Шундай кешеләр була: улар ниндәй генә эшкә тотонмаһын, теленән дә, ҡулынан да килә. Ә инде ул кеше гүзәл зат вәкиле икән, мәртәбәһе күпкә арта төшә.
Учалы районында йәшәүсе Әҡлимә Сафина – тап шундай кешеләрҙең береһе. 1948 йылдың йәмле май айында Сәфәр ауылында тыуа ул. Яҙмыштыр, күрәһең, сабый донъяға килгәнсе ата-әсәһенең юлдары айырыла.
– Бала сағым ауыр осорға тура килде, етешмәй йәшәнек, атайлы ҡыҙҙарға ҡарайым да: “Их, минең дә атайым булһа ине”, – тип теләй торғайным. Әсәйемә: “Әйҙә беҙ ҙә атай алайыҡ”, – тип һорағаным әле лә хәтеремдә, – тип иҫләй Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы бала сағын.
Тулы булмаған ғаиләлә үҫкәнгәме, үҙ-үҙен ҡурсаларға, һаҡларға, ауырлыҡтар алдында баш эймәҫкә өйрәнеп үҫә ҡыҙ. Бик иртә, быуыны ла нығынып бөтмәҫ элек, колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Мәктәптә тырышып уҡый, спорт менән дә шөғөлләнә, һәр ерҙә актив булып буй еткерә ул. Туғыҙ класты тамамлағас, Учалы ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡый.
Әүҙем, энергияһы ташып торған, үҙенең артынан башҡаларҙы ла эйәртә алырлыҡ һәләте булған йәш кешене тиҙ абайлап ала етәкселәр, Әҡлимә Сафинаны тыуған ауылындағы колхозға комсомол ойошмаһы секретары итеп тәғәйенләйҙәр. Әллә күпме файҙалы эштәр башҡарып, мәҙәни саралар үткәреп, йәмәғәт эшендә ҡайнап йәшәй ул йылдарҙа колхоз йәштәре.
Үҙ ауылы егете Жәүҙәт Сөнәғәт улы менән дә тап ошо осорҙа ғаилә ҡороп ебәрәләр. Бала саҡтан бер-береһен белеп, бергә уйнап үҫәләр улар. Әҡлимә үҫмер саҡтан колхоз баҡсаһына йәшелсә утарға, йәйләүгә һыйыр һауырға йөрөһә, Жәүҙәт быҙау көтә, егет ҡорона ингәс комбайнсы ярҙамсыһы була, көҙҙәрен ырҙын табағында иген эшкәртеүҙә ҡатнаша.
Ике йәш йөрәк араһында шул ваҡыттарҙа уҡ йылы хистәр ҡабына. Ә әрме бурысын үтәп ҡайтҡас, егет оҙаҡҡа һуҙмай, “тимерҙе ҡыҙыуында һуға”.
Ике малайға ғүмер бүләк итә Сафиндар. Жәүҙәт Сөнәғәт улы ситтән тороп ауыл хужалығы техникумын тамамлап, колхозда эшләй. Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы Силәбелә совет-партия мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәш белгесте колхоздың профком рәйесе, ике йылдан ауыл советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлайҙар.
– 1981 йылда, кесе улыбыҙға йәш тә тулмаған ине әле, мине КПСС-тың ҡала комитетына саҡырып, колхозығыҙҙың партия комитетына секретарь итеп тәҡдим итәбеҙ, тинеләр, шул көндө үк етмешкә яҡын коммунист мине үҙҙәренең секретары итеп һайлап ҡуйҙы. Имсәк баламды әсәйемә ҡалдырып, Өфөгә партия өлкә комитетының пленумына барҙым, – тип хәтер йомғағын һүтә әңгәмәсем.
Был эштең ҡатын-ҡыҙ өсөн нисек ауыр булғанлығын ул заманда эшләгәндәр генә аңлайҙыр, шуға ҡарамаҫтан Әҡлимә Сафина үҙен был вазифала ла яҡшы ойоштороусы, яуаплы етәксе итеп таныта. Әлбиттә, уны аңлап, ауыр саҡтарҙа һәр саҡ ярҙам итергә әҙер ышаныслы терәге – тормош иптәше булмаһа, бер нәмәгә лә өлгәшә алмаҫ ине ул.
– Ете йыл ошо вазифаны тарттым, ултырып илаған саҡтарым да аҙ булманы, шулай ҙа кешеләр өсөн, уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн тырышҡан эшеңдең емешен күреү үҙе бер кинәнес, ләззәт бирә ине, – ти ул.
Ул йылдарҙа коммунистар партияһы ҡайҙа ҡуша, шунда эшләй. Әҡлимә Сафина ла ике йыл Ҡыйғы райкомында идеология буйынса инструктор булып хеҙмәт итә.
...Тап шул йылдарҙа КПСС-тың бөтөрөлөүе тураһында указ ҡабул ителә. Йәне-тәне менән партия эшенә бирелгән кешегә был үҙгәрештәрҙе кисереүе еңел булмай, әлбиттә. Хәйер, уның ғына түгел, күптәрҙең яҙмышын үҙгәртә ул болғауыр йылдар, ҡайһы берәүҙәр һына, юғалып та ҡала. Тик Әҡлимә Сафина түгел... Киләсәге, эш тураһында уйланмай ул, ҡулына ҡәләм алып яҙырға ултыра. Күңелендәге бар хистәрен, кисерештәрен аҡ ҡағыҙға “түгә” Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы.
– “Урланған мөхәббәт” исемле беренсе әҫәрем шулай тыуҙы. Уның сюжеты тормоштан алынған, геройҙары ла таныш кешеләр, уларҙың яҙмыштарын, уй-кисерештәрен йөрәгем аша үткәрҙем, – ти ул.
Беренсе “ҡоймаҡ” тәүҙә район гәзитендә донъя күрә, аҙаҡ республика матбуғатында баҫылғас, тағы ла дәртләнеп китә йәш автор. Бер-бер артлы “Сөсө күмәс тәме”, “Изге мөхәббәт”, “Сабыр иткән – моратына еткән” тигән әҫәрҙәр ижад итә.
Әмәлгә килгәндәй, эше лә табыла. Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙын Мансур ҡырсынташ заводы ҡарамағында асылған “Тегенсе” бәләкәй предприятиеһы директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ойоштороу эшендә шымарған етәксе бында ла юғалып ҡалмай. Мәғлүм булыуынса, ул йылдарҙа магазин кәштәләре шалтырап ултыра, кейем-һалым да дефицит була. Әҡлимә Сафина тауар юллап сит өлкәләрҙе тапай, хатта Мәскәүҙең үҙенә лә барып етә. Учалыларҙы ғына түгел, күрше райондар халҡын да сифатлы тегелгән балалар кейемдәре менән шатландыра “Тегенсе” предприятиеһы уңған етәксе тырышлығы арҡаһында.
Ә 1999 йылда ауылдаштары Әҡлимә Сафинаны депутат итеп күрһәтеп, Сәфәр ауылы хакимиәте башлығы итеп һайлайҙар. Был вазифала ла ул үҙен талапсан, ғәҙел, эшлекле етәксе итеп күрһәтә. Бигерәк тә халыҡты йәмәғәт эштәренә йәлеп итеүгә, мәҙәниәт, спорт өлкәһен йәнләндереүгә күп көс һала Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, уны тәү сиратта имен булмаған ғаиләләр тормошо, алкоголизмдың сәскә атыуы борсой.
– Ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар ойошмалары, депутаттар менән берҙәм, килешеп эшләнек. Эскелек менән мауығыусыларҙы өгөтләп, автобустарға ултыртып Рудник ҡасабаһындағы наркодиспансерға дауаланырға алып бара торғайныҡ. “Йәшел йылан” ҡоллоғонан арынып, яңы тормош башлаусылар күп булды. Әле лә ҡайһы берәүҙәре килеп рәхмәт әйтеп китә, – тип ҡыуанысын йәшермәй әңгәмәсем.
Әйткәндәй, ауылдаштарын сәләмәт тормош рәүешенә, спортҡа ылыҡтырыуға Жәүҙәт Сөнәғәт улы ла күп көс һала. Көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат үҙенең ике улын ғына түгел, күрше тирәләге үҫмерҙәрҙе, спорт яратҡан ауылдаштарын да көрәш серҙәренә өйрәтә. Уның әллә күпме өйрәнсеге хәҙер үҙҙәре милли көрәште пропагандалай.
Ошо вазифанан хаҡлы ялға сыҡҡас, башкөллө ижади эшкә сума Әҡлимә Сафина. Уның бер-бер артлы “Йәйғором – зәңгәр күҙем ”, “Өҙөлгән моң” , “Освенцим тотҡоно”, “Сәфәрем – тыуған төйәгем”, “Яҙҙар көтәм”, “Йәшәү йәме”, “Алъяпҡыслы малай”, “Эх, йәшәйһе ине!..” һәм башҡа китаптары донъя күрә. Тормошсан, һутлы, бай телле әҫәрҙәре менән уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, ышандыра белә автор. Уҡыусы китап геройҙары менән бергә яна, көйә, бергә “йәшәй”.
– Әсәйем миңә бала сағымда гел әкиәттәр һөйләне, уларҙы мин аҙаҡ бер ерҙә лә уҡығаным да, ишеткәнем дә булманы. Әкиәттәрҙе үҙе уйлап сығарып һөйләгән әсәйем. Ижад итергә һәләтем тап унан күскәндер тим. Ә әҫәрҙәремдең сюжеттары барыһы ла тормоштан алынған, – ти автор.
Бынан тыш, Әҡлимә Сафина автор-төҙөүсе булараҡ, “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме”, “Майҙандарҙа бил һынаша Учалы батырҙары”, “Учалылар Афғанстанда. Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы...”, ишан Зәйнулла Рәсүлев тураһында “Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы” исемле ҙур күләмле ижад емештәрен баҫтырып сығарыуға өлгәшә.
“Күрше хаҡы” исемле китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә былтыр донъя күрҙе. Ул урта һәм өлкән йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнһә лә, повесть һәм хикәйәләрендә кеше яҙмыштары, төрлө хәл-ваҡиғалар, күңел кисерештәре, оло быуын уҡыусыларын да йәлеп итә. Йыйынтыҡҡа ингән “Их, йәшәйһе ине!” повесын алайыҡ. Тыумыштан ҡулы зәғиф булып тыуған Айһылыу, уҡыуын “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә тамамлап, яҡты хыялдар менән бына-бына оло тормошҡа аяҡ баҫырға торғанда, яман сиргә дусар була. Һөйгәне Василийҙы Сыктывкар ҡалаһынан килеүен көтөп, ғүмеренең аҙағынаса был төҙәлмәҫлек сир менән көрәшә. Әммә тормош шул тиклем үкенесле...
Һәр ижадсының үҙенә генә оҡшаған ижад емеше була. Был һорауҙы әңгәмәсемә бирмәй ҡалманым.
– Иң яратҡан китабым – “Алъяпҡыслы малай”. Үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән был йыйынтығым 2013 йылда Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Унда ингән “Сөсө күмәс тәме” исемле хикәйәм минең киләсәк ижади яҙмышымды хәл итте. 1997 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналы конкурс иғлан иткәйне, хикәйәм дәртләндереү премияһына лайыҡ булды. Был бәләкәс кенә еңеүем мине ҙур эштәргә ҡанатландырҙы, – ти автор.
“Сөсө күмәс тәме” ауыр һуғыш йылдарында ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшкән күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтарҙы һүрәтләй. Кескәй генә Әминә исемле ҡыҙ әсәһе менән тирмәндән ҡайтып килгәндә ас бүреләргә тап була. Уларҙы аяныслы фажиғәнән урыҫ кешеһе килеп сығып ҡотҡара һәм аслыҡтан интеккән кескәй ҡыҙыҡайға сөсө икмәк һәм шәкәр киҫәге тоттороп китә. Уға үҫеп еткәнсе ниндәй генә икмәк ашарға тура килмәй, ләкин шул сөсө икмәк тәме мәңгелеккә күңелендә уйылып ҡала...
Районда ғына түгел, республикала ла үҙ уҡыусыһын тапҡан әҙибәне 2012 йылда Башҡортостан яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. Ә киләһе йылына уға йәнә бер яуаплы эш – республикала иң ҙурҙарҙан һаналған Учалы яҙыусылар ойошмаһын етәкләү бурысы йөкмәтелә.
Әлбиттә, ҡәләмдәштәренең ышанысын аҡлай Сафина. Биш йыл дауамында төбәктең йөҙҙән ашыу ижад кешеһен берләштергән ойошма тарафынан уға ҡараған райондарҙа әллә күпме әҙәби конференциялар, йыйылыштар, семинарҙар, ижад кисәләре үткәрелә, секцияларҙа ҡулъяҙмалар тикшерелеп баҫырға тәҡдим ителә.
Бөгөн, олпат юбилейын ҡаршылағанда ла, Әҡлимә Сафина ҡул ҡаушырып ултырмай. Ижад итә, Учалы яҙыусылар ойошмаһы эшендә, йәмәғәт тормошонда ҡайнай. Туған мәктәбендә лә көтөп алынған ҡунаҡ. Ул ойошторған стипендия өсөн Сәфәр мәктәбе уҡыусылары йыл дауамында сәмләнеп уҡый, спортта уңыштарға өлгәшә.
Жәүҙәт Сөнәғәт улы менән Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы бөгөн балаларының уңыштарына һөйөнөп, һигеҙ ейән-ейәнсәренә шатланып, үҙ ҡулдары менән төҙөгән күркәм йорттарында һоҡланғыс ғүмер кисерә. Баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап, гөрләтеп донъя көтәләр.
Оло улдары Айбулат – спорт мастеры, юғары категориялы уҡытыусы-тренер, Сорғот ҡалаһындағы башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе. Дауыт ике юғары белемле, “Башҡорт алтын табыу компанияһы”нда мастер булып эшләй, ул да спорт мастерлығына кандидат. Икеһе лә ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп матур йәшәйҙәр.
Әҙибәне юбилейы менән ҡотлап, артабан да үҙенең тормошсан, йөрәктәргә үтеп инерлек яңы әҫәрҙәре менән беҙҙе күп тапҡыр ҡыуандырһын, тип теләйек.
Учалы районы.