Уның кеүектәр хаҡында “100 йылға бер тыуған шәхес”, тиҙәр. Көйөргәҙе районының Тимербай ауылында тыуған Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағолов тураһында һүҙем. Бына уның арабыҙҙан китеүенә лә ун йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Ә быйыл ғинуарҙа уға 85 йәш тулыр ине.
Балалығы, үҫмерлеге менән дә үҙенең был донъяға сәнғәт өсөн яралғанын аңлаған ул, тигән фекер тыуғайны, үҙ ҡулдары менән яҙған иҫтәлектәрен уҡып. Рухи ынтылыш, күңел тартылыуы алып килгән уны сәнғәт донъяһына. Бар ҡиәфәте, йөҙ һыҙаттары, сәхнәнән яңғыраған һәр һүҙе тап ошо театр сәнғәте өсөн генә ергә яралғанын күрһәтә ине кеүек.
Хәтернамәләре республика матбуғатында ла баҫылды. Уның һәр башҡарған роле сәхнәлә ваҡиға кеүек ҡабул ителде. Үҙенән әйтеп аңлатып бөткөһөҙ энергетика, телмәрендә һәр һүҙгә һалынған күңел, аң көсө һиҙелеп тора ине. Һүҙ тигәндән, ул бит Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы ла булды. Башҡорт драматургияһында Илшат Йомағоловтың тәрән, сағыу үҙ урыны бар. Тел байлығы, геройҙарҙың үҙ-ара аралашҡандағы телмәренең халыҡсанлығы һәр саҡ хайран ҡалдырыр булды. Конфликтты ла оҫта ҡора белгән А.В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте институтын 1959 йылда тамамлаған ул.
Артистың шәхси архивында байтаҡ яҙмаһы һаҡланып ҡалған. Бөгөн “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын ҡыуандырып, бер ҡайҙа ла баҫылмаған, Илшат ағайҙың үҙенең тауышы яңғырап торған, һоҡланғыс тел-стилдә яҙылған хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Ҙур шәхестең, артистың, яҙыусының ҡулъяҙмаларын ҡәҙерләп һаҡлаған ҡатыны Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамоваға ҙур рәхмәт.
Әйткәндәй, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, халыҡ артисы Илшат Йомағоловтың хәтер кисәһе 19 ғинуарҙа М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле театр сәнғәтен һөйөүселәр!
Лариса АБДУЛЛИНА.Күккә ашҡан киртләс тауҙарҙың иң бейегендә, үҙенең ереккән ҡаяһында сал Бөркөт ултыра. Ул йоҡоло күҙҙәрен ҡыҫып ҡына асты ла, башын күтәрә биреп, мин йоҡлағанда бер-бер хәл булманымы тигән шикелле, тирә-йүнде байҡап алды: хәүефләнеү ҙә, һағайыу ҙа, киҫәтеү ҙә бар ине был ҡарашта.
Иртә. Ҡояш әле күренмәй, тәүге нурҙар сағылдарҙа ғына сағыла. Оҙон күләгәләр һонолошоп ергә түшәлгән. Салт аяҙ!.. Тирә-яҡ тып-тын!..
Тауҙар, тауҙар! Осһоҙ-ҡырыйһыҙ теҙелешеп, бер-береһенә һыйынышып ял итә улар. Әйтерһең, оҙон юл үткән каруан ялға туҡтаған. Ә ана тегеләре, кәңәшмә ҡорона йыйылған аҡһаҡалдармы ни, өйкөм-өйкөм булып түңәрәкләп ултырған. Күрәһең, әңгәмәләре оҙаҡҡа һуҙылған, ултырған көйөнсә ойоп киткәндәр.
Үҙәндәрҙән томан күтәрелә. Ул, берсә ҡуйырып, берсә шыйыҡланып, тауҙар иңенә төтәп үрмәләй. Йә тетелеп ҡаяларға һырыла, йә уҡмашып уйпаттарға төшөп юғала: шулай тын ғына урала. Сәскәләрҙең тажы йомоҡ, үләндәр ҙә шыбырлашмай – ысыҡҡа мансылып эйелгәндәр. Күкшел урман тын да алмай тынып ҡалған: уйға талғанмы, ниҙер көтәме, ғәҙәтенсә, сәйер, серле... Ҡая төбөнән урғылып сыҡҡан шишмә лә үләндәр төбөнән һөҙөлөп кенә йүгерә, һандуғас та яңы уянған, һайрар ботаҡ һайлай үҙенә. Именлек, хушлыҡ аңҡый тирә-йүндә. Урман шырлығында инә болан быҙауланы. Бөркөт, ҡалҡына биреп, киң ҡоласын йәйеп елпенде лә ҡанаттарын йыйып ҡуйҙы. Уның ҡанат осонан ысҡынып киткәндәй, иртәнге ел – нескә бил тауҙар буйлап уйнаҡлап йүгерҙе: һөйөнсө, һөйөнсө! Ул тауҙар иңенән томан юрғандарын һыпырып алды: “Уянығыҙ! Һөйөнсө! Болан балаһы донъяға килде!”
Бөркөт саңҡылдап ҡуйҙы: “Хәйерле сәғәттә, сабый! Төклө аяғың менән! Ғүмерең оҙон, донъяң киң булһын!”
Тауҙар һамаҡлап геүләне: “Рәхмәт әсәгә! Беҙҙән уға сәләм еткер, сабыйға сәләмәтлек, оҙон ғүмер! Бәхетле булһын! Үрҙәребеҙҙе үрләй-үрләй быуын нығытырға беҙгә килһен!”
Унан ел – нескә бил уйһыуҙарға төшөп йүгерҙе: “Һөйөнсө! Һөйөнсө-ө-ө! Болан быҙауланы!”
Үләндәр өҫтөнән тулҡын йүгерҙе, әйтерһең дә, шатлыҡ сатҡылары ялтыратып, ынйылай ысыҡ тамсылары һибелде. Гөлдәр күҙҙәрен асты. Туғай тирбәлеп яуап бирҙе: “Сабый миңә килһен, йүгерә-сабып уйнаһын. Минең иңем иңләмәй, минең буйым буйламай, киң далалар уҙа алмаҫ!”
Шишмә уйнаҡлап сылтыраны: “Килә йөрөһөн, һыуымды эсә йөрөһөн, үҙ шәүләһен үҙенә күрһәтермен, рәхим итһен!”
Урман көйләй-көйләй геүләне: “Байрам бөгөн, шатлыҡ беҙҙә, ырыҫ килде, күркем артты! Иҫән-һау тыуҙы сабый. Ҡуйынымда булыр төйәге, ҡоро япраҡ булыр түшәге. Ризығын да бирермен, ышығы ла булырмын. Һалҡын елдән һаҡлармын, яман күҙҙән ҡаплармын. Кинәнеп үҫһен сабый!” Һандуғас түгелеп һайраны...
Йөҙ тултырып ҡояш йылмайҙы...
Эй, гүзәл иртә! Тыныс иртә! Хәйерле иртә!
Иренен аҡ күбеккә буяп, һулҡылдатып-һулҡылдатып имә сабый. Үҙе имә, үҙе елкенә, урынында баҫып тора алмай – шатлана, ләззәтләнә. Сабый тәне буйлап дәрт булып инә һуты – аҡ һөт йүгерә. Бөгөн уның тыуғанына өс көн.
Бала имеҙеү – үҙе бер хозурлык. Баланың кинәнеп имеүе матур уйҙарға тарта, арыған тән иҙрәп ял итә, күңелдә бөтмәҫ ғорурлыҡ. Һулыш иркен, донъя матур, күк бейек!... Тик әсәләр вайымһыҙ була алмай: ул һаҡ, ҡолаҡтарын ҡайсыландырып, урман шырлығын тыңлай. Ҡайҙалыр ҡош осоп китеүен дә, ҡоро ботаҡ сытырлауын да айырым асыҡ ишетә.
Сабый имеп туйҙы. Инә ҡытыршы теле менән сабыйын ялай-ялай тарай: мамыҡ кеүек күпереп торған күкшел арҡаһын да, оҙон нескә муйынын да, юлаҡ-юлаҡ һары йүгергән ҡабырғаларын да, нәфис сираҡтарын да... “Үҫ, сабыйым, үҫ! Атайың кеүек көслө бул, атайың кеүек йылғыр бул! Аяҡтарың талмаһын, мөгөҙҙәрең ныҡ булһын. Ғүмер юлы – оҙон юл, ғүмер юлы – урау юл. Киң далалар осраһа, ярты юлда туктама, елдәй етеҙ уҙ, балам. Ташҡын йылға осраһа – ҡаршы йөҙөп кис, балам. Бейек тауға тап булһаң – урап үтмә, түбәһенә аш, балам...”
Сабый ағастар араһынан төшкән ҡыҫыҡ нурҙарға йөҙөн ҡуйып иркәләнеп торҙо. Ниндәй яҡты төшә уға? Үҙе йылы... Ә былары ни? Ҡара-ҡара, ағастан-ағасҡа, япраҡтан-япраҡҡа һары тәңкәләр һикерешә, буй-буй һары таҫмалар һуҙылып-һуҙылып төшә лә юғала, әле тегендә, әле бында... Ниндәй матур ер был? Тыныс, рәхәт! Әйтерһең дә, был донъяла улар икәү генә.
Инә болан сабыйын матурлап бөттөм, тине шикелле, туҡтап, балаһына баштан-аяҡ күҙ йүгертте. Бөтмәгән икән әле, етеҙ генә үрелеп, балаһының тумалаҡ морононда күпереп торған аҡ күбекте һөртөп алды. Эй, ниндәй матур бит уның берҙән-бере!.. Инде атаһына күрһәтергә лә ярай. Улын күреп, ул да шатланһын әле. Сабый, аңлаған шикелле, төймә күҙҙәрен тәгәрләтеп йылтыратты ла һикергеләп инәһенә килеп һыйынды. Әйҙә, барайыҡ һуң, тине шикелле.
Улар инәле-уллы шырлыҡтан сыҡты ла инәгә күптән таныш һуҡмаҡҡа төштө. Ҡайҙандыр тоноҡ ҡына тояҡ тауыштары ишетелгәндәй булды. Инә, ҡолаҡтарын ҡайсыландырып, аҙымдарын һирәгәйтә ҡуйҙы... Юҡҡа шомланған, йыш-йыш баҫып атлаған был тояҡ тауышы уға күптән таныш. Юл боролмаһында ағастар үтә урман ҡарауылсыһы күренеп ҡалды. Ауыҙ эсенән көйләй-көйләй ҡола юрғаһы өҫтөңдә бәүелеп бара. Инә боландың күңеле йылынып киткәндәй булды. Ҡарауылсы урманда саҡта хәүеф-шом юҡ, күңел тыныс, урман иркенерәк, көн яҡтыраҡ!.. Юлға сығып, артынан ҡарап ҡалырғамы әллә?.. Юҡ. Кире уйланы. Ана бит, артынан телен һалындырып, эте Ялбырғолаҡ эйәргән. Һиҙеп ҡалһа, килеп етер ҙә ырғандап өрә-өрә уйнарға тотонор, баланы ҡурҡытыр. Сабый уны белмәй бит әле. Бәлки, улай ҙа итмәҫ ине, ул да бит ана олоғайып, ҡалҡа биреп, йөнтәҫләнеп киткән.
Ары киттеләр. Инә болан аҡланға тиҙерәк барып етергә ашҡынһа ла, урман ҡарауылсыһы уның күҙ алдынан китмәне. Үткәндәге хәтирәләр киҫәк-киҫәк иҫенә төшә торҙо...
...Ул әсәһе менән бер генә йәй йөрөп ҡалды. Көҙөн әсәһен юғалтты. Ҡыш дауыллап-буранлап иртә килде. Ҡорһаҡ аҫтына етмәле ҡар яуҙы, йырып сыҡҡыһыҙ һырынтылар һалды. Тамаҡ туйҙырыу ғазапҡа әйләнде.
Бер көн ул ҡаршылағы тауҙың көнгәк битләүенә сығып тибенмәк булды, тәрән ҡар ҡаплаған уйпатты йөҙөп тигәндәй саҡ йырып сыҡты – ас, хәлһеҙ ине. Урман эсләп тауға күтәрелә башланы, ләкин күп тә үтмәне, берсә аптырап, берсә һоҡланып туҡтап ҡалды. Ҡаршыһында – миләш ағасы! Япраҡтарын бөтөнләй ҡоймаған тиерлек, ҡурылған ғына. Ә тәлгәш-тәлгәш миләштәре, ботаҡ һайын ҡыҙарып аҫылынып тора, әкрен иҫкән елдә һәлмәк кенә тирбәлә... Ашҡынып үрелде!.. Буйы етмәне... Артҡы аяҡтарына баҫып та ынтылды, юҡ, булдыра алманы — бейек. Ни эшләргә?! Туҡта әле... Миләштең эргәһендә генә утын ағастарын бер буй итеп өйөп ҡуйғандар, яр кеүек булып тора. Ул йәһәт кенә арт аяҡтарына күтәрелеп, алғы аяҡтары менән утын өйөмөнөң ҡабырғаһына тубыҡланды ла, ҡайырылып, миләшкә үрелде. Инде миләштәр уның баш осонда ғына, маңлайына тейер-теймәҫ кенә ҡалды, теле менән ялмап та ҡараны – юҡ, булмағас, булмай икән. Ә миләштәр ни, иҫтәре лә китмәй, иҫкән елгә ҡыу япраҡтарын ҡыштырлатып, үс иткәндәй, уның өмөт менән янған күҙҙәренә секрәйеп ҡарап, тирбәлешеп тик тора. Торалар ҙа бит... Буй етмәгәс, ни эшләйһең? “Юҡҡа өмөтләнеп көн уҙҙырғансы, тау битенә сығайым, унда ҡар һай, юҡһа, көн кисләп бара”.
Ул утын өйөмөн урап үтмәк булып ҡуҙғалды ла туҡтап ҡалды. Бәй, өйөмдөң бер яҡ башы тәпәш икән дә... Тәпәш шул... Өйөм өҫтөнә менгәндә... миләшкә үрелеп була бит?.. Була! Һаҡ ҡына утын тауына күтәрелә башланы, ағастар шығырлап ҡуйҙы. Ә ул дерелдәй-ҡалтырай һаман юғарыға күтәрелеүен белде. Миләш тәңгәленә еттем генә тигәндә, ағас өймө һелкенгәндәй итте. Ул тын да алмай туҡтап ҡалды. Күңеле тынысланғансы тынып торҙо ла, һаҡ ҡына үрелеп, яҡындағы миләш тәлгәшен ҡыу япраҡтары менән ялмап алды. Аһ, ниндәй тәмле, әскелтем!.. Ул тағы, тағы үрелде, ашаған һайын ашағыһы килде, торған һайын ҡыйыулығы артты. Буйы еткәндәрен шунда уҡ һыпырып ашап бөттө, ә арғы ботаҡтарына, нисек кенә һонолмаһын, буй етерлек түгел. Тағы ашайһы ине бит әле... Һаҡ ҡына ҡуҙғалды ла, арыраҡ үрелмәксе булып, утын өйөмөнөң ҡабырғаһынан сығып торған бер түмәргә алғы тояғы менән баҫты. Тик баҫыуы булды, гөрһөлдәп аҫҡа осто, күкрәк менән ҡарҙы һөрөп барып ятты. Тиҙ генә ҡалҡынмаҡсы булды – өлгөрә алманы, ағас өйөмө дөбөр-шатыр бер юлы уның өҫтөнә ауҙы. Күҙ асып йомғансы ул утын тауы аҫтында ҡалды.
...Һушына килеп күҙен асты. Башын ҡалҡыта биреп, тирә-яҡҡа хәлһеҙ күҙҙәрен йөрөттө. Алдына бәйләм-бәйләм йәшел япраҡтар элгәндәр, араларында хатта тәлгәш-тәлгәш миләштәре лә бар... Аҫтында йәшел бесән... Ҡайҙа ята ул?! Тирә-яғында эре-эре бүрәнәләр... Аһ! Ул ҡамауҙа?! Ул бикләнгән! Бөтә тәне семерләп китте. Һикереп тормаҡсы булып ынтылды... Ләкин булдыра алманы. Бөтә кәүҙәһе таштай ауыр, артҡы уң тояғы үҙәккә үтеп сатнап ауырта, һәм ул, сыҙай алмай, муйынын һуҙып, баҡырғандай өн сығарҙы. Ҡолаҡ төбөндә генә сәңкелдәп эт өрөргә тотондо. Ул арала булмай, ағас силәк күтәргән бер мыйыҡлы кеше өйҙән килеп сыҡты, эткә ниҙер ҡысҡырҙы, тегеһе ҡойроғон ҡыҫып ситкә боҫто. Кеше ниҙер һөйләнә-һөйләнә, әкрен генә уға яҡынлашты. Шул саҡ ул “Бөттөм! Миңә ташланырға уйлай” тип йән асыуы менән һикереп торҙо. Ситкә атылмаҡсы булды, әммә аяҡтары тотмай, хәлһеҙләнеп, яртылаш ауып, бүрәнәгә һыйынды. Бөтә кәүҙәһе дер-дер ҡалтырай.
Ә кеше, йомшаҡ ҡына ниҙер һөйләнә-һөйләнә, эсенән быу бөркөлөп торған ҡулындағы силәген әкрен генә уның алдына ултыртты ла артҡа сигенде. Уға бер аҙ ҡарап торҙо. Унан үрелеп сөйҙәге мылтығын алды ла солан ишеген асты. Эте йылт итеп тышҡа һикерҙе, уның артынса кеше лә тышҡа атланы. Шап итеп ишек ябылды. Ул бер үҙе тороп ҡалды.
Ҡурҡыныс үтеп киткәндәй булды... Теймәнеләр... Ул ҡапыл хәлһеҙләнеп китте, һөйәлеп торған еренән аҫтына йәйелгән йәшел бесән өҫтөнә ирекһеҙҙән һарылып төштө. Йөрәге типкәне ҡолағына ишетелә, ҡабырғалары ут янып ауырта, ә аяғы үҙәккә үтеп һыҙлай. Түҙеме бөтөп, ялап алмаҡсы булып аяғына үрелгәйне, теле ҡытыршы ҡабыҡҡа тейҙе. Нимә был? Тояғы ҡалын ҡабыҡ менән уратып бәйләп ҡуйылған...
...Көн артынан көн үтә торҙо... Ҡыш урталары килеп етте. Элек аяғының сыҙап торғоһоҙ ауыртҡан ере хәҙер үҙәккә үтеп ҡысыта башланы. Ҡысыуын баҫмаҡсы булып, тояғын әленән-эле йә бүрәнәгә ышҡый, йә ялай торғас, бәйләп ҡуйған ҡабыҡ та төштө. Ҡабырғалары ла ауыртмай хәҙер. Шулай ҙа ул ҡарауылсы менән Ялбырғолаҡҡа эйәләшеп китә алманы. Улар өйҙә саҡта мөйөшкәрәк һыйынды, ризығын да улар юҡта ашаны, әскелтем хуш еҫ аңҡытып, быуы боҫҡоп торған силәккә лә улар юҡта ғына үрелде. Был тотҡонлоҡтан тиҙерәк ҡотолғоһо килә ине уның, урман-тауҙарында елеп йөрөгөһө килә.
Әммә бер төндән һуң... Ул былай булды. Бер көндө урман ҡарауылсыһы менән Ялбырғолаҡ сығып китте лә ҡунырға ҡайтманы. Улар йыш ҡына шулай итә ине. Эңер төшөүгә ел сыҡты, бәүелеп кенә урман шауланы. Тора-бара ел көсәйгәндән-көсәйҙе, бар нәмәне осороп алып китәм тигәндәй, бер ыжғырып, бер илап ҡоторона башланы. Урман ҡубарылып геүләй, ағастарҙан ҡоро ботаҡтар шартлап һынып оса, ҡайһы берҙәре хатта ҡыйыҡҡа ла килеп төшкөләй. Ваҡыт төнгә ауышты. Ә буран һаман ҡотора... Ҡарҙы өйөрөлтөп, ярһып-ярһып стеналарға һибә. Урман тынмай геүләй...
Ул шомлана башланы. Күңеле ниҙер һиҙенгән төҫлө, боҫҡан урынында тик кенә тора алмай, үрһәләнеп, тегеләй ҙә, былай ҙа борғоланып тапанды. Ҡолағын ҡарпайтып тын да алмай тышты тыңланы.
Ҡапыл эргәлә генә иңрәп бүре олоп ебәрҙе! Уға тағы бер юлы әллә нисә эреле-ваҡлы тауыш ҡушылды. Ҡот осҡос! Ул ҡурҡышынан нишләргә белмәй мөйөшкә һыйынды: “Былай булғас, бөттөм! Һиҙеп ҡалһалар, быларҙан ҡотолоу юҡ! Боғаҙлап, ботарлап ташлаясаҡтар!” – тип уйларға ла өлгөрмәне, ишеккә килеп бәрелделәр. Ул арала булмай, үҙҙәре ғыж-ғыж килеп ғырылдайҙар, ырылдайҙар, тештәре шаҡылдай, ишек яңағынмы, тупһанымы ҡытырлатып сәйнәйҙәр. Илай-сыйнай стенаға һикерәләр. Бер ни ҙә килеп сыҡмағас, сәмләнеп китеп, тағы күмәкләп олоп ебәрәләр. Бер ваҡыт таһырлатып өйҙө уратып йүгерешә башланылар, инер урын эҙләйҙәр. Тағы ишеккә бәреләләр, стенаға һикерәләр, ырылдайҙар, сыйнайҙар!.. Бына шунда ул беренсе тапҡыр ҡарауылсы менән Ялбырғолаҡты юҡһынды. Ниңә һаман юҡтар, тиҙерәк ҡайтһындар ине, тип өҙгөләнде.
Был мәхшәр төн буйына һуҙылды. Йөрәге алҡымына етеп тибә, тыны ҡурыла, аяҡтары дерелдәй, аңын да юғалтып бара түгелме?.. Күпме ваҡыт үткәнен дә самалай алмай... Бер ни ҙә ишетмәй ҙә, хатта ҡурҡмай ҙа кеүек... Хәҙер уның өсөн ни булһа ла барыбер төҫлө ине...
Ҡапыл бүреләр тынып ҡалғандай булды... Тындылармы, әллә ул бер ни ҙә ишетмәй ҙә, тоймай ҙа? Буран да баҫылған... Ҡар шығырлатып баҫҡан аҙымдар ишетелә түгелме һуң?.. Эйе, был ҡарауылсы аҙымдары! Ишек төбөнә еткәс, ул нимәлер һөйләнде, нимәгәлер асыуланды... Ялбырғолаҡҡалыр... Йә бүре эҙҙәрен күргәндер... Ялбырғолаҡ өрөп ебәрҙе, уның да тауышы асыулы ине, ул да бүреләрҙе яратмай, күрәһең... Тиҙерәк инһендәр ине, уларҙың барлығына ышанғы килә!.. Йоҙаҡ тауышы ишетелде, ишек асылды. Ҡарауылсы күренде, уның аяҡ араһынан үтеп, Ялбырғолаҡ килеп инде. Инделәр ҙә ишек төбөндә туҡтап ҡалдылар. Икеһенең дә күҙҙәре уға төбәлгән. “Хәлең нисек? Бик ҡурҡтыңмы?” – тиҙәр шикелле.
Ошо ҡурҡыныс төндән һуң уларҙың икеһенә лә эйәләшә бирҙе ул. Сығып китһәләр, ҡайтҡандарын көтөп алыр булды. Бигерәк тә уға урман ҡарауылсыһының мөңгөр-мөңгөр килеп, йомшаҡ ҡына итеп һөйләнә-һөйләнә уға ашарға һалыуы оҡшай ине. Бер көндө алдына хуш еҫле силәкте ҡуйғанда, уның ҡулын да ялап алды. Ҡарауылсы ла, йомшаҡ ҡына шапылдатып, уның елкәһенән һөйөп ҡуйҙы.
Ялбырғолаҡты ул оҙаҡ үҙ итмәне. Эт үҙе ғәйепле. Әҙәпһеҙерәк ҡылана. Ағас силәктең ситенә аяҡтары менән баҫа ла, һемереп кенә эсәһе урынға, теле менән салт-солт ялап эсә. Етмәһә, үҙе бәйләнсек. Тик кенә торған ерҙән, ҡотто алып, ҡапыл өрөп ебәрһенме, йә булмаһа, шаярған булып, өҫтөнә һикерһенме, йә сирағынан ҡабып, ғәйрәт сәсеп ырылдарға керешһенме. Тешләүен ауырттырып тешләмәй, шаярта ғына, шулай ҙа күңел ытырғана.
Бер көндө ул бөтөнләй саманан сыҡты. Уның бер алдына, бер артына төшөп абалап өрҙө-өрҙө лә, осаһынан тешләп алғандай итте. Улай ҙа күңеле булманы, күрәһең, һаман шаярған булып, уның ҡолағына уҡ килеп йәбеште лә “ыр-р-р” килеп тарта башланы. Был ҡылығы тамам сей елкәһенә тейҙе, ул түҙмәне – алғы осло тояҡтары менән тегенең түшенә берҙе төртөп алды. Ялбырғолаҡ артҡа сигенеп, йомшаҡ ҡына мәтәлләп барып төштө лә донъя ҡубарып сыйылдай-сыйылдай артҡы мөйөшкә барып ултырҙы. Унан уға ҡарап, сәңкелдәп-сәңкелдәп өрөргә тотондо. “Ниңә шулай ныҡ төртәһең, ә?! Шаярғанды ла аңламайһыңмы әллә, алйот!” – тип һуҡранды шикелле. Шулай ҙа һәйбәт күңелле эт ул. Оҙаҡ асыу һаҡламаны. Бер-ике көн аҫтан ҡарап йөрөнө лә, тағы ла уның менән шаяра башланы. Әммә хәҙер сама белә, элекке кеүек, сираҡҡа ла, ҡолаҡҡа ла үрелмәй. Ә бер аҙҙан бөтөнләй дуҫлаштылар – йәшел бесән өҫтөндә бергә арҡаны арҡаға терәп йоҡлар булып киттеләр.
...Ә нисек оҙаттылар уны!.. Яҙҙың сыуаҡ көнө ине. Ҡарауылсы солан ишеген шар асып ҡуйҙы ла, уның муйынынан йомшаҡ ҡына һөйөп, ишеккә ыңғайлатып этәргәндәй итте. Үҙе, ғәҙәтенсә, иркәләп кенә ниҙер һөйләнә: “Әйҙә, етер һиңә бында ятыу, урманға кит. Елдәй елеп иркендә йөрө, иптәштәрең эргәһенә бар!” – ти ине ағай. Шунда ғына ишектең асыҡ икәнлеге уның аңына барып етте. Ул атлығып тышҡа атланы. Ишектән ҡапыл килеп сығыуға күҙе сағылып китте, хатта башын сайҡап ҡуйҙы. Күҙе яҡтыға өйрәнгәнсе торҙо ла, ян-яғына башын бороп, тирә-яҡҡа күҙ һалды. Урман йәм-йәшел, моронон ҡытыҡлап хуш еҫ аңҡый... Йылы... Ул күкрәк тултырып һулап ҡуйҙы. Рәхәт!.. Ә үҙе һаман ҡуҙғалырға баҙнат итмәй тора бирҙе. Ҡапыл Ялбырғолаҡ өрөп ҡуйҙы. Ул, тертләп, һикергәндәй бер-ике аҙым алға атланы ла артына боролоп ҡараны. “Ни эшләп тораһың?” – тине шикелле Ялбырғолаҡ. Ә ҡарауылсы, бар инде, бар тигәндәй, урман яғына ҡулын һелтәне. Ул да “Иҫән йөрө, хәйерле юл”, – тигән кеүек йылмая. Күңеле елкенеп ҡуйҙы. Ҡайһы яҡҡа китәйем икән тигәндәй, тирә-яғына етеҙ генә күҙ һалды ла әкрен генә алға ҡарай сабып китте.
Ялбырғолаҡ, оҙатып ҡуяйым әле үҙен тигәндәй, уның артынан йүгерҙе, бер-ике һикереүҙә ҡыуып етте лә йәнәш саба башланы. Ул кинәт туҡтаны ла Ялбырғолаҡҡа текләне. Ялбырғолаҡ та уға мөлдөрәп ҡарап тора. “Рәнйеткән булһам – үпкәләмә инде, мин һине бик яраттым!” – тигән кеүек уның күҙҙәре. “Һин дә миңә үпкәләп ҡалма инде, мин дә һине бик яраттым! Алсаҡ күңеллеһең...” – ул Ялбырғолаҡҡа моронон һуҙҙы. “Ярай, хуш, хужам саҡыра” тигәндәй, эт йомшаҡ ҡына итеп бер өрҙө лә кире сабып китте. Ул эттең артынан боролоп ҡарап ҡалды. Ҡарауылсы өй эргәһендә тора, уның боролоп ҡарағанын күргәс, ул да кәпәсен һалып, һауала болғаны. “Эйе, китергә кәрәк... Хуш, изге күңелле кеше, хуш, ҡотҡарыусым... Мин һине ғүмерем буйы онотмам!” Ул сабып китте, сапҡан һайын күңелгә рәхәт, сапҡан һайын йөрәге елкенде... “Мин ирекле... Һаумы, урман! Һаумыһығыҙ, тауҙар!..” Бер аҙ сапҡас, ул ҡапыл туҡтап ҡалды. “Ҡайҙа барам һуң әле мин? Иптәштәрем ҡайҙа? Бик һағындым бит мин уларҙы...”
Ул аҡланды иҫенә төшөрҙө. Уның арғы башында, ҡая төбөнән сығып, шишмә сылтырап аға... Ул кинәт кенә боролдо ла, шырлыҡ араһынан шишмәгә илтә торған, уларға ғына таныш һуҡмаҡҡа төшөп, бар көсөнә алға сапты...
...Бына әле лә ул, сабыйын эйәртеп, шул һуҡмаҡтан аҡланға ашыға. Инә болан, ялбыр йүкә аҫтына ышыҡланып, аҡлан ситенә туҡтаны, һаҡ ҡына тирә-яғын күҙәтеп алды.
Аҡлан, төрлө биҙәктәр менән нағышланған юрған кеүек, күпереп ята, иртәнге ҡояш нурына ҡойоноп, мең төрлө йәм менән балҡый, яланғас ҡаялары күренеп торған күкшел тауҙарға барып тоташа.
Сабый ҡояшҡа сағылған күҙҙәрен сылт-сылт йомоп алды. Ниндәй яҡты бында! Ниндәй иркен! Сабаһы ине аҡлан буйлап! Тик ни өсөндөр инәһе тик тора. Ул инәһенә һыйына төштө. Инә болан һуҙып ҡына тауыш бирҙе.
Тоноҡ ҡына яуап тауышы ишетелде. Күп тә үтмәне, аҡландың арғы башында Ата болан күренде. Ул, башын юғары тотоп, ботаҡ-ботаҡ мөгөҙөн артҡа һалып, киң күкрәген алға ҡуйып, көслө аяҡтарын һалмаҡ ҡына ташлап аҡлан буйлап елеп килә.
Инә болан ышыҡтан сыҡты. Ата болан килеп етер-етмәҫтән үк балаһына үрелде, еҫкәп алды: ҡара һин уны, ниндәй, йәнәһе. Ә сабый, оялғандай, ҡапыл ғына боролоп, инәһе артына ҡасты. Инә болан, наҙлап, башын аҫҡа эйҙе. Бына, атаһы, беҙҙе ҡабул ит, беҙ һинең ихтыярҙа. Ата болан башын әкрен генә башын уның елкәһенә һалды. Рәхмәт, һөйөклөм, рәхмәт! Ул бүләк иттең миңә! Улар тынып ҡалды. Ололарҙың үҙ ғәҙәте, ә сабый бер урында нисек түҙеп торһон! Аҡлан саҡырып тора бит. Ләкин бер-ике аҙым атлауға, бер ят тауыш ишетеп, туҡтап ҡалды. Без-без-з!.. Уның ҡаршыһында ғына сәскәгә ҡаҙалып, бал ҡорто тырышып-тырышып һут йыя ине. Сабый, кем һин, ни эшләйһең, тигән шикелле, уға үрелде. Бал ҡорто: кит әле, һинең ҡайғың юҡ бында тигән кеүек, уның мороно тирәһендә безелдәп әйләнгеләне лә ҡайҙалыр ситкә осоп китте.
Сабый аҡланға сыҡты. Ниндәй иркенлек!.. Асыҡта еләҫ ине. Ул, нескә муйынын һуҙып, иҫкән елгә моронон ҡуйҙы. Ниндәй хуш еҫ бөркөлә!... Бөтә тәне ҡытыҡлана... Рәхәт!... Ул йөрәкһенеп китте. Әллә һикереп сабып уйнарғамы? Ул уйнаҡлап алды. Ата менән инә боландар һиҫкәнеп уға табан боролдо. Уларҙың аяҡ тауышына сабый ҙа тертләп китте, тиҙ генә артҡа боролдо, ләкин ҙурҙарҙы күргәс, шып туҡтаны. “Ни эшләп тораһығыҙ унда, аҡылһыҙҙар? Бында сығығыҙ, бында иркен, рәхәт!..” Ул тағы һикергеләп ҡуйҙы. Ҙурҙар, ирекһеҙҙән, уның янына сыҡты. Яңғыҙ йөрөргә ярамай һиңә, иртә әле, үҫкәс тә өлгөрөрһөң: әйҙә, ышыҡҡа. Сабый, киреләнеп, артҡа сигенде: минең йүгергем килә, уйнағым килә. Ул етеҙ генә һикергеләп, атаһы менән инәһе тирәләй йүгереп әйләнде. Өлкәндәргә уның был ҡылығы оҡшамаһа ла, улдарының шундай етеҙ, теремек булыуын күреп, эстән генә ҡыуандылар. Аһ, бала-бала – вайымһыҙ йән... Ҙурҙар бер-береһенә ҡарашып алды: әйҙә, уйнайыҡ булмаһа, баланың күңеле булһын.
Өлкәндәр, икеһе ике яҡҡа ситкә китеп, һөҙөшөргә әҙерләнгән шикелле, һырттарын ҡабартып, баштарын аҫҡа эйҙе, морондарын киреп, алғы аяҡтары менән ерҙе тырнай-тырнай, бышҡырҙы, өҙөк-өҙөк ҡурҡыныс тауыштар сығарҙы. Сабый ҙа, уларға оҡшатырға тырышып, ҡабарынып, ғәйрәт сәсте. Йәнәһе лә, ҡаршыларында дошман тора. Бына Ата болан, һикереп килеп, бер түңгәкте һөҙҙө. Инә болан да тап уның шикелле үкереп килеп, ул һөҙгән түңгәккә башын терәне. Сабый, ажарланып килеп етте лә, мыш-мыш килеп, улар менән бергә ерҙе һөҙҙө. Шулай итеп, улар өсөһө өс яҡтан дошманды ергә ҡыҫты. Унан ҡапыл өсөһө өс яҡҡа йән-фарман сабып һибелеп китте лә әлеге урындарына тағы ла әйләнеп килде. Дошманды еңеүҙәренә тантана иттеләр.
Өлкәндәрҙең уйынды ошоноң менән тамамларға ине иҫәбе, ләкин сабый уны тағы ялғап ебәрҙе. Атаһының ҡаршыһына килеп баҫты ла башын түбән эйеп бышҡырып ҡуйҙы: әйҙә, көс һынашабыҙ. Әйҙә! Ата болан да көрәшкә әҙерләнгән булды. Сабый уның ботаҡ-ботаҡ маңлайына ҡаҡ башын килтереп терәне. Мөгөҙҙәр аҫтынан уның ярты кәүҙәһе генә күренә, әйтерһең дә, ул сытыр ағастар аҫтына башын тыҡҡан. Күҙҙәр күҙгә аҡайышып ҡараны. Һәр икеһе лә ғәйрәттәрен сығарҙы, аяҡтарын айыра баҫып ергә ныҡ терәне.
Алыш башланды, кем-кемде ҡуҙғатыр? Бер ата, бер сабый артҡа сигенде. Сабый, сәмләнеп китеп, тояҡтары ергә батҡансы этәреп, бар көсөнә һөҙә башланы. Атаһы сыҙаманы, йәнәһе, – кинәт кенә ситкә һикерҙе лә уларҙың уйынын кинәнеп ҡарап торған Инә янына сабып килде:
– Еңелдем, биреләм.
Сабыйҙың шатлығы самаһыҙ, ҡыуанысынан нишләргә белмәй, ҙурҙар ҡаршыһына килеп һикергеләргә тотондо. Мин еңдем! Күрҙегеҙме, еңдем! Мин көслө!.. Улар өсөһө лә шат, өсөһө лә ҡәнәғәт. Ата болан тау яғына күҙ ташлап алды: әйҙәгеҙ, шишмә буйына. Инә менән бала уның артынан ҡуҙғалды. Унда, бәлки, башҡа боландар ҙа килгәндер, тип уйланы. Инә, уның улын күреп, улар ҙа һоҡланһын, мин һуңлабырак таптым шул, тип бошонғандай итте. Башҡаларҙың улдары инде мөгөҙ сығара.
Ололар аҡлан ситенән генә, тирә-яҡты тыңлай-тыңлай, һалмаҡ ҡына атлай. Сабыйҙың эсе боша. Ниңә былай яй ғына баралар? Аҡлан уртаһынан йүгерә-уйнай бармайынса, ни өсөн улар ыңғайына киләм? Шәп-шәп атлап, айырылып, уртаға сыҡты. Әйҙәгеҙ, сабышабыҙ, кем шишмәгә элек барып етә? Үҙе ололарҙың яуабын да көтмәйенсә, “мин” тигән һымаҡ, алға сабып та китте. Атаһына оҡшатып, башын артҡа ташлай биреп, томоролоп алға ынтылды. Бар кәүҙәһе менән йомолоп сапты. Тирә-яҡтағы ағастар, күҙ эйәрмәҫ бер етеҙлек менән артҡа шыуа, ҡолаҡта ел шаулай. Ул уның һайын йөрәкһенеп алға ынтыла. Хәҙер инде ул сапмай, ә атылған уҡ кеүек, аҡлан өҫтөнән оса төҫлө ине. Ата менән Инә, хәүефләнеп, аҙымдарын йышайта төштө. Йыраҡ китте бит, әллә ҡыуып етәйекме?
Һауа ярып мылтыҡ шартланы! Бар тирә-яҡ тетрәп ҡуйҙы! Боландар, йәшен һуҡҡан кеүек, туҡтап ҡалды ла... Бала йығылды!..
...Бар көстәренә алға уҡталды Инә менән Ата.
Бөркөт ҡаяһынан күккә атылды. Был ни хәл? Тауҙар геүләне: хыянат! Хыянат иттеләр был иртәлә! Был тауыш йыраҡ-йыраҡтарға яңғыраны: хыянат иттеләр, хыянат иттеләр!.. Тау араларынан ыжғырып ел сыҡты, дауыл ҡупты, ҡара болоттар ҡубарылып күк йөҙөн ҡапланы, күк сатнатып йәшен йәшнәне, өҙгөләнеп урман шауланы.
Яуыз матурлыҡҡа күңеле менән түгел, ҡулы менән үрелде!.. Бөркөт ҡая битеңдә ни ҡылырға белмәй торған хәсрәт һунарсыны күрҙе. Күҙен ҡан баҫты, һулышы ҡыҫылды, кирелеп бер елпенде лә, ҡанаттарын йыйып, үс йомғағы булып йомарланып, ҡаянан ысҡынған таш шикелле түбән атылды!.. Ул ҡыйылып яңынан күккә күтәрелгәндә түбәнгә осҡан яуыздың шәүләһе генә күренеп ҡалды.
Әкренләп дауыл баҫылды. Күк асылды. Тирә-яҡ өнһөҙ ҡалды. Ата менән Инә бала өҫтөнә эйелгән көйөнсә тынып ҡалған. Һабағынан төшкән сәскә кеүек, бала ята улар ҡаршыһында: башы артҡа ташланып күкрәге алға сыҡҡан, алғы аяҡтары артҡа һуҙылып тартылған. Әйтерһең, ул сабып барған килеш тик бер аҙға ғына туҡталған. Күрегеҙ, сапҡан саҡта ул ниндәй матур була, йәнәһе. Тик осҡон сәсрәп торған төймә күҙҙәренә тоноҡ ҡына пәрҙә тартылған.
Инә боландың күҙ йәштәре һарҡып ҡына төшә лә баланың күҙенә тама. Әйтерһең, ул керпек-ҡамыштар менән уратып алынған мөлдөрәмә тулы бәләкәс кенә күл. Ул күлдә тыныс. Тик күк йөҙөндә ҡыйылып осҡан Бөркөттөң күләгәһе генә ара-тирә шул күл өҫтөндә сағылып китә.
Салт аяҙ!.. Тирә-яҡ тып-тын...