Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре Алтын хәрефтәрҙә янырҙар
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре Алтын хәрефтәрҙә янырҙарЙөҙ йыллыҡта – йөҙ шәхес

Башҡортостандың 100 йыллығына
100 шәхесте һайланылар.

Йөҙ йыллыҡҡа йөҙ шәхесте һайлау
Ауыр һынау булды бар халыҡҡа.
Барлағанда илем шәхестәрен
Һалып буламы ни тар ҡалыпҡа.

Йөҙ генәме, улар меңдән ашыу
Балҡытырлыҡ быуат йөҙҙәрен.
Үлемһеҙлек яулап, исемдәре
Йәшәтәләр тарих эҙҙәрен.

Йөҙ шәхестең һәр береһен алһаң,
Яҙмыштары – дастандарға торош.
Яуҙа ғына түгел, тыныс мәлдә
Тормоштары булған көрәш тотош.

Бер быуатта йәшәп киткәндәр ҙә,
Әле, бөгөн ғүмер иткәндәр ҙә –
Барыһы ла ил яҙмышын яҙған,
Киләсәккә ижад көсөн һалған.

Йөҙ йыллыҡта түгел, мең йыллыҡта
Исемдәре йәшәр шәхестәр бар.
Яҙмыштарын бейек күтәрерлек
Был донъяның барлыҡ тәхете тар.

Халыҡ күңелендә йәшәр улар,
Тарих хәтерендә ҡалырҙар.
Йөрәк ҡаны яҙған исемдәре
Алтын хәрефтәрҙә янырҙар.


Устарымда – Рогервиктың ташы

Талантлы журналист һәм шағирә
Лариса Абдуллинаға.

Устарыма һалдың һалҡын ташты,
Һалҡын түгел, ялҡын тотторҙоң.
Ул һөйләне миңә ғазаптарын
Балтик буйындағы тотҡондоң.

Ошо ташты батыр ҡулына алып,
Йырлағандыр тыуған яғын һағынып.
Өнһөҙ таш та, Салауатты йәлләп,
Тыңлағандыр күҙ йәшенә һығылып.

Салауаттың табан эҙҙәренең
Ҡайнарлығын һаҡлай микән был таш.
Шағир йөрәгенең моң-һағышын,
Һыҙланыуын һаҡлай микән был таш.

Сая башҡорт ҡыҙы, шул заманда
Тыуған булһаң әгәр донъяға,
Салауатҡа иңдәреңде ҡуйып,
Күтәрелер инең һин яуға.

Балтик буйындағы һәр бер ташты
Ҡулдарыңа тотоп ҡараның.
Улар һаҡлай, тиеп, сал тарихты,
Салауаттың ҡанлы яраһын.

Батыр күҙ йәшенән әрнеп, Балтик
Ярҙарына һыймай шашына.
Сал диңгеҙ ҙә уның тыуған яҡҡа
Бер саҡ ҡайтырына ышана.

...Һәм ул ҡайтты.
Исеме, рухы ҡайтты.
Таш һын булып ҡайтты иленә.
Башҡорт ҡыҙы хатта Балтик ташын
Алып ҡайтты тыуған еренә.

Рогервиктың шомло тынлыҡтарын,
Салауаттың моңло йырҙарын,
Һөйләй был таш беҙгә нисек уның
Йүрүҙәнен һағынып йөрөгәнен.

Устарыма һалдың Балтик ташын –
Салауаттан беҙгә бер сәләм.
Был сауаплы ғәмәлдәрең өсөн
Доға уҡыр һиңә бар ғәләм.
Халҡым тиеп ҡысҡырмайса

Халҡым тиеп ҡысҡырмайса,
Халҡың өсөн эшлә көн дә.
Маҡтау көтмә, баһа көтмә,
Үҙең генә, әйҙә, бел дә

Изгелек ҡыл халҡың өсөн,
Тарих байҡа бөгөн өсөн.
Онотолған батырҙарҙы
Ҡайтар йәштәр белһен өсөн.

Һәр ҡарышын ерҙең һаҡла,
Килмешәккә уны һатма.
Хәтер, намыҫ торһа һаҡта,
Хәүеф килмәҫ тыуған яҡҡа.

Халҡым тиеп ҡысҡырмайса,
Изге ғәмәлдәрең эшлә.
Үткән менән бөгөнгөнө
Киләсәккә бәйләп йәшә.


Асылдарын аңламаған

Бәхетһеҙ ҡай саҡ тормошта
Бәхетле булып уйнай.
Ә бит асылда төндәрен
Мендәрен ҡосоп илай.

Булдыҡһыҙ кеше алдында
Эшем эйәһе була.
Буш хәбәрҙән тауҙар өйә,
Һүҙҙән һарайҙар ҡоя.

Моңһоҙ, йырсы булам, тиеп
Сәхнәләргә ынтыла.
Бахыр, батырҙан көнләшеп,
Дан үренә ымһына.

Ихлас булмағандар шулай
Ғүмер буйы ҡылана.
Үҙе булып йәшәгәндәр –
Булмышына ҡыуана.

Асылдарын аңламаған
Аҫыл зат була алмаҫ.
Ни тиһәң дә, оҡшаш түгел
Быяла менән алмас.


Ҡалаларҙа...
Ауылдарҙа

Күрше тороп, күрешмәйҙәр,
Хәл-әхүәл дә белешмәйҙәр.
Ҡыуаныста – көлөшмәйҙәр,
Бәлә килһә – бүлешмәйҙәр.

Кемдә – байрам, кемдә – ҡайғы,
Кемдә – тыуым, кемдә – үлем,
Белмәй йәшәй ҡалаларҙа,
Ташҡа бикләп кеше үҙен.

Ауылдарҙа кемдә өмә,
Ишеткәне килеп етер.
Кемдә байрам – уртаһында,
Таҡмаҡлап та бейеп китер.

Барыһы ла уртаҡ бында.
Көн күрмешең күҙ алдында.
Ауылдарҙа йәшәй кеше
Үҙенең тәү асылында.

Таш ҡалала йөрәктәр ҙә
Әйләнәме әллә ташҡа?
Ялан, урман ҡосағында –
Ауылдарҙа йәшәү башҡа.

Ҡалаларҙа тар бүлмәлә
Күңелдәр ҙә тараямы?
Улай тиһәң, кемдер өйө
Хас та батша һарайҙары.

Ауылдарҙа тыуғандарға
Тәбиғәттең күсә көсө.
Тыуған ерҙең изгелеген
Тойоп йәшәй бында кеше.

Шуға уның булмышында
Тәбиғилек тыумышынан.
Көнкүрештәр айырылһа ла,
Ҡалаларҙың тормошонан,

Барыбер ҙә ауылдарҙа
Бөйөклөк бар – ябайлыҡта.
Мин баш эйәм ихласлыҡҡа –
Кешеләге шул байлыҡҡа.


Ышанып йәшә

Мең хәсрәттәр йөрәгеңде телгән саҡта,
Йөрәгеңде уста тотоп түҙгән саҡта,
Был һуңғы сик, тиеп бер үк башың эймә,
Онотма һин, яҡындарың көтә өйҙә.

Хыянаттың уғы килеп йыҡҡан саҡта,
Дуҫ тигәнең көтмәгәндә һатҡан саҡта,
Был һуңғы сик, тип үрелмә һин хәмергә,
Барыһы ла ваҡытлыса, түҙ хәҙергә.

Был донъяла барыр юлың юғалтҡанда,
Ғәзиздәрең мәңгелеккә оҙатҡанда,
Һуңғы сик, тип ғүмер ҡылдарыңды өҙмә,
Яҡындарың көтә һине, көтә өйҙә.

Алмаш-тилмәш килә көндәр, айҙар,
йылдар,
Ҡайғыларҙы алмаштырыр моңло йырҙар.
Хыялдарың әйләнерҙәр ысын, өнгә,
Тик ышанып йәшә иртәгәһе көнгә.


Тыуған ауылым – Ялсыҡайым

Тәүге ауаз һалған ерем –
Тыуған ауыл, Ялсыҡайым.
Һиңә булған һөйөүҙәрем –
Түштә йөрөр янсыҡҡайым.

Тәүге тәпәй баҫҡан ерем –
Тыуған ауыл, Ялсыҡайым.
Бала саҡта кимереп үҫтем
Һинең ап-аҡ балсыҡҡайың.

Тәүге һөйөү тойған ерем –
Тыуған ауыл, Ялсыҡайым.
Ғүмерлек бер һағыш булып,
Һиндә ҡалды йән дуҫҡайым.

Тәүге юғалтыуҙарым да
Төйәкләнде ошо ерҙә.
Атам-әсәм, олатам-өләсәм –
Барыһы ла ята бергә.

Тәү ҡат Ҡыҙылтауға менгәс,
Офоҡтарым киңәйҙеләр.
Бейеклектә ҡанатланғас,
Хыялдарым күбәйҙеләр.

Шул хыялдар мине һаман
Донъя буйлап тик йөрөтә.
Кескәй генә Ялсыҡайым
Үҙем менән гел йөрәктә.


Бәхетле бул!

Ейәнсәребеҙ Сафия
календарҙа билдәләнгән Бәхет көнөндә – 20 мартта тыуҙы.

Эй, балаҡай, һин донъяға
Тыуҙың бәхет көнөндә.
Илаһи нур булып ҡайттың
Атаң-әсәң өйөнә.

Ул көн һинең менән бергә
Бәхет, ҡот инде өйгә.
Хәҙер бар донъя әйләнә
Сәңгелдәк элгән сөйҙә.

Бишек йырын тыңлай-тыңлай,
Бәүелә сәңгелдәгең.
Атаң-әсәңә, балаҡай,
Ҡәҙерле йәнгенәһең.

Һайланмыш яҙмыш яҙғанмы
Һиңә күк тарафынан?
Көлтә-көлтә нур һибелә
Сабый күҙ ҡарашыңдан.

Бәхетле бул! Бәхетле ит
Яҡын ғәзиздәреңде.
Ғүмер йылдарың теҙһен тик
Бәхетле көндәреңде.


Борон-борон замандан...

Башҡорт моңһоҙ йәшәгәнме
Борон-борон замандан.
Яуҙарҙа ла, һабантуйҙа
Йырлай-йырлай дан алған.

Башҡорт бейеүһеҙ йәшәйме
Борон-борон замандан.
Бар тарихын, көнитмешен
Ул бейеүҙәргә һалған.

Башҡорт ҡурайһыҙ йәшәйме
Борон-борон замандан.
Оҫталарҙың уйын серен
Йәштәр өйрәнеп алған.

Таҡмаҡ әйтеп бейегән дә
Йырлай-йырлай эшләгән.
Борон-борон замандарҙан
Башҡорт шулай йәшәгән.

Ҡурай менән ҡаршы алған
Иң ҡәҙерле ҡунағын.
Борон-борон замандарҙан
Тотоп килгән йолаһын.

Яуға китһә, уғы менән
Алған моңло ҡурайын.
Йыр-моң менән ул һаҡлаған
Тыуған илен, Уралын.

Беҙҙең халыҡ ҡурайын да,
Гармунын да уйната.
Ҡунағының һәр килгәнен
Уйнап-көлөп оҙата.

Сәхнәләрҙә, сәхрәләрҙә
Яңғырай башҡорт моңдары.
Шулай йырлап йәшәгәндә
Тыныс атыр таңдары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782