Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәҙерһеҙ бүләк
Ҡәҙерһеҙ бүләкӘхтәм етенсе класты тамамлаған йылда тирә-яҡтағы яландарҙы, алаңғырттарҙы, урман араһындағы асыҡлыҡтарҙы трактор менән һөрә башланылар. Сиҙәмселәр килгән тигән хәбәр таралды. Уны ла тиҫтерҙәре менән бергә эшкә ҡуштылар. Заманаһы шул: үҫмерҙең артабан уҡырға уйы ла, мөмкинлеге лә юҡ ине.
Хәҙер инде олоғайып, ҡарыуы бөткәнлектән өйҙә ултырырға мәжбүр булған әсәһе лә улының эшләй башлағанына ҡыуанды ғына:
– Әйҙә, әйҙә! Хәрәкәттә – бәрәкәт! Эшләгән – тешләгән, тиҙәр, – тип уның күңелен күтәрҙе.
Ашаталар ҙа. Етешһеҙ мәлдә килеште был Әхтәмгә. Башҡарған хеҙмәте ҡарамаҡҡа еңел кеүек. Әйҙә, һабансы, тракторҙың ултырғысына уңайлы урынлаш та йөрө генә! Бураҙна башында һабандың автоматын үҙеңә ҡарай тартһаң, төрәндәре төшөр. Ары китәһең. Теге яҡ оста тағы ошоно ҡабатлайһың.
Үҫмер әрһеҙләнеп эшкә тотондо. Уҡыу ялҡытҡан. Баш ял итә. Һуңғы һынау мәшәҡәте һуң?! Барса фәндәрҙән дә имтихан тапшырырға кәрәк, улары бер-бер артлы сиратҡа теҙелгән. Берәүһенән ҡотолһаң, икенсеһе көтә... Һорауҙарын әйт әле һин! Мәғәнәһеҙ! Эскән һыуыңдың, ашаған тоҙоңдоң формулаларын, уларҙың нимәнән торғанын белеү кемгә кәрәк икән? Ана, ауыл осонда Һаҡмар йылғаһы аға, Ҡаран буйында өс-дүрт ҡоҙоҡ бар. Ауыл халҡы шуларҙан эсә. Берәүгә лә формулаһы, кислороды, водороды, атомы кәрәкмәй. Ҡаран йылғаһының үҙенең һыуын ғына эсмәйҙәр. Эсе тулы әрмәнде, баҡа, көшөл бит. Иртәнән кискә тиклем баҡылдаған тауыш тынмай. Сикәнес! Йома сәйенә өлкәндәр һыуҙы Гөлзәйнәп, Бәләкәй йылғаларынан ат менән барып ала. Теш сатнатырлыҡ һалҡын!
Тоҙҙо әйт әле һин! Натрий хлориды, имеш. Ә беҙҙә мал ялаған эреһен – ата, вағын аш тоҙо тиҙәр. Әйтеүе лә еңел. Аңлайышлы ла. Вағы бөтһә, ата тоҙҙо сүкеш менән ярғылап, онтап, өҫтөнән шешә тәгәрәтеп, тызып ваҡлайҙар.
Уҡытыусы: “Кишер һәм кәбеҫтә орлоҡтарының ҡайһыһын тәрән йәки һай сәсергә кәрәк, ни өсөн?” – тип һораған булды. Әлләсе. Әсәһе өйрәткәнсә, кишер орлоҡтарын ауыҙына ҡаба ла түтәл өҫтөнә бөркә. Унан ҡаты һепертке менән һыпыра. Үҫә! Һирәгәйтергә генә ҡала.
Уф! Уҡыуҙан ҡотолдо. Һуҡа өҫтөндә һыҙғырынып, белгән таҡмаҡтарын һамаҡлай. Хөрриәт! Ҡоштары һуң, ҡоштары! Төйлөгәндәр бейек-бейеккә күтәрелә. Ҡанаттарын ҡаҡмайҙар. Их, осһаң ине улар кеүек! Ниҙәр бар икән юғарыла? Ә бына ҡарғалар, һуҡа артынан тотам ҡалмай, ҡорт, селәү, сысҡан сүпләй. Араларында, табышҡа талашып, сәүкәләр ҙә сәркелдәшә.
Бүҙәнә күренде. Төлкө... Бүҙәнә ҡасырға уйламай ҙа. Тракторға юл биргәндәй, ситкә тайшана. Ер һөрөүсене ҡарашы менән оҙатып ҡала. Әйләнеп килеүгә ҡаршылай һәм тағы ла ситкә китә. Көн буйы сиҙәмдә генә йөрөй.
Артта ике ут баҙлай. Аптыраҡ... Ағас сөрөгө ҡорто тиер инең, һөрөлгән ерҙә. Эт, бесәй булыуы мөмкин түгел. Фараларын шул яҡҡараҡ борҙо. Хәйләкәр ерән! Бында ла үҙенең кем икәнлеген күрһәтә. Сысҡансылай. Табышын күрһә, алғы тәпәйҙәренең береһен күтәрә лә шаҡ ҡата. Шунан ғына уға һуға. Һуҡа туҙҙырған ояларҙы эҙләй. Килмәгән көнө юҡ юханың. Бына әле, һуҡаға яҡынлап, сысҡансылай башланы. Эшсе өс-дүртте әйләнде лә, һаҡ ҡына ергә төшөп, ҡараңғылыҡҡа сумды. Хәйләкәр хәйлә муҡсайына ҡапһын әле! Өс-дүрт аҙым яҡынланы бит. Сиҙәмсенең йөрәге дөп-дөп тибә. Төнгө һалҡын бөршәйтә. Хатта аяҡ-ҡулы ҡурыша башланы.
– Һа-айт!
Ҡысҡырғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Йәнлек иһә тәүҙә өҫкә ырғып, артҡы тәпәйҙәренә баҫты. Ниңәлер башын сайҡаны. Унан юҡ булды. Тракторсы иһә ҡырағай йәнлекте ҡурҡытҡанына рәхәтләнеп көлөп алды.
Икенсе тракторҙа сиҙәм аҡтарған Ирек атаһының алтынсы калибрлы һыңар көбәкле мылтығын алып килгәйне. Төлкө ҡабат күренерме? Юҡ, килмәне. Ныҡ ҡурҡыттыҡ, ахыры, тип уйланы үҫмерҙәр.
Иртәгәһенә лә төн буйы сиҙәм аҡтарҙылар. Был юлы баяғы ҡоралды алмағайнылар. Ни ғәжәп: төлкө пәйҙә булды. Тәбиғәт уны һаҡлай, күрәһең. Инстинкт, тиҙәрме шул.
Эш ҡайнай. Уның үҙ талаптары бар. Йәшһеңме, ҡартһыңмы, таһыллыһыңмы, мөсһөҙһөңмө – барыбер. Бына ямғыр яуа. Тракторсыларҙың ҡайһы береһе ярҙамсыһын кабинаға ултырта. Ә икенселәргә барыбер: өҫтән таш яумаймы ни... Таң күкһелләнгәндә һалҡын үҙәккә үтә. Ҡасан ҡыҙарып ҡояш ҡалҡыр, өшөгән күңелдәргә нур һирпер?
Ана, Зәйнигә барыбер. Рәхәтләнеп йоҡо һимертә. “Тракторға үҙең ултыр әле”. Бер һөйләм. Тырылдаҡтың төнө буйы ярһыуына нисек йоҡлай алалыр? Һәр өлкән “һалдат” кесеһен һөнәр серҙәренә тиҙерәк төшөндөрөргә тырыша. Шул уҡ ваҡытта тимер ҡыйрап та ҡуя икән. Ундай осраҡта остаз өйрәнсектән һабандың төрәндәрен кирбес, таш менән ышҡытып үткерләттерә, тракторҙың да бар урындарын майлата. Үҙе тәмәке көйрәтеп, сиҙәмдә сырт төкөрөп ята. Барыһын да намыҫлы үтәй Әхтәм. Хәрәмләшеү, иҫәпләшеү уйында ла юҡ. “Йоҡо сүлмәге” уның эшенән ҡәнәғәт ҡалһын, асыуланмаһын. Ҡушҡандарын мотлаҡ башҡарыу зарур.
Шуға ысын тракторсы хәҙер Әхтәм. “Тимер ат” уны баштан-аяҡ ауыҙлыҡлап, үҙенә буйһондорҙо. Ҡулдары нығынды үҫмерҙең. “Ир ҡорона тулды”, – тип ҡыуана әсәһе.
* * *

Сиҙәмселәр нисек килде, шулай юҡҡа сыҡты. Уларҙы оҙатыусы ла булманы.
– Йәш сауҡалыҡты тапап, сыймаҡлап бөткәндәр.
– Унда башҡаса ағас үҫмәҫ инде.
– Сабынлыҡтар ауылға яҡын ине. Бөтөрҙөләр.
– Алыҫтан бесән ташыу яфаға әйләнер хәҙер.
– Көтөүлекте әйт әле һин...
– Ер хәҙер элекке кеүек иркен түгел...
Шулай зарланды ауыл ҡарттары. Әхтәм башҡа эштәрҙә йөрөнө.
Ике йыл үтте.
– Сиҙәмселәрҙе бүләкләйҙәр икән. Һине онотмаһалар ярар ине, – тип хәбәр итте бер көн әсәһе. – Иртәгә йыйылыш була. Баштан уҡ эшләнең инде...
Ысынлап та, шулай килеп сыҡты. Тантаналы йыйылыш гөрләп үтте. Әхтәмде “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалы менән бүләкләнеләр. Быға ҡушып, костюм-салбар алғандар ҙа күп булды. Колхоз рәйесе сәхнәгә саҡырып, түшенә бүләкте ҡаҙағансы, Әхтәм манма тиргә батты.
Өйөнә ҡыуанып ҡайтып инде егет. Ә әсәһе миҙалдан алда кемдәрҙең кейем алғаны менән ҡыҙыҡһынды.
– Шулай инде, – тине улының яуабын ишеткәс. – Байҙарға, аталыларға – кейем, ярлы-ябағаға тимер икән. Бар ғына әйбереңде май-һай араһында, ремонтта туҙҙырып бөттөң...
Пинжәк тигәненең терһәктәре, салбарының ултырышы, тубыҡ тирәләре ҡырҡ ямаулы булғанға үҙе лә уңайһыҙлана Әхтәм. Ысынлап та, кейем эләкһә, арыу булыр ине лә... Кеҫәһендәге бүләген һәрмәштерҙе, әммә әсәһе алдында ҡарарға уңайһыҙланды.
– Ҡайҙа миҙалың?
– Кеҫәмдә.
– Күрһәт.
Егет миҙалын сығарып һалды. Әсәһе уны ҡулына алып, байтаҡ ҡарап ултырҙы:
– Мәғдәнгә алтын ялатҡандар, ахыры. Алтынға тартымлап торған була бит әле. Юҡ-барҙы килештереп эшләйҙәр инде беҙҙә. Бойомға ашҡандай әйбер булһа, тәп-ләп һуғырҙар ине. Ә быны оҫта ҡойғандар. Таҫмаһы затлы. Йәлләмәгәндәр былай...
Миҙал, ҡыуанғандай, ҡояш нурҙарында ялт-йолт килде.
– Бүләк ителгән аттың тешенә ҡарамайҙар, тиҙәр. Ярай, түргә элеп ҡуй. Торор шунда тутығып...
Өйҙә тынлыҡ урынлашты.
– Атайлы бала һәр саҡ алдын инде, – тип дауам итте унан әсә. – Талир тәңкәгә алданмағандар, улдарын бушлай кейендереп ҡалғандар. Ғәҙелһеҙлек, ялған, алдаҡ... Ахырызаман яҡынлашалыр...
Әхтәм миҙалын стеналағы сепрәккә эләктереп ҡуйҙы. Унда йыйған барлыҡ әйберҙәре: әртистәрҙең фотолары, маркалар, ат, эт һүрәттәре... Араларында тимергә лә урын табылды.
...Егет ҡорона тулып өйләнде Әхтәм. Баяғы сепрәкте ташланы. Миҙалды һандыҡ төбөнә ырғытты. Унда мәрхүмдәрҙең документтары һаҡлана, фронттан килгән хаттар бар, әсәһенең ғүмер буйы түләгән заемдары бер нисә төргәккә төрөлгән. Бынан тыш, айырым урында – һалым ҡағыҙҙары. Уларҙы йыл һайын илай-илай тикшергәнлектән, әсәһенең күҙ йәштәре һеңгән. Әхтәм был ҡағыҙҙарға сирҡанып, сытырайып ҡарай. Иттеке, тиренеке, майҙыҡы, йөндөкө, йомортҡаныҡы... Үҙҙәренә ни ҡала? Бер ҡабым ризыҡҡа мохтажлыҡ кисергән, ата тоҙ ялап, ҡайнаған һыу эскән мәлдәре... Шуға күргеһе лә килмәй ошо һандыҡты.

* * *
Әхтәмдең пенсияға сығыр ваҡыты етте. Үткәндәре йыш иҫенә төшә хәҙер. Ир уртаһы – ике утыҙ, тип йырлаһалар ҙа, сырхап та ала. Ҡалай булһа ла, күнергә кәрәк, мыжып йөрөү килешмәҫ.
Бына әүәлге һандыҡ. Уны аҡтарғанда теге миҙал килеп сыҡты. Ҡатырға кенәгәһенә ҡаптырылған көйө ята. Бәлки, пенсияға сыҡҡанда кәрәге тейер, тип ҡарт уны ҡулына алды. Мәғдәненә, таҫмаһына күкһел-йәшел тут төшкән. Кәзә йөнөнән һуғылған урындыҡ балаҫына ышҡығайны, ҡәҙимге хәленә ҡайтты ла ҡуйҙы үҙе. Иғтибарға ҡыуанғандай, нур сәсеп ялтыраны. Шул ыңғайҙа ҡарт ҡапыл әсәһен, тиҫтерҙәрен хәтергә төшөрҙө. Ҡулындағы бүләк усын уттай яндырҙы. Миҙал алған ун биш тиңдәшенең алтауһы ғына иҫән хәҙер. Уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынғаны ла юҡ бит. Осрашаһы, күңелде бушатаһы ине лә бит... Миҙалын ҡәҙерләп һыйпап ҡуйҙы Әхтәм. Кейем бирһәләр, уның төҫөн дә хәтерләмәҫ ине бит. Әллә ҡасан уҡ туҙған булыр ине. Ә ошондай миҙал менән бүләкләнгәнен хатта күптәр белмәй ҙә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы берәүҙәр бындай награданы һатып та ала, тиҙәр...
Әхтәм шкафтан костюмын алды. Уға миҙалын таҡты ла көҙгө алдына килеп баҫты. Килешә бит, ҡайһылай килешә... Тир түгеп алған бүләк ниңә килешмәһен, ти? Миҙалды ҡабат сисмәйәсәк Әхтәм: ул ҡарттың йәш сағында ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәне тураһында һәр кемгә һөйләп торһон.

Әбйәлил районы,
Теләш ауылы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780