Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Театрҙы “Юрматы” исемендә күргеһе килде
Драматургия — әҙәбиәттең иң ауыр жанры, тиҙәр. Шуғалыр Хоҙай Тәғәлә драма яҙыу оҫталығы менән актерлыҡ талантын, бергә туплап, Башҡортостанда йәшәгән бер нисә кешегә генә биргән. Республикабыҙҙың мәҙәниәт тарихында яҡты эҙ ҡалдырған, сағыу ижадсы Илшат Хәлил улы Йомағолов әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш.
Илшат Йомағоловтың шәхесе Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ғына түгел (артист унда оҙаҡ йылдар эшләне), стәрлетамаҡтар өсөн дә изге. Бынан егерме йыл самаһы элек ҡалабыҙҙа драма театрын булдырыуҙы Мәскәүгә барып, уны юғары кимәлдә хәл итеүгә өлөш индергән, көр һәм сағыу, бәрхәт тауышлы, мөһабәт буй-һынлы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисын ҡалабыҙ тамашасылары бөгөнгөләй хәтерләй. Уны урамда ла күптәр таный ине, исеме тамашасы теленән төшмәне. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрына уның исемен биреү мәсьәләһе лә күтәрелгәйне. Белмәйем, хәл ителерме, юҡмы? Шулай ҙа мәсьәлә ыңғай хәл ителер, тигән өмөт бар әле.
Илшат ағай башлыса төп ролдәрҙә уйнаны. Өфө һәм Стәрле театрҙарында тыуҙырған образдары хаҡында күптәр белә, ә бына ҡалабыҙҙың Ғәли Ибраһимов исемендәге премияһы тәүгеләрҙән булып уға бирелеүе хаҡында әйтергә тейешмен.
Илшат Йомағолов Башҡортостан Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһында яуаплы секретарь булып бер нисә йыл эшләү дәүерендә театрҙың исемен “Юрматы” итеп күргеһе килгәйне. Юрматы ырыуы ерендә урынлашҡан ҡаланың башҡорт театры шул исемгә лайыҡ, тип әйтер ине. Уның 1992 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Семәрле тәхет” исемле драмалар китабында “Юрматы” башҡорт драма театры” тигән исем күренә. Тимәк, бөйөк артистың, драматургтың исемен театрға биреүҙә ҡаршылыҡ бар икән, уның теләген тормошҡа ашырыу ҙа хөрт булмаҫ. “Юрматы” исеме лә матур, етмәһә, урыҫса тәржемәһеҙ, яңғырауыҡлы, тарихи ерлекле атама бит.
Илшат Йомағолов Күмертау районының Тимербай ауылында (хәҙер Көйөргәҙе районы) тыуған. Үҙ тырышлығы менән сәнғәткә юл ярған. Драматург булараҡ ундан ашыу әҫәр яҙған. Уның 1967 йылда сәхнәгә ҡуйылған, ырыуҙарҙы берләштереү өсөн үҙен ҡорбан иткән ил ҡыҙы тураһындағы “Нәркәс” трагедияһы төрлө фестивалдәрҙә премияларға, дипломдарға лайыҡ була, урыҫсаға тәржемәһе СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең ҡырҡтан ашыу ҡалаһы сәхнәһендә дүрт тиҫтә йылдан ашыу гөрләп барҙы.
“Байрамбикә”, “Торналар ҡайта”, “Юғалтыуҙар аша” драмаларында һүрәтләнгән образдары ижади табыштарға тиң. “Семәрле тәхет” трагедияһында ла, “Буш сәңгелдәк”, “Ебәк ҡороҡ” комедияларында ла, башҡа әҫәрендә лә һәр геройы тормош шарттарына килешеп йәшәмәүе, үҙ идеалдары өсөн тоғро көрәшеүе менән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә образдар. Һәр пьесалағы персонаждар ҙа, авторҙың тәрән фекерләп яҙыуынса, геройҙар менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй, уларҙың һәр һүҙе поэтик кимәлдә зауыҡлы драматургия телен хасил итә. Профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов был драматургия хаҡында “етди әҙәби күренеш”, тип, авторҙың ҡанында ижад ҡомарын йөрөтөүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уның телмәр үҙенсәлектәренә ентекле анализ яһаған.
Илшат ағай балалар өсөн дә “Серле моң”, “Шайтан күле ярында” пьесаларын яҙған, улар ҙа сәхнәләштерелде, “Китап” нәшриәтендә 2001 йылда баҫылған “Сәхнә әҫәрҙәре” китабында донъя күрҙе.
Бөйөк шәхес, актер, тәрән аҡыллы кеше, йәштәрҙе сәнғәткә ылыҡтырыусы педагог-остаз, күп яҡлы талант эйәһе, сағыу ижадсы ул Илшат Йомағолов. Стәрлетамаҡ театрының элекке баш режиссеры Гөлдәр Ильясова шул хаҡта: “Уның илаһи оҫталығы беҙҙең өсөн — тотош университет”, — тип әйткәйне. Илшат ағай үҙенең сағыу ижады, уңышлы драматургия әҫәрҙәре менән башҡорт илен шатландырып йәшәне. Әгәр уның исеме Стәрлетамаҡта мәңгеләштерелһә, театрыбыҙҙың мәртәбәһе киләсәктә тағы ла артыр, ҡалабыҙ өсөн оло ваҡиға булыр ине.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779