Бына сирек быуаттан ашыу Вахит Хызыровтың ғәжәйеп яғымлы, үҙенсәлекле моңло тауышы йыр-моң һөйөүселәрҙе әсир итә. Ялыҡтырмай ҙа, өҙөлмәй ҙә, һайыҡмай ҙа был моң. Бары тик күңелдең күҙәнәктәренә үк үтеп инеп, бөтә булмышыңды яулап, үҙе менән бергә донъя гиҙергә алып китә: төрлө телдәрҙә Ер шарын буйлап та, тарих төпкөлөнә лә сәйәхәт яһата, кешеләр яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйландыра, тәбиғәт матурлығын, мөхәббәт кисерештәрен тәрәнерәк аңларға, асығыраҡ күрергә булыша. Нимә хаҡында, ниндәй телдә, ҡайһы жанрҙа йырламаһын, бер кемде лә битараф ҡалдырмай, ә һоҡландыра, ниндәйҙер яңы фекерҙәр тыуҙырырға ярҙам итә, үҙе менән бергә моңландыра йырсы. Сәнғәттең тылсымлы көсө лә ошонда бит.
Вахит Хызыровтың ижадын күркәм сәскәгә лә, мәғрур ағасҡа ла тиңләргә булыр ине. Тик ул үҙенән-үҙе донъяға пәйҙә булған күренеш түгел, күренекле сәхнә оҫтаһының йырҙары – уның тыуған яҡтарында, бай тарихлы, халыҡ йолаларын, боронғо йыр-моңон, рухи ҡаҙаныштарын ҡәҙерләп һаҡлаған таланттарға йомарт Әбйәлил тарафтарында. Ә шулай ҙа... Бәрәкәтле тупраҡта шытым алған үҫентеләрҙәй йыр-моң яратыусы үҫмерҙәр күп бит ул, үҙешмәкәр сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Ә ил алдында исемдәре халыҡ теленән төшмәгән, донъя сәхнәләрендә республикабыҙ намыҫын яҡлай алырлыҡ, йырҙары сәнғәтебеҙҙең алтын фондына инеп ҡалырлыҡтары күп түгел.
Ҡасан, нимәнән башлана оло сәнғәткә юл? Бәлки, маҡсаттандыр? Маҡсаттарын тормошҡа ашырыу бәхете бөтә кешегә лә эләкмәй бит әле. Бәлки, яҙмыштыр? Ә яҙмышта кешенең үҙенең роле ниндәй? Талантлы ла, тырыш та, маҡсатлы ла кешеләрҙең ижады ла ниңә бер төрлө, бәхетле генә түгел?
Характермы, осраҡлымы, һайлаған һөнәреңә фанатлыҡмы,
башҡаларҙың ярҙамымы? Бәхетле ижад өсөн тағы ла ниҙәр кәрәк? Был һорауҙарҙың бөтәһенә лә яуап табып буламы икән? Бигерәк тә Вахит Хызыров кеүек күп ҡырлы, төплө, етди ижадлы, күренекле йырсы хаҡында һүҙ барғанда?!
Вахиттың механизатор булғыһы килә
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр”, ти халыҡ мәҡәле. Ауыл ерендә нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килгән, заманында зоотехник та, мал духтыры ла, механизатор ҙа булған Ғәлибай Мырҙабай улы менән Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы Хызыровтар колхозда ла егелеп эшләп, йортта ла аҙбар тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күреүҙәренә ҡарамаҫтан, рухи байлыҡ хаҡында ла онотмайҙар. Алты баланы, өс ҡыҙ һәм өс малайҙы, тәрбиәләп кеше итеү, уларға тейешле белем алырға ярҙам итеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырыу уңған ата-әсәнең иң яҡты теләге була.
Алдан алып булһа ла әйтәйем: уларҙың изге хыялдары тормошҡа аша: Хызыровтарҙың алты балаһы ла юғары белем алып, үҙ юлдарын һайлап, матур донъя көтә. Ата-әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!
Бөтә ауыл малайҙары һымаҡ Вахит та иртәнән кискә тиклем эш өҫтөндә. Бигерәк тә йәй көндәре уңғанлыҡ талап ителә. Мал ҡарау, баҡса мәшәҡәттәре, йортто тәртиптә тотоу — барыһы ла бала-саға иңендә, сөнки өлкән ғаилә ағзалары колхоз эшенән бушамай. Шулай ҙа бесән әҙерләү, һуғым өмәләре, уңыш йыйыу кеүек бөтә ғаилә менән башҡарылған эштәр бер байрам булып хәтерҙә ҡала.
Күңел асырға ла ваҡыт бүлә Хызыровтар. Йыр-моңға, матурлыҡҡа ынтылған бала ел ҡыуып, аҙып-туҙып йөрөмәй. Уның күңелендә этлеккә, алама уйҙарға урын ҡалмай.
— Атайымдың өйөндә гел скрипка эленеп торҙо. Кем теләй, шул алып уйнай алды. Беҙҙең өйҙә бер генә түгел, ә биш-алты баян бар ине, — тип бала саҡтарын иҫкә ала Вахит Ғәлибай улы. — Сәғит ағайым — ғаиләлә иң оҫта баянсы. Ул сәнғәт училищеһын, аҙаҡ институтын да бөттө. Ҡустым Зөфәр ҙә училище тамамланы. Ағайым район мәҙәниәт һарайында йырлай. Ике туған ағайҙарым Хәйҙәр менән Сәлих тә – шәп баянсылар. Бәләкәйҙән уйнап, беҙҙе сәнғәт юлын һайларға әйҙәүсе булдылар. Кистәрен урам, клубтың тирә-яғы музыка тауышынан гөрләп торор ине.
Бер ваҡыт атайым, оло һыйырҙы һатып, Магниттан пианино алып ҡайтты. Ул осорҙағы бәләкәй ауыл халҡы өсөн ғәжәп күренеш булғандыр инде: уны машинанан төшөргәнде ҡарарға бөтә ауыл халҡы йыйылды. Алдан һөйләшмәгәндәрҙер, күрәһең, пианиноға иң аптыраған кеше әсәйем ине. Атайымдың, мал тотонғас, донъя кәрәк-ярағы алып ҡайтыуын көтөп торған бит инде ул.
Был ят уйын ҡоралы ла беҙҙең өсөн бик үҙ булып китте. Унда бөтәбеҙ ҙә уйнап үҫтек. Хәҙер ҙә хеҙмәт итә әле ул. Өфөлә йәшәгән Фәһимә һеңлем уйнай.
Ғаиләләге дүртенсе бала Вахит өс йәштән сәхнәгә менә. Әсәһе уға бик матур милли бейеү кейеме һәм ҡыҙыл бәрхәттән ситек тегеп бирә. Малай концерттарҙа “Перовский”ҙы дәртләнеп бейей, ауылдаштары яратып йырлаған мөхәббәт йырҙарын башҡара. Шул саҡ уҡ һәләтле малайҙы “Ғәлибайҙың артист улы” тип йөрөтәләр.
Бер көн йәш артистың күңеленә ауыр булмаҫлыҡ йомшаҡ тауыш менән Әҡлимә апай: “Балам, һин матур йырлайһың, әйҙә, йырла ғына, бейеп торма инде, аяҡтарың килешмәй”, — ти. Әсә һүҙенән сығып булмай инде.
Мәктәптә уҡығанда репертуары тағы ла киңәйә, тулылана йәш йырсының. Ул саҡта айырыуса популяр булып киткән Рим Хәсәновтың һәр яңы йырын тиерлек башҡарып, ауылдаштарын һөйөндөрә малай.
Ауылда механизатор — иң хөрмәтле, кәрәкле кеше. Вахит та ошо һөнәрҙе һайлай, училищеға китергә әҙерләнә, ләкин әсәһенең теләге икенсерәк булған икән. Ул һәләтле улын Өфөгә сәнғәт училищеһына барырға өгөтләй. Был фекерҙе ошо йәйҙә генә шул уҡыу йортон тамамлаған Сәғит ағаһы ла хуплай.
Бер һабаҡташы менән китәләр баш ҡаланы яуларға. Дуҫы ауыл хужалығы институтына юллана, ә Вахит — сәнғәт училищеһына.
Уҡырға инеүенә шикләнмәгән үҫмер тәүҙәрәк аптырап ҡала: 200-ләп кеше имтихан бирергә килгән, ә урындар 14 кенә. Һәр эшкә сәмләнеп тотоноп өйрәнгән ауыл малайы уңайһыҙланыуын ситкә ҡуйып, имтихандарға етди әҙерләнә. Сәхнәләрҙән дә йырлап, халыҡ алдында ла үҙен тейешенсә тотоп өйрәнгән бит инде ул. Тауышының да һынатмаҫлыҡ булыуын белә.
Ҡабул ителгән 24 кеше араһында Вахит менән бергә әле исемдәре республика тамашасыларына билдәле сәнғәт әһелдәре булып киткән Йәмил Әбделмәнов, Харис Шәрипов, Хима Йәнбирҙина, Резеда Әминева, Зөлфиә Шакировалар ҙа була.
Шулай итеп, күңелле лә, ауыр ҙа, яҡты өмөттәр тулы тынғыһыҙ студент йылдары башланып китә.
Төрлө телдә йырларға өйрәнгәне
“Беренсе курстан үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: көнөнә мотлаҡ бер әҫәр, романсмы ул, ариямы, эстрада йәки халыҡ йырымы, үҙләштерергә. Ә сиреккә әҙерләнеү нормаһы – дүрт-биш әҫәр. Уларҙы ла ятлайым. Башҡортса ғына түгел, татар, рус, украин, итальян, француз, ҡаҙаҡ йырҙарын да өйрәнәм. Төрлө милләт телендәге йырҙарымдың һанын һаман арттыра барам. Сәмләнеп, яратып тотондом был эшкә. Дәрес ҡалдырғаным юҡ, уҡырға иртүк киләм. Йәш булһам да, уҡыу нигеҙе тырышлыҡ икәнен, киләсәктә сәнғәттә ниндәй урын биләүем ошо нигеҙҙең ниндәй булырына бәйләнгәнен аңлағанмын бит әле. Әле шуға шатланам. Уҡып бөткәндә иң бай репертуар минеке ине”, — ти күренекле йырсы бөгөн.
Ике йыл уҡығас, уҡыуҙан бүленеп, армияла хеҙмәт итеп ҡайтырға ла тура килә әле Вахитҡа. Йыр онотолоп тора. Йырға маһир башҡа һалдаттар һымаҡ үҙешмәкәр сәнғәт сәхнәләрендә йырларға теләмәй ул. “Йырлап йөрөүҙе хеҙмәт итеү тип аңламайым мин”, — ти Вахит Хызыров.
Армиянан ҡайтҡас, уҡыуҙы дауам итеү еңелдән булмай, әлбиттә: талаптар икенсерәк, курсташтар башҡа, уҡытыусыларҙың да күбеһе бүтән. Уҡылғандар онотолған, өр-яңынан башларға кәрәк. Булмыштағы сәм һәм һайлаған һөнәреңә һөйөү хисе ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.
1984 йылда, армияға киткәнсе үк, Башҡортостан телерадиокомитеты ойошторған йәш музыканттар һәм йырсылар конкурсында ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ була Вахит Хызыров. Был юғары исем йәш башҡарыусыны тиңдәштәре араһында юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәреп, халыҡ араһында билдәлелеккә эйә итһә, үҙе өсөн ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. Бынан һуң түбәнерәк кимәлдә йырлау, үҙенә булған ышанысты аҡламау мөмкин түгел хәҙер. Шуға ла тырыша йәш йырсы, ваҡыты менән иҫәпләшмәй, студенттарҙы ымһындырыусы төрлө күңел асыу сараларына иғтибар итмәҫкә тырыша.
Ә бына концерттарҙа сығыш яһарға саҡырылғанда баш тартмай, бик теләп, шатланып сыға сәхнәгә.
“Ижад кешеһе өсөн талант беренсеме, әллә тырышлыҡмы?” тигән һорау ҡуйғанда, икеһен дә бер юғарылыҡҡа ҡуя Вахит Ғәлибай улы. Әлбиттә, тыумыштан бирелгән һәләтең булмаһа, ҡоро тырышлыҡ менән әллә ҡайҙа китеп булмай, ә инде һәләтеңде тырышлыҡ ярҙамында талант дәрәжәһенә үҫтермәһәң, шулай уҡ бер ни ҙә килеп сыҡмай.
Ҡатыны Мария Анатольевна менән дә ижад юлында таныша йәш йырсы. Өфө ҡыҙы – алсаҡ, сибәр концертмейстер – Әбйәлил егетен ғишыҡ утына һала. Оҙаҡламай йәш ғаилә өсөн яңы тормош юлы башлана.
Мәрйә ҡыҙына өйләнеүенә ҡаршы төшмәй өлкән Хызыровтар. Килендәренең үҙ милләтенән булмауын өнәп тә бөтөрмәгәндәрҙер, бәлки. Әммә йәш йөрәктәрҙең хәтерен ҡалдырмайҙар. “Маша менән тәүге тапҡыр ауылыбыҙға ҡайтыу ныҡ иҫтә ҡалған, — ти Вахит, көлөп. — Кәләшем аҙбар тулы малды ла, ауыл тормошон да тәүгә күрә. Һыйыр-башмаҡтарҙан ҡурҡа. Беҙҙең яҡта шулай бит инде: һыйырҙарҙың исеме – Машка, үгеҙҙәрҙеке – Мишка. Атайым, килененең хәтере ҡалыр тип, өйҙәгеләргә “Һыйырға “Машка” тип өндәшмәгеҙ” тип киҫәтеп ҡуя. Ә һыйыр икенсе исемгә әйләнеп тә ҡарамай, һауырға ла яҡын килтермәй”. Киленгә ипләп кенә ысынбарлыҡты аңлатырға тура килә.
Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк. Өйләнгәс, студент булһаң да, ғаиләне ҡарау зарур. Бер эштән дә баш тартмай Вахит. Студент йырсыларҙан төркөм ойоштороп, концерттар менән райондарға ла сығып йөрөйҙәр, төндәрен вагон бушатҡан саҡтары ла була, йөк бушатыуҙан, урам һепереүҙән тартынып тормай.
Гел генә ата-әсәнән ярҙам өмөт итеп ятып булмай бит. Ҡулдарынан килгәнсә улар ҙа булыша, әлбиттә. Тик сәмле кеше бөтә нәмәлә лә сәмле: үҙ көнөн үҙе күрергә тырыша егет. “Ҡәйнәңдең фатиры бар, шунда йәшәгеҙ”, — тип дөйөм ятаҡтан урын бирмәйҙәр. Ни тиклем генә һәйбәт булмаһын, кешелә йәшәү ижад кешеһенең илһамын арттырмай. Йәйге, ҡышҡы каникулға ауылға ҡайтҡанда ла тынғылыҡ юҡ: ата-әсә мал тирәһенән өйгә лә инә алмай тырышып йөрөгәндә, мин — артист, миңә ярамай, тип диванда ғына ултырып булмай, янып-бешеп бесәнен дә сабаһың, аҙбарын да таҙартаһың. Ә был эштәр, ысынлап та, бәкәлгә һуға. Өйҙән гел генә тауышы бөтөп килә. Уны яйға һалғансы әллә күпме ваҡыт үтә. Ярай әле, зирәк Ғәлибай ағай, улының хәлен аңлап, һыуыҡтарҙа улын мал тирәһенә сығармай башлай.
Аҙағыраҡ Октябрь проспектында урынлашҡан тәүге фатирҙарына сыҡҡас, күңел ҡанаттары иркенерәк талпына, ижад офоҡтары киңәйә төшә, сөнки йырсының әҙерлек мәлдәре, яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләүе өйҙә үтә бит инде.
“Хужаларға ҡамасауламаһам ярар ине” тигән уңайһыҙланыуҙан азатһың, теләгәнсә ижад ит. Концерттарға саҡырһалар, ситтән концертмейстер эҙләп йөрөйһө юҡ. Машенькаһы йырсының бөтә репертуарын белә. Йыр һайлауҙа һәм уны камиллаштырыуҙа иң яҡын кәңәшсе лә, тәнҡитсе лә — яратҡан ҡатыны. Бәхәстәр ҙә булғылай, әлбиттә. Тик бер-береһенең хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышалар. Әйткәндәй, хәҙер инде яңы йырҙарҙы тәүге ҡабул итеүселәр берәү генә түгел — икәү. Хызыровтарҙың берҙән-бер улдары Тимур-Тимерхан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит телдәр факультетын тамамлаһа ла, йыр-музыка сәнғәте нескәлектәрен һәйбәт белә. Йырсы-музыкант ғаиләһендә тыуып үҫеү генә түгел, үҙе лә музыка мәктәбендә белем алған кеше бит әле ул.
“Педагог өлгө булырға тейеш”
Улдары берәү булһа ла, балалары күп Хызыровтарҙың, сөнки икеһе лә йәш быуынды йыр-музыка сәнғәтенә өйрәтә. Вахит Ғәлибай улы 26 йыл инде сәнғәт училищеһында вокал дәрестәре алып бара. Уға ҡушып, М. Аҡмулла исемендәге университеттың музыка факультеты профессоры ла, филармония йырсыһы ла. “Ирәндек моңдары”, “Гәлсәр һандуғас” республика конкурстары еңеүселәре Рөстәм Шаһыбалов, Руслан Сәйфетдиновтар һәм исемдәре популяр була барған Искәндәр Ғәзизов, Илүс Ғилманшин, Рөстәм Ғәлиев, Вадим Зәкиевтәрҙе оло сәхнәләргә сығарыуҙа күп көс һалған остаз да ул Вахит Хызыров. Өмөтлө йәш йырсылар Илдар Рәхимғолов менән Ратмир Хәсәнов та — Вахит Ғәлибай улының студенттары.
“Вокалдан уҡытҡан кеше үҙе лә йырларға тейеш, — тигән фекерҙә Башҡортостандың халыҡ артисы. — Ә беҙҙә үҙе сәхнәнән сығып йырлап та ҡарамаған кешеләр ҙә уҡыта. Шәкертең бит һиңә ышанырға, йырсы булараҡ та хөрмәт итергә тейеш. Уҡыусыларыңды тамашасынан ҡурҡмаҫҡа, сәхнәгә залдағы йыр-моң яратыусыларға ҡарата оло һөйөү менән сығырға кәрәклеген өйрәтергә кәрәк. Үҙең был өлкәлә өлгө булмаһаң, һиңә уҡыусың нисек ышанһын?!
Үҙеңдең дә уҡыусыңа ышаныуың, уның мөмкинлектәрен күреп, үҫтерә белеүең мотлаҡ. Был йәһәттән мин үҙем ғүмер буйы остазым Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға рәхмәтлемен — һәр ваҡыт эшләп уҡыйым, төндәрен бала ҡарашам. Йоҡом туймай килгән саҡтарҙа ла, хатта аҙаҡҡы курста имтихандарға бер аҙна ҡалғас, һуҡыр эсәккә операция яһап, тейешле кимәлдә, бар мөмкинлегемә йырлай алмағанда ла миңә ышанды, өмөтөмдө һүндермәне ул. “Ты обязательно выстрелишь!” — ти ине. Институтты тамамлар алдынан мине Калининградта үтәсәк Халыҡ-ара конкурсҡа әҙерләй башланы. Остазымдың ышанысы ла, Башҡортостан йырсылары исеменән ҡатнашыуым да, сығышым уңышлы килеп сыҡһа, киләсәк ижади тормошомда айырым роль уйнаясағын һәйбәт аңлауым да рухи көс бирҙе миңә. Етди әҙерләнеп сыҡтым юлға. Һөҙөмтәлә махсус призға лайыҡ булып, дипломант булып ҡайттым. Ысынлап та, был уңышым төрлө илдәрҙә, юғары сәхнәләрҙә сығыш яһау өсөн юл асты. Донъяның йөҙҙән ашыу ҡалаһында Башҡортостан йырсыһы булып ҡатнаштым”.
“Миләүшә Ғәлиевна Вахиттың һәләтен генә түгел, иҫ киткес тырышлығын да күргәндер, — тип һүҙгә ҡушыла Мария Анатольевна, — Вахит бер ваҡытта ла дәрескә һуңламаны, дәрес ҡалдырманы, имтихандарға бөтә күңелен һалып әҙерләнде, һәр көн яңы программа үҙләштерҙе. Биш-алты программа урынына дәүләт имтихандарына 30-50-шәр әҫәр әҙерләп килә торғайны. Әле лә шулай, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ысын фанатик ул. Шуға ла ике уҡыу йортонда уҡытырға ла, филармонияла эшләргә лә, яңы йырҙар өйрәнергә лә, төрлө кимәлдәге сәхнәләрҙә сығыш яһарға ла өлгөрә.
Яҙмыш, ижад, маҡсатҡа тоғролоҡ...
Ысынлап та, Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, күренекле сәнғәт оҫтаһы Вахит Хызыров уңыштарының сере нимәлә? Уны асып бөтөү мөмкин дә түгелдер. Кәрәкмәй ҙә. Һәр кем үҙенсә фекер йөрөтһөн әйҙә был хаҡта. Ә шулай ҙа, мәҡәләнең башында ижад хаҡында һорауҙар бирелгәс, уларға әҙ булһа ла яуаптар ҙа кәрәктер.
Яҙмыш... Мин, мәҫәлән, яҙмышҡа ышанам. Әгәр ҙә, Вахит Хызыров тамырҙарында йыр-моң йөрөткән ғаиләлә тыуып үҫмәһә йәки ата-әсәһе улдарының механизатор булам тигән теләгенә риза булһа. Әлбиттә, күңелендә йыр булғас, ул механизатор эшен башҡарһа ла йырлар ине инде. Тик ҡайҙа ҡунаҡ-төшөм табындарында йәки ауыл сәхнәләрендә генә.
Әгәр Вахит Өфөгә килеп тә конкурстан үтмәһә йәки ауылын һағынып ҡайтып китһә, йәки өйләнгәс, ауырлыҡтарға түҙмәй, аҡсалыраҡ, сәнғәттән алыҫыраҡ торған эшкә инһә, йәки педагогы Миләүшә Ғәли ҡыҙына эләкмәһә, Башҡортостанда йәшәп, уның яҙмышы менән рухланмаһа, йәки бар булмышын фанаттарса сәхнәгә арнамаһа, йәки сәхнәгә тамашасыларын яратып сыҡмаһа, йәки студент саҡта, йәшлек осорондағы йыр запасы менән ҡәнәғәт булып йәшәһә, көнө-төнө өр-яңы ижад уттарында янмаһа...
Был әйтелгәндәрҙең берәүһе генә үтәлмәгән хәлдә лә, Вахит Хызыров бөгөнгө үҙенсәлекле йырсы, бөтә илгә данлыҡлы, күренекле сәнғәт эшмәкәре була алмаҫ ине.
“Нисек профессиональ йырсы булырға?” тип һорайҙар сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан йәш һәләттәр. Еңел-елпе генә көс һалып, ҙур уңыштарға өлгәшергә теләгәндәр шуны алдан уҡ аңлаһын ине: юҡҡа ғына, сәнғәт ҡорбан һорай, тимәгәндәр бит. Бөтә булмышыңды арнағанда ғына үҙ итәсәк сәнғәт һине. Вахит Хызыровты үҙ иткән кеүек.
“Йырсы тамашасыһын хөрмәт итһен”
Ижад хаҡында һүҙ барғанда, моғайын, йырсының ҡарашын, уның үҙ ауыҙынан ишетеү дөрөҫөрәк булыр тип, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем.
— Вахит, йыр һәм йырсылар хаҡында ҡайһы бер фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
— Тамашасы йырсының аҡыл кимәлен, үҙҙәренә булған мөнәсәбәтен, уның кәйефен, һайлаған һөнәрен яратыу-яратмауын шул тиклем яҡшы тоя, был хәҡиҡәтте һанға һуҡмаусылар бик ныҡ яңылыша. — Тамашасы йырҙарыңды отоп алырға теләп, үҙеңде яҡын итеп, тағы ла тыңлағыһы килеп ҡайтырға тейеш. Йырҙары йырсының вокаль мөмкинлектәрен генә түгел, ә уның үҙенең холоҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы, фекерләү ҡеүәһе хаҡында ла күпте һөйләй. Бөгөнгө ҡайһы бер йәш йырсыларҙы йәлләп тә ҡуям: ижади ғүмерҙәренең иң үҫешә торған осорон белер-белмәҫ көйҙәренә үҙҙәре шиғырын да, музыкаһын да (әгәр шулай атап булһа) сығарған булып, бер миҙгеллек йыр башҡарып йөрөп ғүмерҙәрен әрәм итәләр. Ә улары үҙҙәренән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй. Битараф ҡалаһың йәки йәнең көйөп тыңлайһың да, шунда уҡ онотола ла.
Халыҡ иҫ киткес аҡыллы бит ул. Бына “Ильяс” тигән халыҡ йырын ғына алайыҡ:
Шул яҡтарға ҡарап бер йырланым,
Уйҙарымды алыҫҡа ебәреп, —
тигән юлдар бар унда. Бөтә картинаһы менән күҙ алдына килә. Ә һүҙ ҡеүәте лайыҡлы көй менән дә ҡушылһа, ни тиклем тәьҫир итеүсе көс бит ул йыр. Сит илдәрҙә йөрөгәндә, шуға иғтибар итәм: ысын йырға хатта тәржемә лә кәрәкмәй. Башҡорт йырын тыңлап, сит ил тамашасылары: “Рәхмәт, һин ошо хаҡта йырланың бит”, — тиҙәр. Яңылышмайҙар.
— Ниндәй авторҙарҙың ижады күңелеңә айырыуса яҡын?
— Үҙемдең фекер-тойғоларым менән ауаздаш булмаһа, өйрәнеп тә тормайым. Үҙебеҙҙең классиктарҙан Заһир Исмәғилевтең вокаль циклын, Хөсәйен Әхмәтовтарҙың йырҙарын һәр саҡ яратып башҡарҙым. Заһир ағайҙың “Салауат” операһынан Салауат куплеттарын, “Былбылым”, “Тауҙар йыры” әҫәрҙәрен, Хөсәйен ағайҙың “Ҡояшҡа дан”, “Төнгө Урал” йырҙарын хор һәм оркестрға ҡушылып, әле лә бик яратып йырлайым. Татар классигы Рөстәм Яхиндың ике тиҫтәнән ашыу йыр романсы — репертуарымда. Бигерәк тә “Бик һағындым”, “Серле күҙҙәр”, “Онота алмайым” әҫәрҙәре күңелемдә гел сыңлап тора.
— Һеҙ сит телдәрҙә лә йыш йырлайһығыҙ бит...
— Әле 13 телдә йырлайым. Рус, башҡорт, татар телдәренән башҡа немец, украин, итальян телдәрендәге арияларҙы, йырҙарҙы, романстарҙы башҡарырға яратам. Бигерәк тә Шуберттың романстары арбай. Замандаш композиторҙарҙан үҙебеҙҙең яҡташыбыҙ Нур Дауытовтың әҫәрҙәре зауығыма тап килә. Бигерәк тә уның шағирҙар Шәриф Бикҡол һәм Рауил Бикбаев шиғырҙарына ижад иткән йырҙарын халыҡ бик яратып ҡабул итә.
— Вахит, бөгөн ниндәй хыялдар менән йәшәйһең?
— Хыялдар күп инде ул. Тиҫтәләрсә ижад емештәрем аудио, видеодисктарға яҙылмаған. Шуның хәстәрен күрергә күптән ваҡыт. Ижад кисәләрем баш ҡаланың иң ҙур залдарында даими үтеп тора. Быйыл “Ауылда шулай” тип аталған хикәйәләр китабым донъя күрҙе. Спектаклдә, кинола уйнағым килә. Ғөмүмән, әлегә ижади мөмкинлектәрем ғәмәлгә ашып бөтмәгән һымаҡ.