Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Самауыр сәйе эсеп, өҙә баҫып...
Самауыр сәйе эсеп, өҙә баҫып...Күп ауылдарҙың гөрләп тороуы клуб хужаларының эшмәкәрлеген дөрөҫ көйләүе менән бәйле. Улар юғарынан ярҙам көтмәй, иҡтисади көрсөккә лә һылтанмай, ә алдан билдәләнгән уй-ниәттәрен алға этәреүгә күп көс һала. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, көн дә бергә ҡайнаған ауылдаштарына таяналар, һәр береһенең кәңәшенә ҡолаҡ һалалар, “яңыһын талап итмәй, булғанды һаҡлай белеү” принцибына тоғролар. Йыраҡ йөрөйһө түгел, ошо күркәм сифаттарҙың барыһын да күңеленә һеңдергән күптәнге танышым ауылға йәм өҫтәү, йән өрөү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да тормошҡа ашыра. 1-се Этҡол ауыл клубы директоры, урындағы ҡоролтай рәйесе, халыҡ дружинаһы бүлеге командиры Арсен БАЙЫМОВ һүҙ ебен ауыл тормошон һүтеүҙән башланы.


– Шәхсән минең өсөн ауыл – йәнле тарих, бай китапхана, шул уҡ ваҡытта асылмаған китап та. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ер яҡшы, тиҙәр. Яҙмышым тыуған ауылым менән үрелгән икән, уның матур киләсәге өсөн тырышыу – төп бурысым. Быға хәтлем төрлө яуаплы вазифаларҙы башҡар­ҙым. Һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөргә насип итте. Хәтергә бихисап ваҡиғалар уйылған, кешеләрҙең берҙәмлегенә һоҡланам.

– Әтәс йылы иҫтәлектәргә бик бай булды, ә Эт йылы нисегерәк башланды?
– Ысынлап та, бик матур башланып китте йыл, шыма ғына дауам итә. Минеңсә, был шартлы бүлеүҙер ул. Һәр ваҡытта ла тырышлыҡ кәрәк, киләсәккә ышаныс менән ҡарау зарур, ни тиһәң дә, әҙәм балаһын өмөт йәшәтә. Фекеремде кәләшем Алһыу ҙа яҡлай, ә улдарым Аяз һәм Ансаф менән ошо хаҡта бәхәсләшеп тә алабыҙ. Һәр кемдең үҙ ҡарашы.

– Ҡайһы бер ауылдарҙа йылдар һуҙымында клуб ишегендә ат башындай йоҙаҡ эленеүен күреү күңелдә ауыр тойғо ҡалдыра. Клубҡа йөрөмәйҙәрме, әллә ауылда кеше ҡалмағанмы? Һеҙҙә хәлдәр нисек?
– Клубтағы һиллекте төрлөсә аңла­тырға мөмкин. Борон өмәләрҙең ни хәтлем дәррәү үтеүен бигерәк тә өлкән быуын яҡшы хәтерләйҙер. Заман башҡа — заң башҡа тигәндәй, нисектер хәҙер бергәләшеп хеҙмәт итеү өлгөһө һүнеп ҡалды, һәр кем үҙенә генә бикләнеп йәшәгән кеүек тойола. Йомолоу нимә менән бәйле тиһегеҙме? Өй беренсә интернет булғас, етмәһә, көн-төн һөйләп торған радиолы, йөҙҙән ашыу канал күрһәткән телевизорлы әҙәм балаһын цивилизация емешенән айырырмын тимә.
Миҙал ике яҡлы бит. Бынан тыш, бинаны заманса итеп яраҡлаштырыу мәсьәләһенә лә иғтибар итергә ваҡыт еткәндер. Һәр беребеҙҙең өйөндәге күркәмлекте һәм бөхтәлекте клубта ла булдырырға ине тигән теләк ныҡ көслө. Әлбиттә, был йәһәттән һынатҡан юҡ. Килешәйек, мәҙәниәт усағына ял итеү өсөн ашығабыҙ. Ҡотһоҙ йортҡа кемдең аяғы тартһын, ти!

– Уттай ҡыҙыу осор йәйҙән айырмалы ҡыш һиллек тантана итә. Тимәк, төрлө саралар уҙғарыуға мөмкинлек ҙур. Был турала ни әйтерһегеҙ?
– Ҡыш төрлө сараларға шул тиклем бай миҙгел. Даталар менән бәйле байрамдар ойошторабыҙ. 8 Март, 23 февраль, 1 Май, 9 Май байрамдары мотлаҡ билдәләнә. Рәсәй һәм Башҡортостан менән бәйлеләре, Яңы йыл тураһында әйтәһе лә түгел. Республикабыҙ артис­тарын көтөп алабыҙ, бүтән ауылдарға сығабыҙ, улар ҙа беҙгә килә. Күптән түгел яҡташыбыҙ Юнир Һағынбаев этҡолдарға күңелле ял сәғәттәре бүләк итте.

– Мәктәп ғәмәлдә мәғрифәтселек ролен үтәй, ә клуб — мәҙәниәт үҙәге. Эйе бит?
– Әлбиттә, шулай. Беҙҙә яҙылмаған шундай ҡанун һаҡланған: тамаша ҡылырға килгәндәрҙең барыһы ла ыҫпай кейемдә, хатта костюм-салбарҙа, галстукта. Китапханасы Гөлсинә Ҡас­ҡынова, хеҙмәткәр Сәрүәр Сөләймәнова ла тәртип-таҙалыҡ яҡлы.
Һәр шәмбе йәштәр клубҡа диско­текаға йыйыла, ә байрам көндәре өлкәндәр өсөн ретро-дискотека уҙа. Дәртле кешеләр күп, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрен ситкә ҡуйып, һәр береһе күңел асып ҡайта. Клубта Никах теркәүҙе ойошторҙоҡ. Быйыл тәүге булып Мәрйәм Юлгилдинаның никахын теркәнек. Һылыу ҡыҙыбыҙ бәрәкәтле Хәйбулла еренә кейәүгә сыҡты. Тантананы ауыл хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлгөнә Мәхмүтова юғары кимәлдә үткәрә.

– Ауыл һәүәҫкәрҙәре йыр һуҙһа, эстрада артистары йыраҡ торһон, тиҙәр. Кемдәр улар кисәләрҙе биҙәүселәр, ҡыҫҡаһы, таланттар?
– Гөлфиә Тойғонова – “Гөлнәзирә” йыр ансамбленә йән өрөүсе. “Юлдар” бейеү ансамбле етәксеһе Рәғиҙә Миңғәлиеванан да уңдыҡ. Хәйер, сәхнә түренән һәүәҫкәр артистарыбыҙ – ауылдаштарыбыҙ Рәмил Хәмитов, Хәсән Йәғәфәров, Риф Монасипов, Нурбикә Ураҙбаева, Рәсилә Хәсәнова һәм башҡалар төшмәй.

– Бая, ауылдарға сығабыҙ, тип юлайҡан әйттегеҙ. Элекке шикелле алмаш концерттар уҙғарыу йолаһы һаҡланамы? Мәҫәлән, этҡолдар берәй ауылда сығыш яһай йәки киреһенсә...
– Шул алмаш концерттар ауылдарҙы бер-береһе менән бәйләп тора ла инде, хатта дуҫлыҡ күпере ролен үтәй тиергә лә мөмкин. Ошо көндәрҙә генә Сыңғыҙ ауылының сәхнәһен гөрләтеп ҡайттыҡ, унан инде Ғәҙелбайға юл төштө. Эргә-тирәгә генә түгел, йыраҡҡа ла барырға ашҡынып торабыҙ. Үҙ сиратында улар беҙгә килә.

– Һеҙгә бер юлы бер нисә вазифа йөкмәтелгән. Ауыр түгелме?
– Ҡыйын тиһәм, ризалашмаҫ инем, шулай бит? Һәр эште ихлас башҡарыу шарт, унан бигерәк халыҡтың ышанысын аҡларға кәрәк.

– Шиғыр әҙәм балаһын йәшәтә лә, йәшәртә лә, тибеҙ. Социаль селтәр аша ижад емешегеҙҙән йыш ауыҙ иттерәһегеҙ. Киләсәктә китап сығарыу уйы бармы?
– Халыҡ араһында йыш булыу күңелдә төрлө фекерҙәр тыуыуға булышлыҡ итә, шул иҫәптән ҡулға ҡәләм алырға ла. Асылда барыһы ла күңелдә бөрөләнә, шунан һуң ғына уларҙы ҡағыҙға төшөрәм. Илһам ҡошо буш ваҡытты ҡарап тормай, килә лә етә, өлгөрөп ҡал. Китап сығарыуға килгәндә, ваҡыт күрһәтер. Яҙмаларым бер китаплыҡ ҡына йыйылғандыр, тим.

– Киләсәккә ҡорған уй-ниәттәре­геҙҙе лә белге килә.
– Беләһегеҙме, этҡолдар, ҡайнағас, үҙе һүнә торған электр сәйнүгенән түгел, ә самауыр ҡайнатып сәй эсеүҙе хуп күрә. Самауыр сәйенең ни хәтлем тәмле икәнен һөйләп аңлатыу мөмкин түгел. Типкес менән Атйетәр шишмәләренең һыуынан ҡайнатҡан сәй төрлө сирҙәргә дауа. Район тарихында беренсе булып 1-се Этҡол ауылында Самауыр байрамы ойошторҙоҡ, Ғәҙелбай һәм Шүлкә ауылдарын да йәлеп иттек. Ниндәйҙәре генә юҡ ине! 100-ҙән ашыу ҡомартҡы биҙәне кисәне. 20 литрлыҡ иң ҙур самауыр менән Рәмил Хәмитов килде. 1850 йылғы еҙ самауырҙың хужаһы Зөлфирә Мәхмүтова ине, ә 1900 йылда эшләнгән ялтырап торғанын Гөлнара Ишҡыуатова күрһәтте.
Ауылдаштарым ҡунаҡтарҙы һыйлау менән бер рәттән уның тарихын да һөйләне. Шүлкәнән Юлай Моталлапов белдереүенсә, уның самауырынан (1890 йылғы) Башҡорт АССР-ының Министрҙар Советы рәйесе Зекериә Аҡназаров сәй эскән. Байрамды традицияға индерәсәкбеҙ. Бына ошоға оҡшаш Гармун байрамын уҙғарырға тигән уй менән дә янабыҙ. Кешеләр һөйләүенсә, ауылыбыҙҙа боронғо гармундар ҙа бик күп.

– Арсен Хөрмәт улы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ауыл ҡотон һүндермәй ижад итеүегеҙҙе теләйбеҙ.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 881

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 955

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 860

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 637

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 735

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 585

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 849

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 588

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 784