Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырлап йәшәүҙәргә ни етә!
Йырлап йәшәүҙәргә ни етә!“Әйтегеҙсе, ромашкалар”, “Моңдар ҡайтһын ауылға”, “Әйтмә һин ауыр һүҙ” кеүек йырҙарҙы бөгөн белмәгән кеше бармы икән?! Билдәле шағир Рәмил Сурағол һүҙҙәренә яҙылған йырҙар тәү башҡарыуҙан уҡ халыҡ күңелендә урын алып, байтаҡ йылдар инде сәхнәләрҙән, радио, телевидениенан яңғырай. Ҡотлауҙар тапшырыуҙарында яҡындарына бүләк юллаусыларҙың да тап Рәмил Сурағолдоң ижадына өҫтөнлөк биреүе сер түгел. Ошо көндәрҙә шағир үҙенең “Ике бишем — илле бишем” тигән ижад кисәһен үткәреп, дуҫтарын моң мәжлесенә йыйҙы. Форсаттан файҙаланып, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Рәмил, 55 йәштә булһағыҙ ҙа, һа­ман йәш егеттәр кеүек теремек­һе­геҙ, урыҫса итеп әйткәндә, “шус­трый­һығыҙ”, бер генә бөртөк тә сал сәсегеҙ юҡ. Йәш ҡалыуығыҙҙың сере ниҙә?
— Мин түгел, быйыл 85 йәшен уҙғарырға йыйынған әсәйем дә әле ҡыҙҙар кеүек. Әсәйем Рәшиҙә Ибраһим ҡыҙы яғынан да, атайым Мотаһар Сәйфулла улы яғынан да нәҫелем йәш сырайлы. Ғөмүмән, һәр саҡ күңелдә яҡты уй-ниәттәр йөрөтөргә кәрәк. Яҡты уйҙар һәр ваҡыт яҡты ғәмәлдәргә саҡырып тора.
— Ысынлап та, шулай шул. Һеҙҙең күңел матурлығығыҙ ижадығыҙға ла күскән. Бер йырығыҙҙың һүҙҙәре иҫтә ҡалған.
Күңелем ашыға
Яҡшылыҡ эшләргә,
Һуң булып ҡуймаһын,
Кешеләр, иртәгә.
Был изге юлымда
Мин ҡорбан булһам да,
Был донъя, тим, бәлки,
Яҡтырыр иртәгә.

Аҡ һәм ҡара, матурлыҡ һәм йәмһеҙлек йәнәшә йөрөгән донъяны йәйғорҙай төҫлө итеп күреү еңелме?
— Еңел түгел, әлбиттә. Донъяның йәмһеҙ яҡтарын минут һайын, аҙым һайын йәшәйеш үҙе күрһәтеп тора. Йәшәйеш янында үлем, мөхәббәт янында хыянат бар.
— Һинең һүҙҙәргә яҙылған Радмир Туйсин йырлаған “Донъя бит ул” (Илгиз Йомағужин көйө), Иҙрис Кәлимуллин башҡарған “Әжәл” (Илдар Шәрипов көйө), “Ваҡытында донъяларҙан китергә яҙһын ине” (Рәүеф Сәлтәшев көйө), “Хәйерсе” (Таһир Аҫылгәрәй көйө) тигән йырҙарҙа пессимизм да бар кеүек...
— Был йырҙарҙа пессимизм юҡ, минеңсә. Кескәй генә пессимистик уйланыуҙарҙан мин оптимизмға барам кеүек. Улар кешеләргә донъяның фанилығын иҫкә төшөрөп тора.
— Шағир булыр өсөн ҡайғы-хәсрәт күрергә кәрәк тигән фекер йөрөй...
— Атай-әсәйем иҫән булып та, өләсәй янында үҫтем. Улар төрлө ергә күсенеп йөрөнө, аҙаҡ айырылышып ҡуйҙы... Шағир булыр өсөн ауырлыҡтар күреү мотлаҡ түгел. Донъяның ғәҙелһеҙлегенә, мохтаждар, етемдәр, яңғыҙҙар яҙмышына битараф булмау фарыз.
— Өләсәй тигәндән, һәр шағирҙың няняһы, йәғни үҙ Арина Родионовнаһы булалыр?
— “Балаңдың балаһы балдан татлы”, тиҙәр. Ысынлап та, шулай ул. Улым Рүзәлдең ике ҡыҙы Алһыу менән Сафия ҡулымдан төшмәй. Өләсәйем (беҙ “нәнәй” тибеҙ) мине етем итмәне. Ныҡ ҡәҙерләп, ысын ир-егет итеп ел-ямғыр тейҙермәй тәрбиәләп үҫтерҙе. Ул миңә “Йософ менән Зөләйха”ны, Мөхәмәҙиә китаптарын, Аҡмулла, Туҡай, Мәжит Ғафури, Бабич шиғырҙарын уҡый торғайны.
— Тәүге шиғырығыҙ ҡасан яҙылды?
— Хәреф танымағанда. Мин таҡмаҡтар көйләп йөрөй инем. Мәктәп йылдарында. Әҙәбиәт уҡытыусыһы Наилә Абдулла ҡыҙы Диваева шиғырҙарымды район гәзитенә, “Башҡортостан пионеры”, “Пионер”, “Ял­ҡын” журналдарына ебәрҙе. Шиғырҙа­рымдың ташҡа баҫылыуын күреп ныҡ шатлана торғайным.
— Белеүемсә, Өфө автотранспорт техникумын тамамлап, “Башавторемонт”, “Башавтотранс” кеүек абруйлы предприятиеларҙа инженер булып эшләгәнһегеҙ. Инженерлыҡ шиғриәттән йырағайыу түгелме?
— Йәндәй булған шиғри аһәңде, моңдо бер ниндәй тимер-томор шалтырауы ла сығара алмай. Тимер-томор тауышы — ул шул уҡ металлофон моңо ул.
— Уҡытыусы-остаздарығыҙ кем булды?
— Минең менән махсус бер кем дә шөғөлләнеп ултырманы. Фәүзиә Рәхимғолова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Факиһа Туғыҙбаева, Әнғәм Атнабаев, Аҫылғужа Баһуманов, Тимер Йосопов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Финат Шакирйәнов, Булат Рафиҡов, Муса Сиражи, Камил Яйыҡбаев, Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Шәкүр осраған һайын “яҙ, яҙ” тип дәртләндереп торҙо.
— Йыр сәнғәтенә килеп инеүегеҙ нисек булды?
—Уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында Өфөнөң Ленин районы торлаҡ хужалығы тресында инженер булдым, ситтән тороп БДУ-ның филология факультетында уҡыным. Треста композитор Ризуан Хәкимов — мастер, мин инженер булып эшләнек. Шул йылдарҙа “Төштәремә керә Кандагар” һәм башҡа йырҙар яҙылды.
— “Моңдар ҡайтһын ауылға!”, “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, “Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы”, “Ер аҫтында юлдар юҡ” халҡыбыҙ йырҙарының алтын фондына инде.
— Ысынлап та, бәхетле яҙмышлы йырҙар булды улар. “Башҡорт йыры”, “Татар йыры” фестивалдәрендә ҡатнашҡан йырсылар конкурстың иң ҙур бүләктәрен яуланы...
— Салауат Фәтхетдинов “Аллаға шөкөр” (Р. Хәкимов көйө), Фәдис Ғәниев “Әйтмә һин ауыр һүҙ”, Айҙар Ғәлимов “Моңдар ҡайтһын ауылға” йырҙары менән оло эстрадала танылыу тапты, тиһәк, дөрөҫ булыр.
— Ниндәйҙер кимәлдә шулайҙыр ҙа. Ә миңә “йырсы-шағир” исемен дә улар яуланы.
— Бөгөн популяр булған Ришат Төхвәтуллин да һеҙҙең йыр менән үҫкән икән.
— Ришат Нур Дауытов менән бергә яҙған “Гармун моңо” йыры һөҙөмтәһендә “Гәлсәр һандуғас”та еңеп сыҡты.
— Һеҙ үҙегеҙ ҙә йырлай баш­лағанһығыҙ, көйҙәр ҙә яҙаһығыҙ.
— Үҙемдең йырҙарҙы үҙем йырлап дүрт клип төшөрҙөк. “Өфө — Ҡазан араһы” йыры бигерәк тә уңышлы булды.
Өфө — Ҡазан араһын
Бараһы ла бараһы.
Дуҫлыҡ юлын яҡын иткән
Татар — башҡорт балаһы.

Был йырҙарҙы “Бәйләнештә” сәхифә­һендә минең биттә һәм “Любители творчества Рамиля Чурагула” төркөмөндә күреп була.
— Әйткәндәй, һеҙ үҙегеҙ ҡайһы милләт вәкиле?
— Мин әсәй яҡлап татар булһам, атай яҡлап — башҡортмон. Мин үҙенә бер милләт кешеһе инде ул. Ике милләт мәҙәниәтенә лә хеҙмәт итәм. Шиғырымдағыса:
Татарға ла бүленмәйем,
Башҡортҡа ла бүленмәйем.
Мин үҙенә бер халыҡ —
Мин — “ТАТАР-БАШҠОРТ”.

Композитор Азат Имаев менән яҙған шәп йырым бар — “Шәжәрә”. Егерме быуынымды беләм. Беҙ, Сурағолдар, Болғар — Татар — Башҡорт сирусы яугирҙәре, мөғәллимдәре, дин әһелдәре. Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн Тархан исеме бирелгән беҙгә.
— Һеҙ үҙегеҙ ҙә – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы. Тыуған яғығыҙҙа һеҙҙең исемде йөрөткән ике урам да бар икән. Дан сире йоҡманымы?
— Миңә дан бик иртә килде. Мәктәп йылдарынан уҡ. Мул булып килде, шуға ла миңә шул осорҙа уҡ “дан сире”нә ҡаршы прививка эшләнгән. Дан сире менән сирләмәнем һәм сирләмәйәсәкмен дә, Алла бирһә.
— Бөтәһен дә борсоған туған тел темаһына киләйек әле. Был йәһәттән һеҙҙең фекерҙәр?
— Минеңсә, туған тел ата-әсә ғаризаһы буйынса түгел, ә граждандарҙың конституцион хоҡуғы нигеҙендә уҡытылырға тейеш. Һәр халыҡ үҙе күпләп йәшәгән төбәктә туған телен өйрәнергә хоҡуҡлы. Ә инде беҙ, ата-әсәләр, ҡала ерендә балаларыбыҙ менән туған телдә һөйләшергә тейешбеҙ. Минең улым Рүзәл, ҡыҙым Розалина милли балалар баҡсаһында тәрбиәләнде, Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт республика гимназияһын тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник, Башҡорт дәүләт университеттарын тамамланы. Береһе — программист, икенсеһе — юрист. Ҡыҙым “Туған тел” телеканалында алып барыусы, йырсы булырға ла тырышлығы һәм таланты бар.
— Руслан Белыйҙың Салауат Юлаевты бандит тип әйтеүенә ҡарашығыҙ нисек?
— Демократия тигән булып бындай тәртипһеҙлеккә юл асыу — аҡылһыҙлыҡ. Был Рәсәйҙә көсөргәнешлек тыуҙыра. Беҙҙең юристарыбыҙ етерлек. Урыҫ әйтмешләй, “За базар надо отвечать”. Бындай провокацияларға берҙәм булып үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп ҡуяйыҡ.
Австралиянан, Ҡытайҙан, Финляндиянан ҡайтҡан милләттәштәребеҙҙең сатнатып туған телдә һөйләшеүе күңелде күтәрә.
— Үҙ ваҡытында “Башҡортостан” гәзитендә атайығыҙ эшләп киткән икән.
— 50-се йылдарҙа атайым “Башҡортос­тан”да эшләне. Уның ике туған ағаһы Рәхмәтулла Сурағолов — “Кызыл таң” гәзитен ойоштороусыларҙың береһе. Ул Мәскәүҙә “Ведомости Верховного Совета СССР” гәзитенең үзбәк бағанаһы мөхәррире булған. Башҡорт һәм татар яҙыусылары әҫәрҙәрен — үзбәксәгә, үзбәктәрҙе беҙҙең телдәргә тәржемә иткән. Танылған илсе, ҡыҙыл паша — Кәрим Хәкимов менән дипломатик хеҙмәттә булған, күп телдәрҙә һөйләшкән. Атайым Мотаһар Сәйфулла улы ғалим ине. Бөрө дәүләт педагогия институтында уҡытты, күп райондарҙа сит телдәр уҡытыусыһы, мәктәп директоры булды.
— Ижадығыҙға ла туҡталып китәйек әле...
— Сирек быуат эсендә 25 шиғри йыйынтыҡ сығарғанмын. Композиторҙар Ризуан Хәкимов, Роберт Тимербаев, Рәшит Аҡъегет, Илгиз Закиров, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Эльвира Хәмәт­нуро­валар менән меңдән ашыу йыр яҙғанмын.
— Һеҙ “Сурағол (“Чурагол”) нәшриәт йортон ойоштороп китаптар ҙа нәшерләйһегеҙ икән...
— Беҙҙә таланттар күп. Шағирҙарҙың, композиторҙар, тарихсыларҙың китаптарын нәшер итәм. Рауил Бикбаев, Рәшит Сабит, Әсхәр Кәшфуллин, Миҙхәт Әбдел­мә­новтың китаптары ла булды улар араһында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рафкат
    Рафкат от 06.05.2018, 00:07
    Рэмил Чурагул Башкорт татар халкынын уртак байлыгы . Ысын Халык Шагиры!






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780