Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бишенсе тарих: ҒҮМЕРЛЕК ЭШКИНГӘНЛЕК
Бишенсе тарих: ҒҮМЕРЛЕК ЭШКИНГӘНЛЕКИғтибарҙы башта уҡ бөгөнгө тарих атамаһының биш һаны йәнәшендә бирелеүенә йүнәлтәйем. Шулай, сөнки алдағы дүртәүһе гәзиттә сыҡҡайны инде. Ул көндө лә, инеш һүҙ алып, дөйөм күҙлектән ғәҙәти тип булғыһыҙҙыр, моғайын, шул яҙмаларыма бер ни тиклем аңлатма өҫтәгәйнем, был әле лә кәрәктер, тигән уйҙамын.
Ғиллә бына нимәлә. Тоғролоғом тиҫтәләрсә йыл өҙлөкһөҙ һаҡланылған ижади һөнәремдең, сикһеҙ рәхмәт, һөйләү ҡеүәмде артабан камиллаштырып ҡына ҡалмай, бүтәндәрҙе, хатта әлеге ҡеүәһе, үпкәләмәһендәр, тәбиғәттән бүҫкәрәктәрҙе лә, һаҡ тыңларға ла күнектерҙе, тигән мәғәнәлә әйткәйнем теге саҡ. Ишеткәндәремде хикәйә итеп теҙеү, әҙәби әҫәр талабынса, уйҙырмалы ла итеп үҫтереү теләге билдәле дәрәжәлә ылыҡтырһа ла, ҡабаланыраҡ, ҡаға-һуғараҡ хәрефләнгән юлдарым шул сәбәпле компьютерҙа байтаҡ ара диҡҡәтһеҙ зарыҡһа ла, хәҙер уларҙы, бына, төп нөсхәлә тиерлек баҫтырырға ҡарар итеүемде белдерҙем. Ошо арҡала бәғзе ваҡиғаларҙың, ә ныҡ талапсан күҙгә, бәлки, бөтәһенең дә, ғәҙәти түңәрәкләнеүһеҙ, өлөшләтә, үҙем ныҡлап күнеккәнсә, фәлсәфәүи һығымтаһыҙ ҙа, тамамланыуын был яҙмаларҙың бер үҙенсәлеге тип ҡарау үтенесен уҡыусыма әле лә еткерәм. Ишеткәндәремде, тигәйнем – уныһы ҡоро хәлдәр генә, әлбиттә, ә тел-стиль, биҙәүҙәр, көсәйткес элементтар, ҡайһы бер ҡыҫҡа, төп йөкмәтке һыҙығына зыянһыҙ, сит эпизодтар – үҙемдән.

Көнкүреш аҡылы көслө, ошо яҡлап тыу­мыштан яман булдыҡлы, һәр нәмәнән файҙа күргән, шуға даими атлыҡҡан, ил тип түгел, мин тип йәшәгәндәр бар бит. Ул – бына шул ул.
Ауылда саҡта, ашау-эсеү бигерәк на­ҡыҫта, тома һуҡыр күрше бабайҙан сабата үрергә өйрәнеп алды бер мәл. Үҙе шул сабатанан яңы ғына ҡалҡынған көйөнә тигәндәй, дөрөҫөн әйткәндә. Урманға икәү­ләп йөрөйҙәр – дөм-ҡараңғылыҡ сорнауында ла ер-һыуҙы ҡайһы бер күҙле­ләр­ҙән былай белә ҡарт, сөнки күңеле яҡты һәм башы төҙөк. Йүкәләргә, һәрмәнеп тә тормай, һонола ла ҡайһыһын ҡорбан итергә кәрәклеген аныҡ бойора – быныһы артыҡ йыуан, быныһы үҫә бирһен, ошо­ноһо тап-таман булыр, әйҙә, улым, йыҡ.
Шунан алып ашҡаҙанына әҙме-күпме төйөр төшә башланы малайҙың, туғыраҡ көндәр китте. Әсәһенә фуфайка алып бирерлек үк мал йыйнаны. Ләкин сеймал әҙерләү ҙә, тауар етештереү ҙә, ҡулланыу­сыға еткереү ҙә башта ғына уртаҡ атҡарылды. Күп тә үтмәне, үҫмер айырым эшмәкәрлеккә күсте. Уҡытыусыһы хаҡ мәсьәләһендә, юҡ, кеҫә айырманы, ғәҙел бүлде, әммә йәш кәсептәше был ваҡытта аҡса тәмен белгәйне... Бер белде лә онотманы. Аҡса, мулая барған һайын, буйҙы ла, уйҙы ла оҙонайта ла оҙонайта икән. Шунан алып был ынтылыш унда ҡарыш та кәмемәне.
Әрменән ҡайтҡас, ҡалала төҙөлөш ойошмаһына эшкә ғариза яҙҙы. Башҡа тармаҡтарҙы иҫәпкә алып та торманы. Класташтары, ана, педагоглыҡҡа уҡый, табиплыҡҡа, әйҙә, мәйелдәре, ә беҙҙең был иптәшкә үрҙәр кәрәк – матди үрҙәр матур түрҙәрҙе лә бирә.
Мәктәп белемле генә кешене оҙаҡламай бригадир итеп күтәрҙеләр, сөнки эште арыу белә. Иң кәрәклене, иң тураһын, иң сығымһыҙын шунда уҡ ҡапшай белә. Йәнә лә яҡындан таныш өлкә бит – стройбатта булырға тура килде хеҙмәттә. Ысын һалдат булманы, әлбиттә – автоматты тотоп та ҡараманы, ҡарауылда торманы, парадтар­ҙа үксә төймәне – ҡулында мастерок та көрәк ине, уның ҡарауы, ысындар ише, дембелгә өйҙән аҡса һорап ятманы, киреһенсә, үҙе ярҙам итерлек кеҫә менән ҡайтып төштө. Ә дипломға оҙаҡ аптыраманы – техникум бөтөрә һалды. Ситтән тороп – көндөҙгө бүлектә уҡып йөрөмәҫ бит инде.
Ятаҡта йәшәү, а-а-й, оҡшаманы!.. Төҙө­лөш кешеһенә, етмәһә, үҙенә күрә етәксегә, фатирҙы тиҙ бирерҙәренә өмөт көслө, әммә яңғыҙына бер бүлмәле генә бүленә­сәк – һорашҡайны инде. Шуға көтмәне, ике мең бер йөҙ һумға шәхси йорт алды. Осһоҙға төштө өй, сөнки заманында хужаһы үҙ белдеге менән һалған. Шуға ҡарамаҫтан, документ мәсьәләһе еңел хәл ителде – һатҡан әбей яғынан өс шаһит, уның яғынан өс шаһит килешеүгә ҡул ҡуйҙылар ҙа эше лә бөттө.
Төкәтмә яһап, тағы ла киңәйтеп алды тегене. Ҡуян аҫрай башланы. Оҙонғолаҡ­тарҙың тиҙ үрсегәнен ишеткәйне – ҡырҡ көн һайын ун-ун икешәрҙе балалап тик торалар икән, ысынлап та. Файҙаны күрҙе генә, әй – итен дә һатты, тиреһен дә. Бер тирене алты һумға тапшыра торғайны. Сағыштырыу өсөн: араҡы өс һум алтмыш ике тин торҙо.
Бер заман шундағы туғыҙ йорттоң ба­ры­һын да емерергә булдылар. Беҙҙең егет тә район башҡарма комитетына саҡы­рылды – йәһәннәмдән фатир тәҡдим ителде.
– Юҡ, иптәштәр! – тине ул. – Бирһәгеҙ – үҙәктән, юҡ икән – боролдом, сыҡтым!..
Хатта урынынан ҡалҡынғандай итте. Әрти-и-с...
– Мин фатир һорап килмәгәнмен һеҙгә, ә һеҙ минән урын һорайһығыҙ! – Ҡаты әйтте шулай. Тегеләр бер нимә өндәшмәй ултырып ҡалды.
Тағы ҡағыҙ ебәргәндәр – уртанан би­рергә уйлайҙар был юлы, ике бүлмәлене. Бына хәҙер инде – бөтөнләй бүтән офоҡ! Әтеү ни, мә, имеш, шым ғына, рәхмәт әйтеп имзала ла, йәшә ситтә төтөн еҫкәп.
Әммә “һайт”ҡа “тайт” тип һалһа, исеме юғала ла уның:
– Башта күрәйем, тигәйнем.
– Тыштан ғына ҡарай алаһығыҙ.
Барғайны, ысынлап та, индермәйҙәр.
Бер һум ҡырҡ ете тинлек шарап алды ла тегеләрҙең бригадирын тапты:
– Һаумы, туған!
– Шөкөр.
– Өсөнсө ҡаттағы илле етенсе фатир хужаһымын. Ну, буласаҡ хужаһы.
Туғанға был ҡом бөртөгөндәй ҙә йоғонто яһаманы. Хужаның да үҙ кеше икәнен – уның да төҙөлөштә бригадирлығын әйтеү ҙә файҙа бирмәне:
– Бер кемде лә индермәйбеҙ покаға, – тип ҡырт киҫте.
– Уныһын аңлайым да ул...
– Аңлағас, ҡамасауламағыҙ, гражданин!
– Тегеләргә, – гражданин бармағын өҫ­кә һондо, – ризалыҡ бирер алдынан, инеп, бәхеткә бынауыны әҙерәк йоторға ине. – Ҡуйынында аҡһыл тығынлы шешәнең ымһындырғыс башы салынды.
Тура ишаранан туғандың ҡырт-мырт­лығы шунда уҡ юҡҡа сыҡты, гүйә, кирбестән артыҡ тамған иҙелмә һыпырып алынды. Бер ҡосаҡ асҡыс араһынан “57” тип яҙыл­ғанын ҡабалан ысҡындырҙы ла өсөнсө ҡатҡа әйҙәне. Бая ялҡау ҡыбырлаған аяҡтары өҙә баҫа.
Тә-ә-к, бәҙрәф – айырым, йыуыныу бүл­мәһе – айырым, һәйбә-ә-т. Ашнаҡ та, ыҡсым ғына булһа ла, буйтым барырлыҡ. Ысынлап та, ике бүлмәле ағас өйө ошоно уйлап та арыу ғына киңәйтелгәйне шул. Фатир мөйөштән эләгә ағайығыҙға, бына быныһы бигерәк тә шәп – мөйөштәгеләр иркенерәк.
Тәҙрә төбөн өҫтәл итеп, “йыуып” ебәрҙеләр торлаҡты. Йылы мөнәсәбәттән тамам иҙрәгән бригадир сантехниканы, газ плитәһен арыуыраҡтан ҡуйырға вәғәҙәләне.
Башҡарма комитетҡа яңынан барҙы, ризалығын белдерҙе.
Ордер тотторғанда:
– Тәүҙә өйөңдөң ҡыйығын һүт, – тине­ләр, – шунан ғына пропискаға инерһең.
Кеше баҫып кермәһен өсөн ҡыйыҡты алып ташлаталар ине шулай.
Тағатты-таратты, тик ырғытып ҡуйманы материалдарын. Үҙенең төҙөлөш идара­лы­ғынан машина һөйләшеп, әсәһенә илтте – хәжәте теймәй ҡалмаҫ.
Быларҙың бөтәһен дә, иғтибар ителһен, әле өйләнмәгән көйө башҡарҙы. Бүтәндәр тансы-мансы тип сапҡанда, кемдең салбар балағы аҫты киңерәк тип ярышҡанда, донъя малы йыйнаны. Ә инде һис ни дискотекаһыҙ ҙа бынамын тигән ғаилә ҡороп ебәргәс, көнитмеше бөтөнләй йылдам атланы. Тормоштан бөтә нәмәне лә ҡармап ҡалырға кәрәк, тигән дәрте һаман дөрләй генә барҙы, дарманын алға, яңы матди бейеклектәргә, ҡыуаланы ла ҡыуаланы.
Кәләште лә, ҡайһы берәүҙәр ише, ҡупшылығына ҡыҙып алманы, ундайҙы тәрбиәләп тотоуҙың ҡиммәткә төшөрөн яҡшы белә – ашнаҡсыға өйләнде. Йыуан­тығыраҡ, зиһене тоноғораҡ, белеме һай бахырҡайҙың, атлап йөрөшө лә һис сәхнәне­ке түгел, уның ҡарауы, ашхананан буш ҡайтмай, аҙыҡ-түлек тип магазинға бик һирәк, онотҡанда бер генә, ингеләйҙәр.
Йәйҙәрен, автоколонна етәксеһе булып, районға юл тота ғаилә башлығы – ураҡҡа. Йүнселерәк колхоз рәйестәре уны тап үҙҙәренең ауылында йәшәтер, күңелен күрер өсөн тырыша, сөнки берәй хужалыҡҡа бирелгән ике машинаның береһе ватылырға мөмкин, йүнәткәнсе берәүһе генә йөрөй. Ә бит эште тиҙерәк тамамларға кәрәк, кем иң алдан түңәрәкләй, мул премия эләгә. Дүртәр меңләп ала торғайнылар. Ә колонна хужаһы менән һәйбәт мөнәсәбәттә булған рәйескә машина йәлләнмәй. Һәйбәт мөнәсәбәт нисек була? Ҡала ҡунағын ит, бал, бүтән мал менән күмеү ул.
Дәүере еткәс, сит илдәргә сәйәхәткә сығара башланылар. Оҙаҡ, һис ҡул һелтәү­һеҙ юллай торғас, быға ла тәтене – Япо­нияға. Ике шешә “Посольская” алды – сифатлы совет араҡыһының ҡырҙа юға­ры баһаланғанын ишеткәйне. Күберәк тә алыр ине – рөхсәт ителмәй. Шуларҙы ике видеомаг­нитофонға (!) алмаштырҙы. Теге япон, ҡа­ра әле, кем сан, икәү әҙ бит, тип баш сай­ҡап маташҡайны ла, барыбер күн­дерҙе – уны түгел, илендәге анауындай бюрократ­тарҙы рәткә һалған әҙәм дәбаһа. Ҡайтҡас, шул видиктарҙы өс мең биш йө­ҙәр һумдан осорҙо. Бергә күпме сыҡты? Вә-ә-т... Ә кемдер шул яртыларҙы ярты ын­тылыуҙа туймаҫ ҡорһағына түңкәрә бит инде.
Бисәһе:
– Берәүһен үҙебеҙгә ҡалдырайыҡ инде, – тип маташҡайны ла, ҡаты яуаптан тиҙ дүнде.
Һатып та өлгөрҙө, шундай әкиәттәр Өфөлә лә күренә башламаһынмы, әй! Артыҡ ҡиммәт тә түгел, көсәнмәй алырлыҡ. Яҡшылығын тормош сираттағы мәртәбә күрһәтте шулай.
Ҡулға төшкән ете меңде ваҡ-төйәккә сарыфламаны – машина алды. Танышлыҡ арҡаһында икәнен әйтеп тормайыҡ – совет илендә улар ирекле һатылмай.
Шул Японияла бер ауылға ингәйнеләр. Тауҙа урынлашҡан ауыл. Йорт яны – шау сәскә. Ҡатыны өйҙә генә тора икән, ире ҡалаға, заводҡа, йөрөй. Бик матур автомобиль йылтырай эргәлә. Күҙҙең яуын алып ултыра. Бындайҙы уның бер ваҡытта ла күргәне юҡ ине. Бөтәһе лә телдәрен шартлатып аптырағанын күргән экскурсовод, ғаилә башлығының икенсе машина­һында эшкә киткәнен әйтеп, иҫтәрен уғата китәрҙе – бер өйҙә ике автомобиль булһын әле! Һәм ниндәйҙәр бит әле!..
Уға “Тойота” ла, “Ниссан” да эләкмәне, әлбиттә – ябай ғына, бойоҡ ҡиәфәтле “Москвич”. Алды ла ул, кәрәкмәй бит әле уныһы, сөнки хөкүмәт машинаһында йөрөй. Шоферы ла бар. Ял көндәрендә генә, берәй ҡайҙа барырға кәрәк булһа, ултырғыланы. Бензины лыҡын ҡойолған була. Һирәк-һаяҡ ауылға йөрөштөрҙөләр инде. Күпселектә гаражда бикле торҙо. Аҡсаһы малға һалынһын өсөн генә түгел, кешенеке булғанда ниңә минеке юҡ әле, тигәндән дә алғайны шул.
Ҡулы аҫтындағы шоферҙарҙың береһе:
– Һеҙгә барыбер кәрәкмәй, һатығыҙ миңә шуны, – тине бер мәл.
Шоферҙың аҡсалы икәнен белә ул – гел генә алыҫ сәфәрҙәргә сыға лабаһа тегеһе, сөнки түрәләргә һүҙе үтә. Эсмәй, тартмай, транспорты һәр ваҡыт төҙөк. Төҙөклөгө, хәйер, ана шул кәпәс сисеп һөйләшә белеүе арҡаһында ла – запчасть тип хәсрәтләнмәй.
Һатты. Үҙ хаҡынан ҡиммәтерәккә ебәрҙе – ә шулай булмаҫына кем шикләнә ине?! Тегеһе лә ләм-мим һөйләнмәне – дефицит бит. Шул аҡсаға “Жигули” алды. Уныһын да йүнләп тотонманы. Ултырҙы шунда ҡайныһының ишек алдында, брезент бөркәнеп.
Бер кистә ҡайныһы шылтыратты:
– Кейәү, – тине, – машинаңды бажаң һорай бит әле.
– Алһын, – булды яуап. – Миңә кәрәкмәй. Иртәгә үк апҡайтһын. Аҡса еткерһә ни…
Еткерһә, тигәндә үҙ хаҡынан күберәк һәм шунда уҡ ҡулға тапшырыу мәғәнәһе күҙҙә тотолдо – бажа булһаң да, ҡаза булма.
Тапҡан теге һорағанды.
Табышты нишләтергә? Артыҡ фатир, йорт алырға ярамай. Һаҡлыҡ кассаһына һалды. Тик һалғаны анауы йылды көл була яҙҙы. Банктағы танышына шылтырат­ҡайны, уныһы көлә:
– Янып барма-а-й инде уларың, янды-ы!..
Сәсе инде арыу һирәгәйгән башын сат ҡуш усланы замана байы: еңел килгән еңел китте булдымы инде?.. Әйтеүе анһат та ул, атҡарыуы ауыр – анауындай ҡылдан нәҙек комбинацияларҙы бар, һин, ана, үҙең ҡороп, үҙең йырып ҡара...
Бының аһылдағанынан етди хафалан­ған танышы, бәләһенән баш-аяҡ тип, тынысландырырға ашыҡты:
– Ярай, бөтөрөнөп китмә, уйлашырбыҙ.
Уйлап сығарҙы, ысынлап та. Шуға бер ни тиклем өҫтәп, “Волга” алырға булды. Ун ике меңгә алырға ла Кавказ кешеләренә егерме бишкә һатырға…

* * *
Һәм башҡалар... Әйтеүемсә, йыбан­маған ҡулға – тотош әҫәрлек сюжет. Илһам хәлдәрен белеп булмай, бәлки, киләсәктә яҙылыр ҙа, ләкин әлегә ошо урында өҙөлөп торһон, сөнки бөгөнгө хәлендә матди байлыҡты башҡаларҙы урап туплау өсөн өлгөмө-нимә кеүек күренә башланы. Шундай йылғырлыҡ егетлек кимәленә еткерелеп, айырыуса маҡталғанда, танышлыҡ ашамы, бүләк төртөлөпмө тормоштоң ғәҙел ағышына төҙәтмәләр индерелгәндә, исмаһам да, ошонда, үҙ ҡәләмем һүрәтлә­гән донъяла, намыҫлылыҡты, тигеҙлекте күргем килә.

Рәсүл СӘҒИТОВ,
радиожурналист һәм яҙыусы,
Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779