Районыбыҙҙың төпкөл бер ауылына ҡаҙ өмәһенә саҡырҙылар. Бәләкәстәремде ҡалдырып, донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, барып еткәнсе иртәнге сәғәт ун да тулғайны. Был ваҡытта өмәсе ҡатын- ҡыҙҙарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй, көлөшә-көлөшә ҡаҙ йолҡалар ине. Күрәһең, хәбәрсе икәнлегемде алдан уҡ белеп өлгөргәндәр.
“Өлөшөңә төшкән эште үҙебеҙ эшләйбеҙ. Бары тик беҙҙе тыңла, күңел серҙәре менән уртаҡлашҡыбыҙ килә. Гәзиткә яҙһаң, бәлки, беҙҙең кеүек яңғыҙ ҡатындарҙы аңлаусы табылыр...” Шулай тиһәләр ҙә, өлөшөмә “төшкән” ҡаҙҙы алдыма алып: “Бергә-бергә эшләһәк, күңеллерәк тә булыр, әйҙә, серҙәребеҙ уртаҡ булһын”, – тип эшкә тотондом.– Мин дә бит һәр ҡатын кеүек матур итеп кейәүгә сығып, балалар үҫтереп, донъя көтөргә хыялландым, – тине Әнисә, бер ни тиклем эшләп алғандан һуң. – Хәс тә әкиәттәге кеүек: аҡбуҙатҡа атланған принц килеп, үҙенең әкиәт һарайына алып ҡайтыр тип өмөтләндем. Кейәүгә сыҡҡас, әлбиттә, тәүҙә шулай булды. Тик оҙаҡҡа барманы. Бер-ике ай уҙыуға, тормош үҙгәреп китте. Ирем көн дә тиерлек эштән эсеп ҡайта башланы. Ҡысҡырына, яман һүҙҙәр әйтә. Ҡул күтәрергә лә тартынмай ине. Балам тыуғас, холҡо бөтөнләй үҙгәрҙе. Аңлашып-һөйләшеүҙәр, өгөт-нәсихәттәр килеп сыҡманы. Уныңса, бөтәһе өсөн дә мин ғәйепле инем. Түҙмәнем түгел, түҙҙем, ләкин артабан да былай кәмһетелеп йәшәп булмаҫын аңлап, айырылыштым. Дөрөҫ, яңғыҙыма ауырға тура килде. Шулай ҙа улымды аяҡҡа баҫтырҙым. Үҙем уға атай ҙа, әсәй ҙә. Бөгөн улым Себер тарафтарында эшләй. Әле лә яңғыҙмын...
– Ә мин ике тапҡыр кейәүгә сыҡтым, – тине киләһе әңгәмәсем Зифа. – Беренсеһе беҙҙе ҡалдырып вафат булып ҡуйҙы. Яҡшы кеше ине. Бер балам менән яңғыҙ ҡалдым. Икенсеһе әсәһенең итәгенән айырыла алмаған 34 йәшлек бала булып сыҡты. Бер нәмәгә ҡарата ла һүҙе булманы. Нимә эшләйек икән, тип кәңәшләшһәң дә, “әллә” тиеүҙән уҙманы. Айырым йәшәһәк тә, беҙҙең арала һәр ваҡыт ҡәйнәм торҙо. Улын минән ныҡ ҡыҙғанды. Ҡунаҡ булһаҡ та, ул беҙҙең уртала ултырҙы. Мин өйҙә булмағанда ғына килеп китә йә эшенә бара. Унан һәр нәмәгә отчет ала торғайны. Тора-бара ирем минән ныҡ алыҫлашты. Балаһын да күрмәҫ булды. Икебеҙҙе лә ыҙалатмайыҡ тип, айырылыштыҡ. Бөгөн ул әсәһе менән генә йәшәй, ҡабат өйләнмәне. Балаһы менән дә ҡыҙыҡһынмай.
– Ә мин бөтөнләй кейәүгә сыҡманым, – тине Сәлимә. – Әсәйемдең атайым менән ыҙалап йәшәүен күреп үҫкәнгәме, кейәүгә сыҡҡым килмәне. Яңғыҙлыҡ ҡына бәғерҙе өҙә, әллә үҙемә иптәшкә берәй бәпәй табырғамы икән, тип уйлап йөрөйөм.
– Ҡыҙҙар, ирле лә илар, ирһеҙ ҙә илар, тиҙәр, – тип әңгәмәгә ҡушылды ситтә генә баҫып торған Ләлә. – Минең ирем дә бар, балаларым да үҫә. Тормош булғас, төрлө саҡтар булып китә. Түҙәһең инде.
– Һинең ирең кеүектәр бөтәһенә лә эләкмәй бит әле, – тине Әнисә, Ләләне бүлдереп. – Ана, ғаиләм, балаларым тип хатта Себер тарафтарына сығып китте.
– Сибиряк ҡатыны булыуы еңел тип уйлайһығыҙҙыр инде, – тине Ләлә, уфтанып. – Ирле булып та ирһеҙ йәшәйбеҙ. Йылдың дүрт айын ғына бергә уҙғарабыҙ, ҡалған һигеҙ айында яңғыҙ ғүмер итәбеҙ. Балалар ҙа атайҙарын һағына. Бесәнде лә үҙемә эшләп алырға тура килә. Картуф сәсәбеҙ – ул юҡ, йыябыҙ – ул юҡ. Мал һуйғанда ла вахтала эштә булып ҡала. Шунан әйтегеҙ инде, минең дә яҙмыш һеҙҙекенә оҡшаш түгел тип?
– Ауылда эш булмағас, уңған ир-егеттәр ситкә сығып китеп бөттө, – тине Зифа. – Ауылда ҡалғандарының йә ғаиләһе бар, йә ялҡауҙар, йә эскеселәр. Шунан кемгә кейәүгә сыҡмаҡ кәрәк?
– Ирҙәре булған ҡатындар менән аралашмаҫҡа тырышабыҙ, – тине Сәлимә. – Ирҙәрен ҡыҙғаналар. Берәй эштәрен эшләтергә кәрәк булһа ғына, беҙҙе саҡыралар ҙа тиҙерәк оҙатыу яғын ҡарайҙар.
– Ир көсө талап ителгән берәй эш килеп сыҡһа, кемгә мөрәжәғәт итергә лә белмәй яфаланабыҙ, – тине Әнисә. – Урамда берәүҙе лә тапмаҫһың. Өйләнгән ирҙәргә әйтер өсөн тәүҙә ҡатынынан барып рөхсәт һорарға кәрәк. Ул ебәрһә – килә, ебәрмәһә – юҡ. Ә буйҙаҡтарға әйтер инең, тәүҙә улар “Эсергә бармы?” тип һорай. Тауыҡ салдырырлыҡ та ир тапмай китәбеҙ. Ҡыҙҙар, иларһыңмы, көлөрһөңмө: хәҙер үҙем ҡош- ҡорт салырға өйрәнеп алдым...
– Мин дә иремде инде ҡайтһа, башҡаса ебәрмәйем тип уйлайым да, булмай, тағы ла сығарып ебәрәм, – ти Ләлә. – Балалар үҫә бит. Уларҙы уҡытырға, кейендерергә аҡса кәрәк. Ул үҙе лә ситтә йөрөп ялҡып, ябығып бөттө. Тағы ла биш ай эшләһә, “сибирскийын” ала башлай, эш хаҡы күберәк буласаҡ, тип өмөтләнәбеҙ. Түҙмәй хәл юҡ, ҡыҙҙар, түҙәбеҙ инде...
– Уйлаһаң, ҡурҡыныс булып китә, донъя шулай ҡатын-ҡыҙ ҡулына күсеп бөтөрмө икән ни?! – тип бошондо Зифа. – Машинаһын да йөрөтәбеҙ. Ир-егеттәрҙең салбарын да, шапкаһын да “һалдырып” алдыҡ. Ә бит беҙ, русса әйткәндә: “Должны выйти замуж, чтобы быть замужем”.
– Ә мин ошолай өмәләрҙә йөрөһәм йәки берәйһендә ҡунаҡта булһам, шунда уҡ иремә хәбәр итеп “һөйөнсөләргә” тырышыусылар табыла, – тине Ләлә. – Өҫтәп, алдашырға ла тартынмайҙар. Шунан китә ирем менән талашыуҙар. “Мин бында аҡса эшләйем, ә һин унда...” – тип яу һала. Ғаиләбеҙҙе боҙорға әҙер генә торалар. Унһыҙ беҙгә лә ауыр, ҡыйын икәнен нисек аңлатырға белмәйем.
Өмәсе ҡатын-ҡыҙҙар шулай бер-береһен бүлә-бүлә яҙмыштарын бәйән итә. Шул ваҡыт ҡәртәсәйемдең әйткәндәре иҫемә төштө: “Яңғыҙлыҡ Хоҙайҙың үҙенә генә килешһен”. Эйе, еңел түгел яңғыҙ ҡатындарға. Әсә бурысын да, атай бурысын да үҙ иңдәренә алып, балаларын кеше алдында кәм-хур итмәҫкә тырышып донъя көтә улар.
Яңғыҙ булғандары өсөн дә, бәлки, шундай өлгөр, егәрлеләрҙер. Ике-өс кешенең эшен улар яңғыҙ башҡара бит. Ана бит, алдымда ҡаҙ йолҡоп торған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Ике сәғәт эсендә 30 ҡаҙҙы йолҡоп та бөттөк. Артабан өмәнең иң ҡыҙығы башланды. Ҡаҙҙарҙы йыуырға, таҙаларға тотондоҡ. Ә беҙҙең әңгәмә дауам итте.
– Тағы ла кейәүгә сығырмынмы-юҡмы, белмәйем, – тине Зифа. – Ә шулай ҙа матур итеп йәшәге килә. Һөйөп-һөйөлгө килә. Танышыу кисәләренә йөрөйбөҙ, ләкин беҙ унда тиҫтерҙәребеҙ менән бейеп, күңел асып ҡайтыр өсөн генә барабыҙ. Ауылдағы клубҡа сығып булмай бит, гел йәштәр, беҙҙе аңламаҫтар. Бындай таныштырыу кисәләренә һәйбәт ир-егеттәр йөрөмәй. Күберәк эсеп, беҙҙе тикшерер өсөн киләләр.
– Ә уларҙа бер парҙың булһа ла танышып өйләнешкәнен беләһегеҙме?
– Беҙ өс ҡатын ике йыл инде бергә йөрөй инек, күптән түгел беребеҙ кейәүгә сыҡты, – тине Сәлимә. – Йәшәп алып китерҙәр тип ышанабыҙ. Ире былай тыныс күренә.
– Хәҙер танышыу кисәләре лә күберәк аҡса эшләү өсөн генә уҙа, – тине Әнисә. – Бөтәһенә лә тиерлек йөрөйбөҙ. Ойоштороусылар музыка ҡуйып бейергә төшөрәләр ҙә – эштәре лә шуның менән бөтә. Шунса пар өйләнде, хәҙер бына шуларҙың туйы үтә тигәндәренә ышанмағыҙ. Улар танышып, һөйләшеп тороусыларҙы ла иҫәпкә алып әйтә. Бынан ике йыл элек кемдәр йөрөгән – һаман да шулар бара.
– Ауылдарҙа өйләнмәгән ир-егет күп. Араларында берәүһе булһа ла күңелегеҙгә ятмаймы ни? Ни өсөн береһе менән танышып, ғаилә ҡормаҫҡа? – тип һорамай булдыра алманым.
– Күптәре ғаилә ҡороу, бала үҫтереү кеүек бурыстарҙан ҡурҡа, – тине Зифа. – Ҡайһы берәүҙәре үҙ йүнен үҙҙәре саҡ күрә йәки ата-әсәләренең елкәһендә йәшәй. Шулай еңелерәк тә инде: ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан...
– Тимәк, яңғыҙ ҡатын яңғыҙ ир-егеттәргә ҡарағанда көслөрәк?
– Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, тиҙәр, – тине Сәлимә. – Нисек булһа ла балаларыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырырға тырышабыҙ.
– Ә бит кеше донъяға парлы булып йәшәр өсөн тыуа...
– Бәхәсләшмәйбеҙ, – тине ул. – Әгәр ҙә беҙҙең менән бергә тигеҙ донъя көтөргә теләүсе табылһа, шатланып ғаилә ҡорор инек.
– Беҙ тыштан ғына шулай күңелле, ғорур булып күренәбеҙ, ә ысынында иһә нимә аша үтергә тура килгәнен күптәр аңламай, – тине Әнисә. – Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙы көслө тиһәләр ҙә, көсһөҙ ул беҙ. Йә урманға кеше күрмәгән яҡҡа сығып китәбеҙ, йә төндәрен яҫтыҡты ҡосаҡлап, күҙ йәштәребеҙгә ирек бирәбеҙ. Көс етмәҫтәйҙе лә тешебеҙ-тырнағыбыҙ менән йәбешеп атҡарып сығабыҙ. Беҙҙең арттан ҡарап “бахы-ы-ы-р” тип йәлләп ҡарап ҡалмаһындар өсөн урам буйлап ғорур атлап үтергә тырышабыҙ.
Эйе, йырҙарҙа йырланғанса, ҡар өҫтөндә лә усаҡ яғыр, илар саҡта ла көлөп бағыр ул яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ... Бахыр булмаҫ, баҡыр булыр ул яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ... Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙың күңелен кем аңлар ҙа кем белер?
Уйҙарымдың осона сыға алмай аҙапланам. Шул ваҡыт Әнисә моңло матур тауышы менән: “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар, бойоғошоп ултырмайыҡ. Күңелдәрҙе күтәреп ебәрәйек”, – тип дәртле генә итеп йыр башлап ебәрҙе. Уны ҡалғандары ла күтәреп алды:
Ҡара урмандарҙың, ай, уртаһында
Пар имәндәр киҫтең әллә ли.
Пар өйрәктәр йөҙәләр
Әрәмәлә, күлдәрҙә.
Яҡын дуҫтар йыйылғанда
Сәскә ата гөлдәр ҙә...
***
Районыбыҙҙың бәләкәй генә бер ауылында йәшәгән өмәсе был яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим булған ҙур проблеманы күтәрҙе.
Күңелдәрен балаларына баҫып, донъяларын ат кеүек егелеп көткән, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар һоҡланыу тойғоһо уята. Дөрөҫ, тормош һынауҙарын күтәрә алмай, эскелекте үҙ иткән, донъялыҡта юғалып ҡалғандар ҙа бар. Һәр кем яҙмышын үҙе хәл итә шул. Уңһалар ҙа, туңһалар ҙа, үҙҙәренән тора, ләкин арабыҙҙа матур, һоҡланғыс ғүмер иткән яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бихисап. Ә уларҙың ҡайһы берҙәренә ҡарап яңғыҙ икәнлеген аңламаҫһың да. Үҙҙәре лә белдермәй уны. Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бит хаҡлы тулы бәхеткә...
Мәҡәләне әҙерләгәндә район буйынса яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ күпме икәнлеген белештем. Ысынлап та, был һандың бик ҙур булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, Әбделкәрим ауыл биләмәһендә – 52, Ҡолсора ауыл биләмәһендә – 123, Ишбирҙе ауыл биләмәһендә – 70, Билал ауыл биләмәһендә – 200... Был һандарҙы артабан да дауам итергә мөмкин ине, ләкин сағыштырыу өсөн ошолар ҙа етә. Күптәренең иптәштәре вафат булған. Икенсе сәбәп булып айырылышыуҙар тора. Ҡайһы берәүҙәре бөтөнләй тормошҡа сыҡмаған.
Шул уҡ ваҡытта үрҙә әйтелгән ауыл биләмәләренән нисә ир-егет ситкә йөрөп эшләй икән? Был һандар ҙа беҙҙе ҡыҙыҡһындырҙы.
Шулай итеп, Әбделкәрим ауыл биләмәһенән – 115, Ҡолсора ауыл биләмәһенән – 125, Ишбирҙенән – 70, Билалдан 227 ир-егет ситтә эшләй булып сыҡты. Тимәк, уларҙың ғаиләләренә лә яңғыҙлыҡ ҙур һынау ҡуя.