Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер сәхнәлә ҡулға-ҡул тотоношоп
Бер сәхнәлә ҡулға-ҡул тотоношопТеатр тормошо... Ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, бар ғүмерен сәхнәгә бағышларға бөтәһе лә батырсылыҡ итә аламы икән? Юҡтыр, моғайын. Был һөнәр тик көслөләргә, түҙемдәргә, ҡыйыуҙарға ғына хас. Салауат башҡорт дәүләт драма театры актерҙары Гөлшат менән Рим Зыязетдиновтар ғаиләһен шундайҙар рәтенә индерергә була.


Гөлшат Ибраһим ҡыҙы – оло быуын артистарының береһе. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ сағыу образдар башҡарыусыны башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Шулай булмай ни, Ауырғазы колхоз-совхоз театрын Салауат ҡалаһына күсереүҙе ойошторған, күп йылдар буйы театрҙы етәкләгән Ибраһим Әхмәров менән талантлы актриса, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәкиә Әхмәрованың ҡыҙы бит ул.
– Тыуғандан бирле театр мөхитендәмен. Атайым эшенә ныҡ бирелгәйне, уны бик яратты, үлгәнсе сәхнәнән китмәне. “Шоңҡар” спектаклен ҡуялар ине, уға Арыҫланбай роле бирелгән. Репетиция ваҡытында тексын һөйләп тә бөткән, йығылып та киткән. Дәфтәрен ҡуйынына һалған килеш, бик йәшләй йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Алтмышы ла тулмағайны. Әсәйем дә ғүмеренең аҙағына тиклем ролдәр башҡарҙы. Театрҙа ҡуйылған “Ете ҡыҙ” тарихи драмаһындағы ҡыҙҙарҙың береһе ул. 1941 йылда Талбазы колхоз театрында эшләгән ир-егеттәр барыһы ла фронтҡа алына. Актрисалар театрҙы һаҡларға, халыҡтың рухын күтәреп ижад итергә һүҙ бирә. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылыуға, аслыҡ-яланғаслыҡ булыуға ҡарамаҫтан, улар вәғәҙәләренә тоғро ҡала. Әсәйем ошо ете ҡыҙ араһынан иң һуңғыһы булып яҡты донъянан китте, – ти ул.
Гөлшат Ибраһим ҡыҙы бәләкәй саҡта кем генә булырға хыялланмай. Мәктәпте тамамлағас, заводта эшләй. Әммә уға барыһы ла: “Гөлшат, һинең урының бында түгел. Мотлаҡ актриса булырға тейешһең”, – тиҙәр. Шунан ул институтҡа уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, 1973 йылда Салауатҡа актриса булып ҡайта. Күпме генә роль уйнаһа ла, уларҙың һәр береһе күҙ алдында, хатта тәүге уйнағаны ла.
– Иҫемдә, Ғәйфулла Вәлиевтең “Хыял ҡошом” спектаклендә Рәсимә ролен бирҙеләр. Көндәш булып уйнарға тура килде. Бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле характерлы ине ул. Мине яратып йөрөгән егет телһеҙ ҡыҙға ғашиҡ була. Ә мин яңғыҙ ҡалам. Тамашасылар Рәсимәне яҡланы. Спектаклдән һуң: “Был актрисаның киләсәге ҙур”, – тинеләр. Төрлө образдар уйнарға тура килде. Улар уңышлы килеп сыҡһын өсөн бар күңелеңде һалып башҡарырға кәрәк. Элек, башлыса, гел ауылдарҙа йөрөнөк. Ауыл тамашасыһы шул тиклем ихлас, хәл-ваҡиғаларҙы күңеленә ныҡ яҡын ҡабул итә. Роберт Батулланың “Кисер мине, әсәй!” спектаклендә кире образ Дилфүзәне уйнаным. Ул йәш ваҡытында балаһын апаһына ҡалдырып, ташлап китә. Ҡыҙ үҫкәс, ҙур суммала лотерея ота. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән Дилфүзә “минең балам” тип ҡыҙҙы үҙенә алырға ҡайта. “Ә бала бит минеке!” тип әйтеүем булды, тамаша залынан бер апай йүгереп менде лә: “Бына һиңә бала!” – тип йоҙроҡтарын танауым осонда сөйҙө. Залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫып ҡул сапты. Тимәк, образды асып бирә алғанмын. Бына ошо минең өсөн иң оло баһа, – тип хәтирәләргә бирелде Гөлшат Зыязетдинова. Уның тормошонда көтөлмәгән хәлдәр ҙә күп була. Мөхәмәт Хәйҙәровтың “Зөһрә йондоҙо”нда тиҫкәре килен ролен башҡара.
Әммә спектаклдең аҙағын Гөлшат Ибраһим ҡыҙы үҙенсә тамамлап ҡуя. Ҡәйнәһенә: “Кисер мине, ҡәйнәм!” – ти. Тамашасы ла шуны ғына көткән икән, көслө алҡыштарын йәлләмәй, афарин ҡысҡыра. Ә текста бит ундай һүҙҙәр булмаған. Мәғәнәһе буйынса, ахырғаса насар килен булып ҡалырға тейеш була. Тимәк, актриса тамашасының нимә теләгәнен күңеле менән һиҙгән. Уның был аҙымын халыҡ хуплай, ҡәйнәһенән ғәфү үтенгәне өсөн рәхмәт әйтә.
Гөлшат Зыязетдиноваға күбеһенсә төп ролдәр уйнарға тура килә. “Ай тотолған төндә” – Тәңкәбикә, “Салауат”та – Екатерина II, “Йәшлегем тирәктәре”ндә – колхоз рәйесе, “Кисер мине, әсәй!” спектаклендә – Дилфүзә… Кире йә ыңғай роль булһынмы, һәр ҡайһыһын үҙенсәлекле итеп башҡара. Артист кеше шулай булырға тейеш тә. Бер урында ғына тапанып торһа, тамашасы күңелен яулай алмаҫ ине. “Зәйтүнгөл”дәге Зәйтүнгөл роле өсөн “Йыл актеры” номинацияһына лайыҡ була. 1990 йылда – “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, 2003 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Рим ағайҙың хеҙмәт кенәгәһендә “Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә алынған” тигән бер генә яҙыу бар. Был артистың үҙ эшенә бирелеп, уны яратып, күңелен һалып башҡарыуы тураһында һөйләмәйме ни?! 1972 йылда училищены тамамлағас та ошонда эшкә килгән һәм бер ҡайҙа ла китмәгән.
– Бәләкәй саҡта артислыҡҡа уҡыу тураһында уйламағайным да. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, нефтсе, геолог булыу ине теләгем. Был өлкәгә осраҡлы ғына килеп инһәм дә, уҡыған ваҡытта, һуңынан эшләү дәүерендә һөнәремә ғашиҡ булдым. Иң мөһиме – аңлап эшләргә кәрәк. 10 – 15 йыл сәхнәлә булып, аҙаҡ уны икенсе өлкәгә алмаштырғандарға аптырайым. Китергә булғас, башлап торорға ла кәрәкмәй. Беҙ тамашасының күңелен күрә белергә тейеш. Улар бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән, көндәлек ығы-зығынан арыныу өсөн мәҙәниәт усағына ашыға, сәхнә йондоҙҙары менән бергә шатланырға, үҙҙәренең рухи донъяһын байытырға килә. Ә актерҙар шул талаптарға яуап эҙләргә һәм табырға тейеш, – ти Рим Сәләх улы.
Сағыу характерлы, бай тәбиғи һәләткә эйә артист бөтә ролдәрҙе лә ҡыйынлыҡһыҙ башҡара. Тәүҙә “Драматик йыр”ҙа Павел Корчагинды уйнай. “Шайтан квартиранттар”ҙағы Һаҙый ҡарт, “Ләйсән”дәге йәш Булат, “Иблис уҡыусыһы”нда һалдат һәм башҡа бик күп эштәре тамашасыға яҡын. 1983 йылда Рим Зыязетдинов – “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, 2004 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” булып таныла.
Рим ағай менән Гөлшат апайҙы әлеге лә баяғы театр таныштыра. Ҡыҙ эшкә килгән йылда егетте армияға алалар. Унан коллективына хат яҙып, фотоһүрәттәр ебәрә. Төҙ кәүҙәле, һалдат кейемендәге сая ҡарашлы егет рәсемен күреү менән Гөлшат: “Бына, исмаһам, егет. Тормош иптәшем булһа ине ул”, тип эстән генә уйлап ҡуя. Теләге Хоҙайҙың “Aмин!” тигән сағына тура килгәндер – һалдат хеҙмәтен тултырғандан һуң йәштәр осраша башлай, егет гастролдән ҡайтҡанда ҡыҙҙы өйөнә оҙата бара. Аҙмы-күпме осрашып йөрөгәндән һуң, өйләнешеп тә ҡуялар.
– Икегеҙ ҙә ижад кешеһе булыу ғаилә тормошонда ҡыйынлыҡтар тыуҙырманымы? – тип һорайым.
– Киреһенсә, был беҙҙе берләштерҙе. Төрлө өлкәлә эшләгән булһаҡ, нимә тураһында һөйләшер инек икән, тип аптырайбыҙ. Бергә гастролдәргә сығып китәбеҙ, бергә ҡайтабыҙ. Парлашып уйнаған ролдәребеҙ ҙә бихисап булды. Шуға аңлашып йәшәйбеҙ, – тине улар ихлас күңелдән.
Зыязетдиновтар бер ҡыҙға һәм бер улға ғүмер бүләк итә. Атай ҙа, әсәй ҙә театр тормошонда ҡайнап йәшәгәнгә күрә, балаларға улар менән бергә йөрөргә тура килә, ҡыҫҡаһы, театр үҫтерә уларҙы. Шулай ҙа, әллә сәхнә тормошоноң еңел булмауын күреп үҫкәнгәме, балалары ата-әсәһенең юлын һайламай. Үҙҙәренең күңеленә ятышлы һөнәргә эйә булып, лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр.
Мәҡәлә геройҙарымдың тормошо бына ошондай ваҡиғаларға, иҫтәлектәргә бай. Иленә, халҡына тоғро хеҙмәт иткән артистар бөгөн дә ҡыҙыҡлы һәм сағыу образдары менән тамашасының күңелен яулауын дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780