Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Моң менән тулған булмышы
Моң менән тулған булмышыҠайһы бер кешенең тормошо, күңел донъяһы, уй-фекерҙәре ҡабатланмаҫ китап кеүек. Уны уҡыған һайын ҡыҙыҡлы биттәре асыла бара, сер йомғағы тағатыла. Бындай шәхестәр менән аралашыу бушҡа ғына түгел һымаҡ. Ниндәйҙер кимәлдә мәғәнә табаһың, донъя көтәм тип ашҡынып, сабып барған ерҙән бер аҙға туҡталып, уйланып алаһың.
Күп кенә йырҙар авторы, ошо өлкәлә утыҙ йыл эш дәүерендә төрлө спектаклдәр, фильмдар, йәнһүрәттәр өсөн йөҙ ҙә егерменән ашыу көйҙәр яҙған, әммә үҙен композитор тип атарға ҡыймаған Ришат СӘҒИТОВ менән аралашҡанда ла шулай булды. Үҙегеҙ баһалағыҙ: мәҫәлән, уның эштәре араһында Милли йәштәр театрында ҡуйылған “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Половецкая мистерия” спектаклдәренә, тәүге башҡорт сериалы “Ай ҡыҙы” һәм яңыраҡ мәҙәниәт тормошон шаулатҡан “Бабич” фильмы өсөн яҙылған көйҙәр бар.


– Ришат Рәфҡәт улы, һеҙҙең көйҙәр хакимлығына барып эләгеүегеҙ һәм унда бер туҡтауһыҙ янып эшләүегеҙ ҡайҙан юл алғайны?
– 91-се йылда мине ҡапыл ғына Байрас Ибраһимов “Нур” татар дәүләт театрына саҡырҙы һәм спектаклгә көй яҙырға тәҡдим итте. Һигеҙ йыр яҙырға кәрәк ине. Тәүге емеш уңышлы ғына булды һәм был эштең дә күңелемә ятҡанын аңлап өлгөрҙөм. Ул саҡта мин Өфө дәүләт сәнғәт академияһы эргәһендәге урта махсус музыка мәктәбендә уҡыта инем.
Музыка донъяһының серҙәрен бар тулылығында асырға Салауат Низаметдиновтан өйрәндем. Ағайҙың янында күп ваҡытымды үткәрҙем, уға төрлө техник мәсьәләләр йәһәтенән ярҙам иттем. Уны үҙемдең остазым тип һанайым. Салауат ағай бик талапсан, маҡсатҡа ынтылыусан һәм кеше хәленә инә белеүсәнлеге менән күңелгә уйылып ҡалған.
– Һеҙ, Милли йәштәр театрында эшләүҙән тыш, Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка факультетында уҡытаһығыҙ ҙа. Икеһе ике өлкә лә һымаҡ, шул уҡ ваҡытта уртаҡлыҡ та бар. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Эйе, ун йыллап инде ике эште бергә алып барам, әлеге ваҡытта музыка ҡоралдары һәм музыка компьютер ҡорамалдары кафедра мөдире вазифаһын да башҡарам. Беҙҙә уҡып сыҡҡан студенттар төрлө театрҙарҙа, радио-телевидениела, мәктәптәрҙә эшләй. Һәр уҡытыусы кеүек үҙ артымдан эйәреүселәр бар тип ғорурланам.
Һуңғы бер нисә йылда юғары вазифала ултырыусыларға мөһим мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итәм. Мәҙәниәт министрлығы ауылдарҙа клубтар, мәҙәниәт һарайҙары асыу йәһәтенән күп эшләй. Әммә белгестәр етешмәү мәсьәләһе ныҡ борсой. Йәштәр Магнитогорск, Ырымбур, Силәбегә уҡырға китә һәм шунда ҡала. Өфөлә лә белем алырға мөмкинлек бар. Беҙ халыҡ ижады буйынса программа ла төҙөгәнбеҙ. Фекерҙәштәр, хуплаусылар ҙа бар. Кафедра сиктәрендә “Ауыл уҡытыусыһы” конкурсы ойошторғайныҡ. Ете йөҙҙән ашыу кеше булды унда. Шул саҡта улар менән күҙмә-күҙ ҡарашып тигәндәй аралашырға насип булды. Барыһы ла бер һүҙҙән ауыл ерендә мәҙәниәт белгестәре етешмәүен һөйләне. Район хакимиәттәре мәктәпте тамамлаусыларҙы йыйып маҡсатлы рәүештә уҡырға ебәрһә ине тигән теләктәбеҙ һәм ошо йәһәттән эшләйбеҙ ҙә. Мәҙәниәт өлкәһендә универсаль белгес әҙерләп сығарыу ниәте менән янабыҙ. Идеялар бик күп, әммә әлеге ваҡытта иң мөһиме ошо.
– Шулай ҙа һеҙ моң донъяһына нығыраҡ яҡын шикелле. Үҙегеҙҙең күңелгә иң яҡын көйөгөҙ ниндәй? Илһамды ҡайҙан алаһығыҙ?
– Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә яҙылған “Олоғайтма мине, тормош”. Уны үҙем дә башҡарам. Шулай уҡ “Беҙҙең өйҙөң йәме” спектакле өсөн яҙылған йырҙарҙы атар инем.
Илһам төрлө ваҡытта килеүсән. Ҡайһы бер йырҙарҙың тыуыуына авторҙы яҡындан белеү ҙә булышлыҡ итә. Мостай Кәримдең үҙе менән яҡындан аралашыуым уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарға илһамландырҙы. Күп уҡыу, күп йырҙар тыңлау ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ҡайһы саҡ һис көтмәгәндә ултыраһың да яҙа башлайһың.
– Һеҙ ошо йәшкәсә бар хыял-маҡсаттарығыҙға ла ирешергә тырышып йәшәнегеҙме әллә килеп сыҡмаһа ҡул һелтәргә тура килгән саҡтар ҙа булдымы?
– Эшем барып сыҡмаһа күңелде төшөрмәҫкә тырышам, әммә мин барыбер ҙә ныҡышмал, еңмеш башҡорт. Ҡайһы бер темалар нисә йыл инде эшләнмәй ята, үҙ мәлен көткән шиғырҙар ҙа күп кенә.
– Бөгөнгө йәштәр анһат ҡына көй сығара ла ҡуя бит. Был йәһәттән һеҙҙең фекерҙәр нисек?
– Тәнҡитләгем килмәй, әммә өндәшмәй ҙә булдыра алмайым. Бер көнлөк кенә көйҙәр баҫып алды. Иң мөһиме – көйҙөң үҙ йөҙө юҡ. Был әйбер ошо авторҙыҡы тип тәғәйен әйтерлеге юҡ. Һәр кемдең үҙ почергы булырға тейеш. Радионы асһаң үтә ябайлаштырылған, бер ҡалыпҡа ғына һалынған йырҙар күп яңғырай. Шиғыры ла, көйө лә юҡ.
– Нилектән бындай хәл килеп сыға икән?
– Тәүге сәбәбе – белемһеҙлек. Ноталар ни бары етәү, әммә уларҙан киләһе быуаттарға етерлек сәнғәт әҫәре ижад итергә мөмкин. Хәҙер иһә йыр сығарҙың да хит-парадҡа эләктең икән – етте. Һәм күп тә үтмәй унан елдәр осто. Ә Рим Хәсәновтың “Һиңә килдем, иркәм…” кеүектәр бик оҙаҡ яңғыраясаҡ әле. Мәңге тип әйтергә лә булалыр. Кемдер бәхәсләшер, ял иттереүсе йырҙар ҙа кәрәк тиер. Эйе, һис һүҙһеҙ. Әммә улар ваҡыт үтеү менән юҡҡа сыға. Мин дә профессиональ композитор түгел. Шуға күрә үҙемде бер ҡасан да композитор тип атамайым. Спектаклдәр өсөн көйҙәр яҙам, музыкаль яҡтан биҙәйем тип кенә әйтәм. Композитор – ул бик юғары кимәл. Әлбиттә, бер кемде лә тыйырға ярамай, әммә йыр яҙырға ынтылған һәр кем композиция нигеҙҙәрен өйрәнһен ине. Был бик мөһим. Беҙҙең факультетта ла өйрәнергә мөмкин. Мин компьютер технологиялары менән шөғөлләнәм, уның буйынса Мәскәүҙә, Петербургта махсус курстар үттем. Аранжировканың композиция нигеҙҙәренә өйрәтә алам.
Ижадта һаҡ эш итергә кәрәк. Бөтәһен дә ҡапыл сығарып һалыу яҡлы түгелмен. Тиҙ генә яҙып, пиар яһау минең өсөн түгел. Ижадта һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Төнөн дә яҙам, көндөҙ ҙә. Янып эшләр өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Музыканы күп тыңлайым. Ғәжәп, ваҡытымды руль артында үткәрергә яратам. Ҡайҙалыр йөрөп ҡайтыу ҙа күңелде тулыландыра.
Ришат Сәғитов бар күңеле менән моң донъяһына сумған кеше. Бар булмышы менән көйҙәр донъяһында йәшәй. Тап уның кеүек эшенә бар халәте менән бирелгән талантлы кешеләр тотоп тора ла инде сәнғәт, мәҙәниәт донъяһын. Уға артабан да уңыштар, бәхет теләйек!

Айлина КИЛДЕБАЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780