Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ошо Сабир Шәриповмы?”
“Ошо Сабир Шәриповмы?”Был ағай менән яҡындан танышыуым кисәгеләй иҫтә. 1992 йылда, әҙерәк кенә аралаша башлаған хәҙерге яҡын дуҫтарым кәңәше менән, дәртләнеп китеп, шиғырҙарҙан тупланған китап ишаратын тапшырырға тип Белореттан Өфөгә юлландым – была не была! Ҡулымда бит Бөрйән ағайы – мин бөйөк шағир тип һанаған Самат Ғәбиҙуллиндың ышаныс һүҙе һәм мөрәжәғәт итерлек кешеләр исемлеге бар!

“Белореттанмы һин?” – тип серле генә йылмайҙы ла сәркәтип апай, үҙе менән эйәрергә ҡул иҙәне. “Бына, Сабир ағай, яҡташың”, – тине лә мине әзмәүерҙәй бер кеше алдына ҡалдырҙы. Ул исемемде генә һорашты, үҙе иһә ҡайҙалыр сығып китте. Ултырам, ултырам… Кемдәрҙер ишек асып ҡарай ҙа, күрәһең, теге ағайҙың юҡлығын күрептер, яба һала. Оҙаҡҡа китте был көтөү. Бәлки, Самат ағай ебәргән ағай был түгелдер, бәлки, мин уға оҡшамай төштөммө?.. Район гәзитендә генә журналист булһам да, аңлайым: кеше оҡшамағанда асыуҙы балаларына төшөрәләр йә, киткәнеңде көтөп, үҙҙәре сығып ҡасалар.
Ҡышҡы ҡыҫҡа көн. Әллә өйрәнгән юлға – Черниковкалағы апайыма ғына барырғамы… Тик уға – Өфөләге уҡытыусы кешегә – минең баш ҡалаға ни өсөн килеүемде (яҙыусы булырға – китап тотоп!) ҡайһылайтып аңлатырһың…
Шау-гөр килеп кем менәндер бәхәсләшә-бәхәсләшә килеп инде лә Сабир ағай, был ни эшләп ултыра әле бында, тигәндәй, аптырап миңә баҡты һәм:
– Йыйын, киттек, – тине.
– Ҡайҙа? – инде миңә ғәжәпләнергә сират етте.
– Ҡайтабыҙ! – ул яурын аша аҫылмалы сумкаһын элеп алды. Йылдам хәрәкәттәре, бойороусан тауышы икеләнергә урын ҡалдырманы, өнһөҙ генә артынан эйәрҙем. Спорт һарайы эргәһендәге фатирына барып еткәнсе, ул бер аҙ минең хәл-әхүәлемде, Иҙел башындағы уртаҡ таныштарҙың хәлдәрен һорашты.
Аш бүлмәһенә уҙҙыҡ. Күрше бүлмәлә кемдәрҙер һөйләшә, ҡатыны, балаларылыр инде. Улары күренмәне. Берәр рюмка бушатҡас, Сабир ағай теге яҡҡа сығып китте. Мин тағы ултырып ҡалдым. Инде йәнә башта төрлө уйҙар сыуала. Бик сәйер ағайға юлыҡтым түгелме? Тәү күргән кешеһен ҡунаҡҡа алып ҡайтты, яңғыҙын ҡалдырҙы ла киттесе! Бур булһам? Исемемде генә һораны бит. Өйҙәгеләре лә ғәжәп: кем менән ҡайтҡанын да һораманылар, ҡыҙыҡһынманылар. Әҙәп өсөн генә булһа ла, уларға берәй күстәнәс алырға булған, инеп һаулыҡ һорашырға, кемлегемде аңлатырға… Төшөп ҡалған уҙғынсы түгел дәһә мин, журналист тигән исемем бар, район кимәлендә генә лә түгел, шиғырҙарым, мәҡәләләрем республика баҫмаларында ла күренгеләй!
– Тә-әк! – тип килеп керҙе ағайым, “инде сират һиңә лә етте” тигәнгә ишаралауы бөтә ҡиәфәтендә сағыла ине. Тар ғына кухня бөтөнләй бәләкәсәйеп, үҙем бөршәйеп ҡалдым: имтихан тотор мәлем түгелме? – Һинең хәлдәрең нисек ине әле? Шиғыр китабымы? Әйҙә, шиғыр уҡы!
Албырғап ҡалдым. Нисек, ошонда, тот та шиғыр һөйләме?
– Үҙеңә оҡшағанын. Ятҡа беләһеңдер бит берәйһен булһа ла.
– Беләм дә ул…
– Давай!
Ҡаушабыраҡ уҡыған шиғырымды башын баҫып тыңлап ултырҙы ул.
– Быныһы “Йәшлек”тә сыҡҡайны, – тип үҙенең хәбәрҙарлығын белдерҙе лә, тауышы йомшарып, сырайына ҡәнәғәтләнеү һыҙаттары сыҡты. – Тағы!
Сирҡаныс алғас, мин дә ҡыйыуланып киттем. Тағы, тағы… Ярты бушағанда беҙ күптәнге дуҫтар кеүек “үәс-үәс” инек инде, асыла төшөп, мин хатта уның ҡайһы бер әҫәрҙәренә тәнҡит һүҙен дә әйтеп ысҡындырҙым. Билдәле яҡташтың ижады тураһында әленән-әле беҙҙең редакцияла ла һүҙ сығып тора ине бит. Бына, хәҙер уның өйөндәмен! Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтын тамамлап ҡайтҡан, Рәми Ғарипов һымаҡ! Минең хыялда ла була алмаған Переделкинола Паустовский һуҡмаҡта­рынан йөрөгән. Китап нәшриәтенең баш мөхәррире! Ҡайтҡас һөйләһәм, апай-ағайҙар ышанмаҫ та ул…
– Самат ағай йүнһеҙ кешене ебәреп ултырмаҫ, тип уйлағайным да, шулай ҙа һынап ҡарарға булдым, – тине ул иртәгәһенә, үҙе асып та ҡарамаған “машинка” ҡулъяҙмамды алып ҡалып. – Эшкә ашмаҫ нәмәләрен тотоп йөрөүселәр күп ул…
Һынау үтелде. Белоретҡа ҡайтып еткәндә (Өфө – Белорет араһы поезда бер төнлөк), унда китабым сығасағы тураһында беләләр ине инде, мөхәррир Гүзәл Ситдыҡова, ихтирамлы журналист Нәсибулла ағай Ғүмәров шунда уҡ “районка”ла ошо хаҡта оло яуҙай хәбәр итте. Бының, әлбиттә, Сабир ағайымдың эше икәнен аҙаҡтан аңлаясаҡмын. Уға тиклем, поезда оҙон төн үткәргәндә, шуны төшөнгәйнем инде: дөрөҫ юлыҡтырған мине яҙмыш был кеше менән! Райондан килеп, ҡайҙа төртөлөргә белмәй баш ҡала урамдарында ҡаңғырған һәр кемде үҙенә алып ҡайтыуына өйрәнеп, күнеп бөткән ҡатыны менән ҡыҙҙары өсөн ошолай өйгә килеп кереүем үтә ғәҙәти булғандыр, ахыры. Аҙаҡ, йылдар үткәс, Сабир ағайҙың Өфөгә килгән һәр береһен – хатта саҡ ҡына таныш-белеш кешене лә үҙенә алып ҡайтып китеүен күреп ( ҡышын – өйөнә, йәйҙәрен – баҡсаһына), ошоно асыҡлағайным: был бит – башҡорт ихласлығы, тәбиғәттән килгән, юҡ, ҡунаҡсыллыҡ түгел – күңел киңлеге!). Ҡапҡаң асыҡ, ишегең – шаран-яран, атайың һәм әсәйең шундай түгелме? Ай-һай, ҡайһы берәүҙәрҙең шундай күңел һиҙгерлеге булалыр – улар кемдең кемлеген тәбиғи тойом аша белә һәм күрә.
Аҙаҡ, байтаҡ йылдар үткәс, Сабир ағай менән әсәйемде лә таныштырырға яҙҙы. Әсәйем, әлбиттә, Сабир Шәрипов тигән яҙыусыны белә, ул Яныбай Хамматов тигән малайҙың беҙҙең Инйәрҙә уҡып йөрөгәнен дә хәтерләй. Тик уларҙы “яҙыусы” тигән оло исем менән бер нисек тә бәйләй алмай. “Шулмы? Ысынмы?!” – булды һорауы, беҙ кис ауыл өйөнә килеп кергәс. “Юҡ, һуғылмайыҡ, ваҡыт та һуң, ҡунаҡтан ҡайтып киләбеҙ ҙәһә!” – тип ҡаратырышланып, “ҡатайланып” ҡарағайным да, ағайҙың ҡарары ҡырт ине – әсәйеңде күрмәйенсә китмәйбеҙ! “Ошо Сабир Шәриповмы?” – тине әсәйем, төн уртаһында өйөнә килеп кергән бер өйөр ир-ат араһынан бер мине генә танып. Тышта ике машина геүләй, ығы-зығыны һиҙемләп, күршелә генә йәшәгән ағайҙар йүгереп сыҡты…
Яйһыҙ икәнен тойһам да, кис ахырында мин егет-ағайҙарға ниҙер әтмәләнем. Үҙемдең өйөм бит. Уға тиклем беҙ, ике әбей-бабайҙы ташлап китеп, кәртә аръяғында уҡ ағып ятҡан шишмә аша ғына ағайымдың өйөнә барып ултырҙыҡ. “Шул ысын Сабир Шәриповмы?” – тип һораны минән ҡат-ҡат ағайым. Көнбә тигән йылғасыҡ аша кире ҡайтһаҡ, әсәйем менән Сабир ағай ихласлап ҡына әңгәмәләшеп ултыралар! Уларҙың уртаҡ һүҙҙәре күберәк булған икән дә! Ә мин, төн уртаһында водителдәр көтә, мине һүгәләрҙер, тигән булам. Әрләшмәнек, талашманыҡ. Ҡайтышырға бер һуҡмаҡ ине – Иҙел башы юлы.
Аҙаҡ Сабир ағай тыуған Белорет районының Баҡый ауылына, юлһыҙ-ниһеҙ ҡарурмандарҙы үтеп, журналист Рәлис Ураҙғолов менән барып етә алдыҡ. Ул ауылға 21-се быуат башында саҡ электр уты барып еткәйне. Хәйер, тап шул ҡаҙаныш менән маҡтанырға тип алып барҙылар беҙҙе унда. Дөрөҫөн әйткәндә, электр барып еткәйне лә ул, тик өйҙәрҙә лампочканан башҡа ҡорамал юҡ ине, сөнки юл булмағас, башҡа төрлө электр ҡорамалын унда нисек алып бараһың? Телевизор өсөн электрҙан башҡа антенна ла кәрәк бит әле. Ғәжәп иттек: цивилизацияның ни икәнен дә белмәгән халыҡ шундай матур итеп йәшәп ята, шундай алсаҡ һәм ихластар! Күрәһең, цивилизация тигән нәмәнең кешене боҙоуы дөрөҫтөр.
Атаҡлы, ҡомарлы, еңелеү белмәҫ шахматсы Сабир Шәриповтың уйын ваҡытында уйынлы-ысынлы һөйләнеп ултырыуы шунан киләлер, тим: “Мин, моғайын, генийҙыр ул – кәрәсин шәме яҡтыһында үҫеп, шахматтың ни икәнен дә белмәйенсә, ошонда барыһын да еңеп ултырып ҡара әле!..” “Ә һеҙгә кәрәсин нисек барып етә ине һуң?” – тип һорайым унан. “Мискә менән самолеттан ташлап китәләр ине”, – тип көлә ул.
Шахмат, әлбиттә, Сабир Шәриповтың балыҡтан һуң икенсе ҡомары. Уның тормошонда шулай ҙа балыҡсылыҡты беренсе урынға ҡуйыр инем. Уның эш өҫтәле алдында уҡ “Балыҡсы календары” эленеп тора. Башҡортостанда ул белмәгән йылға йә күл юҡ, ҡайһыһында ниндәй балыҡ ҡасан ҡабыуы тураһында бер туҡтамай һөйләргә әҙер. Балыҡсы ҡорамалдарын бөтә кибеттәрҙән эҙләп йөрөй, хатта интернет аша Мәскәүҙән яҙҙырып ала. Әҙ генә шуға ынтылышы булған һәр кемде балыҡҡа барырға ҡоторта – ҡышы-йәйенә, яҙы-көҙөнә ҡарамай. Ҡарурманда, йәмле Еҙем буйҙарында үҫкән кешенең бала һәм үҫмер саҡ шөғөлө балыҡсылыҡ һәм һунар булыуы, әлбиттә, ғәжәп түгел, тик бының ғүмерлек ҡомарға әйләнеүе аптырата. Күпселек кеше бит бала саҡ мауығыуҙа­рынан үҫә килә бик еңел арына тора. Етмешкә еткән, оҙон һәм ҡатмарлы тормош юлы үткән ир кешенең шахмат уйнағанда үҙенең шәм яҡтыһында үткән бала сағын һоҡланып иҫкә алып ултырыуы ғәжәпләнерлек түгелме ни?
Хәйер, әҫәрҙәрендә һирәк-һаяҡ ул бала һәм үҫмер саҡтарының ауыр миҙгелдәрен иҫкә алып киткеләй: Ғафури яҡтары аша тиҫтәләгән саҡрым ҡарурмандар, ташҡан йылғалар аша йөрөүҙәрен (Белоретҡа, дөрөҫөн әйткәндә, юл әле лә юҡ), Еҙем йылғаһының ажғырып торған яҙғы ташҡынында ағас ағыҙыуҙарын һ.б. Урман тормошо бер ҡасан да, бер кемгә лә еңел булмаған, шуға ла “лесоповал” тигән төшөнсә әле лә иң ауыр һәм михнәтле йәшәйеш менән бәйләнелә, ләкин шуныһы аптыраш: Сабир ағай ана шундай ғүмер ваҡиғаларын да әҙәби әҫәрҙәрендә һәр ваҡыт матур хәтирәле мәл менән тамамлай! Шуға уларҙы уҡыуы ла еңел, сөнки яҡтылыҡ менән бәйле ҡабул ителә.
Баҡсасылыҡ менән уның шулай уҡ бик ихлас, мөкиббән шөғөлләнеүен аңлайым: беҙҙең ҡырыҫ холоҡло Белорет яҡтарында картуфтан башҡа бер нәмә лә үҫмәй. Мин үҙем, институтты тамамлап, Орел яҡтарына барып сыҡҡас, унда сливаларҙың урам буйында үҫеп ултырғанына хайран ҡалғайным. Һәм, әлбиттә, шундай баҡсам булыуын теләнем. Ә Сабир Шәрипов уҡыуҙан һуң һалҡын Алыҫ Көнсығышта офицер булып хеҙмәт итә. “Алмалары, хөрмәләре” тигән хыял уның күңелендә һәр ваҡыт йәшәгәндер, күрәһең. Форсаты сыҡҡас та шул хыялды тормошҡа ашыра ул.
Яҡташым, ағайым һәм дуҫым Сабир Шәриповтың бында яҙыусылыҡ ижадына ҡағылып торманым. Уныһы – айырым тема. Кешелеклелек йәһәте­нән тағы ла уның йәмәғәт эшмәкәрлеген иҫкә алмау гонаһ булыр. Нисәмә йыл Яҙыусылар союзы­ның проза секцияһын етәкләп, нисәмә йәш һәм һәләтле яҙыусыға оло әҙәбиәткә юл асты икән ул! Һәләтте тойомлап, уға ваҡытында дөрөҫ юл күрһәтә белеү һәр кемгә бирелмәй. Ә “Иҙел башы” Белорет яҡташтар ойошмаһындағы ойоштороу эшмәкәрлеге, ә Ҡыпсаҡ ырыуының йыйындарын ойоштороуҙағы оҫталығы һәм тырышлығы!
Ошо тиклем мөмкинлектәр бер кеше эшмәкәрле­генә һыйышып бөтә аламы? Иҫкә алмаған тағы нисәмә яғы ҡалды әле яҡташым Сабир Шәрипов­тың? Ай-һай, күптер. Уларҙы иҫәпләү башҡаларға ҡалһын. Беҙ әлегә уны яңы булып үткән 70 йәше менән тәбрикләйек һәм һаман да егеттәрҙәй дәртле һәм эшмәкәр булыуына һоҡланайыҡ. Әлбиттә, яңы уңыштар үә ҡаҙаныштар теләп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566