Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кейәүгә сығып, йыл самаһы бәпес көҫәгән, әммә ниңәлер йөккә уҙмаған Гөлниса, күңел өсөн тип, әхирәте бүләк иткән китапты, ниһайәт, ҡулына алды. Ундағы ҡыҙыҡлы яҙмаға юлыҡҡас, айырыла алмай, йотлоғоп, бар донъяһын онотоп, уҡыны ла уҡыны.
“...Гипноз йоҡоһо мәлендә психолог Айҙар энемдән тыуғанға ҡәҙәр ҡайҙа булыуын һораны.
– Һауала осоп йөрөнөм, – тине ул. – Ҡоштар менән остом. Ерҙе, кешеләрҙе күрҙем.
– Әйт әле, һауаға ҡайҙан килдең?
– Йондоҙҙарҙан.
– Ҡайһы яҡтағы йондоҙҙарҙан?
– Төньяҡ йондоҙҙарҙан... Өс йыл остом.
– Унда кешеләр бармы?
– Бар.
– Улар нишләй? Ер һөрәләрме? Иген игәләрме?
– Юҡ.
– Ә нимә ашайҙар һуң?
– Ҡорт... Ҙур ҡорт...
– Айҙар ҡасан тыуа?
– Һикһән йылдан…
Ун алты йәшендә сағында гипноз йоҡоһона талғанда ҡыҙымдың йәнә нәҡ ошо күренеште һүрәтләүе ғәжәпләндерҙе һәм ныҡ уйландырҙы.
– Ләйсән тыумаған әле, – тине психолог. – Һин нишләйһең?
– Осам.
– Һауаламы?
– Йыһанда осам.
– Нимәләр күрәһең?
– Шарҙар... Шарҙар араһында осам.
– Шарҙар ҙурмы?
– Эйе, ҙур.
– Эргәңдә кемдәр бар?
– Ҡанатлы... Ҡанатлы...
– Кемдәр ҡанатлы?
– Бәпәйҙәр ҡанатлы.. Улар ҙа оса...
Гипноз әле беҙ ышанып, аңлап, төшөнөп етмәгән Ғаләмдең, мөхиттең ҡапҡаларын аса, йәндең Йыһанда ҡош, фәрештәгә оҡшаш бәпәй килбәтендә осоуын күҙалландыра. Йәндәр (рухтар) үҙ тәндәре менән ҡушыла ғына. Фарсыларҙың Ҡояш культы, боронғо Көнсығыш диненең яҡтылыҡ илаһы, кешеләр араһындағы имен, яҡшы мөнәсәбәттәрҙе ҡурғыусы Митра, йәғни митраизм тәғлимәтенсә лә үлем – юҡ, икенсе торошҡа күсеү, башҡа донъяларға сәйәхәт ҡылыу, бүтән ваҡыттарға ашыу бар. Тән ахирәткә киткәндән һуң донъя – илаһи. Физик үлем менән бергә мин-минлек, үҙеңде өҫтөн ҡуйыу, тәкәбберлек кеүек сифаттар ғына юғала. Ғөмүмән, Ер вә тәбиғәт үҙҙәре лә рухилыҡҡа эйә, тормош Йыһан ритмдарына дусар. Дини ҡарашса, Хоҙай Тәғәлә – еңелеү белмәҫ ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе. Йән биргән дә, йән алған да – Ул. Уның бар нәмәгә лә ҡөҙрәте етә.
Тәңреселек, шулай уҡ Ҡояш культын кәүҙәләндергән митраизм бәпескә ҡалыуҙы илаһи ҡөҙрәттең иң бөйөк тәбиғи хәле һанай. Шуға бәйле Ҡояштың яңы йән эйәһе тыуыуын, уға йән-рух өрөлөүен, аң, йәшәйеш ҡыуанысы бирелеүен...”
– Гөлниса, тим, Гөлниса, ниңә шымып ҡалдың? – Ире Гранит шөбһәләнеп өндәшә.
– Бер яҙыусының башҡа донъялар, нур һәм йән, йән серҙәре тураһындағы әҫәрен уҡыйым. Ғәйәт мауыҡтырғыс. Бына тыңла әле: “Әҙәм ышанмаҫлыҡ күренеш — әле генә үлгән кешенең йәне ҡулда тере балыҡ һымаҡ тулай. Әлбиттә, ул ҡәҙимге күҙгә салынмай. Ләкин махсус компьютерҙың экранында йән шулай күренә: яңы тыуған баланы хәтерләткән йән эйәһе һымаҡ, килешһеҙерәк ҙур башлы, бәләкәй генә кәүҙәле, аяҡ-ҡулдары ҡанатҡа, елпеүескә оҡшаш һәм кәүҙәнән ары арауыҡта юғала барған кеүек”.
– Һин шул юҡ-барға, хөрәфәткә ышанаһыңмы? Математик кеше, информатика белгесе. Имеш, кеше үлһә лә, йән үлмәй, төштәргә инеп, ниндәйҙер бәлә-ҡаза, ауыр хәл булырын иҫкәртә. Уйлап сығарып яҙалар. Әкиәт! Мин – инженер-механик, һис кенә лә ундайға ышанмайым.
– Фекереңде, нимә әйтереңде әүлиә кеүек алдан белгәндәй, бына нимә ти һиңә яҙыусы ағай: “Тормошта, кеше ғүмерендә, яҙмышында әҙәм ышанмаҫлыҡ, башҡа һыймаҫлыҡ һәм аңлата ла алмаҫлыҡ мөғжизәле күренештәр күҙәтелә. Тәбиғи ҡанундарға һыймаған һымаҡ тойолған ғәжәп ваҡиғаларға күптәр ышанмаһа ла, мөмкин түгел, әкиәт тиһә лә, улар әүәл донъяла булған һәм хәҙер ҙә бар, кире ҡаға алмаҫлыҡ хәл-хәҡиҡәт”.
– Әкиәт, уйҙырма тиһәң дә, әруахтар рухына бағышланған аяттарға йөрөйбөҙ ҙә һуң. Доғалар тыңлайбыҙ, хәйер бирәбеҙ. Мин бер нисә доғаны ятлап та алдым.
– Ата-инәһен, яҡын туғандарын, дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһын еңеләйтер, күңелдәрен тынысландырыр өсөн йола үтәйҙәр, бурыс атҡаралар инде. Өсөн, етеһен, ҡырҡын, йылын үткәрмәһәләр, кеше яманлап һөйләй.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, Гранит?.. Әммә элгәре төн үҙем ап-асыҡ итеп атайымды төшөмдә күрҙем. Йөҙө борсоулы. Ҡыҙым, бәғерем, машинала һаҡ йөрөгөҙ, тейсе...
– Юҡҡа борсолма. Ныҡ уйлағанға атайың күҙеңә күренгәндер. Тормошобоҙ имен, бәхетлебеҙ, гөлдәр кеүекбеҙ.
– Бөтәһе лә имен түгел шул. Инде өйләнешкәнебеҙгә йыл тула, һаман йөккә ҡалмайым. Тәүҙә бер-ике ай һөйөп-һөйөшөп кенә үҙебеҙ өсөн йәшәйек, тинең. Күңелемде шундуҡ бала биләр тип уйланың, буғай. Хәҙер иһә һинең балалы парҙарға һоҡланып, көнләшеп ҡарағаныңды тоймай тиһеңме әллә?
– Көйәләнмә, һәр йәһәттән йәтеш, килешле ҡатын ауырға ҡалмай буламы! – Гранит һомғолҡайын ҡосаҡлап алды.
– Алла бойорһа, тиң.
– Бойорһа-бойормаһа ла, ул ғына оҫталыҡ­ҡа һәләтлебеҙ, – тип, ир дәртләнеп, дарманланып, йәренең һутлы ирендәрен һурып үбеүҙән тағы ла нығыраҡ ләззәтләнеп, ҡомар­ланып, һөйгәненә һырылды... Эстән генә: “Эй Аллам, балаға уҙайымсы?” – тип тә һораны. Бығаса был тиклем дә иренең иркәһенә иҙрәгәне, тәне ирегәне юҡ ине. Гранит әллә ниҙәр уйлар тип, әүәл гелән хис-тойғоһон тыйҙы. Ул да йыш ҡына: “Мин һине шул тик­лем яратам, шашып, тилереп һөйөргә лә йәл­ләйем”, – тине. Ә был юлы ниңәлер йәлләмәне. Гөлниса ла тәбиғи теләген тыйманы...
– Гранит, өс аҙнанан ҡауышҡаныбыҙға йыл була, – тип йәнә туй көнөн хәтергә төшөрҙө йәнекәйе. – Билдәләргә кәрәктер?..
– Мотлаҡ, Гөлөм, Гөлнисам. Әйҙә, икәү генә туйыбыҙ үткән “Ике аҡҡош” кафеһында ултырайыҡ, шәм яндырып, затлы шарап эсеп.
– Эштән һуң “Ике аҡҡош” кафеһы алыҫыраҡ булмаҫмы?
– Булһа ни. Машинала “һә” тигәнсе елдереп барабыҙ ҙа етәбеҙ. Кәрәк икән, йондоҙҙарға осабыҙ, киң йыһанды ҡосабыҙ...
***
Күңелдәренә уйылған иҫтәлекле көн дә, уның сихри кисе лә етте. Ҡайтанан егет менән ҡыҙға, һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ йәрҙәргә әйләнеп, машиналарына сығып ултырҙылар. Ҡуҙғалғас, күркәм туй көнөн хәтергә төшөрҙөләр. Ҡыҙының йүнсел, итәғәт, яғымлы егеткә тормошҡа сығыуына Гөлнисаның атаһы Рәмил айырыуса ҡыуанғайны. Әммә күп тә үтмәй, күҙҙәренән субыр-субыр йәштәрен ағыҙып, араларынан китте лә ҡуйҙы. Ауылға туғанына ярҙамлашырға барғайны. Эҫкерт һалышып, ҡайтыр саҡта ат егешеп, ҡамыт бауын тартҡанында, ҡапыл йөрәге туҡтап йығылған да ҡуйған. Бесән эшен һағынып, үтә ярһып эшләгән... Ныҡ атлығыу, ҡыҙыу ярамай ҙа бит... Ана, әле ире лә ниндәйҙер тойғонан ярһыу аттай ашҡына, машинаһын ҡыуа.
– Гранит, яйыраҡ бар, төн бит, төн. Ниңә шул хәтлем ашығаһың...
– Киске уйында танышҡас, беҙ, диуаналай ике ғашиҡ, төнөн йөрөргә ярата торғайныҡ, мин һине ҡосоп, үбеп туймай инем...
– Алдыңа ҡара, алдыңа, хыялый.
Шул арала яҡтыртылмаған юл сатынан ҡаршыларына уҡ кеүек атылып, бер машина килеп сыҡты. Юғары тиҙлектә килгән Гранит тормозға баҫһа ла, теге дыуамалдың артҡы яҡ ҡабырғаһына дөңк итеп ҡаты бәрелде. Күҙ асып йомған арала Гөлниса әсе итеп “Атай!” тип ҡысҡырып өлгөрҙө һәм, селпәрәмә килгән алғы тәҙрәнән осоп сығып, асфальтҡа барып төштө. Күпме ятҡандыр һушһыҙ. Моғайын, бер нисә генә минуттыр.
– Ҡыҙым, балам, – тигән сихри тауышҡа күҙҙәрен асты. Бәй, атаһы өндәшә ләбаһа... Үлгән кеше... Һаташа, ахырыһы. Был шок, психик кисереш кенәлер... Улай тиһәң, атаһы һаман тартҡыслай:
– Ҡыҙым, тор, йәһәтерәк тор! Кейәүҙе ҡотҡарайыҡ!
Ниндәйҙер тылсым менән Гөлниса аяғына баҫты. Атаһы ашыҡтырҙы. Боршайған, йәмшәйгән машинанан көс-хәл менән Гранитты тартып сығарҙылар ҙа арыраҡ һөйрәнеләр. Уны юл ҡырыйына һалғас, атаһы:
– Һаҡ йөрөгөҙ тип иҫкәрттем бит мин һеҙҙе, – тине лә юҡ та булды. Гөлниса һамаҡлай-һамаҡлай үкһеп, һығылып илай башланы:
– Атай, ҡайҙа киттең? Ҡайҙа? Тороп тор! Ҡалдырма беҙҙе!..
– Ярамай! – тигән серле тауышы ғына ҡолағына салынды.
Шул саҡ гөп-гөп итеп машиналар шартланы, гөлтөлдәп ут көлтәһе ҡалҡты. Гөлниса тағы һуштан яҙып, ергә ауҙы.
***
Гөлниса дауахана палатаһында кемдәрҙең­дер һөйләшкәненә уянып китте. Өнмө, төшмө?.. Йәннәтме, тамуҡмы?.. Аҡ елән кейгән кеше­ләр... Әллә табиптар... Ни булғанын иҫләргә тырышты. Ә-ә-ә, авария, авария... Тәне дерелдәп, йөрәге өшөнө.
– Иҫенә килде. – Шәфҡәт туташы йәнәшәһендәгенә өндәште.
– Ирем ҡайҙа?
– Ирегеҙ иҫән. Күрше палатала.
– Үҙегеҙҙең хәл арыумы?
– Бөтә тәнем һыҙлай, эсем ныҡ ауырта.
– Йәһәт кенә УЗИ-ҙан ҡарағыҙ! – тип бойорҙо етди ҡиәфәтле табип.
Ҡабат, ҡабат ҡаранылар, оҙаҡ ҡына һөйләштеләр, кәңәшләштеләр. Шул арала Гөлниса ҡәҙимге аңына килде.
– Һеңлем, һығымта шундай: һеҙ ауырлы булғанһығыҙ...
Әйтеп бөткәнен көтмәй, Гөлниса табипты бүлде:
– Ауырлы? Нисек ауырлы?..
– Эйе, тап шулай. Әммә, ҡыҙғанысҡа, ныҡ һуғылыуҙан бәпәйегеҙ ятҡылыҡта үлгән, төшмәгән. Һыулы шеш шартлаған. Һис кисектермәй операция яһайбыҙ. Ирегеҙгә лә әйттек.
Укол яһап, Гөлнисаны йоҡлаттылар. Операциянан һуң, Гранит ҡулынан тотоп, маңла­йынан, сәстәренән һыйпап янында ултырҙы. Уға мейеһе һелкенеүҙән, бер нисә ҡабырғаһы һыныуҙан башҡа, ҡот осорлоҡ зыян булмаған. Аяҡ-ҡулдары һау, башы һау. Гөлнисаға система ҡуйҙылар, көн һайын уколдар ҡаҙаны­лар. Тора-бара апаруҡ һауыҡты. Дауахананан сығыр көндә дауалаусы табип Гөлниса менән Гранитты бүлмәһенә саҡыртып алды.
– Һауыҡҡас, әйтергә мөмкиндер. Һеҙҙең резусығыҙ – кире, ирегеҙҙеке – ыңғай, йәғни резустар ҡаршылығы тимәксемен. Быныһы – бер, икенсенән, бер йомортҡалыҡты һәм балаятҡы көпшәһен алып ташларға мәжбүр булдыҡ. Медицина күҙлегенән ҡарағанда әсәй булыу, бала табыу мөмкинлегегеҙ юҡ. Зинһар, ғәфү итегеҙ!
Был күҫәк менән башҡа тондорған һымаҡ ауыр һүҙҙәрҙән шаңҡып, берсә күгәрҙе, берсә ағарҙы Гөлниса һәм бөгөлөп төштө. Укол ҡаҙап, ятҡырып торҙолар. Күҙенән йәштәр атылып сыҡты. Бала бағыу өмөттәре, зәһәр утта янғандай, юҡҡа сыҡты, яҡты хыялдарҙың ҡара көйҙөргөс ялҡын-ҡуҙы ғына ҡалды.
Донъя буш, йәнһеҙ, йәмһеҙ. Ҡороған инештәй, телдәренән һүҙ сыҡмай. Үҙенә урын тапманы Гөлниса, ире күрмәгәндә манма йәшен түгеп иланы ла иланы. Йөрәге һыҙланы ла һыҙланы. Тыумаған бәпесен уйланы. Бала – бауыр, бала – бәғер шул. Әүәл өләсәһе әйтмешләй, балаһыҙ ҡатын – емешһеҙ ағас, балаһыҙ баш – ярылған таш. Эйе, Граниты менән ярылған таш хәлендәләр. Бала бәхетенән, йәшәү шатлығынан яҙҙылар. Әлбиттә, ире әле лә – йөрәк ите. Бер аныҡ ниәткә килеп, бөтә ҡыйыулығын туплап, йөрәге тулап, Гөлниса кисен хәләленә һүҙ ҡатты:
– Гранит, тим, Гранит... Зинһар, мине бүлдермәй генә тыңла. Беләм, аңлайым, ир кешегә улдар кәрәк. Урамда малайҙарҙың арҡаһынан һөйөп китәһең, уларға ҡарап туя алмайһың. Минең иһә башҡаса ҡөҙрәтем юҡ. Мин – түлһеҙ. Фатихамды бирәм, айырылышайыҡ. Һине бик яҡын күргән, үҙ иткән әхирәтемә өйлән, Гранит, балалар үҫтер. Һәйбәт, итәғәтле ҡыҙ ул. Минең артабан йәшәүемдең мәғәнәһе юҡ...
– Туҡта, тим. Туҡта! Миңә һинһеҙ ҡалыуҙың мәғәнәһе бармы?.. Бер көн, бер сәғәт эсендә һине һағынам. Һинһеҙ ҡорормон, ҡыу ағас һымаҡ ауырмын.
– Нишләйек һуң, нишләйек?
– Китһәк, был фани донъяға тыуа алмаған балабыҙ артынан бергә китәйек.
– Ҡайһылай?
– Яйын табырбыҙ...
***
Гранит күккә бағып уйланды... Ҡатыны уҡып ишеттергәнсә, йәндең Йыһанда ҡошҡа, фәрештәгә оҡшаш бәпәй рәүешендә осоуын күҙалланы. Ҡөҙрәт һәм хикмәт эйәһе Ер эсендәгеләрҙе лә, унан сыҡҡандарҙы ла, Күктән ингәндәрҙе лә, Күккә ашҡандарҙы ла белеп, күреп тора. Донъя беҙ көн иткән Ер өҫтө генә түгел. Тереклек Ерҙәгенән дә элегерәк Күк есемдәрендә тыуған, илаһи нурҙан яралған күренеш...
– Ниндәй уйҙарға сумдың, Гранит?
– Бәпесебеҙҙең йәне авария арҡаһында күккә ашҡас, беҙ ҙә ошо юл менән күккә ашайыҡ.
Иренең әле ҡәҙимгенән ситенерәк һөйләгәненә Гөлниса ғәжәпһенеүен белдермәй генә ҡарары менән ризалашты.
Гранит ҡайныһының иҫтәлеге булып, ярты йыл самаһы гаражда торған машинаһын ҡабыҙҙы ла, ҡатынын ултыртып, яҡты донъя менән бәхилләшеү урынын эҙләргә сыҡты. Аҡ граниттан ҡалын итеп һалынған ҡойманы йәтеш таптылар. Ҙур тиҙлек менән барып һуғылаһың да – шунда уҡ бөтәһең, интегеп ғәрип булып та ятмайһың.
Фатирҙарына ҡайтып, туй кейемдәрен кейҙеләр, гәлсәр бокалдарға шифа өсөн генә тотолған бәлзәм ҡойҙолар, йыуаныс шыйыҡсаһынан иләҫ-миләҫ булып, вальс әйләнделәр. Әйтерһең, әле генә өйләнешә­ләр, ҡауышалар, хисләнеп үбешәләр... Ваҡыт үткәне һиҙелмәне. Төн дә етте. Тап килеүме, тәҡдир-яҙмышмы, ҡәҙер төнө, Күк ҡабағы асылыр төн ине.
Таш ҡоймаға яҡынлашҡас, көтмәгәндә-уйламағанда, машинаның эсе сәйер рәүештә баҙлап, яҡтырып китте. Йәнәштәрендә кемдер булғанға оҡшай. Гранит шып туҡтаны ла артына боролоп ҡараны. Ни мөғжизә – унда ҡайныһы төҫмөрләнә. “Аһ!” тиеүенә Гөлниса ла боролдо, йәне сыға яҙып “Атаҡайым!” тип ҡысҡырып ебәрҙе. Ҡапыл тыш, Күк көмбәҙе лә балҡыны. Күк ҡабағы асылды, буғай. Тылсымлы тауыш зиһендәренә үтте:
– Балалар, аҡылығыҙға килегеҙ! Үҙ-үҙеңде юҡ итеү – ғәфү итмәҫлек гонаһ. Һуғылып үлһәгеҙ, тамуҡ утында янырһығыҙ. Туғандарығыҙ өҙгөләнер. Әсәйең был ҡайғыны күтәрә алмаҫ, кейәү. Уларҙы уйлағыҙ! Балағыҙ иһә булыр, мотлаҡ тыуыр. Күк нуры – илаһи! Мин һеҙгә киләсәктә ейәнем күҙҙәре менән бағырмын. Ҡыҙым, Рәмил атайым, тылсымлы атайым әйтте, тиерһең. Инде ҡайтығыҙ...
Илаһи яҡтылыҡ тағы ла сағыуланып, күҙҙәрен ҡамаштырҙы, тәндәрен дерелдәтте. Гөлнисаның эскенәһе семерләп, тамырҙары буйлап нимәлер йөрөгәндәй тойолдо, тере һыу йотҡандай һулышы иркенәйҙе. Күҙҙәрен асҡанда Күк яҡтыһы һүрелгәйне, атаһының йәне лә киткәйне.
– Атайымдың йәне беҙҙе үлемдән ҡурсалап, изге мәлдә теләген еткереп өлгөрҙө, – тине лә Гөлниса ҡыуанысынан түгелеп илай башланы. – Ғәфү ит, Тәңрем! Ғәфү ит, атам!..
Гранит бындай күренешкә шаҡ ҡатып, ошо хикмәттән сихырланған, арбалған килеш бик оҙаҡ өнһөҙ ултырҙы. Таң тыуғас ҡына телгә килде:
– Аҡылға һыймай, ышанып булмай... Әгәр был ғиллә сағым, күҙ бәйләү генә икән, берәй баланы уллыҡҡа алырбыҙ, үҙебеҙҙеке кеүек тәрбиәләп үҫтерербеҙ, Гөлнисам.
– Шулай итербеҙ, йәнем. Атайымдың рухы, беҙ күргән серле нур, яҡтылыҡ теге яҙыусы ағайҙың Изге Китаптан килтергән юлдарына тап килеп тора кеүек. Шул урынын мин ятлап алғайным.
– Ни тиелә һуң унда?
– Аллаһ – Күктең һәм Ерҙең нурылыр. Эсендә шәм яндырылған йорт кеүек яҡты нурҙыр Ул. Шәм иһә Шәмдәлгә ҡуйылған. Ул Шәмдәл алмас һымаҡ балҡыусы йондоҙ кеүек йымылдай... Уның майы, үҙенә ут төртмәһәләр ҙә, үҙенән-үҙе нур сәсә. Был яҡтылыҡ нур өҫтөнә нур булып яна. Аллаһ ихтыяр иткән кешеһен нурға ирештерә... Был нурлы Шәмдәл байтаҡ ҡына йорттарҙың эсен яҡтырта... Нәҡ илаһи нур булған өсөн дә Аллаһ мәңге йәшәй, һәр ваҡыт булған һәм буласаҡ. Ул – үлемһеҙ. Ер, Күк, тереклек – бөтә нәмә Уға мохтаж. Аллаһ нур бирмәһә, кешенең нуры булмаҫ... Кеше Нурҙа вә Нур менән һәм Нур өсөн йәшәй.
– Ул нурлы Шәмдәл беҙҙең йорттоң эсен яҡтыртһа, беҙҙе нурға, балаға ирештерһә ярай ҙа. Бала Нур һымаҡ тойола башланы миңә.
– Оҙаҡ ҡына ауырға ҡалмағас, “Кәңәш” сүрәһенән ағайҙың әҫәренә ингән юлдарҙы ла уҡығайным. “Күктәрҙә һәм Ерҙә батшалыҡ – Хоҙайҙыҡы. Ул теләгән нәмәне барлыҡҡа килтерә, теләгән кешегә ҡыҙ, теләгән кешегә ир балалар бирә. Йәки уларға ир бала ла, ҡыҙ бала ла бирә һәм бәғзеләрҙе нәҫелһеҙ яһай. Ысынлап та, Ул белә, Ул ҡөҙрәтле!”
Быны ишетеп, Гранит әҫәрләнеп китте:
– Мин тәүҙә ир бала биреүен теләйем. Шунан – ҡыҙ...
– Тормошобоҙҙо, иртәгәбеҙҙе яҡшыға юрайыҡ, йәнем. Ата-инә алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ, ти торғайны ҡәртнәйем. Атайым миңә әүлиә һымаҡ. Уның әйткәненә ышанам, инанам. Ул: “Балағыҙ мотлаҡ тыуыр, һеҙгә киләсәктә ейәнем күҙҙәре менән бағырмын”, – тип исем өсөн генә һүҙ ҡатмаҫ ине. Шуға ла балабыҙ булырына ныҡ өмөтләнәм.
***
Гөлниса иренең әүәл әкиәт, уйҙырма тигән серле күренештәргә ҡарашы үҙгәреүен тойҙо. Ғүмерҙәренең һуңғы минуттары етте тигәндә, ҡайныһының нурлы һынын үҙ күҙҙәре менән күрҙе, сихри тауышын үҙ ҡолаҡтары менән ишетте бит. Хәҙер ул рухҡа, дингә бәйле хәлдәрҙе хөрәфәт тимәй. Туйынғас, әүәҫләнеп, әппәр итеп ҡуя. Инсафланып китте. Күңелендә – һәр саҡ изгелек, яҡшылыҡ. Холҡо, ғәҙәттәре хозурланғандан-хозурлана. Күңелендә – нур, уйында – бала, алтын бағана. Йәндәренә сихәт бирер нәҫелен ҡалдырыу теләгенән ғөсөлләнеп, таҙарынып, ҡатынын наҙлап, иркәләп, йылы һүҙҙәр әйтеп кенә яҡынлыҡ ҡыла. Шуғалырмы, икеһенең дә гелән йөҙҙәре яҡты, көндәре сыуаҡ. Бала табыу бәхетенә өмөтләнеп, аҙналар, айҙар үтте...
Була икән дә илаһи мәл!.. Бер көн Гөлниса буйында йән эйәһе барлығын тойҙо, әммә үҙ-үҙенә ышанмай таныш табипҡа йүгерҙе. Ул иһә ғәжәп ҡылды:
– Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл, мөмкин булмаған хәл... Мөғжизә...
Ваҡыты еткәс, ата-әсәһенең баштарын күк­кә тейҙереп, иҫ киткес ныҡ, таҙа малай тыуҙы. Күҙҙәре иһә – тас Гөлнисаның атаһының күҙҙәре!.. Мәжлес йыйып, мулла саҡырып, тылсымлы балаға Рәмил тип исем ҡуштылар. Гранит ҡанатлы толпарға менгәндәй булды, улын-тумалағын һөйөп туйманы. Бер кис ҡолонсағы йоҡоға талғас, ҡатынынан тартынып ҡына һораны:
– Йәнекәйем, һин йотлоғоп уҡыған яҙыу­сы­ның башҡа донъялар, нур һәм йән тураһында яҙылған китабын бир әле? Минең дә йән серҙәрен белгем килә.
Ике йылдан һуң һылыуҙарҙан-һылыу ҡыҙҙары тыуырын улар белмәй ине әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780