Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлиҙәһеҙ бер сара ла үтмәй
Хәлиҙәһеҙ бер сара ла үтмәйЙырсылар, актерҙар, алып барыусылар хаҡында һүҙ йөрөткәндә йыш ҡына “унан башҡа ҡалала (йәки районда) бер генә мәҙәни сара ла үтмәй” тигән һүҙҙәр йыш ҡулланыла. Был һүҙбәйләнештең дөрөҫлөккә тап килеүе икеле, сөнки ниндәй генә өлгөр булмаһын, бер артистың һәр концертта сығыш яһамауы билдәле.


Ә бына әлеге фекерҙе Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайы методисы Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы Абдрахмановаға төбәп әйтеү дөрөҫлөккә тап килер. “Ашҡаҙар таңдары”, “Шәжәрә байрамы”, “Стәрлетамаҡ гүзәле”, “Йәшлек-шоу”, Ҡала көнө... Һәммәһе лә уның ҡатнашлығында үтә. Эйе, йырлай, бейей, сараны алып та бара Хәлиҙә ханым. Тик уның иңенә ятҡан бурыстар бының менән генә сикләнмәй шул – ойоштороу эштәренең уртаһында ҡайнай әңгәмәсем. Ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенән фарман килеп төшкәс тә, ҡатнашыусыларҙы саҡырырға кәрәк, сценарий яҙырға, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға, күргәҙмә ойоштороуҙо контролдә тоторға, сығыш яһаусыларға булышлыҡ итергә һәм башҡалары... Ғөмүмән, залда ултырып, матур бейеү ҡарап хистәргә бирелеү, моңло йырсының тауышына ҡушылып йырлау бер, ә бына ошо сәхнәгә сығыр өсөн артистың ғына түгел, башҡаларҙың да күҙгә күренмәҫ мәшәҡәте баштан ашҡанын уйламайбыҙ. Бына шулай ул мәҙәниәт тормошо!
– Тамашаны алып та бараһың, бейеп тә алаһың, кәрәк икән, сәхнә эшсеһе лә булырға тура килә, – тип шаярта Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙы был тәңгәлдә. Хәйер, һәр шаяртыуҙа дөрөҫлөк ярылып ята. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: әңгәмәсем был эштәрҙе башҡарғанда ҡайһы берәүҙәр һымаҡ “хеҙмәт килешеүендәге” бурыстарға тап киләме-килмәйме тип һайланып тормай. Сара матур, байрам сағыу килеп сыҡһын өсөн, кәрәк икән, һәр эште тота ла башҡара. Дөйөм әйткәндә лә, кешегә изгелекле, эске донъяһы яҡты шәхес тип беләләр уны ҡалала.
– Минең тормош девизым – халыҡ өсөн хеҙмәт итеү һәм алға барыу, – ти үҙе лә Хәлиҙә ханым.
Бынан тыш, хатта бигерәк тип әйтергәме, Хәлиҙә Абдрахманованың башҡортса белеүе, һөйләүе – ҡала мәҙәниәте өсөн ҙур табыш. Ҡала көнөндә алып барыу­сылар ике телдә иғлан итә. Матур яңғыраған башҡортса һүҙҙәр, хәйер, руссаһы ла – Хәлиҙә Фәйзрахман ҡыҙының ижад емеше. Сценарий, режиссура... быларын билдәләп киттек инде. Бына ниндәй табыш биргән Стәрлебаш районының Табылды ауылы!
...Ә бит ошо табыш нефтселәрҙеке булыуы ла ихтимал булған. Туғыҙынсы класты тамамлаған ҡыҙ, бала сағынан актриса булырға хыялланһа ла, Стәрлетамаҡта өс йыл ашнаҡсы һөнәрен үҙләштерә, йүнәлтмә буйынса нефть сығарыусылар янына эшкә ебәрелә. Тәмле бешергән ашнаҡсыны нефтселәр ебәрмәҫкә тип күпме генә тырышып ҡарамаһын, Хәлиҙә сәнғәт училищеһына уҡырға китә – мәҙәниәт өлкәһендә лә тәмле “бешереүселәр” кәрәк бит.
Шулай ҙа актриса түгел, бейеүсе дипломын ала ҡыҙ. Студент йылдарында уҡ шығырым тулы залдарҙа “ритайым” үткәрә, концерт бригадалары менән гастролдәргә йөрөй, йәмәғәт тормошонда әүҙемлеге ташып тора. “Юлдар” ансамбле, йырсы Миңлеғәли Хөснөтдинов бригадаһы менән сығыштар... Бына шундай дәртле булып иҫтә ҡала йәшлек йылдары.
Артабан ҡаланың Аркадий Гайдар исемендәге пионерҙар һарайында балаларға башҡорт фольклорын өйрәтеп, уларҙың рухлы булып үҫеүенә үҙ өлөшөн дә индереп өлгөрә. Ә институтта белемен камиллаштырып, кейәүгә сығып, ике бала табып, “ултыраҡ” тормош башланғас, ул ҡала мәҙәниәт һарайына эшкә күсә. Туйҙарҙа, юбилейҙарҙа көтөп алынған алып барыусы булыуы – айырым тарих. Бына шул мәлдән алып ҡала мәҙәниәтенең алыштырғыһыҙ методисы ул Хәлиҙә Абдрахманова.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779