөрәк һүҙен ишетәлер был йырым...
Шағир булыу – хеҙмәт,
Тәҡдир,
Яҙмыш ул,
Арыныммы һүҙ юлынан? Балҡыш ул.
Намыҫ – Хыял – һайланым мин меңдәрҙән,
Офоҡ ялғай мәлде көнгә Күктәрҙә,
Утта янғанда ла, күмер булманым,
Ҡарға көтөүе бар, унда ҡунманым.
Маҡтанмайым, түрә бүләкләмәне,
Һыбай сапҡанда эйәр бөгөлмәне,
Арттан килгән һыбайлылар буш ҡалды,
Яҙғы бәйгеләрҙә уңыш йылмайҙы.
Зат, намыҫ әләмен күтәр, әй, шағир,
Өйөр менән бергә яҙмай һис маһир.
Аҡҡош йырын бата, мираҫ иттем мин,
Кешеләрҙән йырлы мәлде көттөм мин.
Яҙмышыма яҙған көрәш юлдары,
Яҡыныма асам яра ҡандарын,
Бойоҡ ҡарашымда күреп яҙҙың нурын,
Күктә ғәзиз тамсы тамған йән йырын.Ғалым ЖАЙЛЫБАЙ.***
Үҙ үлеме менән үлмәй шағир,
Ашмаҫ хыял тейә сәменә.
Көйөнөстәр – даръя булыр тамсы,
Ағыу булып тама йәненә.
Тормош уны күпме һынаһа ла,
Көлөр, илай белер һәр ваҡыт.
Тик бер нәмә уны юҡ итһә лә –
Ҡәнәғәтлек барын туҡтатыр.
Насир МӨХӘММӘТ.***
Әй, һөйөклө апаҡайым,
Зинһар, әйтсе, өнһөҙ ҡалма.
Мөғжизә бит бар донъяла,
Алырмы һуң бер көн ялмап?
Ҡурҡыуым да бар ул бер аҙ,
Әммә зирәк остаз әйтте –
Һәр кем йәшәй бөгөн, бында,
Ә иртәгә бары үтте-китте…***
Торнаның да төштәренә инә үҙ ояһы –
Яҙҙар менән диңгеҙ үтеп, ҡайтыр иленә.
Тик кешенең генә күңеле әллә таш микән,
Оя ҡора ала сит-яттарҙың еренә.Саират АХМЕДПАШАЕВА.(Ҡаҙаҡ, үзбәк, лезгин телдәренән Л. Абдуллина тәржемәһе).