Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәҙәни усаҡтар саҡыра
Мәҙәни усаҡтар саҡыраЯңы Әптек ауылында йәшәгән Ғәлиәхмәтовтар – ишле һәм уңған ғаиләләрҙең береһе. Заманса әйткәндә, урындағы тормоштоң тотҡаһы, киләсәге. Йорт хужаһы Себер тарафында аҡса тапһа, ҡатыны ауылда ғаилә усағын дөрләтә. Өс балаға ғүмер биргәндәр. Руфина, Мәҙинә һәм Данияр – ата-әсәһенең оло ҡыуанысы.
Ғәлиәхмәтовтар ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Спортта һынатмайҙар, мәҙәни сараларҙа ла сығыш яһайҙар. Ауылда күңелде күтәрер, рухты нығытыр урын барлығына ҡыуанып бөтә алмай улар. Урындағы мәҙәниәт йорто шулай ғаиләләрҙе, ундан ашыу милләт вәкилдәрен берләштерә, күңелдәргә яҡтылыҡ, ҡот өләшә.


Ә бит бынан бер нисә йыл элек ошо яҡҡа юл төшкәндә мәҙәниәт усағының торошо уйға һала ине. “Дер һелкетеп бейер инем, сәхнәбеҙ ҙә юҡ икән” тигән мәҡәләлә ауылда клубтың, авария хәлен­дә ҡалыу сәбәпле, ябылыу мәсьә­ләһен күтәреп сыҡҡайныҡ. Хәйер, райондың уңған етәкселеге ул ваҡытҡа проблеманы хәл итеп өлгөргәйне инде: мәҙәни усаҡ торошо яҡшы, әммә шарттарына тура килтереп үҙгәртеү талап иткән бинаға күсерелгәйне.
Ғәмәлдә сәхнә һәм йөҙ урынлыҡ тама­ша залы эшләү, китапханаға урын әҙер­ләү кәрәк булды. Был хәлде берҙәм ха­лыҡ “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында яйға һалды.
Бер миллион һумдан ашыу аҡсаға мә­ҙәниәт йорто танымаҫлыҡ итеп үҙгәр­телде. Хәҙер бында сәхнә менән зал ғы­на түгел, башҡа шарттар ҙа, йыһаз да яңырҙы. Мәҫәлән, кейенеү бүлмәләре, дискотека үткәреү өсөн айырым урын булдырылды.
Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә хәҙер ауылдаштары мәнфәғәтендә дәрт­ләнеп, ең һыҙғанып эшләй. Мөдир Зифа Сәмиҡова яңы бейеү төркөмө туплаған, художество етәксеһе Гәүһәр Латипова иһә вокаль ансамбль ойош­торған. Уларҙа бәләкәйерәк уҡыусылар шөғөлләнә. Ә үҫмерҙәр өсөн “Ағиҙел” түңәрәге бар. “Та­маша” халыҡ театрында инде өлкән­дәр артислыҡ һәләтен аса. Ауылдаштарын сағыу спектаклдәр менән һөйөн­дө­рөп кенә ҡалмай, ситтә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеү яулап ҡайта улар.
Дөйөм алғанда, бында унға яҡын түңәрәк эшләй. Халыҡ өсөн шулай уҡ китапхана һәм музей ишектәре лә асыҡ.
Һис һүҙһеҙ, ауыл кешеһе тулы тормошта йәшәһен өсөн урындағы инфраструктураны үҫтереү мөһим. Клубтарҙың ошолай гөрләп эшләп тороуының әһә­миәте баһалап бөткөһөҙ. Шуныһы ҡыуа­ныслы: Ишембай районында былтыр ғына тиҫтәнән ашыу мәҙәниәт усағы ремонтланды, яңы төҫ алды. Ҡайһы бер урындарҙа барҙың да ҡәҙере юҡ мәлдә бында мәҙәниәт сәскә ата, ауыл тормошо йәнләнә.
Былтыр Алаҡай, Иҫәкәй клубтарында, Маҡар, Көҙән, Кинйәбулат, Яр-Бишҡаҙаҡ, Верхотор, Биксән, Васильевка, Яңы Әптек мәҙәниәт йорттарында 10 миллион һумдан ашыу аҡсаға яңыртыу эштәре башҡарылған. Өҫтәүенә, Ишембай ҡала­һындағы “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының ҡыйығы алмаштырылған. Әйткәндәй, Яңы йыл байрамы алдынан ғына, бөтөн эш тамамланып, Биксән, Алаҡай һәм Васильевка ауылдарындағы клубтар яңынан үҙ ишектәрен асты.
Эйе, яңы бина күңелдәргә дәрт өҫтәй. Мәҫәлән, Ишәй ауылы коллективы “Аш­ҡаҙар таңдары” фестивалендә аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Ошо иҫәпкә мәҙә­ниәт усағы йәнә йыһаз менән тулыландырылды – ноутбук алынды. Бюджеттан тыш финанслау ярҙамында аппаратуралы ла булды ишәйҙәр.
Белеүебеҙсә, “Урындағы башлан­ғыс­тарҙы яҡлау” программаһының мөмкин­лектәре киң, тик уны халыҡҡа дөрөҫ итеп, власть менән берҙәм булып фай­ҙаланыу шарт. Ишембайҙар ошо уңай­лыҡты бер нисә йыл инде ҡулдан ысҡын­дырмай. Һөҙөмтәлә төбәктә мәҙәниәт усаҡтары ғына түгел, фельдшер-акушер­лыҡ пункттары, балалар баҡсалары, спорт залдары, балалар майҙансыҡтары асылды, күперҙәр төҙөлдө, юлдар яңыр­тылды, ҡоҙоҡтар ҡаҙылды, электр станциялары сафҡа инде, урамдарға яҡты­лыҡ, һыу үткәрелде, зыяраттар кәртәлән­де.
Ғөмүмән, һәр ауылда әүҙем эш алып барыла. Ә башланғыстар, билдәле булыуынса, республика һәм район бюджеты иҫәбенә генә түгел, халыҡтың аҡса­һы, бағыусыларҙың ярҙамы арҡаһында тормошҡа ашырыла. Тимәк, берҙәмлек һәйбәт һөҙөмтәгә килтерә.
Әйткәндәй, район әлеге программа ни­ге­ҙендә лә, “Берҙәм Рәсәй” партия­һы­ның “Реаль эштәр” проектына ярашлы ла заманса төҫ ала. Мәҙәниәт өлкәһен­дәге бихисап бурыстарҙы атҡарыуҙа муниципаль бюджеттан бүленгән аҡсаның да өлөшө ҙур. Был йәһәттән тәү ҡарашҡа ҡоро һандарға ғына иғтибар иткәндә лә, күпте күрергә мөмкин. Алтын бөртөкләп йыйыла тигәндәй, иң мөһиме – хәстәр­лектең, тырышлыҡтың, тыуҙырылған матурлыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәү зарур.

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779