Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҙас әхирәттәре
Үткән быуаттың 60-сы йылдарында тормош иптәшем Әнүәр Солтанов менән беҙҙе Әбйәлилгә мәҙәниәтте үҫтерергә тип ебәргәйнеләр. Халыҡ бында бик талантлы, дәртле булғанлыҡтан, эште ойоштороп алып китеүе үтә ауыр булманы. Кешеләр үҙҙәре бейергә, йырларға ынтылып тора ине.
Районда художестволы үҙешмәкәрлек айырыуса 75-се йылдарҙа Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арналған смотр барышында бер баҫҡысҡа күтәрелде. Һәр ауыл Советы урындағы хужалыҡ менән берлектә концерт әҙерләп, бер-бер артлы район мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. Шул ваҡытта беҙҙе ике ауылдан торған бәләкәй генә Ҡырҙас ауыл Советы хайран ҡалдырҙы. Асҡарға йәштәр менән бергә 50 – 60-тағы апайҙар күп килде. Улар бейене, халыҡ йырҙарын башҡарҙы, ә араларынан берәү ҡумыҙҙа уйнаны. Бер ҡарауға ябай ғына музыка ҡоралы булһа ла, бығаса сәхнәлә ҡумыҙ күренгәне юҡ ине әле. Аҙаҡтан уны райондың һәр ауылында күмәкләп, тора-бара бөтә республика буйлап уйнай башланылар. Шулай ҙа мин ҡумыҙҙы башлап Ҡырҙастан ябай һауынсы Нуриямал Билалова тергеҙҙе тип әйтер инем.
Концерттан һуң беҙ ҡырҙастарҙан смотрҙың йомғаҡлау өлөшөнә ун ҡумыҙсынан торған ансамбль төҙөп килергә тырышыуҙарын һораныҡ. Һәм, ысынлап та, улар ҡайтҡас та, ауылдарындағы оҫтанан ҡумыҙ эшләтеп, уйнай белгән кешеләрҙе табып, белмәгәндәре өйрәнеп, беҙ әйткәнсә, унға тулып килделәр. Был сығышты беҙ Өфөлә үтәсәк смотрҙың республика йомғаҡлау турына ла алдыҡ. Унда ла бер район-ҡаланан да ҡумыҙсылар булманы, шуға күрә беҙҙең апайҙарҙы бик маҡтап ҡайтарҙылар. Күп тә үтмәй, беҙ уларҙы Магнитогорскиға алып барып, телевидениеға ла төшөрҙөк. Бына шулай Ҡырҙас әхирәттәре — Миңленур Хәйбуллина, Мәфтуха Мусина, Нуриямал Билалова, Маһинур Харисова, Бәширә Суфиянова, Ғәфүрә Ғәзизова, Раҡыя Игашурина, Мәймүнә Ҡәҫтәрәмова, Ғилмияза Атауллина, Ғилмисафа Ишкилдина, Тәнзилә Ғүмәрова — райондың мәҙәни тормошона үрелеп китте. Беҙ уларҙы бер концерттан, смотрҙан, ул ваҡытта йыл һайын үткән “Тальян гармун” байрамынан ҡалдырмай, райондың данын яҡлатып, Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығына тиклем алып йөрөнөк.
Улар хәҙерге артистар ише йылы автобустарҙа йөрөмәне, Ҡырҙастан трактор санаһына ла, “Беларусь” арбаһына ла, үҙбушатҡыс машинаға тейәлеп тә килеп төшә торғайнылар, әммә барыбер һуҡранманылар, һәр ваҡыт ҙур теләк менән ихлас ҡатнаштылар. Тәүге осорҙа беҙҙең республика кимәлендә әҙерләгән сараларҙың режиссеры Фәйзи Ғәскәров үҙе булды. Ул, Ҡырҙас әртистәре менән, ҡурҡмай, Мәскәүгә тиклем барырға була, тип рухтарын тағы күтәреп ебәрә торғайны. Әлбиттә, Мәскәүгә етә алманылар, әммә Мәфтуха һәм Миңленур апайҙар, 1982 йылда Пермь ҡалаһында үткән “Башҡортостан көндәре”ндә Рыҫҡужа ауылы әхирәттәре менән бергә ҡатнашып, сит-ят яҡтарҙы күреүгә ҡыуанып ҡайтты.
Ҡырҙас әхирәттәре ҡумыҙҙа ғына уйнап ҡалманы, йыр-бейеүгә лә һәләтле булды. Еңеүҙең 35 йыллығына арналған смотр ваҡытында Мәфтуха апай Мусинаның сәсәнлек һәләтен күреп хайран ҡалдыҡ. Ул, үҙенең шиғырын һөйләп, I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Артабан ҡайҙа барһа ла, үҙе ижад иткән әҫәрҙәрен һөйләп йөрөнө, сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашып, приздар алды. “Тальян гармун” байрамдарының береһендә режиссер Фәтих Ихсанов уға таҡмаҡ сығарырға ҡушты. Мәфтуха апай шул арала уйлап, яҙғандарын ятлай һалып, байрамды таҡмаҡтары менән асып ебәрҙе. Ул бер ҡасан да шиғырҙарын ҡағыҙға ҡарап уҡып торманы, ни тиклем оҙон булһа ла, яттан тасуири итеп һөйләп, тамашасыларҙың көслө алҡыштарына күмелмәй ҡалманы.
Бөгөн был шат күңелле, талантлы апайҙарҙың күбеһе фани донъяла юҡ инде. Шулай ҙа улар тураһында яҡты иҫтәлек ул осор мәҙәниәтселәренең күңелендә онотолмай һаҡлана. Ә бына Мәфтуха, Миңленур, Ғәфүрә һәм Ғилмисафа апайҙар, Аллаға шөкөр, бөгөн дә арабыҙҙа матур итеп йәшәп ята. Иң мөһиме — һаман да дәртле, һаман да илһамлы улар. 86 йәшлек Мәфтуха апайҙың һәм 80 йәшлек Миңленур апайҙың береһе шиғырҙар һөйләп, таҡмаҡтар әйтеп, икенсеһе мандолинала уйнап, ветерандарҙың район смотрында ҡатнашыуҙарын ишетеп сикһеҙ ҡыуандым.
Әбйәлил мәҙәниәтенең республика кимәлендә иң алдынғылар рәтенә сығыуында Ҡырҙас ҡумыҙсыларының да өлөшө ҙур.
Римма СОЛТАНОВА,
РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779