Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ғаиләбеҙ менән сәнғәткә ғашиҡбыҙ...”
“Ғаиләбеҙ менән сәнғәткә ғашиҡбыҙ...”Йырҙы һәр кеше үҙенең кәңәшсеһе, ҡайғыһын уртаҡлашырҙай серҙәше тип ҡабул итә. Венер Абдуллин – тамашасыһының күптәнге серҙәше.
Ул 1963 йылдың 28 апрелендә Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылын төйәк иткән Әлфиә Ғабдрахман ҡыҙы һәм Мәжит Вәли улы Абдуллиндарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Йыр әһелдәренә бай Ейәнсура ере Венер Абдуллинды ла моңға сорнай. Әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Венер Мәжит улы, йондоҙҙар кешеләргә юл күрһәтә тигән ырым бар халыҡта. Нисек уйлайһығыҙ, һеҙҙең йыр-моң донъяһына килеүегеҙҙә йондоҙҙарҙың йоғонтоһо булдымы икән?
– Барҙыр, тимен. Мин бәләкәйҙән ауыл тормошона, тәбиғәт нәфислегенә һоҡланып үҫкән бала. Йәшел йәмле йәй ҙә, моңһоу һары көҙ ҙә, ҡырыҫ ҡыш та, муйыллы яҙ ҙа һуштан яҙҙыра ине. Әйтерһең, күңелем ҡанатлана, дәртем тула. Өҫтәүенә әсәйемдең йырға әүәҫлеге лә тәьҫир иткәндер.
– Тимәк, унда булған йыр-моңға һөйөү һеҙгә лә күскән, тип әйтергә мөмкин. Әсәйегеҙ тураһындағы хәтирәләр менән уртаҡлашһағыҙсы...
– Әсәйем һәр саҡ көйләп йөрөр булды. Әйткәндәй, ул ауыл мәктәбендә йыр уҡытыусыһы булып эшләне. Бәләкәй саҡта ағай-апайҙарым менән күмәкләшеп йырлап ултырыр инек. Әле лә бергә йыйылышһаҡ, йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ, йортобоҙ йыр-моңға күмелә.
– Иң тәүге сығышығыҙҙы хәтерләй­һегеҙме?
– Ул саҡта мин V класта уҡый инем. Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына районыбыҙҙың мәҙәниәт һарайында конкурс ойошторҙолар. Ауылыбыҙҙан мин сығыш яһаным. Беренсе урын яулағайным, аҙаҡ мине Өфөгә телевидениеға төшөрөү өсөн саҡырҙылар. Тәүге ҙур беренсе сығышым хәтеремдә шулай һаҡлана.
– Сәнғәт донъяһына тәүге аҙымды Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында башланым, тип әйткәйнегеҙ. Уҡыу һеҙгә нисек бирелде?
– Уҡыуҙың артыҡ ауырлығын һиҙмәнем. Тырышып белем алыу, йыр донъяһының асылына төшөнөү хыялы менән яндым. Үҙемдең оло рәхмәт һүҙҙәремде Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға белдерәм.
– Ә ҙур сәхнәгә, йәғни башҡорт эстра­даһына ҡасан сыҡтығыҙ?
– Академияны тамамлаған йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына Нәзифә Ҡадирова эшкә саҡырҙы. Шулай итеп, сәхнәгә хеҙмәт итеүем 1988 йылда ныҡлап башланды.
– Сәнғәт юлынан киткәнгә үкенгән саҡ­тарығыҙ булманымы? Әгәр ошо йүнәлеште түгел икән, ниндәй өлкәне һайлар инегеҙ?
– Сәнғәт юлын һайламау мөмкин түгел ине. Әйтеп үтеүемсә, беҙ – ғаиләбеҙ менән сәнғәткә ғашиҡ кешеләр. Йырлайбыҙ ҙа, кәрәк булһа, гармунында ла уйнайбыҙ. Йырҙы юлдаш итмәгән булһам, мин, бәлки, археолог һөнәрен үҙ итер инем. Бала саҡтан тәбиғәтте күҙәтергә, ерҙә эҙләнергә ярата торғайным. Археологияны һайлаған булһам да, күңелем мине барыбер йырға әйҙәр ине, тип уйлайым.
– Сәхнә тормошонан буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнеүҙе хуп күрәһегеҙ?
– Буш ваҡыт килеп сыҡтымы, балыҡсылауға тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡты алам да йылға буйына юл тотам. Унан тыш бәшмәк йыйырға яратам. Һуңғы ваҡытта баҡсасылыҡ эше мине бөтөнләй ялманы. Төрлө сәскәләр, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерәм. Виноградтарым да яҡшы уңа.
– Барлап үткән шөғөлдәр сабырлыҡты ла талап итә. Нисек уйлайһығыҙ, һеҙ түҙемле кешеме?
– Беренсенән, сабырлыҡ төбө – һары алтын, тигән боронғолар. Икенсенән, тормошта сабыр булмайынса артыҡ алға китеп тә булмай, килешәйек. Өсөнсөнән, был һыҙат һәр кемдә лә булырға тейеш. Миңә килгәндә, бала саҡта артыҡ сабырлыҡ менән дан тотмаһам да, хәҙер инде минән дә сабыр кеше юҡтыр ул (көлә).
– Венер ағай, йырҙарығыҙ күберәк тормош, йәшлек хаҡында. Репертуар әҙер­ләгәндә ниндәй күҙлектән сығып эш итә­һегеҙ?
– Бөйөклөк – ябайлыҡта, тигән принцип минең булмышыма идара итә. Ябай ғына, әммә күңелдә яралып ҡалырлыҡтарын һайлайым. Иң тәүҙә тамашасыға оҡшармы, нисек ҡабул итерҙәр – ошо хаҡта уйлайым.
– «Йәшлегем» тигән йырығыҙ һеҙҙең күптән инде визит карточкағыҙға әйләнгән. Киләсәктә тамашасыны ниндәй йырҙар менән ҡыуандырырға йыйынаһығыҙ?
– “Йәшлегем” йырын йырлатмайынса мине сәхнәнән ебәрмәйҙәр ул. Әйткәндәй, уның һүҙҙәренең авторы – Илдар Абдуллин. Тиҙҙән уның менән берлектә әҙерләгән йырҙарымды тамашасым тыңлай алыр тигән өмөттәмен.
– Ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, ижади уңыштар һеҙгә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779