Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алға әйҙәгән юлым бар”
“Алға әйҙәгән юлым бар”Ижадының үҙенә генә хас йүнәлеш-йөҙөн, тәрән моңон күптән үҙ иткән тоғро тамашасыһы бар Ғәзим Ильясовтың: йырсыны республика халҡы белә, көтөп ала, ярата. Ә ул тоғро тамашасыларының ышанысын һәр ваҡыт аҡларға, яңынан-яңы йырҙары, концерт программалары менән шатландырып торорға тырыша. Шул уҡ ваҡытта, билдәлелек яулаған сәхнә әһеле булыуы менән бер рәттән, Ғәзим Ильясов – тыуған төйәгенә, тамырҙарына тоғро ҡалған, ошо тотороҡлолоғо, ватансыллығы менән дә хөрмәт яулаған уҙаман.
28 февралдә Өфө балалар филармонияһы залында йырсы тамашасыларына өр-яңы ижади программаһын тәҡдим итмәксе. Ошо форсаттан файҙаланып, Ғәзим Ғәлим улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Ғәзим ағай, һеҙҙең тура­ла “ижадҡа сағыштыр­маса һуң килде, әммә туңманы – уңды” тигәнде ишеткәнем бар. Ошо һүҙҙәр менән ризаһығыҙмы?
– Иртә атылған йондоҙ тиҙ һүнә, тиҙәр­ме әле? Шуға ла үҙем яҙған яҙмышымдан ҡәнәғәтмен, күңелем бөтөн, йөрәгем тыныс. Йырҙа йырланғанса, үҙ юлымдан бара бирәм, ҡабаланмайым, һәр ғәмәлдең үҙ ваҡыты тигәнгә инанам. “Һуң килде” тигәндең дә, күрәһең, үҙенсәлеге шундалыр: ҙур сәхнәгә, киң аудитория алдына, бәлки, хәҙерге бизмәнгә һалып үлсәгәндә, һуңыраҡ сыҡҡанмындыр. Тәүге ҙур концерттар менән Өфөлә бынан тиҫтә йыл самаһы элек, ир өсөн олпат йәштә – ҡырҡты уҙғас, сығыш яһай башланым. Әммә ижади яҙмышымдан бик ризамын.

– Биографияғыҙға күҙ һалһаң, тамашасылар өсөн ҡыҙыҡ булырлыҡ, бәғзеләр фәһем алырлыҡ, тормошто үҙгәртергә бер ҡасан да һуң түгел икәнлегенә ышанырлыҡ дәлилдәр бар...
– Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуып үҫтем, Мәҡсүт мәктәбендә уҡыным. Ғаиләбеҙ бөтөн, татыу булды. Әсәйемдең иҫ киткес таҙа, көслө тауышын, ул башҡарған халыҡ йырҙарын ишетеп буй еткергәнгәме, күңелдәге моң мине ҡайҙа ла оҙатып йөрөнө һәм әле лә шулай. Әрме сафында хеҙмәт иткәндә лә, һөнәр­селек училищеһын тамамлап, водитель булараҡ хеҙмәт юлымды башлағанда ла, ауылдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәрен атҡарғанда ла тоғро юлдашым моң булды. Йырлап эшләнем, йырлап йәшәнем һәм йәшәйем тигәндәй.
Армиянан ҡайтҡандан һуң, ошо сифатымды белеп, туған мәктәбемә музыка уҡы­тыусыһы итеп эшкә саҡырҙылар. Шулай ҙа йырлау менән балаларға белем биреү – икеһе ике өлкә. Оҙаҡ та тормай, бәхетемде һынарға тип Мәләүез ҡалаһындағы химия заводына эшкә киттем. Шулай ҙа сәнғәт иле, сәхнә тормошо, йыр-моң нығыраҡ ылыҡтырғандыр, күрәһең: райондағы барлыҡ мәҙәни сараларҙа ҡатнаша торғайным. Ә 1991 йылда Күгәрсен районының мәҙәниәт һарайына эшкә саҡырҙылар.

– Нисек кенә булмаһын, республика һәм унан ситтә билдәлелек яулағансы, һеҙгә Күгәрсен районында бихисап йылдар эшләргә насип иткән...
– Ифрат уңдырышлы, ялҡынлы ижад осоро ул. Тәүге еңеүем – Хәйбулла райо­нында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге смотр-конкурста дипломант исемен яулап ҡайтыуым иңемә ҡанат ҡуйҙы, булмышыма, ынтылыштарыма тап килгән дөрөҫ юлды һайлағанлығыма инандырҙы. Артабан “Һандуғас”, “Оҙон көй”, “Дуҫлыҡ моңо”, “Ирәндек моңдары” кеүек халҡыбыҙ­ҙың йыр сәнғәтен үҫтергән, уны һаҡлауға һәм таратыуға ҙур этәргес биргән абруйлы бәйгеләрҙә ҡатнашыуым, еңеүҙәр менән ҡайтыуым, бер яҡтан, тынғыһыҙ хеҙмәт емеше булһа, икенсенән, милли мәҙәниә­тебеҙҙең үҙенсәлеген һаҡлауға, уны танытыуға өлөш индерә алғаныма ҡыуа­нып, артабан ижад итергә дәрт-дарман бирә, илһам сығанағы булып тора ине.

– Халыҡ һеҙҙе әле лә “Күгәрсен һандуғасы” тип атай...
– Заман менән бергә мөмкинлектәр үҙгәргәнен, ижади үҫеш өсөн дә ҙурыраҡ мегаполиста көн итеү, мәҙәни мөхиттең эсендә ҡайнау отошлораҡ икәнлеген аҡылым менән аңлайым, мәгәр, нисек кенә ылыҡтырғыс булмаһын, тыуған яғымдың ялан-ҡырҙарын, йылға-урмандарын баш ҡалаға алмаштыра алмайым. Миңә тыныс мөхиттә, саф һауала йәшәү, ауылдың һәүетемсә аҡҡан тыныс тормошо оҡшай. Унан һуң, хәҙер бит техник мөмкинлектәр ҙә киң: кәрәк икән, ижадташ дуҫтарым менән телефон, видеобәйләнеш аша һөйләшеп-кәңәшләшеп торабыҙ, Өфө – Тәүәкән араһын да көн эсендә әйләнергә була. Әммә баш ҡалала һәм республи­каның башҡа төбәктәрендә, унан ситтә йәшәгән тамашасыларымдың телә­ген инҡар итә алмайым – йыл әйләнә­һе­нә гастролдәрҙә йөрөйөм, йылына бер тапҡыр Өфөлә лә концерт әҙерләп күр­һә­тәбеҙ. “Күрһәтәбеҙ” тим, сөнки һәр тамаша – коллектив хеҙмәт, сәхнәлә ижадташ дуҫ­тарым сығыш яһай, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап торған музыканттарым бар.

– Репертуарға килгәндә, халыҡ йырҙары менән бер рәттән, заман композиторҙарының йырҙарын да берҙәй оҫта башҡарғанығыҙ билдәле. Бер тулҡында булған, тап һеҙҙең өсөн ижад иткән коллегаларығыҙҙы атарға буламы?
– Мәләүез районында йәшәгән һәүәҫкәр композитор Муса Смаҡов, танылған ижадсы Рәмил Ғимрани менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итәбеҙ. Уларҙың моңо минең дә күңел талаптарыма тап килә.
Эстрадала бер көнлөк еңел-елпе йыр­ҙар өҫтөнлөк итеүе, халыҡтың йырсының моңон түгел, ә сифатлы аранжировканы тыңларға барыуын да заман күренеше тип ҡабул итәм. Шулай ҙа концерттарҙа кешеләрҙең тәбиғи моңға һыуһағанын, оҙон халыҡ көйҙәрен онотолоп тыңлағанын күрәм дә халыҡсанлыҡты, милли үҙен­сәлекте бер ниндәй заман күренештәре менән дә юйып булмағанлы­ғын, кешеләр­ҙең аҡты ҡаранан айыра белеүенә инанам.
Ә тамашасыларҙың гармун тауышын нисек һағынғанын белһәгеҙ! Талантлы музыкант, Күгәрсен мәҙәниәт һарайында эшләгән виртуоз баянсы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретдинов менән оҙаҡ йылдар бергә эшләйбеҙ. Ул – маһир баянсы, ифрат һәләтле, оҫта музыкант. Тамашасылар Ришатты яратып ҡабул итә, уның оҙатыуында башҡарған йырҙарым да аһәңлерәк килеп сыға.

– Тиҙҙән Өфө тамашасыларына яңы концерт программаһын тәҡдим итәсәк­һегеҙ. Уның үҙенсәлеге нимәлә?
– Был юлы лирик йырҙарға өҫтөнлөк бирмәксемен. Әлбиттә, халыҡ йырҙары ла, халҡыбыҙҙың билдәле композиторҙары ижад иткән билдәле ретро-йырҙар ҙа яңғыраясаҡ. Гастролдәрҙә йөрөгәндә йыш ҡына тамашасы фекерен, ниндәй йырҙарға өҫтөнлөк биргәнен белдерә. Ошоларҙан сығып төҙөлгән программа был.
Сәхнәлә ижадташ дуҫтарым да сығыш яһаясаҡ. Хәлимә Ғәббәсова, Айнур Мансуров, Нәғим Нуриманов башҡарған йырҙар, Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтул­линдың дәртле бейеүҙәре концертҡа йәм өҫтәйәсәк.
Өфөнән һуң беҙҙең ижади команда Силәбе өлкәһенә юлланасаҡ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Ижади уңыштар, Ғәзим ағай!

белешмә

Ғәзим Ғәлим улы Ильясов — Башҡортостандың халыҡ артисы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ-ара, төбәк-ара һәм республика йыр бәйгеләре еңеүсеһе, Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты.
1967 йылдың 27 февралендә Күгәрсен районының Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Хәрби комиссариат йүнәлтмәһе буйынса 90-сы һөнәрселек-техник училищеһында водитель һөнәрен үҙләштергән, 1985 – 1987 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт иткән. 1988/89 уҡыу йылында Үрге Һаҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә йыр дәрестәре алып барған. 1991 йылға тиклем Мәләүез химия заводында автотейәгес машинисы булып эшләгән.
Ижади эшмәкәрлеге – 1991 йылдан. Сәхнәгә үҙешмәкәр йырсы булараҡ килеп, тәбиғәттән бирелгән моңло һәм матур тауышы, башҡарыу оҫталығы арҡаһында тиҙ арала танылыу яулаған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780