“Йөрәктәрҙән – йөрәктәргә” тип аталды Инйәр ауылының мөһабәт мәҙәниәт һарайында уҙғарылған әҙәбиәт һәм тел байрамы. Сара Фәйрүзә Кинйәбаеваның “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Нәҫел ебе – шәжәрәм”, “Көҙҙәргә яғам ялҡын” һәм Әлиә Саматованың “Баҫҡыста” китаптарының исем туйҙарына арналды.Фәйрүзә Кинйәбаева Уҫманғәле ауылында тыуып үҫә. Ауылда һигеҙ класты тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1967 йылда уны уңышлы тамамлап, Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында башланғыс мәктәп директоры булып хеҙмәт юлын башлай. Ошонда үҙенең мөхәббәте Нурисламды осратып, ғаилә ҡороп, өс балаға ғүмер бирәләр.
Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙының тәүге шиғырҙары Ғафури районының “Йондоҙ” гәзитендә донъя күрә. Һигеҙ йыл ғүмер иткәндән һуң ғаилә Инйәр ауылына күсеп килгәс, ул педагогик хеҙмәтен 2-се башҡорт мәктәбендә дауам итә. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһының тырыш хеҙмәте күп төрлө маҡтау ҡағыҙҙары, почет грамоталары менән билдәләнгән.
2006 йылда тәжрибәле уҡытыусы тәүгеләрҙән булып “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты нигеҙендә Рәсәй Президенты грантына ла эйә була. 2001 йылда Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙы Күмертау ҡалаһында Башҡортостан Яҙыусылар союзының балалар ижады буйынса республика семинарында ҡатнаша һәм абруйлы әҙиптәрҙән балалар өсөн шиғыр яҙыу серҙәренә өйрәнә. Тап ошо ваҡыттан һуң уның ижады тағы ла емешлерәккә әйләнә.
2015 йылда Белорет ҡалаһында “Әҙәби нағыш” марафоны сиктәрендә үткән ултырышта шиғырҙарын айырым китап итеп баҫтырыу өсөн Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһына тәҡдим итәләр. Шул уҡ йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге ойошторған шиғри марафонға ла саҡырыла. Танылған, абруйлы шағирҙар менән аралашыу, уларҙан кәңәштәр ишетеү, фатихаларын алыу Фәйрүзә Кинйәбаеваға ҡанат ҡуя, ул тағы ла илһамланып ижад итә башлай.
Тырышлығының һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәй. Былтыр ноябрь айында Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның балалар өсөн “Нәҫел ебе — шәжәрәм” исемле тәүге китабы донъя күрә. Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙы дүрт тиҫтә йыл ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә арнаған. Шуғалыр ҙа ул балалар психологияһын, телен, шөғөлдәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын яҡшы аңлай. Шиғырҙары ла донъяны танып белергә ярҙам итә, күҙәтеүсәнлек тәрбиәләй, тәбиғәткә яҡынайта, кескәйҙәрҙең фантазияһын үҫтерә. Автор көн дә күргән йәнһеҙ предметтарға йән өрөп, күренештәр тыуҙыра белә, динамика булдыра. Шулай балаларға ниндәйҙер фекер еткерә, уйландыра (“Пластмасса байрам аса”, “Тәрбиәсе әтәс”, “Шәжәрә” шиғырҙары).
Фәйрүзә Кинйәбаева ололар өсөн дә берҙәй оҫталыҡ менән яҙа. Декабрь айында сыҡҡан “Көҙҙәргә яғам ялҡын” исемле китабы – быға дәлил. Һәр тәрән кисерештәрҙе шиғыр юлдарына һала бара ул. Шағир үҙенең тормошо менән генә йәшәй алмай, янындағы кешеләрҙең яҙмыштары ла уның күңелендә эҙһеҙ ҡалмай. Туғандары, күршеләре, ауылдаштары, халҡы тормошондағы күренештәр уның шиғырҙарында сағылыш таба. Улар менән бергә борсола, шатлана. Автор халыҡ педагогикаһына йыш мөрәжәғәт итә, ир-ат абруйын күтәрә, ғаиләнең тәрбиәүи ролен билдәләй (“Ағайыма”). Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙы хәтирәләргә бирелеп, берсә балалыҡҡа ҡайта һәм үҙе лә һиҙмәҫтән ҙур экологик проблеманы аса (“Инйәрем һыуҙары”).
Автор үҙенең китабында йәшлегенең шаһиты булған, килен булып төшкән Ғафури районының Ҡаранйылға ауылына бер шәлкем шиғырҙарын бағышлай. Мөхәббәттең бөйөк көс булыуына инанып йәшәй, шуны кешеләргә еткерергә тырыша. Һөйөүҙең ҡәҙерен белергә, уның өсөн көрәшергә саҡыра, сөнки мөхәббәтле кеше тирә-яҡҡа нур тарата.
Әлиә Саматова Йөйәк ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, Белорет ҡалаһында мәғариф бүлегендә методист булып эш башлай. 1996 йылда кейәүгә сығып, ауылға йәшәргә ҡайта. Инйәрҙең 2-се мәктәбендә эш башлай. Бына ике тиҫтә йыл унда директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары һәм башҡорт теле уҡытыусыһы.
2009 йылда Әлиә Марс ҡыҙы, “Йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеүсе була. Талантлы педагог “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театрында уйнай, “Тау шишмәһе” башҡорт йыр ансамбленең иң әүҙем ағзаһы. Тормош иптәше Айтуған Өлфәт улы менән ике ул үҫтерәләр.
Әлиә Саматова ике йыл элек кенә ижад итә башлаһа ла, әҙәбиәт һөйөүселәр уның проза әҫәрҙәрен бик йылы ҡабул итте. Автор бөгөн көнүҙәк булған ғаилә темаһын асыҡ яҡтырта. Яҙмыш ҡаршылыҡтары, айырылышыуҙар, балалар һәм ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәт уның яҙғандарында төп урынды биләй. Уның тәүге күләмле ижад эше — “Кәкүк” повесы “Ағиҙел” журналында баҫыла. “Ҡатмарлы һәм сетерекле проблемаға юҡҡа тотонмаған уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматова. Бөгөн ғаилә, кеше мөнәсәбәттәре, замандың үҙе кеүек, ябайҙан түгел. Тыуғас та балаларынан баш тартҡан әсәләр ҙә, ғәзиз сабыйын, себеш урынына ла күрмәй, әсә наҙынан мәхрүм иткәндәр ҙә аҙмы? Беҙҙеңсә, әҙибәнең әйтер һүҙе лә шундай әсәләргә, кәкүк һымаҡ ир-аттарға төбәлгән. Повеста йәштәребеҙгә фәһем булырҙай ғибрәтле яҙмыш бәйән ителә”, — тип баһа бирә әҫәргә Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнил Санъяров. “Хәҙерге башҡорт прозаһына ярайһы уҡ бай тормош тәжрибәһе туплаған, кешеләр күңелен аңлаған, үҙ геройҙарын ҡатмарлы психик ситуацияларҙа һүрәтләй алған, туған халҡының тел байлығына, моңона эйә булған яҙыусы килде. Ул — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Саматова! Педагогик йәмәғәтселек “Кәкүк” повесын халыҡҡа еткереүҙә ситтә ҡалмаҫ тип уйлайым, сөнки өлкән класс уҡыусылары, йәштәр араһында матур ғаилә ҡороу, киләсәктә бәхетле ғүмер итеү асылын аңлатыу – заманыбыҙҙың иң көнүҙәк мәсьәләләренең береһе”, — тип яҙа ул.
Күптән түгел Белорет районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн уҙғарылған курста авторҙың тәрбиәүи әһәмиәткә эйә әҫәрҙәре буйынса фекер алышыу ҙа үткәрелә.
2016 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошторған йәш яҙыусылар семинарында Әлиә Саматова “Тәүге повесть” номинацияһында диплом менән билдәләнә. Авторҙың хикәйәләре “Урал” гәзитендә, “Шоңҡар” журналында баҫыла. Ә беренсе китабына исем биргән “Баҫҡыста” хикәйәһе өсөн “Ағиҙел” журналы ойошторған Р. Солтангәрәев исемендәге конкурста дәртләндереү призына лайыҡ була ул.
Ике әҙибә лә иң изгеләрҙән һаналған һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар. Ауыл ерендә йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙың былай ҙа эше һанап бөткөһөҙ. Ә уҡытыусыныҡын әйтеп тораһы ла юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, күңелдәрендә урғылған хис-тойғоно башҡалар менән йомарт өләшеп, илһамланып ижад итеүҙәре һоҡланыуға һәм маҡтауға лайыҡ!
Улар исеменә күп йылы һүҙҙәр, яҡшы теләктәр юлланды кисәлә. Сәхнәнән Фәйрүзә Кинйәбаеваның шиғырҙары яңғыраны, Әлиә Саматованың әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар “Башҡортостан уҡытыусыһы”, “Тамаша” журналдарының баш мөхәррирҙәре Салауат Кәримов, Сөләймән Латипов, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов һәм башҡалар ҙа әҙибәләрҙең тәүге китаптарын юғары баһалап, киләсәктә тағы ла емешлерәк ижад итеүҙәрен теләне. Учалы яҙыусылар ойошмаһы, “Иҙел башы – юл башы” берләшмәһе ағзалары, коллегалары, уҡытҡан уҡыусылары, яҡташтары ла ҡотлау һүҙҙәрен яңғыратты. Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Тләүбаевтың сығышы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы — ул “Баҫҡыста” китабы өсөн Әлиә Саматоваға Яныбай Хамматов исемендәге премия тапшырҙы.
Ижад кешеләрен ошолай ваҡытында күреп, уларға хөрмәт күрһәтеү ҙур әһәмиәткә эйә. Рухлы, йырлы-моңло байрамда кисәнең сәбәпселәренә генә түгел, ә башҡорт теленә, башҡорт әҙәбиәтенә дан йырланды. Әҙибәләрҙең әйтер һүҙҙәре йөрәктәрҙән йөрәктәргә етеп, күңелдең иң нескә ҡылдарын тирбәлтте.
Белорет районы.