Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Үткәндәрем үкенерлек түгел”
“Үткәндәрем үкенерлек түгел”Салауат башҡорт дәүләт драма театрының бөтә ғүмерен уға бағышлаған, заманында театрҙың данын күтәргән ветерандары ла, өмөтлө йәштәре лә бар. Тәүгеләренә килгәндә, ундайҙар бихисап бында.70 йәшлек олпат юбилейын билдәләргә йыйынған Миңдулла Иҙрисов та – ошо театрға бирелгән сәхнә ветераны.

Ғафури районының Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән егет бәләкәй сағында, күптәр кеүек, уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә 11-се класты тамамларға торғанда, Өфөнән килеп сәнғәт училищеһының театр бүлегенә студенттар йыйыуҙары тура­һында хәбәр итәләр. Миңдулла ағай, оҙаҡ уйлап тормай, иптәш егете менән баш ҡалаға юллана. Ҡулда аттестат юҡ, сөнки мәктәптә имтихандар бирелмәгән әле. Ә училищела һынауҙар бара. Документһыҙ булһа ла, инде­рәләр егеттәрҙе. Миңдулла бөтә һынауҙарҙы ла уңышлы уҙа, аттестат менән башҡа документ­тарыңды алып кил, тип оҙатып ҡалалар училищела уны. Бер йыл уҡығандан һуң, армия хеҙмәтенә барып ҡайта. 1972 йылда ҡулына диплом ала. Шул уҡ йылда йүнәлтмә буйынса Салауатҡа эшкә ебәрелә. Миңдулла Иҙрисовҡа талантлы педагогтар, профессор Фәрдүнә Ҡасимова менән РСФСР-ҙың халыҡ артисы Лек Вәлиевтәр илһам ҡанаттары ҡуя. Тап улар йәш актерға үҙҙәренең бөтә оҫталығын, ижади ҡеүәтен түкмәй-сәсмәй бирә. Шуғалыр ҙа тамашасыларҙы үҙенә йәлеп итерлек үҙенсәлекле тауыш темб­рына һәм арбау көсөнә эйә булған Миңдулла ағайға режиссерҙар төрлө пландағы ролдәрҙе ышанып тапшыра.
– Яратмаған ролдәрем булмағандыр. Мин уларҙы берҙәй яҡын ҡабул итәм, тамашасыға образдың характерын дөрөҫ итеп алып барып еткерергә тырышам. Үҙең башҡарған геройҙың тормошо менән йәшәй башлаһаң, уның күңел донъяһын үҙләш­терһәң, бөтә булмышың һеңгән был образды яратмау мөмкин түгел. Репертуарымда 100-ҙән ашыу роль иҫәпләнһә лә, тәү­геһен оноторлоҡ түгел. Ул Нәжиб Асанбаевтың “Һыу юлы” спектаклендәге Йософ роле. Үҙем дә ауыл егете булғанға күрәме, шул уҡ мөхиттә тыуып үҫкән был егет образы күңелгә яҡын булды, еңел башҡарылды, – тип хәтирәләргә бирелде актер.
Актер тамашасы һөйөүен тиҙ яулай. Әммә бик һирәктәргә, ысын ижади шәхестәргә генә хас үҙ-үҙеңдән, эшеңдән ҡәнәғәт булмау тойғоһо уны бер туҡтауһыҙ эҙләнергә мәжбүр итә, хатта үҙе лә аңлап етмәгән ниндәйҙер яңы үрҙәргә ынтылырға өндәй. Хәй Вахитовтың “Онота алмаһам, нишләрмен?” мелодрамаһында тамашасы һөйөүен яулаған Заһит, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған трагедияла Закир роле лә тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. Ул республикала тәүгеләрҙән булып Нәжиб Асанбаевтың “Көҙән башҡорто” трилогияһында Зәки Вәлиди ролен башҡара. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Миңдулла Иҙрисов бик күп сағыу образдар тыуҙырып ҡына ҡалмай, режиссер булараҡ та үҙен һынап ҡарай, урыҫ телендәге пьесаларҙы ла тәржемә итә.
Миңдулла Сәлимйән улы элек дөрләп-гөрләп эшләгән ваҡыттарын һағынып иҫкә ала.
– Элек халыҡ театрҙарға бик әүҙем йөрөр ине. Ауыл клубтарында урындар етмәй, апай-ағайҙар ултырғыстар тотоп килә. Кешеләр ҙә ихласыраҡ, ябайыраҡ булды.
Иҫемдә, Күгәрсен районының Теләүембәт ауылына спектакль ҡуйырға китеп барабыҙ. Юлда машинабыҙ ватылды. Бик оҙаҡ ҡыландыҡ, иртүк сығып киткән кешеләр төнгө 1-гә генә барып еттек. Ул ваҡытта кемгәлер хәбәр итергә телефон юҡ. Ни күҙебеҙ менән күрәйек, театрға күңеле менән ғашиҡ кешеләр һаман беҙҙе көтөп ултыра. Зал туп-тулы. Йәһәт кенә сәхнә ҡороп, тамашасыларҙы шатландырырға ашыҡтыҡ. Шулай мәж килә торғайныҡ. Әллә замана үҙгәрҙе, әллә сәбәп башҡала, халыҡ хәҙер бик әүҙем түгел. Театр бит ул кешене тормош мәшәҡәттәренән арындыра, күңеленә ял бирә, – ти сәхнә ветераны.
Миңдулла Сәлимйән улының тырыш хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан да билдәләнә. Ул театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн 1979 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы”, 2003 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы”, 2010 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡа­ҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, “Иң яҡшы йыл актеры” булараҡ та таныла. 2006 йылда Мәскәүҙә уҙған Рәсәйҙең Бәләкәй театрҙары фестивалендә С. Лобозеровтың пьесаһы буйынса “Кавардак Forever” фантас­магорияһындағы Тимофей роле өсөн дә юғары баһа ала.
Миңдулла ағайҙың ҡатыны Ғәлиә Хәлил ҡыҙы – уҡытыусы, йәғни башҡа өлкә белгесе. Тәүҙәрәк, иренең көн менән төндө һанламай бер туҡтауһыҙ эшләүе, айҙарға һуҙылған гастролдәр шикле кеүек күренһә лә, тора-бара күнә. Хәләл ефетенең хеҙмәте ҡатмарлы, әммә халыҡҡа кәрәкле икәнлеген аңлай.
– Ғәлиәмә сикһеҙ рәхмәт­лемен. Улдарымды уҡытыу, ҡарау, тәрбиәләү тотош уның иңендә булды. Икеһе лә актер булып эшләгәндәрҙең балалары ла үҙҙәре менән йөрөнө, уларҙы театр үҫтерҙе, тиһәң дә була. Был йәһәттән ҡатыным миңә бик ярҙам итте, – ти Миңдулла ағай.
“Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, аҡыл һәм тәжрибә туплаған йәшкә килеп еткәс, артығыҙға әйләнеп ҡарап, нимә әйтә алаһығыҙ, тормош сәғәтен шылдырып булһа, нимәнелер үҙгәртер инегеҙме?” тигән һорауға ул:
– Үткәндәрем үкенерлек түгел. Театр тормошон һайлап, уға бөтә ғүмеремде бағышлағанмын икән, тимәк, ғүмер заяға үтелмәгән. Аллаға шөкөр, халҡыма хеҙмәт иттем, шуның менән сикһеҙ бәхетлемен, – тип яуапланы.
Бөгөн Миңдулла Иҙрисов – тамашасы һөйөүен яулаған халыҡ артисы ғына түгел, ә тормош иптәше Ғәлиә Хәлил ҡыҙына ныҡлы терәк, улдары Илшат менән Ришатҡа, ейән-ейәнсәр­ҙәренә өлгөлө атай һәм олатай ҙа.
Әйткәндәй, күптән түгел Миң­дулла ағайҙың тыуған көнөндә театрҙа уның ҡатнашлығында “Минең ҡәйнәм – әүлиә” спектакле күрһәтелде. Уға ҡыҙҙың атаһы Вәсил Барый улы роле бирелгән. Тамашасыны уйла­нырға, иларға, көлөргә мәжбүр иткән актерҙың сағыу ролен күреп ҡыуанды тамашасы. Актер үҙе лә йылмайып: “Ошо хәтлем ғүмер кисереп, үҙемдең тыуған көнөмдә сәхнәлә уйнағаным юҡ ине әле. Был тәүгә шулай”, – тип ҡуйҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780