Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош ҡаҙанында ҡайнап
Тормош ҡаҙанында ҡайнапВенер Исхаҡов, журналислыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән, әҙәби ижадта ла йылдан-йыл танылыу ала бара. Һүҙ юҡ: әүҙем ижад итә. Сатира һәм юмор жанрында ижад ителгән хикәйәләре даими рәүештә гәзит, журнал биттәрендә донъя күреп тора, радионан тапшырыла, клуб сәхнәләрендә нәфис һүҙ оҫталары башҡарыуында яңғырай. В. Исхаҡовтың яҙыу оҫталығы камиллаша, яңынан-яңы әҫәрҙәре уҡыусылар күңелен яулай. Былтырғы йыл яҙыусы өсөн икеләтә ҡыуаныслы булды: беренсенән, ул Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзына ҡабул ителде, икенсенән, “Өй эйәһе” исемле сатирик һәм юмористик хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе.


Венер Исхаҡов хикәйәләре герой­ҙа­ры­ның һәр береһе бөгөнгө тормошобоҙҙан алын­ған. Уларҙы һәр бер ауылда, һәр ҡа­ла­ла осратырға мөмкин. Һүрәтләнгән ва­ҡи­ғалар ҙа, күтәрелгән проблемалар ҙа уйлап сығарылмаған: һәр беребеҙгә таныш булып, һәр кемебеҙҙе борсоған мәсьәлә­ләр хикә­йә­ләр нигеҙен тәшкил итә. Тор­мошобоҙҙоң йәмен ебәргән кире күренеш­тәрҙе, кешеләр араһындағы әхлаҡи ҡанун­дарға тап килмәгән ғәмәлдәрҙе яҙыусы эләктереп ала ла һү­рәт­ләү саралары, әҙәби ижад алымдары яр­ҙамында фашлай, тәнҡитләй. Ҡыҙыҡ өсөн генә, кеше кө­лөп кинәнһен өсөн генә яҙылмай әҫәр­ҙәр. Уларҙы уҡыған йәки тыңлаған һәр кем ғибрәт итһен, һабаҡ алһын тигән ниәт­тән сығып эш итә ижад кешеһе. Ошо яҡтан В. Исхаҡовтың ҡәләме осло, үткер, һүҙе мәр­гән, фекерҙәре тәрән мәғәнәле.
Яҙыусының әҫәрҙәрендә үҙ эшенә яуап­һыҙ ҡараған, ябай кеше мәнфәғәт­тәрен һан­ламаған булдыҡһыҙ хеҙмәткәрҙәргә лә тоҙло-боросло өлөш эләгә (“Һарыҡ”, “Тәүге дауа”, “Биҙгәк”, “Хәстәрлек”, “Белгес” һ. б. хи­кәйә­ләр), кешеләр араһындағы ике йөҙлөлөк, яһа­лмалыҡ, күҙ буяу, аҡ­са­ға һатылыу, әҙәпһеҙлек кеүек күре­неш­тәр ҙә тәнҡит утына тотола (“Дуҫтар”, “Хәйерсе Гуля”, “Йырсы һәм һүҙ оҫтаһы”, “Министр була яҙҙым”, “Асыш”, “Татыу ғү­мер итегеҙ”), ялағайҙарҙың, ғәй­бәтселәрҙең, алдаҡсы­лар­ҙың, эскесе­ләрҙең, эт ялҡауҙарының тетмәкәйе тетелә генә (“Ғәзизә”, “Ҡустыға эш эҙләйбеҙ”, “Шәп күстәнәс”, “Өй эйәһе”, “Тәҙ­рә янында”). Эйе, тормо­шобоҙҙоң алға барыуына ҡамасаулаған күренештәргә һис кенә лә аяу юҡ. Беҙҙең көнитмешебеҙҙә әйләнеп баҡҡан һайын шундай артҡа һөйрәүселәр, дөйөм эшкә аяҡ салыусылар, яҡты көнөбөҙҙөң бә­ҫен ебәреүселәр бихисап. Нәҡ шулар арҡа­һын­да һис ғәйепһеҙ бәндәләр зыян күрә, кем­деңдер яҙмышы емерелә, һәүетем­сә генә барған тормошо пыран-заран килә. Ана шуға күрә лә В. Исхаҡовтың сатирик һәм юмористик әҫәрҙәре бөгөнгө заманы­быҙ өсөн бик тә көнүҙәк. Яҙыусы йәмғиә­те­беҙҙә һаҡланып килгән кире күренеш­тәр­ҙе бер аҙға ғына булһа ла ауыҙлыҡ­ларға үҙ өлөшөн индереп, бик тә маҡтаулы, сауаплы эш атҡара.
Венер Исхаҡов хикәйәләре күләме яғынан ҙур түгел. Әммә халыҡта “алтын ҙур булмай” йәки “кескенә – тос ҡына” ти­гән әйтемдәрҙең йәшәп килгәнен иҫтә тотҡанда, күләм төп үл­сәм булып тормай. Әҙәби ижадта иң мө­һиме – образлылыҡ, йыйнаҡлыҡ, бөтөн­лөк, яҙыусылыҡ һәләте, телгә маһирлыҡ. Был яҡ­тан ҡарағанда, Венерҙың хикәйәләре йырлап тора. Кескәй генә әҫәр эсендә әйтерен әйтеп, асырын асып ҡалыуға өлгәшеү һәр кемдең ҡулы­нан килә торған эш түгел. Бик һирәктәр өлөшөнә генә төшә ижади оҫталыҡ һәләте. Был осраҡта мин әйләнәм дә Сәғит Агиш, Мансаф Ғиләжев, Марсель Сәлимов, Нә­жиә Игеҙйәнова әҫәрҙәрен иҫкә төшө­рәм. Тимәк, ана шул сатира һәм юмор оҫта­ла­ры­на Венер Исхаҡов та килеп ҡушыла, тип әйтергә форсат бар.
Яҙыусы хикәйәләренең теле матур, ябай, аңлайышлы. Автор һүҙҙәрҙең мәғә­нәһенә ныҡ иғтибарлы. Шуның һөҙөм­тә­һендә һәр әҫәр ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыҡ­һын­дырғыс булып, уҡыусыны йәлеп итә. Бына, мәҫәлән, “Биҙгәк” хикәйәһен алайыҡ. Унда кеше һаулығы ха­ҡында хәстәрлек күрергә тейешле ҡайһы бер табиптарҙың белеме самалы булыуы, икенсе берәүҙәренең тупаҫлығы, өсөнсө­лә­ренең күберәк аҡса умырып ҡалырға ынтылыуы тәнҡитләнә. Ғөмүмән, кеше ғүмере бар ни ҙә, юҡ ни бәғзе бер белгестәргә. Ана шундай йәмһеҙ күренештәрҙең бөгөнгө барлыҡ һаулыҡ һаҡлау системаһына ныҡлы йәбешеп ятыуы һәр аңлы кешенең күңеленә шом һала. Ни өсөн табиптар ауырыуға дөрөҫ диагноз ҡуя алмай? Ҡайҙан килә кешегә ҡа­рата шундай битарафлыҡ? Хикәйәнән аңлашы­лыуынса, был – заман сире, яман ауы­рыу. Хикәйәнең сиселеше лә шул йүнәлештә хәл ителә: ауырыу Гөлниса биҙгәк менән йонсой икән. Артабан кешегә хас сир ата­маһы менән тотош һаулыҡ һаҡлау систе­маһы эшмәкәрлегенә лә теп-теүәл ошондай баһа бирелә: “Был биҙгәк уға (Гөлни­саға – Р. И.) ғына түгел, ә барлыҡ медицина өлкә­һенә таралған кеүек булды уға. Ә бына уны һауыҡтырыуы...” Һөйләмдең күп нөктә менән тамамланыуы ла юҡҡа ғына түгел. Тимәк, хәлдең ҡасан яйланыры әлегә билдәһеҙ.
“Әҙәплелек” хикәйәһе лә үҙенсәлекле. Ғә­ҙәттә, әҙәплелек төшөнсәһе ыңғай си­фат­тарҙы дөйөмләштерә. Ә бына хикәйәлә был төшөнсәгә икенсерәк төҫмөр бирелә: саманан тыш әҙәплелектең кире һөҙөмтә­ләргә лә килтереүе мөмкин. Аҙым һайын ҡурсалап, тегене-быны артыҡ тыйып үҫтер­гән әсә үҙе­нең ошо ҡылыҡтары менән улына дөрөҫ тәрбиә бирәм тип уйлап тә­рән яңылыша. Һәр бер нәмәне рөхсәт һо­рап ҡына эшләй торғас, үҫеп буй еткәс тә, Әғзәм ошо ғәҙәтен ташламай. Шул арҡа­ла баҙнатһыҙ, йомшаҡ характерлы, үҙаллы аныҡ ҡына ҡарарға килә алмаусы кешегә әйләнә. Элек әсә һүҙе­нән сыҡмаһа, хәҙер инде уны ҡатыны үҙ ҡурайына бейетә.
Ғаиләләге тәрбиә өлкәһендәге етешһеҙ­лектәргә бәйле “Бәпес” хикәйәһенән дә фә­һем алырлыҡ. “Бәпесем дә бәпесем” тип са­быйы өсөн өҙгөләнә икән тиһәң, ул армия­ла хеҙмәт итеүсе улы, имеш. Бер яҡтан, көл­кө күренеш, ә икенсе яҡтан, уй­лан­ды­рыр­лыҡ: һалдат хеҙмәтенән сы­ны­ғып, ысын ир-егет булып ҡайтырмы, артабан донъя ҡо­роп, үҙ юлы менән йәшәп китә алырмы был егет? Икеле. Әсә ке­ше­нең “Илде һаҡ­лай. Бына һеҙҙең кеүектәр тыныс йоҡлаһын өсөн” тигән һүҙҙәре утҡа май һипкән ише сатираны көсәйтә генә. Ике хикәйәләге әйтергә теләгән фекер ҙә бөгөнгө көн өсөн характерлы булған тәрбиә мәсьәләләренә барып тоташа. Ике әҫәр ҙә ғаиләләрҙә ир-ат тәрбиәһе мотлаҡ тигән урынлы талап ҡуя. Ошоға өҫтәп, белем биреү систе­ма­һын­да ла ҡатын-ҡыҙ тәрбиә­һе өҫтөнлөк ала барыуын, мәғариф реформаларына ярашлы, балаларҙы артыҡ шаштырыуҙы, саманан тыш контролде иҫкә төшөргәндә, тотош йәм­ғиәт кимәлендә хәл итәһе проблемалар кү­тәрелә хикәйә­ләрҙә.
“Кеше балаһы” хикәйәһендәге Сания яҙмышы ғибрәтле лә, аяныслы ла. Ул да үҙенең артыҡ изгелеклеге, үтә лә кеше­леклеге арҡаһында үҙ донъяһын ҡороп, үҙенең балаларын һөйөүҙән мәхрүм. Шуның урынына туғандарының балаларын етем ит­мәйенсә, аяҡҡа баҫтырыуға бар көсөн һала. Әлбиттә, мәрхәмәтлелек, ҡа­һарманлыҡ был. Әммә ошо изгелеккә ба­ла­ларҙың да яуабы шулай булһа икән. Юғиһә Сания ҡар­сыҡ: “Кеше балаларын ҡарап ғүмерем үтте. Ниңә генә тыуманан булһа ла бала тапманым икән? Хәҙер шул тиклем үкенеүем! Иҫәр! Үҙеңдеке үҙең­деке булыр ине. Ә бы­лар ике ятып бер иҫтәренә лә алмай. Хәҙер кәрәгем бөт­тө шул!” – тип өҙгөләнер инеме ни? Тормошта осрай торған ғибрәтле хәл. Бынан һығымтаны һәр кем үҙенсә яһарға те­йешле.
В. Исхаҡов әҫәрҙәрендә һүҙ уйнатыу (бер һүҙгә бөтөнләй икенсе мәғәнә һалыу) алымы хас. Һин бер нәмә хаҡында уйлап тораһың, ә баҡһаң, һүҙ икенсе юҫыҡта бара. Ошоноң менән дә хикәйәнең уңышын билдәләргә кә­рәк. Миҫал өсөн “Һунарсы” хикәйәһен алайыҡ. Уҡыусы башта һунарға бәйле мажара өмөт итә. Юҡ шул, һунарсы тигәнебеҙ бер ҡайҙа ла эшләмәгән, аҡса теләнселәп, темеҫкенеп көн иткән, шул рәүешле кешелек сифаттарын юғалтҡан әҙәм, имеш. Халыҡ уға, есеменә исемен тап килтереп, “һунарсы” ҡушаматын йә­беш­тереп ҡуйған. “Һунарсы” тигәндән әҙәп-тәрбиәне күптән онотҡан замана имгәк­тә­ренә асыу ҙа, нәфрәт тә, ытырғаныу ҙа тойомлана.
“Нурулла балдың йәнә бер шифаһы ха­ҡында ғәжәп асыш яһаны”, – тип башланып китә “Асыш” хикәйәһе. Башҡа иң тәүҙә фәнни өлкәләге асыш тигән уй килә. Уҡыусы ҡыҙыҡ­һына, тиҙерәк белергә, мәсьәләнең айышына төшөргә ашыға. Баҡ­тиһәң, мәсьәлә бөтөнләй фәнгә ҡағы­лышлы түгел икән. Нурулланың асышы шуға ҡайтып ҡала: күстәнәскә бал алып барһаң, һәр төрлө эштәреңде атҡарып була. Ә инде ошоно кинәйәләп әйткәндә, тотош йәмғиәт кимәлендә ҡул ҡулды йыуа тигән ҡалып элек тә, бөгөн дә йәшәп килә. Хикәйәләге күренештәр шуға ишара.
“Килен төшөргәндә” хикәйәһендәге Сә­ғиҙә ҡарсыҡтың уңайһыҙ хәлгә ҡалыуына ла һүҙ мәғәнәһе сәбәпсе. Күршегә килен төшә тип мәж килеп, ярҙам ниәтенән аш-һыу табыны әҙерләп, көтөп кенә торғанда, кер йыуыу машинаһы алып ҡайтыу – мә­рәкә күренеш. “Кемдең уйында нимә, шул ауыҙында” тигәндәй, “һайыҫҡан” ҡушамат­лы Сәғиҙәгә лә килен төшөрөү хәбәре әһә­миәтлерәктер. Килен менән кер йыуыу машинаһын бутауҙың икенсе сәбәбе лә бар: ҡайһы бер буйҙаҡ ир-егеттәр уларҙың икеһен дә кер йыуып, йорт мәшәҡәттәрен башҡа­рыу­сы тип ҡабул итә. Шуға күрә ғаилә ҡороп хитланмайынса, йорт йыһаз­дары йыйыу менән генә хушһыныуҙы хуп күрәләр. Ошо рәүешле әбейҙең яҙа ише­теүе тағы бер мөһим проблеманы иҫкә төшөрә.
Ысынбарлыҡта мутлашыусыларҙың ниндәйе менән генә осрашмайһың. Кеше алдап көн күреүҙе кәсеп итеп алған шун­дайҙарҙың береһе хаҡында “Бахыр” хи­кәйә­һендә бәйән ителә. Һуҡыр рәүешенә кереп, хәйер һорашып ултырған әзмәүер­ҙәй ирҙе бахыр ҙа бахыр тип йәлләйҙәр, шундай көнгә төшөрмәһен, тип Хоҙайға ял­баралар, мәрхәмәтлек йөҙөнән аҡса һуҙалар. Әлеге лә баяғы, сиселеш билдә­ле: хәйерсе тигәнең бер ҡатлы ышаныусан бәндәләрҙән күпкә шәберәк йәшәй. Ошо рәүешле хикәйә уяулыҡҡа саҡыра, мутла­шыу­сыларҙан һаҡ булырға иҫкәртә.
Венер Исхаҡов хикәйәләренә шундай үҙенсәлек хас: иң тәүҙә геройҙар ыңғай ҡа­раш тыуҙыра торған хәл-ваҡиғалар эсен­дә һүрәтләнә, тик аҙаҡтан ғына улар­ҙың ысын йөҙө асыла. Ана шундай ике йөҙ­лө кешеләр хаҡында “Татыу ғүмер итегеҙ” хикәйәһендә һүҙ бара. Туй мәжлес­тәрен алып барып, балдай татлы телле, юғары мәҙәниәтле булып күренгән Зилә Дамир ҡыҙы ысынында тупаҫ, әҙәпһеҙ, мә­ҙәни яҡтан түбән әҙәм булып сыға. Уның ниндәй кеше икәнлеге ошо һөйләм­дән генә лә яҡшы аңлашыла: “Ул арала ишектән сәстәре туҙған, йөҙө ҡорба­нын йырт­ҡыслап ташларҙай булған, сикә тамырҙары бүртеп сыҡҡан Зилә Дамир ҡыҙы үҙе күренде…” Бер төрлө һөйләп, ә ысын­бар­лыҡта бөтөнләй башҡаса эшләп йөрөгән әҙәмдәр әйләнә-тирәбеҙҙә бик күп. Автор ана шундайҙарҙан бик оҫта итеп хикәйә геройҙары ижад итә.
Ошо яҡтан “Дуҫтар” хикәйәһе лә фәһем­ле. Үҙе иҫән саҡта табыныу дәрәжәһендә ҡы­ланып, яҡын дуҫ иҫәбендә йөрөгән кеше­ләрҙең рәссам Әкрәм Мөкминовты ерләү ваҡиғаһында ысын йөҙө асыла. Бер-бере­һенән уҙҙырып, маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәгән абруйлы ғына кешеләрҙең ауылға зыярат ҡылыуы барыуҙан төрлө сәбәп табып тороп ҡалыуҙары һис аҡылға һыйырлыҡ түгел. Бына шунан һуң аңла инде тормошто: кем­дең дуҫ, кемдең дошман икәнен фанилыҡта нисек айырырға? Бик тә урынлы, һәр заманға ҡағылышлы һорау. Әммә яуапты һис кем теүәл генә әйтә алмаҫ.
Венер Исхаҡов хикәйәләрен уҡығанда, яҙыусының тел оҫталығына иғтибар итмәү яҙыҡ булыр. Халыҡсан һөйләү үҙенсәлек­тәре, бик отошло сағыштырыуҙар һүрәт­лән­гән геройҙарҙы тулыраҡ асырға, күтә­рел­гән проблемаларҙың айышына яҡшы­раҡ төшөнөргә ярҙам итә. Һөйләмдәр ябай, аңлайышлы. Ана шуға ла хикәйәләр еңел уҡыла, еңел ҡабул ителә. Әйткәне­беҙҙе миҫалдар менән дә нығытып ҡуйыу зарур булыр. “Ҡорбанын һөҙөп осорорға әҙерләнгән үгеҙ кеүек күҙе аларған, йөҙө ҡарайған, былай ҙа юҡ иренен бәлеш ке­үек бөрөштөрөп ҡымтыған ирҙең бүлмә­лә­геләргә ҡул биреп күрешеү түгел, ирендәрен ҡыбырлатып һау­лыҡ һорашыр­ға ла хәле етмәне”, – тигән юл­дарҙан ғына ла ниндәй кеше хаҡында һүҙ барыуы аңлашылалыр (“Беҙ ниңә шулай?” хикә­йә­һе). Шуға өҫтәп, “быҙау кеүек мыш­най-мышнай”, “йөҙөн әсе һуған ашаған­дағы кеүек сирылтып”, “ҡаҙ кеүек ғоңҡол­да­тып һыу һемерҙе” кеүек сағыштырыуҙар ҙа хикәйәләге Мөҡсин образын тәрәнәйтә төшә. “Кләүезник! Беҙгә ғәрип-ғөрәбә не нужен…” тип һөйләнеүе лә ыңғай тойғолар уятмай. Ысынлап та, беҙҙең халыҡҡа бер­ҙәмлек, татыулыҡ, үҙ-ара ярҙам етешмәй, тип яр һалған әҙәм үҙе бөтөнләйе менән көнсөл, тар күңелле әҙәм, имеш.
“Ҡот ҡойҙороу” хикәйәһендәге Раузаның ирен албаҫты, йолҡош, һеләгәй, аҡыш күҙ, хөрәсән, эшкинмәгән тигән сифаттар менән “хөрмәтләүенән”, Тәлғәттең ҡаты­нын башал­тай ауыҙ, сәсрәгер нәмә, ләғнәт тип “наҙла­уы­нан” да был ғаиләләге хәлде, үҙ-ара мө­нәсәбәтте аңлауы ҡыйын түгел.
Кейем шкафындағы таныш булмаған кофта ла Лилиәгә ғауға сығарыу өсөн сәбәп була (“Кофта” хикәйәһе). Ҡатындың бер нисә минут эсендә иренә ҡарата асыуы, нәф­рәте даръялай ташып сыға, әйтер­һең дә, бар тарафты ҡараңғылыҡ томалай. Ярһы­ған Лилиә күҙ асып йомғансы донъя­ның аҫтын өҫкә әйләндерә: “Ҡатынға фа­тир­ҙағы бөтә нәмә ялған, хыянатҡа бутал­ғандай тойолдо. Бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң фатир эсе дауыл үткәнде хәтерләтә ине”. Һуңынан кофта сере сиселә: ҡунаҡ­тан ҡайтҡанда һал­ҡынса булғанлыҡтан, Вәсилә әхирәте кейҙереп торған икән. “Әле генә ут урынына дөрләгән ҡатын телһеҙ ҡалды…” тип тамам­лана хикәйә. Һығымта шундай: һәр ҡылыр ғәмәлең алдынан ныҡлап уйлау мот­лаҡ.
Халыҡ менән осрашыуҙар мәлендә һин дә мин дуҫ, үҙ-ара татыу булып күренгән йыр­сы Әхмәҙей менән һүҙ оҫтаһы Мазһар­ҙың бер-береһенә ысын мөнәсәбә­тен улар­ҙың эсеп алғас, телмәр ағышынан шәйләп була. Һүҙ оҫтаһының: “Имеш, атҡаҙанған йыр­сы! Күҙеңде туҫтаҡтай упайтып, һыйыр кеүек мөңрәүеңде әйт! Артыңда кеше торғанға әҙәм булып йөрөйһөң бит!” – тигәненә Әхмәҙейҙең яуабы ла һуғанлы-боросло: “Һинең урыныңда любой наҙан эшләй ала. Тотаһың да кеше яҙғанды уҡыған булаһың. Шунан ауыҙыңды ыржайтып көләһең. Бик тә шәп булғас, үҙең яҙ, йәме!” Кистән генә кемуҙарҙан бер-бе­реһен хурлаған сәнғәт эшмәкәрҙәре иртәнгә тағы һис ни булма­ғандай. Ошо күренеш аша яҙыусы эскелекте, ике йөҙ­лөлөктө, рухи ярлылыҡты тәнҡитләй.
“Битенә байҙар төҫө ингән” (“Шәп күс­тәнәс” хикәйәһе), “эш хаҡын сысҡан ки­мерә” (“Татыу ғүмер итегеҙ”) кеүек фразеологизмдар ҙа, “баҫһа баҡыр иҙерлек, типһә тимер өҙөрлөк” (“Хәстәрлек”), “бейә­ләй дәүмәллек кенә болот” (“Һарыҡ”), “ҡата башындай малай” (“Ҡот ҡойҙороу”), “бүрегә ҡараған кеүек ҡараш” (“Ҡала ситендәге ер”) кеүек сағыш­тырыуҙарҙы ла яҙыусының уңышлы табышы тип әйтергә кәрәк.
Йомғаҡлап әйткәндә, Венер Исхаҡовтың “Өй эйәһе” йыйынтығына ингән хикәйәләре күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдыра. Ғө­мү­мән, уларҙы уҡыған кеше һис кенә лә битараф ҡала алмай. Хикәйәләрҙә тасуир­ланған хәл-ваҡиғалар, улар эсендә ҡайна­ған төрлө характерлы геройҙар берсә көлдөрә, берсә күңелде ҡыра, берәүҙәрен ғибрәт итһәң, икен­селәренән һабаҡ ала­һың. Ысынлап та, әйләнә-тирәләге ысын­барлыҡ шундай бит, тип автор менән тулы­һынса килешергә ҡала. Тормошто яҡшы белгән, һәр төрлө хәл-ва­ҡи­ғаларға иғтибарлы булып, шуларҙан бө­гөнгө күҙлектән сығып һығымта яһай алған кеше генә ышандырырлыҡ әҫәрҙәр ижад итә ала. Венер Исхаҡов – ана шундай тормош ҡаҙаны уртаһында ҡайнаған тынғыһыҙ ижадсы ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779