Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моңло бормалы юлдарҙан
Моңло бормалы юлдарҙанКешеләр тормошон бормалы урау юлдар менән юҡҡа ғына сағыштырмайҙарҙыр, моғайын. Бейек тауҙар, сәскәле болондар, текә ҡаялар йә иркен тигеҙлектәр булып сикһеҙ киңлектәргә һуҙылған тормош юлдары... Һайлау мөмкинлеген биргән айырсалар ҙа, барған юлыңда иңдәш булыр юлдаштар ҙа, ел-ямғырҙан ышыҡланыр мөһабәт ағастар ҙа, яҙа баҫҡанда тәнеңде яралар таштар ҙа, тыуған һәр көндөң бер мәлен йәмләр хуш еҫле сәскәләр ҙә бар унда. Юлыңа яҙған ауырлыҡтар сабыр һәм сыҙам булырға өйрәтһә, килгән ҡыуаныс-шатлыҡтар тормошҡа йәм биреп, тағы ла алға әйҙәй, ҡанатландыра, йәшәргә көс бирә. Бары үҙең генә туҡтап ҡалма, йығылыр саҡта йығыла күрмә, сабыр бул... Яҡындарыңдың хәйер-фатихаһы һиңә көс бирер, ҡаршылыҡтарҙан аралар тип иҫкән кеүек ошо юлдағы талғын ел дә. Был һүҙҙәр Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы Флүрә НОҒОМАНОВАНЫҢ тормош юлдарында ла яңғырағандай. Сабыр холоҡло Флүрә Ғәлимйән ҡыҙының яҙмыш хәтирәләре лә туғыҙынсы тиҫтәләге мәғрур тау армыттарына артылған тормош юлдарында үҙе башҡарған моңло ла, һағышлы ла йырҙар булып ишетелә. Хәтирәләр ебен теҙгән Табын ырыуы ҡыҙы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– Оло юл тәүге аҙымдарҙан башлана, тиҙәр... Һеҙҙең тормош юлдарының башы ҡайҙан, Флүрә апай?
– Сығышым менән Ҡырмыҫҡалы районының Күлләр ауылынанмын. Суфиян ҡартатайым менән Шәрғиә нәнәйем Ғәлимйән, Шәкирйән, Сабирйән, Әхмәтйән, Мәрзиә исемле биш балаһына ғүмер биргән. Уларҙың иң оло улдары – атайым Ғәлимйән Суфиян улы – тура һүҙле, ғәҙел кеше ине. Һуғышта яраланып ҡайтҡандан һуң, оҙаҡ йылдар ауыл советы рәйесе, колхоз етәксеһе булып эшләй. Ошо шарттарҙа беҙгә күсенеп йөрөргә лә тура килде. Шулай бәләкәйҙән төрлө ауылдарҙа башҡорт, сыуаш телдәрен уҡып-белеп үҫтем. Һабаҡ алабыҙ тип, бер нисә бала дүрт саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күрше ауылға ла йөрөргә тура килде. Уйлаһаң, уйылып китерлек, ҡышҡы һалҡын бурандарҙа ла көрт йырып, уҡырға барып ҡайта торғайныҡ...
– Бала сағығыҙ һуғыш йылдарына тура килгән. Ул саҡтағы сабыйҙар иңенә төшкән ауырлыҡты күптәребеҙ китаптарҙан ғына уҡып белә...
– Бик ауыр заманалар булды. Әле булһа иҫемдә: колхоз рәйесе булып эшләгән атайымды бер көн килеп ҡулға алдылар. Сәбәбе – аслыҡтан интеккән халыҡҡа ярҙам итеү өсөн, колхоздың ике атын игенгә алмаштырып, кешеләргә 200-әр грамм ашлыҡ таратыу тураһындағы ҡарар ҡағыҙының юғалыуы. Шулай атайымды биш йылға төрмәгә ултырттылар, алты балалы әсәйемде колхоз өйөнән сығарҙылар... Ә бит атайым ҡайҙа ғына эшләһә лә, ғәҙел булды, түрәмен тип кешенән артығын алып йөрөмәне. Ауыл халҡы нисек ауыр йәшәһә, шулай йәшәнек. Ул заманда бөтә халыҡ күргән михнәт, сабырлыҡты һынап, көслө кешеләр өлөшөнә төшкән булғандыр, тим.
Ташбаш ауылына барып, беҙ бер инәй менән бабайҙың өйөнөң бүлмәһендә торҙоҡ. Беҙҙе йәлләп нәнәйем килде, кейем-фәлән тегеп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты. Уңған, кәрәк саҡта ҡаты ла була белә ине ул. Нәнәйебеҙ һәр беребеҙҙе эш рәтенә өйрәтте, уҡып белем алығыҙ, балаларым, ти торғайны беҙгә. Яратҡан нәнәйемдең йырлаған моңло йырҙары күңелемдә әле булһа яңғырай.
– Нәнәйегеҙҙән бирелгәнме һеҙгә ошондай тәрән оло һәләт?
– Йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫтем мин. Атайым да, әсәйем дә бик матур йырлай. Туғандарымдың бөтәһе лә йыр-моңға бик һәләтле ине, тик йыр буйынса киткән бер мин булдым. Әгәр ҙә атайымдың музыкаль белем алырға мөмкинлеге булһа, Мәғәфүр Хисмәтул­линдан һис кәм йырламаҫ ине. “Етеҙ бүртә”не яңғыратып ебәрһенме йә “Урал”дымы – бөтә донъя яңғырап торор булды...
Ә “Гөлъямал”ды уның кеүек йырлаған кешене күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ. Бәләкәйҙән уның йырҙарын да тыңлап үҫкәнмен мин.
Нәнәйемдең тауышы ла иҫ китмәле була торғайны. Уның йөрәгенән урғылған тәрән моңонда ҡартатайымдың фажиғәле һәләкәтен үткәргән хәсрәт тә, юҡһыныуҙар булып эркелгән һағыш та, ейән-ейәнсәр­ҙәрен күреүҙән тыуған шатлыҡ та, балаларына ҡарата булған йылылыҡ та ағыла торғайны. Нәнәйемә күлдәк-кейемдәр тегергә ярҙам итәм, үҙем уның йырҙарын тыңлайым. Бала өсөн эш ауыр булһа ла, бик бәхетле саҡтарым булған ул. Күпме йыр белә торғайны. Вафат булғас, етем ҡалғандай хис иттем үҙемде. Йырҙары әле булһа ҡолағымда сыңлай, күңелемдә уның моңо йәшәй. Нәҫелдән бирелә торғандыр был моң... Ә йөрәктәрендә ошо моңо булғандар, ҡәҙер итеп, дауам итеүселәр өсөн заман ауырлыҡтары ла ауырлыҡ булып тойолманы... Был көс мине лә сабыр һәм көслө рухлы булырға алға әйҙәне.
– Сабыр, ныҡышмал булыуығыҙ бәләкәй генә йәштә алыҫ ерҙән тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтырға ла ярҙам иткән бит әле...
– Ул йылда мин башҡорт мәктәбенә уҡырға төшөргә тейеш инем. Уҡырға төшмәнем, әсәйем мине, бер апайға эйәртеп, оло ағайым янына Ҡырғыҙс­тандың Ташкүмер тигән ҡалаһына ебәрҙе. Бала ҡарашыр, өйҙә бер тамаҡ булһа ла кәмер тигәндер инде. Унда килгәс, урыҫ мәктәбенә уҡырға төштөм. Төндәрен дәрес әҙерләйем, көндөҙ уҡыуҙан һуң баҡсанан ҡустымды барып алам, ағай менән еңгәй эштә. Тыуған яғымды, яҡындарымды һағынып, өҫтәүенә рус телен белмәүемә илағым килә. Ярты йыл уҡығас, түҙмәнем, ағайымдарға, уҡый алмайым бит, уҡыуым дөрөҫ булмаһа, мин йәшәй ҙә алмайым, тип ҡайтарыуҙарын үтендем...
Ғинуар айы ине. Ике сумкаға йылы кейем, ашарға һалып, Ташкент ҡалаһына поезға ултыртып ебәрҙеләр. Юлда йоҡлап киткәнемдә йылы кейем, аҡса, билет һалынған сумкамды урланылар. Ниндәй­ҙер станцияла ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы йыйыусы бер мәрйә мине етәкләп ҡалған балалар янына алып китте. Ә миңә бит ҡайтырға кәрәк! Ташкент – Кинель тигән беҙҙең яҡҡа барған поезды күреп ҡалдым. Теге мәрйәнең ҡулын ныҡ итеп тешләнем дә тауар поезы аҫтына кереп киттем. Шул сыҡҡанда аҙыҡ һалынған икенсе сумкам да төшөп ҡалды. “Әсәйем поезда, билеттар унда”, тип алдаштырып, йүгереп инеп киттем дә эскәмйә аҫтына сумдым. Бер тәүлек буйы һыу эсеп килдем. Иртәгәһенә мине һаҡаллы урыҫ бабайы күреп ҡалды, бер киҫәк сало менән бер телем икмәк бирҙе. Шулай дүрт тәүлек буйына бабай биргән дүрт һыныҡ икмәк менән Кинелгә килеп еттем. Был яҡта тағы ла һыуығыраҡ, минең аяҡта кәлүш, өҫтөмдә бер ҡат йоҡа кейем. Бабай мине толобона төрөп, аяғыма тиренән тегелгән бейәләйҙәрен кейҙереп, йылы сәй эсерҙе. Бәхетемдән ул да Өфөгә ҡайтып бара икән. Кинель станцияһы вокзалында Өфө поезын көтөп бер төн үткәрҙек тә ултырып киттек.
Ике тәүлек тигәндә Өфөгә килеп еттек, бабай мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Әбейе минең өшөгән аяҡ-ҡулдарымды ыуып, кәбеҫтә ашы менән һыйлағаны иҫемдә. Иҫке булһа ла йылы кейем кейҙереп, үҙебеҙҙең яҡҡа Александровка поезына ултыртып ебәрҙеләр. Кисләтеп кенә станцияға килеп төшкәс, ауылыбыҙҙан ике ҡатын осрап, уларға эйәреп 15-17 саҡрым ерҙе йәйәүләп үттем. Мең мих­нәттәр менән, таңға ҡарай ауылға ҡайтып еттем шулай. Бәләкәй башым менән атайһыҙлыҡ йылдарының ауырлығын татып, үҙәккә үтерлек ҡыш һыуығында мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән нәнәйем, туғандарым янына ҡайттым... Икенсе йылына атайымды ла төрмәнән сығарҙылар. Ул йылдарҙа мин алтынсы-етенсе кластарҙы тик “5”-легә генә тамамланым. Өфөгә педагогия училище­һына уҡырға инеү теләге менән янып йөрөнөм.
– Тимәк, йәштән үк уҡытыусы булырға теләгәнһегеҙ?
– Уҡыуымды артабан мәктәптә дауам итергә мөмкинлек юҡ, сөнки башҡорт ауылындағы урта мәктәп беҙҙән бик йыраҡ ине. Педагогия училищеһына тапшырҙым документтарымды, тик уның ятағы булмай сыҡты. Яҙмыш ҡушыуы булғандырмы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға барҙым. Бейеү менән шөғөлләндем. Беҙҙең парлы бейеүҙе йәш кенә бер ағай ҙа килеп ҡараны, курсташым менән икебеҙҙе Өфөгә саҡырҙы. Тик Өфөгә барырға һорағас, атайым, уҡыуыңды ташламайһың, тип ҡырт киҫте. Бейеүгә саҡырып ике тапҡыр телеграмма килде. Һуңынан асыҡланы­уынса, был саҡырыусы Фәйзи Ғәскәров үҙе булған икән. Уҡыуымды уңышлы тамамлап, районға эшкә ҡайттым, бер нисә йыл район мәҙәниәт йортонда эшләнем, бейеү коллективы ойоштороп, илһам­ланып яңы бейеүҙәр һалдым.
Хорҙа яңынан-яңы йырҙар өйрәндек, бригадалар ойоштороп, ауылдар буйлап концерттар ҡуйҙыҡ. Шулай бер концерт ваҡытында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөсәйен Мәжитов тауышымды маҡтап, Өфөгә килергә саҡырҙы. Һәләтле йәштәрҙең тауыштарын тыңлағас, Свердловск консерваторияһына уҡырға ебәрергә булдылар. Шул саҡта уҡ минең тормошом сәнғәт училищеһы менән бәйләнде. Яҙмыш мине Свердловск ҡалаһына түгел, Өфө сәнғәт училищеһына алып килде: беренсе курсҡа имтиханһыҙ ҡабул итте­ләр. Миләүшә Мортазина тигән тәжрибәле, уҡыусыларына бик талапсан уҡытыусының класына эләктек беҙ. Музыкаль белем булмаған осраҡта ла ул беҙҙе юғары уҡыу йортона инерлек яҡшы белгестәр итеп әҙерләне. Уның йәштәрҙе уҡытыуҙа ҡулланған алымдарын һуңынан үҙ тәжрибәмдә лә ҡулландым. Заманының иҫ китмәле педагогы ине ул, минеңсә, өлгө лә, кәңәшсе лә булды.
– Ә яҙмыш һеҙҙе урау-урау юлдарҙан тағы ла алға әйҙәгән... Ҡазан консервато­рияһына илткән юлдарығыҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Ҡазанға мин Хөсәйен ағай Әхмә­товтың кәңәше менән юлландым. Юлға аҡса булһын тип, Ҡытай ебәгенән тек­тергән ике күлдәгемдең береһен һатып, самолетҡа билет алдым. Нисектер йыр бүлеге комиссияһы алдына һуңламай ғына барып етергә кәрәк... Бер сәғәт тигәндә Ҡазанға килеп төштөм дә консерваторияға йүгерҙем. Килһәм, сығырға тора былар. Тыңлауҙарын үтенеп һорағас, тыңланылар. Ул ваҡытта өфөләр Свердловскиға ҡабул ителһәләр ҙә, мине пландан тыш булһа ла, Волга буйы ҡалалары училищеларынан килгәндәр менән бергә ҡалдырырға булдылар. Консерваторияның төп профессоры Нәжип Солтанов ялда икән, килгәс, уның алдында яңынан сығыш яһап, имтихан тапшырырға тура килер, тинеләр. Профессор алдында мин башҡорт халыҡ йыры “Ашҡаҙар”ҙы, тағы бер нисә классик арияны башҡарҙым. Уҡырға ҡабул ителдем.
Ҡазанға килеп, яңы дуҫтар менән таныштым. Ул саҡтарҙа моңло тауышлы йырсы Илһам Шакировтың консерваторияны тамамлап, эшләй башлаған сағы. Гастролдәрҙә булғандан һуң студенттар янына хәл белешергә инә. “Асығып йөрөмәгеҙ, ҡыҙҙар”, – тип беҙгә күстәнәстәр алып килә. Концерттарынан ҡалмаҫҡа тырышабыҙ, ул үҙе лә юғары уҡыу йорттарындағы осрашыуҙарға саҡыра торғайны. Бындай сараларҙа мин башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарам. Ә йәйге имтихандар тамамланыу менән гастролдәргә сығабыҙ. Шулай йәйен концерттар ҡуйып, репертуарымды байытып килә торғайным.
Уҡыған йылдарҙа уҡ бик күп концерт­тарҙа ҡатнаштым, Ҡазанда ла башҡорт халыҡ йырҙарын бик яратып тыңлай торғайнылар. “Сәлимәкәй”, “Тәфтиләү”, “Илсе Ғайса”, “Бейеш”, “Ашҡаҙар”, “Етеҙ бүртә”, “Ғилмияза”, “Сыңрау торна” – репертуарымдағы яратып башҡарған, халҡым күңеленән урғылған матур йырҙар... Аҡса етмәгән саҡтар ҙа булғы­ланы, эшләп уҡырға ла тура килде ундай мәлдәрҙә. Ауыл хужалығы институтында йырсылар түңәрәгенә лә етәкселек иткән саҡтарҙа уҡытыусыларымдың береһе, минән бик һәйбәт уҡытыусы сығасаҡ, тигәйне...
– Ысынлап та, уҡыуҙы тамамла­ғандан һуң, сәхнә түрен дә йәмләгән­һегеҙ, тәжрибәле уҡытыусы ла һеҙ...
– Барыһы ла булды ижад юлымда. Ҡазанда опера театрында, симфоник оркестрҙарҙа ла эшкә ҡалырға тәҡдим иттеләр. Тик мин ғаиләм, тыуған ерем тип Өфөгә ҡайттым. Эшкә урынлашыр өсөн министрлыҡ юлын оҙаҡ ҡына тапарға тура килде, ҡыйыулығым, тура һүҙлелегем, бер яҡтан, ярҙам итһә, икенсе яҡтан, үҙемә юлды япты, ләкин мин ғәҙеллекте күтәреп өйрәнгән кеше, үҙ аяғымда ныҡ торҙом. Сәнғәт училищеһында уҡытырға рөхсәт алдым. Ул саҡта директор Халиҡ ағай Заимов: “Йәшһең бит әле, театрға бар, уҡытырға өлгөрөрһөң... Йырсыларҙы әҙерләү – бик яуаплы эш ул”, – тигәйне. Һөҙөмтәлә үҙ юлым итеп ошо яуаплы эште – уҡытыусылыҡты – һайланым... Үҙ эшемдә итальян мәктәбе уҡытыусыла­рының тәжрибәһенә таяндым. Райондан килгән уҡыусыларҙың һәләттәрен күреп алырға тырыштым һәм яңылышманым, уҡыусыларым йыр донъяһында үҙ юлдарын тапты...
Училищела эшләгәндә йыр менән дә сәхнәгә сыҡтым. Уҡытам да, йырлайым да. Республика райондары буйлап сығыш яһап, осрашыуҙар үткәреп йөрөнөк. СССР-ҙың бөтә ҡалаларында тиерлек концерттар менән сыҡҡанбыҙҙыр.
Шундай сығыштарымдың береһендә мине Мәскәү профессорҙарының береһе саҡырып алып, ни өсөн театрҙа эшләмә­үемде һораны. Дөрөҫлөк тә, ғәҙеллек тә барыбер өҫкә сыға бит ул, иртәгәһенә мине Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә алдылар. Театрҙа эшләгән йылдарҙа “Ағиҙел тулҡындары”, “Салауат Юлаев”, “Шәүрә”, “Ҡоҙаса”, “Урал илселәре”, “Дауыл”, “Биржан һәм Сара” операларында уйналған партияларым бөгөнгөләй күңелем түрендә...
– Шул саҡта иҫтә ҡалған ҡыҙыҡлы хәлдәр хаҡында ла һөйләгеҙ әле...
– Ҡырғыҙ композиторы М. Тулыбаевтың “Биржан һәм Сара” операһын сәхнәләш­тереүгә бәйле булды был хәл. Унда мин әсә образын бик яратып, хисләнеп башҡарҙым. Операның премьераһында – мин, икенсе ҡуйылышта алмашсым сығыш яһарға тейеш ине. Шулай үҙем сығыш яһамаған көндә хәләл ефетем менән спектаклгә барҙыҡ. Беренсе бүлек тамамланғас, тәнәфес ваҡытында коридорҙа һыу эсеп торған ерҙән театрҙың ул ваҡыттағы баш режиссеры, алмашсың килмәгән, зинһар, ҡотҡар инде, тип алып китте. Ни булғанын да аңлап өлгөрмәнем, әммә ошо ролде еренә еткереп, аҙағынаса алып барып сығарырға тигән ҡарарға килдем.
Мин сәхнәгә сыҡтым. Башкөллө образға инеп, арияны башҡарҙым. Йырлап бөтөүгә барыһы ла илай, үҙем дә илайым. Сәхнә артында күтәреп үк алдылар, ҡотлайҙар, шатланалар. Ә иптәшем, әле генә янында ултырған мине сәхнәлә күреп, аптырауға ҡалған. Бына шундай көтөлмәгән ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа булды ул йылдарҙа.
– Белеүебеҙсә, халыҡ йырҙарына һөйөү – ул ғүмерлек юлдашығыҙ...
– Бала сағымдан халыҡ йырҙары күңелемә үтеп инһә, бөгөнгәсә улар минең менән. Шул йырҙарым менән моңломон, шул йырҙарым менән көслөмөн, ысын уҡытыусы һәм йырсымын да. Халыҡ йырҙарын йөрәгеңдән үткәрә алған осраҡта ғына һин донъяны бөтә тетрәнеүҙәре, шатлыҡтары менән ҡабул итә алаһың. Уҡытыу тәжрибәһендә лә сағылды был һөйөү. Халыҡ йырына булған һөйөүем училищела ла дауам ителде. Халыҡ йырҙарын тергеҙеү, һәләтле йәштәрҙе сәхнәгә сығарыу ниәтенән баш ҡала залдарында, сәнғәт училищеһында, төрлө мәҙәни үҙәктәрҙә халыҡ ижадына, халыҡ йырҙарына арналған бик күп концерттар ойошторҙоҡ, телселәр, фольклорсылар, йырсылар менән бергә эшләнек. Шулай моңло-хисле оло театр юлдарын да артылдым. Яратҡан сәхнәмдә халыҡ алҡышлап ҡабул итһә, училищела уҡытҡан дәүерҙә уҡыусыларымдың халыҡ йырҙарына күтәрә алыуҙары менән бәхетле булдым мин. Уҡыусыларымдың күбеһе үҙҙәре лә хәҙер ихтирам ҡаҙанған йырсылар, тәжрибәле һәм хөрмәтле уҡытыусылар.
– Бөгөнгө бәхетегеҙ ҙә йырлы юлығыҙға һәм ғүмер моңоғоҙға бәйле тиһәк, бер ҙә генә хата булмаҫ, моғайын...
– Бала саҡтан күп ауырлыҡтар күрелһә лә, юлыма яҙылғандар өсөн бер ҙә генә үкенмәйем. Йырлы хәтирәләрем, уҡыусы­ларым, яҡындарым, дуҫтарым булғанда, ҡыуанып йәшәүҙәргә ни етә. Үткән юлдарымды күреп бер уйланһам, кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен, уҡыусыларымдың уңыштарын күреп шатланам. Улар араһында бөгөн Өфө, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларында йәшәүсе Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары, исемле премияларға лайыҡ булыусылар, төрлө конкурста лауреат һәм дипломант булыусыларҙы күреү йәшәргә көс бирә, ҡанатландыра, дәртләндерә. Уҡыусыла­рым араһынан Флүрә Килдейәрова, Йәмил Әбделмәнов, Лариса Морилова, Резеда Әминева, Нурислам Яхин, Азамат Ноғо­манов, Диана Гәрәева, Сирина Вәхитова, Алина Хәсәнова һәм башҡа күптәр – илебеҙҙең ғорурланырлыҡ шәхестәре. Уҡыусыларым һәм яҡындарымдың уңыштары – улар минең уңыштар. Ә халыҡ йырҙары йәшәгәндә, мин дә йәшәйем, үҙемдең моңло-һағышлы юлдарымдан алға табан барам.

Фото ғаилә архивынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780