Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нур эйәһе Нурзиә
Нур эйәһе НурзиәХәтерләйем, 70-се йылдарҙа телевизор беҙҙең ауылда ике-өс йортта ғына була торғайны. Берәй спектакль йә кино була ҡалһа, ауылдың йәше-ҡарты шул телевизорлы йортҡа ағыла. Бигерәк тә Сибай башҡорт дәүләт драма театры ҡуйған спектаклдәрҙе ҡарарға килеүселәр күп була торғайны. Шул тиклем яраттыҡ сибайҙарҙың “уйынын”. Йә рәхәтләнеп көлдөрҙө, йә күҙҙәргә йәш төйөлдөрҙө улар.
Бына шул саҡта уҡ тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән, хәҙер инде Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитованы белмәгән, ул тыуҙырған образдарҙы хәтерләмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Мәҫәлән, “Айһылыуҙың айлы кистәре”ндә — Хәнифә, “Ай тотолған төндә”лә — Тәңкәбикә, “Аҡҡош йыры”нда — Әлимә, “Бисәкәй”ҙә — Утлыбикә, “Аҡ ҡалфаҡ”та — Раушания... Иҫегеҙгә төштөмө?
Ә хәҙер үрҙә телгә алынған һәм телгә алынмаған бик күп образдарға йән өргән талант эйәһенең үҙе менән һөйләшеп алайыҡ.
— Нурзиә Әхмәт ҡыҙы, үҙемдән алып әйтәм, йәш ыраған һайын бала саҡтар йышыраҡ иҫкә төшә. Һеҙ нисек, “хәтер” тигән ваҡыт арбаһында үткәндәргә барып әйләнәһегеҙме?
— И-и, ҡустым, оноторлоҡмо ни?! Барыһы ла бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Мин Баймаҡ районының Ҡаратал ауылында тыуғанмын. Атайым Әхмәт Кейекбаев тракторҙа эшләне, әсәйем Нурия өс балаға ғүмер бирҙе: Нурфәйез ағайым, мин, Тәнзилә һеңлем.
1962 йылда, һеңлемә 1 сентябрҙә ике йәш тула, тыуған көнөн үткәрәбеҙ тип йөрөгәндә, әсәйем йөрәк сиренән ҡапыл вафат булып ҡуйҙы. Уға 27 генә йәш ине. Сыңғыҙ ауылында йәшәгән Ғәрифә өләсәйем ҡарамағында өс бала тороп ҡалдыҡ. Өйө бәләкәй генә булһа ла, бәхетебеҙ ҙур — өләсәй бар! Донъяның аслыҡ-яланғаслыҡтарын кисергән, ауырлыҡтарына сыҙаған, балаларын һуғышта юғалтҡан өләсәйем биш намаҙын ҡалдырмай торғайны. Ҡорбан салдырып, кешеләргә хәйер-фатиха биреп, үҙе әйткәнсә, беҙҙең “бауырҙарыбыҙҙы нығытты”. Сыңғыҙ халҡына рәхмәтлебеҙ, бер кем рәнйетмәне, хатта бала-саға ла күңелебеҙҙе ҡыйманы. Әле уйлап ҡуям — кешене барыбер доға йөрөтә! Өләсәйем доғалары ҡурсалағандыр беҙҙе.
1967 йылда өләсәйем дә фани донъянан киткәс, беҙ Ҡараталға, атайымдың яңы ғаиләһенә күстек. Тормошомдоң ошо осоро бик ауыр булды. Был йылды мин хәтирәләр һандығынан төшөрөп ҡалдырам...
Ю-ю-юҡ, һис тә үпкә һаҡламайым! Мин бала саҡта бәхетле була белдем.Тәбиғәтем шундай!
...1968 йылда Ҡаратал мәктәбе директоры Шәрифйән Ғәҙелшин ике баланың яҙмышын хәл итә — уларҙы Баймаҡ интернатына урынлаштыра. Йонсоған балаларҙы башта интернаттың изоляторына һалалар. Хәлисә Сәғитова апай уларҙы үҙ балалары кеүек тәрбиәләй... Бына шунан алып беҙ ҡараулы һәм белемле булып тормошҡа аяҡ баҫтыҡ. Интернат директоры Юнир Самат улына, тәрбиәселәребеҙгә, уҡытыусыларыбыҙға мең-мең рәхмәтлебеҙ! Интернатым — минең йортом ул.
— Хеҙмәт юлығыҙ ҡайҙа башланды?
— Мәктәпте тамамлағас, Ҡуянтау тәжрибә хужалығында бер йыл эшләп алдым һәм Роза Ильясованың өгөтләүе буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтына (хәҙер академия) уҡырға индем. Уҡытыусыларым Фәрдүнә Ҡасимова, Гөлли Мөбәрәкова, Суфия Ҡорбанғәлиева, Тамара Хоҙайбирҙина миңә һөнәр бүләк итте, ә инде Фәрдүнә Ҡасимова — ижадымдың әсәһе, бөгөн дә тәжрибәһе менән уртаҡлашып, кәңәштәрен биреп тороусы уҡытыусым.
Институтта уҡыуы еңел булды, ауыл балалары хыялға байыраҡ, әҙәплерәк була бит, унан интернатта “подъем” менән “отбой” араһында йәшәп өйрәнгәнмен.
1977 йылда Риза Әбдрәшитовҡа кейәүгә сыҡтым һәм икебеҙ ҙә Сибай башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ҡайттыҡ. Илгиз менән Илнур исемле улдар үҫтерҙек.
Аллаға шөкөр, ғүмер юлында гел изге күңелле кешеләр осрап, яҙмыш китабымдың иң гүзәл биттәре яҙылды. Барыһына ла рәхмәтлемен!
— Риза ағай ҙа актермы ни?
— Ул театрҙа водитель булып эшләй. Миңә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Беребеҙ кер йыуһа, икенсебеҙ иҙән йыуа, тигәндәй, донъябыҙҙы бөхтә тоторға тырышабыҙ, бәрәкәттә йәшәйбеҙ. Балаларыбыҙ эшһөйәр булып үҫте. Бәхетебеҙҙең сере шунда: иремдең мөхәббәте! Ябай ғына һүҙҙәр, ә донъяның тотҡаһы шунда. Риза эшемдә лә, тормошомда ла ирек бирҙе.
— Тәүге тапҡыр ниндәй спектаклдәрҙә уйнарға тура килде?
— Уй, туғаным, күп инде улар. “Алһыу таңдар”, “Сәйер йондоҙҙар”, “Зимагорҙар”, “Ҡыйыу ҡыҙҙар”, “Ҡойма ямғырҙа”, “Ҡара төндә яҡты моң”... Ошо спектаклдәрҙә башҡарған ролдәр аша тышҡы һөйкөмлөлөк менән эске сафлыҡ сағылыш тапты, ул геройҙарҙы тамашасы яратып өлгөрҙө. Шул ваҡытта “Ҡара төндә яҡты моң” спектаклендә төп ролде — йәш ҡатын Гөлбикә образын тыуҙырырға тура килде. Көслө рухлы, уй-хисле, ышаныслы, урыны менән ярһыу образ ул. Шунда киләсәгемде билдәләгән герой барлыҡҡа килде — ул “Ай тотолған төндә” спектаклендәге Тәңкәбикәгә күпер булды.
Тәүге ролемде кинәнес менән уйнаным, сәхнә оҫталығы еңел бирелде. Дөрөҫөрәге, сәхнәләге тәүге аҙымдарымды баҫырға өйрәткән режиссерым Фәтхелислам Ғәләүетдиновтан уңдым. Талантлы актерҙар Хисмәтулла Дәүләтов, Әсҡәт Йәнбәков ағайҙарҙың ярҙамын тойҙом. Береһе менән сәхнәлә эшләһәм, икенсеһе шаршау артында ҡарап торор ине. Бер-береһен шаяртҡандарын ишетәм: “Нисек шул урында үпмәй түҙәһең?” — ти Хисмәтулла. Әсҡәт ағай: “Ҡурҡам, ҡаушап ҡалыр”, — тип көлә. Улар мине хөрмәт итте, күңелемә тап төшөрмәне.
Шулай итеп, йылдан-йыл тәжрибә туплап, тамашасының иғтибарын нығыраҡ яулар өсөн диҡҡәт менән эшкә тотондом.
“Рәйсә+Фәйзи”, “Ҡыҙҙар ниңә илай?”, “Тойғолар ниңә һүнә?”, “Төштәге йыр”, “Аҡ ҡалфаҡ”, “Аҡҡош йыры”, “Ҡазан һөлгөһө” һәм башҡа спектаклдәрҙәге ролдәрҙе мин өлгөргән актриса булып астым, тамашасы ихтирамын яуланым.
— Һуңғы ваҡытта ниндәй образ тыуҙырҙығыҙ?
— Арыҫлан Мөбәрәковтың “Бисәкәй” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнарға тура килде. Һуғыш дәүере. Бала-саға, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ яҙмышы. 14-16 йәшлек ҡыҙҙар Белоретҡа эшкә ҡыуыла. Ә бөгөн ир еткән улдарыбыҙҙы армияға ебәрергә ҡурҡабыҙ. Ул саҡта әсәйҙәребеҙҙең йөрәктәре ни эшләне икән?! Ирҙәре, улдары һуғышта. Өйҙәргә ҡара ҡағыҙҙар килгән... Аслыҡ.. Әммә ҡайғы-шатлыҡ уртаҡ булған. Совет ҡоролошо халыҡтар аңының иң юғары нөктәһелер...
Ошо уйҙарҙы күңелем аша үткәреп, йөрәгемә һалып, колхоз рәйесе Утлыбикә образын уттай дөрләтеп сәхнәләштерҙем.
— Уңыштың сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?
— “Тормош юлында туҙан күтәрмә”, — Таңсулпан Ғарипованың ошо фекере оҡшай. Был миңә яҡын, был минең холҡом. Уның өсөн ҙур сабырлыҡ кәрәк. Уңыштарымдың нигеҙендә шул ята.
Сибай театрында 34 йыл эшләйем. Барыһы ла булды: уңыштар, юғалтыуҙар... Әммә сәбәләнмәнем, кеше өлөшөнә үрелмәнем. Сәхнәне үҙ иттем.
Беҙҙең театр тамашасыһы башҡаларҙан айырылып тора: ябай ҙа, бөйөк тә! Улар артистарҙы ысын һөйөү менән ярата белә. Ошо һөйөүҙе юғалтҡы килмәй.
Йәшерәк саҡта бәләкәй генә ауылдарға ла сығып китә торғайныҡ. Үҙем уйлайым: “Нимә тип был юлға сыҡтыҡ икән?” Шул уҡ ваҡытта Ҡәйүм Хөсәйенов, Рәмзилә Әҙелшина, Хәмзә Ҡурсаев, Закирйән Ханов, Шәмсинур Сиражетдинова кеүек сәхнә оҫталарының, ауыр юл тип тормай, тамашасылар янына ашҡынып барыуын күреп һоҡланаһың. Уларға халыҡ оло ихтирам менән ҡарай ине.
Ҡыҫҡаһы, кешеләр күңеленә юл һалыу еңел түгел!..
С. ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779