Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәләл көсөм һиңә, илем, халҡым!
2012 йыл кешелек донъяһы өсөн генә түгел, шәхсән минең өсөн дә иҫтәлекле булмаҡсы. Сөнки быйыл мин, шөкөр, ғүмер юлымдың 75 тигән шаҡтай бейек түбәһенә артылыу шатлығын кисерҙем.
Шул айҡанлы күп кенә китап уҡыусыларынан, дуҫтарымдан, туғандарымдан, дәүләт власы органдарынан, ойошмалар һәм учреждениеларҙан, гәзит-журнал редакцияларынан ҡотлау хаттары, телеграммалар алдым. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай, әҙәби һәм ғилми ижадымды, йәмәғәт эшмәкәрлегемде юғары баһалап, Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. Баш ҡалабыҙҙың “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының Ҙур залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, республикабыҙ Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы хәстәрлеге менән үткәрелгән юбилей кисәһе, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Әлшәй районының Үҙәк китапханаһында, Раевка ауылындағы М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицей-интернатында, әле хәҙер ҙә үҙем эшләп йөрөгән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетындағы осрашыуҙар күңелдә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Республикабыҙ матбуғаты, радио һәм телевидение, “Башинформ” агентлығы минең ижадыма ғәйәт ҙур иғтибар бүлде. Бының өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Юбилей кисәһендә Мәғариф, Мәҙәниәт, Элемтә һәм киң мәғлүмәт министрлыҡтары, Өфө ҡала округы, Өфөнөң Киров районы, минең яҡташтарым — Әлшәй, Стәрлетамаҡ, Миәкә, Ауырғазы райондары хакимиәттәре етәкселәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Хисамитдинова, республика Милли музейы директоры Ғәли Вәлиуллин, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Сабитова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғон, күренекле яҙыусы Йыһат Солтанов, яҙыусылар һәм мөхәррирҙәр Нияз Сәлимов, Гөлфиә Янбаева, Салауат Кәрим, Зөһрә Ҡотлогилдина, Марс Әхмәтшин, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Румил Аҙнабаев, Риф Иҫәнов, Әлтәф Ғәйфуллин һ.б. миңә һәм минең ижадыма ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр әйтте. Уларға ҙур рәхмәт. “21-се трест төҙөлөш комплексы”, “Башинформсвязь” акционерҙар йәмғиәттәре етәкселәренә, ҡәҙерле дуҫтарым һәм туғандарым Минзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтарға, Фәрит Мөхәмәтшинға, Рәсих Исҡужинға, Иршат Аҫылғужинға матди ярҙам күрһәткәндәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай уҡ “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы етәкселәренең һәм хеҙмәткәрҙәренең, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Азат Ибраһимовтың юбилей сараларын үткәреү өсөн шарттар тыуҙырып тороуын, режиссер Сәйҙә Ильясованың, сценарий авторы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның хеҙмәтен айырым билдәләп үтмәксемен.
Республикабыҙға, халҡыбыҙға артабан да ең һыҙғанып хеҙмәт итергә, яңынан-яңы ижади үрҙәргә артылырға насип булһын. Бер шиғырымда әйтелгән ошондай һүҙҙәрҙе бөгөн дә ҡабатлағым килә:
Бар булмышым менән мин илдеке,
Ил йәшәһә, мин дә ҡалырмын.
Туған халҡым, яңы дәүерҙәргә
Һинең менән бергә барырмын!
Рәшит ШӘКҮР.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779