Алдымда – Башҡортостандың күренекле шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң һарғайып-туҙып бөткән “Берҙәмлек” исемле бәләкәй генә шиғри йыйынтығы, уны әҙип һуғыш йылдарында эйәргә һалып яҙған. 1958 йылда нәшер ителгән был йыйынтыҡ “Мотиғулла ҡустым (атайым – авт.), һин был китапты яуҙа һәләк булған атайыңдың яҡты иҫтәлеге итеп һаҡла! Ағайың Яҡуп Ҡолмой, Өфө, 1958 йыл, 22 март” тигән автограф менән асыла. Бәләкәй саҡта өйөбөҙ түрендә Я. Ҡолмойҙоң китабы торҙо, уларҙы уҡып туҙҙырып бөтә торғайныҡ. Әлеге ҡуйын кеҫәһендә генә йөрөтөрлөк китап мин тыуғандан һуң бер йыл үткәс ижад ителгән – инде һигеҙенсе йыл алыҫ Чехияла иҫтәлек өсөн һаҡлап йөрөтәм.
Ә хәҙер 75 йыл элек ошо китапсыҡҡа ниҙәр яҙылған икән, эстәлегенә күҙ һалайыҡ.Тәүге юлдарҙа уҡ
“Сафыбыҙ ныҡ, уны ҡаҡшатырлыҡ
Һис бер көс юҡ, көс юҡ бер ерҙә.
Аяҙ күкте ҡара төтөн баҫмаҫ,
Һүҙебеҙ хаҡ, тыуыр көн беҙҙә;
“Беҙ – тыныслыҡ һалдаттары –
Һаҡта ғүмергә.
Һин дә, мин дә
Тыныслыҡты бергә
Яуланыҡ илгә”
тигән илһөйәр рухлы аҫыл һүҙҙәр менән осраша уҡыусы һәм авторҙың, кисәге һалдаттың, тыныс тормошто, дуҫлыҡты, йәшәү йәмен йырлауына күсә. Артабан шағирҙың яу тынған арала эйәргә һалып яҙған шиғырҙарын уҡыйбыҙ.
Урал егет итте, күркәм Кавказ
Атландырҙы толпар атына.
Ҡылысымды ергә күтәрҙем мин
Үлем белмәҫ йәшлек хаҡына
(“Мин атакала”)
йәки
Бәләкәй ҙә, еңел дә ул еңелен,
Тик үҙендә һаҡлай кеше үлемен
(“Пуля”);
Ауҙы өйҙәр, янды өйҙәр ут булып,
Сыҡты елдәр,осто көлдәр юҡ булып.
Ерҙе уйып, йәшәү тойоп үҙендә,
Кеше торҙо ерен һөйөп ғүмергә.
Ер тетрәне, бер күкрәне торған ер.
Бер ярылды, бер ҡаҙылды –
талған ер.
Ләкин талмай, йәшәү яулап ғүмергә,
Кеше торҙо Сталинград ерендә
(“Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!”).
Уларҙың барыһы ла 1941 – 1942 йылдарҙа ижад ителгән, ә һуңғыһы илебеҙ именлегенең иң һынылышлы мәлендә – 1942 йылда яҙылған. Шағир фронтта ике ҡорал менән һуғышҡан: береһе күкрәгенә ҡыҫҡан автоматы булһа, икенсеһе – усына ҡыҫҡан ҡәләме.
Көс өҫтәһә һүҙем яуҙа кешегә,
Пуля йыға фашисты, йырым үлтерә.
Мин көслөмөн: йырым бар минең,
Мылтығым да минең ҡулымда.
Әлеге юлдарҙа һалдат-шағир Я. Ҡолмой икеһе бер төшөнсә булараҡ ҡабул ителә.
Я. Ҡолмойҙоң 1941 – 1946 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары араһында А. Матросовтың батырлығына бағышланған “Баһадир” (һуңынан исеме үҙгәртелә), Белоруссияла батырҙарса һәләк булған бер туған ағаһы Фәтҡулла Баймөхәмәтовҡа (олатайыма) арналған “Хәбәрһеҙ юғалған туған” тигән һәм миллиондарса ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәре, һөйгәндәре, яҡындарына арнап яҙылған “Һинең хатың килгәс”, “Ҡапҡаңды ас, атай!”, “Яуап йыры”, “Яуҙан яҡла Кавказды”, “Һалдат хаты”, “Бер ҡыҙға”, “Ябай телмәр”, “Ул ориентир бирә”, “Смоленск”, “Брест һалдаты”, “Һалдат һөйләй”, “Яҡын иптәшем”, “Ян, тәмәкем, ян!”, “Төн”, “Һалдаттың һөйгәне”, “Рус, атма!” тигән шиғырҙарында утты-һыуҙы кискән батыр һалдаттың батырлығы ла, еңеүгә ышанысы ла сағыла. Шулай итеп, һуғыш һәм тыныслыҡ темаһы Я. Ҡолмой ижадында төп урынды биләй: әҙиптең “Йәшәү йәме” (1962), “Һайланма әҫәрҙәр” (1968), “Былбылым” (1969), “Күңел күрке” (1971), “Күңелем ҡылдары” (1978), “Өфө моңдары” (1982), “Шиғырҙар һәм поэмалар” (1986) һәм башҡа йыйынтыҡтарына ингән “Шиғыр һәм йыр”, “Һалдат-шағир”, “Утлы йылдар, утлы юлдар”, “Аяҙ таңдарым минең”, “Яҡын да һеҙ, ялҡын да һеҙ” тигән эпиграфтар менән тупланған барлыҡ әҫәрҙәрендә лә ваҡытынан алда аҡылға ултырған һалдат-шағирҙың Тыуған илгә булған һөйөүе, ҡырыҫ яҙмыш, утлы йылдар арҡаһында шағир булыуға ҡарағанда бик иртә һалдатҡа әйләнгән Яҡуп Ҡолмойҙоң патриотик уй-тойғоһо, үҙ иленең тоғро улы булыуы сағыла. Эйе, һуғыш унан һәм уның кеүек башҡа бик күп әҙиптәрҙе лә ул хәтәр көндәрҙә шағир булыуҙан бигерәк һалдат яһаған, уларҙың барыһы ла аслыҡ һәм үлем менән күҙгә-күҙ осрашҡан, ҡара төтөнлө юлдарҙан үткәндә һуғыш утынан көйрәгән ауыл-ҡалаларҙы күргән.
...1941 йылда илебеҙ йөрәге – Мәскәү өсөн барған ҡаты алыштарҙы белмәгән кеше бармы? Яҡуп Ҡолмой ҙа генерал Доваторҙың данлы кавалерия дивизияһында Мәскәү өсөн барған аяуһыҙ алыштарҙа ҡатнаша, ошо корпустың бер эскадронында замполит була. Бөйөк Ватан һуғышы тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған был һуғышта шағир немец танкыларына ҡаршы ҡылыс болғап ташлана. Бәхеткә күрә, тере ҡала. Был хаҡта әҙип “Ғүмер һуҡмағы” исемле очеркында ошолай яҙа: “Мәскәү янындағы ауыр бәрелештәрҙең береһендә ҡаршы алған көҙгө таң хәтеремдән сыҡмай. Аттарҙы урман эсенә ҡалдырҙыҡ та түңәрәк аҡландың ике яғынан оборона тоттоҡ. Урыным яңғыҙ ҡайын янына тура килде. Ара-тирә пушканан атҡан тауыштар ишетелә, оҙаҡламай таң да беленде. О, ниндәй яҡты ине ул таң! Тик ҡапыл ерҙе һелкетеп атыш башланды. Беҙ ҙә ут астыҡ. Әле генә болотһоҙ күкте яҡтыртҡан алһыу таң дары төтөнөнә буялып, ҡара шәүләһен ергә йәйҙе. Йөрәк ҡыҫылғандай булды. Шул саҡ дошман минаһының янғыҙ ҡайын төбөндә ярылыуын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ул икебеҙҙе лә буш итмәне: ҡайын да, мин дә бер мина ярсығынан яраландыҡ”...
Һуғыш тамамланғас иһә, Яҡуп Ҡолмой 1961 йылдың сентябрендә үҙен һаҡлаған ҡайынды эҙләп табып, уның янында ултырып, үҙенең “Ҡайын да мин” тигән мәшһүр шиғырын яҙа:
Һары көмбәҙҙәрен һалындырып,
Уйға ҡалған яңғыҙ ҡайыным.
Элеккеләй әйҙәп тормаһа ла,
Бер күреүҙән үҙен таныным.
Ҡайын да мин. Беҙҙе эҙләп килгән
Мина ерҙе уйып ярылды.
Бер ярсығы минең тәнгә инде,
Береһе яраланы ҡайынды.
Суҡ тәлгәшен ҡалтыратып ҡайын
Башын эйҙе Мәскәү яғына.
Яраһынан тамған шәрбәт һутын
Оҡшаттым мин аҡҡан ҡаныма.
Үкенескә ҡаршы, башҡорт әҙәбиәте дәреслектәрендә һуғыш осорон өйрәнгән бүлеккә ни сәбәп менәндер был әҫәр һаман да индерелмәгән, хата төҙәтелер тип ышанайыҡ.
Кавалерист Я. Ҡолмой хатта яу тынған ҡыҫҡа ғына ваҡытта ла ҡулынан ҡәләмен төшөрмәгән:
Күңел күтәрелә ҡай саҡта,
Шиғыр яҙһаң ултырып күк атҡа.
Шиғыр һәм ат – яҡшы иптәшем,
Ул – Уралдан, минең серҙәшем.
Хатта дауыллы йылдарҙа ла шағир халыҡ ижадына, йырға тартым ғәжәп ихлас һәм шаян телле дүрт юллыҡтар ҙа ижад иткән. Шундай әҫәрҙәренең береһе, мәҫәлән, “Фронтовик уйҙары” йыйынтығына ингән “Һорау һәм яуап” (1941 йыл) тигән шиғыры.
Минең әсәм хат ебәргән
Белергә теләп мине.
“Батыр булырһыңмы?” – тигән.
– Булам, обязательно!
Атайым һорау ебәргән
Ике ауыҙҙан ғына:
“Гитлер тиҙҙән бөтөр микән?”
– Бөтөр, обязательно!
Ул фронтта сонеттар ҙа яҙған, уның “Яралы һалдат”, “Егет егетлеген итте һуғышта”, “Доватор янында”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Яугир”, “Ҡылысташ”, “Еңеү көнөндә”, “Командир”, “Хәтерләү”, “Ҡултыҡ таяҡлы ағай”, “Ҡул сабабыҙ”, “Юлда”, “Аҡ халатлы ҡыҙ”, “Уралға” кеүек әҫәрҙәрендә үҙ халҡына бирелгәнлек, Тыуған илеңде яратыу тойғолары ярылып ята.
Әҙиптең тәүге шиғырҙары йәштәр альманахында сыға, ә “Аҙым” исемле тәүге йыйынтығы 1940 йылда донъя күрә. Эйәргә һалып яҙған әҫәрҙәре һуғыш яланында янып көлгә әйләнмәһен, юғалмаһын өсөн шағир ауылға атаһы Хәйрулла ҡартҡа һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзына ебәреп торған. Шул йылдарҙа йәштәр ижадына ғәжәп иғтибарлы булған яҙыусылар Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти, Камил Рәшит уларҙы мөхәррирләп, “Фронтовик уйҙары” (1942), “Миңә Сталин ҡушты” (1944) исеме менән баҫтырып сығара, ә 1944 йылда әҙип яу шарттарында СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына.
Ижадсының яу шиғырҙары образдарға бик бай, улар араһында кавалеристы уттан-һыуҙан үткәргән толпар образы үҙәк урында тора. Мәҫәлән, сонеттың камил өлгөһөндә ижад ителгән “Толпар”, “Йондоҙ”, “Толпар елә” исемле әҫәрҙәрендә Я. Ҡолмойҙо үҙенең барлыҡ стихияһы менән йырға бирелгән, толпарында елгән ҡылыслы батыр һалдат итеп күҙ алдына баҫтырабыҙ.
Еләм, еләм... Көмөш ҡылыс ялтлай...
Өҫкә ауа дошман туптары.
Елгән ерҙән, яраланған ҡоштай,
Ҡанлы ергә ауҙы Толпарым.
Юҡ, үлмәгән, мине һағынған,
Елеп килә һуғыш яғынан.
1418 көнгә һуҙылған һуғышта яугир көтөлмәгән ауырлыҡтар, йөрәген әрнеткән кисерештәргә дусар була, яу юлдары ауырлыҡтарын серҙәше, дуҫы, яуҙашы, иптәше һәм тоғро аты менән бергә үткәрә.
“...Бер ваҡыт урман эсенән килгәндә эскадрон ҡырпаҡ ҡар өҫтөндә ҡанға буялған ҡыҙылармеецты күреп туҡтап ҡала. Уның күкрәгенә фашистар ҡыҙҙырылған тимер менән йондоҙ уйған була. ”Ашығыс үткәрелгән митингта беҙ “Ҡанға – ҡан, үлемгә – үлем!” тип ант иттек, – тип яҙа автор “Ғүмер һуҡмағы” очеркында, – хатта аттарыбыҙ ҙа, һиҙгән кеүек, баҫҡан урындарында ярһыны. Әле күргән хәл миңә лә ныҡ тәьҫир итте, ҡылысымды ҡыҫыңҡырап тотҡандай иттем.
Минең дә ике беләгемдә ҡыҙыл йондоҙ балҡый ине, яғамда ла – йондоҙҙар. Ул хәрби телдә был замполит йәки политрук ярҙамсыһы тигәнде аңлата. Немецтар иң беренсе сиратта коммунистарҙы, комиссарҙарҙы юҡ итергә тырыша, быны үҙҙәре өсөн батырлыҡ иҫәпләй. Был хәл мине лә ситләп үтмәне. Волоколамск шоссеһынан алыҫ түгел Семенкино ауылына яһалған атакала минең дә һул беләктәге йондоҙ фашист снайперына мишень булған икән. Фашист пуляһының йүгән тотҡан ҡулымды яралап үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Толпарымдың үргә ырғыуы булды, артҡа шыуып та төшкәнмен. Ә эскадрон аттары минең кәүҙә аша һикереп үткән! Ат дағаларының ҡылысымды зыңлатҡанын ишетеп һуштан яҙғанмын. Бер саҡ атымдың шинель яғаһынан тешләп торғоҙорға тырышҡанын тойоп, аңыма килдем. Уғаса яҡташым Ырымбур өлкәһе Хәлил ауылы егете Ғәләү Баҙыҡов йүгереп килеп еткән. Ул толпарымдың эйәһен ташлап китмәүенә шаҡ ҡатты! Ысынлап та, толпарым яуҙа минең серҙәшем дә, пар ҡанатым да ине. Күп тә үтмәй, яраланған ҡулымдың һыҙлауын еңеп, кескәй генә шиғыр яҙҙым”.
Ошо хәлдән һуң ғүмеренең һуңғы йылдарына ҡәҙәр шағир йылҡы итен ауыҙына алмай, атҡа кешегә ҡараған кеүек ҡарай. Шулай, йырҙа йырланғанса, “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы”...
Яҡуп Ҡолмой беҙгә билдәлеләренән һуғыш һәм тыныслыҡ темаһына “Яуҙа сыныҡҡан йәшлек”, “Хаттар һөйләй”, “Яҡты эҙ”, “Беҙҙең ҡала егете” тигән поэмалар яҙған. Һуңғыһын үлемһеҙ ҡыйыулығы менән таң ҡалдырған яҡташыбыҙ Александр Матросовҡа арнай. Һәр поэмаһының аныҡ геройҙары бар: улар йә уның менән бергә һуғышҡан кешеләр, йә ауылдаштары, йәштәштәре һәм башҡалар, баҫылмай ҡалған поэмалары ла бар әле, улары ла киләсәктә донъя күрер, тип ышанырға ҡала.
Олатайым — йырсы-шағир булараҡ танылған әҙип. Мәңге иҫкермәй-туҙмай, бәҫен, моңон юғалтмай торған “Тыуған яҡҡа”, “Тыуған илем”, “Тыуған яғым”, “Халҡыма”, “Башҡортостан”, “Торатауым”, “Һәләүегем”, “Өфө вальсы”, “Эҙең ҡалһын”, “Пограничник йыры”, “Һалдат йыры”, “Һин – минең сафлығым”, “Зөһрә йондоҙ” кеүек йәмғеһе өс йөҙҙән ашыу шиғырына З. Исмәғилев, Х. Әхмәтов, Ш. Ҡолбарисов, Ф. Сәйфуллин, З. Мамалимов, М. Вәлиев, Т. Кәримов, Р. Мортазин, Т. Шәрипов, А. Ғабдрахманов, Р. Сәлмәнов, Н. Мөстәҡимов, Ә. Дауытов, Х. Заимов, Ш. Ибраһимов, А. Хәлфетдинов, Р. Хәсәнов, Б. Ғайсин, А. Ҡобағошов кеүек композиторҙар көйҙәр яҙған. Тыныслыҡ темаһына ижад ителгән киң билдәле йырҙарынан Т. Кәримовтың “Башҡорт гвардеецтары”, Р. Мортазиндың “Йырлы ғүмер”, “Пограничник йыры”, З. Исмәғилевтең “Һалдат йыры”, К. Рәхимовтың “Халҡыма” тигәндәрен атарға була. Шуныһы ҡыҙыҡ, “Беҙ Мәскәүҙе һаҡланыҡ” (1970) тигән шиғырына үҙе кеүек үк Мәскәүҙе һаҡлауҙа ҡатнашҡан композитор Рәүеф Мортазин көй яҙа. Унда ошондай юлдар бар.
Ауһаҡ, алға ауҙыҡ,
Көсөн күрҙек күктәй йәшнәүҙең.
Ергә уя баҫтыҡ,
Бар ҡәҙерен белеп йәшәүҙең.
Яндыҡ, торҙоҡ, еңдек,
Беҙ – һалдаты шанлы Мәскәүҙең!
Ҡатмарлы тормош юлы, ҙур тетрәнеүҙәр кисергән шағир үҙе аралашҡан А. Таһиров, Т. Йәнәби, Ж. Кейекбаев, Р. Ниғмәти, С. Агиш, Ҡ. Даян, И. Ғиззәтуллин ише яҙыусылар һәм шағирҙар, Зәки Мәхмүтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баныу Вәлиева, Нажиә Аллаярова, Флүрә Ноғоманова, Илфаҡ Смаҡов, Шәмсиә Нагеева, Римма Мусина, Ғәли Хәмзин һымаҡ сәнғәт оҫталары, З. Исмәғилев, Х. Заимов, Х. Әхмәтов кеүек композиторҙар ижады хаҡында ла яҙҙы, барыһын да һанап бөтөрлөк түгел. Шағирҙың хеҙмәтен юғары баһалап башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм ижади уңыштары өсөн Я. Ҡолмойға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
Ҙур талант эйәһе Яҡуп Ҡолмой Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында һунарсы Хәйрулла менән йырсы Кинйәбикәнең кинйә улы булараҡ донъяға килә, башланғыс мәктәпте тыуған ауылында алғандан һуң, ул Торатау артында ятҡан Урман-Бишҡаҙаҡ колхозсы-йәштәр мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия техникумына инә, унда йырсы-шағир Ҡадир Даян етәкселегендәге әҙәби түңәрәктә шөғөлләнә. Тәүге әҫәрҙәре шул йылдарҙа барлыҡҡа килгән баҫмаларҙа донъя күрә, шағир 1939 йылда Совет Армияһы сафына алына, 1940 йылда партияға инә.
Һуғыштан һуң, 1946 йылда, шағир Мәскәүҙә ике йыллыҡ Үҙәк комсомол мәктәбенең матбуғат бүлегендә уҡый, уны тамамлағандан һуң “Совет Башҡортостаны” (“Башҡортостан”), “Ленинсы”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә, утыҙ йылға яҡын Башҡортостан радио комитетында әҙәби тапшырыуҙар редакцияһының мөхәррире булып эшләй. Артабан “Берҙәмлек” (1958), “Йәшәү йәме” (1962), “Ғүмер сәскәләре” (1964), “Һайланма әҫәрҙәр” (1968), “Бәләкәй батыр” (1969), “Күңел ҡылдары” (1970), “Өфө моңдары” (1982), “Шиғырҙар һәм поэмалар” (1986), рус телендә баҫылған “Я слышу сердцем” (1966), “Береза и любовь” (1973), “Уральские зори” (1999) тигән китаптар яҙа, уларға ингән барлыҡ әҫәрҙәрҙә лә юғары патриотизм, үҙ илеңде һөйөү һәм уға тоғро булыу мотивтары өҫтөнлөк итә. “Маленький батыр” (1977), “Хәтер хазинаһы” (1994), “Бәҙәр Йосопова” (1984), “Сәхнәлә үткән ғүмер” (1983) исемле йыйынтыҡтары ла – башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын байытҡан китаптар.
Ул халыҡтар дуҫлығы, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ, туған тел һәм уның яҙмышы, Башҡортостан тәбиғәте һәм уны һаҡлау, заман һулышы һәм тормош хаҡында уйланыуҙарға ҡоролған әҫәрҙәр ижад итте, мәҫәлдәр, сонеттар, бер һәм ике шаршаулыҡ пьесалар, балалар өсөн шиғырҙар, көндәлектәр яҙҙы, Башҡортостан радиоһы фондына һуғышҡа тиклем һәм унан һуңғы йылдарҙа ижад иткән талантлы башҡорт әҙиптәре һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең тауыштарын яҙҙырҙы.
Үҙе үлгәндән һуң аҡҡош йыры булырҙай китабы – “Хәтер хазинаһы” баҫылып сыҡты, ә унан һуңғы йылдарҙа Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Һин генәһең,бер генәһең”, “Йырҙарымда – тыуған яҡ” (төҙөүсеһе Миләүшә Ҡолмөхәмәтова), “Әҙиптәр хаҡында хәтирәләр”, “Шағир көндәлектәре” донъя күрҙе. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы өҙөлөп һөйгән әҙип бөгөн туған тел һәм милләттәр дуҫлығы хаҡында ла ижад итте, ул бер ваҡытта ла халҡын, уның бөйөклөгөн данлап туйманы.
Ҡайҙа барһам, шунда тыңлайым мин
Үҙ халҡымдың йөрәк моңдарын.
Шул моң һаҡлай йырҙың оҙонлоғон,
Сиртә-сиртә күңел ҡылдарын.
“Әсәм теле” исемле шиғырында ла Яҡуп Ҡолмой башҡорт теленең башҡа телдәр менән тигеҙлеген, бөйөклөгөн данлай, әсә һөтө менән ингән телде онотмаҫҡа саҡыра – бөгөн ошо аманатын барыбыҙ ҙа онотмаһаҡ ине.
Әсәм телен әгәр ҡыйырһытһам,
Әйтер һүҙем иңрәп тотлоғор.
Ул бит сабый саҡтан ҡанға һеңгән,
Сәңгелдәктә отҡан моңло йыр.
Әсәм миңә һөйләп ишеттергән
Батыр Салауаттың исемен.
Аҡбуҙ аты кешнәп елкендергән
Хыялында кескәй кешенең.
Юрматынан ҡалған был серле тел
Күҙен асҡан атам-әсәмдең.
Шуға ла мин ябай башҡорт телен
Бөтмәҫ хазинам тип атаным.
Миләүшә ГОДБОДЬ.
Чех Республикаһы.