Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » БАШҠОРТТОҢ ҒОРУР, МИЛЛИ РУХЛЫ, МӘҒРИФӘТЛЕ, ҺЫНМАҪ ГҮЗӘЛ ҠАТЫНЫ
БАШҠОРТТОҢ ҒОРУР, МИЛЛИ РУХЛЫ, МӘҒРИФӘТЛЕ, ҺЫНМАҪ ГҮЗӘЛ ҠАТЫНЫТарихи яҡтан ҡарағанда, ифрат әһәмиәтле һәм бик үҙенсәлекле 2017 йылды үткәрҙек. Бөрөлә йәшәгән һәм мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, бар ғүмерен балаларға иң аныҡ фән – риазиатты (математика) уҡытыуға бағышлаған Рауза Әхмәт ҡыҙы Дикованың (Ишкилдинаның)
80 йәшлек юбилейын билдәләнек. Йыл хаҡында “тарихи” тип ишара яһауым шуға, сөнки 28-29 ноябрҙә оло тарихи ваҡиға булды – башҡорттарҙың ерле мөхтәриәте (автономияһы) иғлан ителеүгә
100 йыл тулды. Ғәмәлдә хәҙерге Башҡортостан Республикаһына – йөҙ йыл!


Әйтергә кәрәк, башҡорттар аҙ һанлы булған төбәктәрҙә һәм ҡалаларҙа башҡорт халҡы вәкилдәренең төрлө милләтле мөхиттә абруй ҡаҙанып, мәғрифәт, мәҙә­ниәт юлында ғәйәт ҙур эштәр баш­ҡарып, уңыштарға өлгәшеү миҫалдары күп түгел. Бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында. Шуның өсөн дә беҙҙең Бөрө ҡалаһында, ғәмәлдә, башҡорт ағинәйе булып әүерелгән, Бөрйән ырыуы вәкиләһе Рауза апай (Роза Әхмәт ҡыҙы Дикова) тураһында яҙмай булдыра алмайым. Минең Рауза апайҙың шәхесенә иғтибарымдың тағы ла бер сәбәбе – ул бик үҙенсәлекле кеше, нәғеҙ башҡорт саниәһе. Бөрөлә барыһы ла әйтер, Рауза Әхмәт ҡыҙы һымаҡ тура һүҙле, ғәҙел, ғорур, етди, ләкин бик яғымлы һәм яҡшы күңелле уҡытыусы юҡтыр ул. Уның үҙаллылығы, ҡәтғи тура һүҙлелеге ҡайһы бер мәлдәрҙә үҙе өсөн дә мәсьәләләр хасил иткәндер. Ә кем, бигерәк тә түрәләрҙе әйтәм, ундайҙарҙы яратһын?! Минең дә баштан үткән ундай хәлдәр...
Утыҙ өс йыл буйы бер мәктәптә уҡытыусы булып эшләп, Бөрөнөң күпме балаларын үҫтергән һәм тәрбиәләгән беҙҙең Рауза апай! Уның яратҡан уҡыусыларынан (ә улар бихисап, сөнки Рауза Әхмәт ҡыҙы барыһын да ярата!) ҡотлауҙар әле һаман да туҡтамай. Ә бына Рауза апайҙың үҙенә ҡараһаң, уға 80 йәш тип кем әйтһен инде! Шундай һылыу, һоҡланғыс, йәштәрсә тура баҫып йөрөй, бик бөхтә һәм матур кейенә. Әлбиттә, етди һәм ихтыярлы үткер ҡарашы бөрйәндәр нәҫеленән икәненә ишаралай. Яғымлы, матур тауышы кешене үҙенә әүрәтә лә ҡуя. Ә ҡайһылай матур итеп башҡортса һөйләшә! Күпме йылдар рус телле мөхиттә йәшәп, рус мәктәбендә эшләп, туған телен һис тә онотмаған.
Рауза Бөйөк Ватан һуғышынан дүрт йыл әүәлерәк, хәҙерге Бөрйән районы үҙәге булған Иҫке Собханғол ауылында Ғәйшә Ҡәйүм ҡыҙы менән Әхмәт Ваһап улы Ишкилдиндарҙың күп балалы ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Атаһы һуғышҡа алынғанда Рауза сабый ғына була. Уның дүрт йәшлек сағындағы хәтирәләре төш кенә кеүек.
Ҡыҙғанысҡа, Әхмәт Ваһап улы Ишкилдин, миллионлаған совет хәрбиҙәре һымаҡ, һуғыштың беренсе айҙарында уҡ һәләк була. Бөтә ил буйынса һанап китһәң, күпме шулай сабый-балаҡай етем ҡала?! Һуғыштың иң уңышһыҙ булған беренсе осоро өсөн бер кем дә яуап тотманы. Ә бына атайҙары иҫән ҡалғандар хәҙер дәүләттән ниндәй генә льготаларҙан файҙаланмай. Ә атайһыҙ ҡалған сабыйҙар ифрат ыҙаланып йәшәп, хәҙер ҙә дәүләттән бер ниндәй файҙа күрмәй. Ҡасан инде “Һуғыш балалары” тигән дәүләт програм­маһы эшләй башлар икән? Рауза апай кеүек һуғыш балаларының өмөттәре аҡланырмы икән...
Раузаның әсәһе Ғәйшә Ҡәйүм ҡыҙы бер үҙе, туғандарының ярҙамы менән, дәһшәтле һуғыш йылдарында, унан һуң да бик үк еңел булмаған тормошта балаларын Кеше итеп үҫтерә алған. Ғәйшә инәй мөғәллимдәр династияһынан, уның күп туғандары ла уҡытыусы булған. Бына бер генә миҫал. Сталин заманында репрессияға эләккән ағаһы Хаммат Ҡәйүм улы Сәғитов һәм ҡустыһы Әхәт Ҡәйүм улы уҡытыусылар булған. Ғәйшә инәйҙең икенсе ҡустыһы Саматтың бер ҡыҙы Гөлшат та уҡытыусы. Хамматтың ике улы Зәки һәм Ирек тә – уҡытыусылар. Зәки Хаммат улының алты балаһының дүртеһе әле лә уҡытыусы. Ирек Хаммат улының ике ҡыҙы ла уҡытыусылар. Шулай булғас, Ғәйшә Ҡәйүм ҡыҙы ғаиләһендәге ике ҡыҙ – Мәрйәм менән Рауза – артабан уҡытыусы һөнәрен һайлағандыр инде.
Үҙҙәрендә урта мәктәпте тамамлағас, Рауза Башҡорт дәүләт университетының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, бер йыл Ҡырмыҫҡалы районының Сәхәй урта мәктәбендә математиканан уҡыта. Университетты тамамламаҫ борон, буласаҡ тормош иптәше бик һәләтле белгес Николай Диков менән танышып, мөхәббәт тотоп, өйләнешеп тә ҡуялар. Иптәше Өфөлә эшләгәс, Рауза ла Өфөгә ҡайта. Өфө мәктәптәрендә уҡытырға насип итә. Был бик оло тәжрибә була.
Артабан Николайҙы, ифрат оҫта һәм һәләтле белгес булараҡ, Бөрө дәүләт педагогия институтының биология һәм химия факультетына эшкә саҡыралар. Шулай итеп, Рауза Әхмәт ҡыҙы ғаиләһе менән Бөрөгә килеп төпләнә. Ике йыл Бөрө дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетында эшләй. Рауза Әхмәт ҡыҙы бөтә тәбиғәте менән балаларҙы ярата, мәктәп балаларын уҡытыуҙы яҡын күрә. Студенттар менән шулай бер мәл Бөрө ҡалаһының 3-сө урта мәктәбендә практика үтәләр. Ошо мәктәптә математика уҡытыусыһына мохтажлыҡ булған. Мәктәптең директоры, Бөрөлә күренекле шәхес, билдәле педагог Борис Григорьевич Бортник, Раузаның тырышлығын һәм белемен күреп, мәктәпкә эшкә саҡыра. Шунан бирле утыҙ өс йыл буйы, пенсияға сыҡҡансы, Рауза Әхмәт ҡыҙы Дикова ошо мәктәптә хеҙмәт итә. Дөйөм стажы 42 йылдан ашып китә, ләкин хәҙерге ҡанундар буйынса уҡыу йылдары дөйөм стажға инмәй. Рауза апай шуға аптырай: уҡыу – ул бит эш! Бәлки, хәҙерге уҡыу эшкә һанала алмайҙыр, сөнки уҡыуҙың ҡәҙере лә, әһәмиәте лә юҡ тигәндәй, ә элекке замандарҙа уҡыу хеҙмәттең бер төрө ине, ти. Рауза Әхмәт ҡыҙы, минеңсә, бик раҫ фекер йөрөтә.
Рауза апай эшләгән осорҙа Бөрөнөң 3-сө ҡала мәктәбе алдынғыға әйләнә. Етеҙ, эшлекле башҡорт ҡатыны мәктәпте математика фәненең төбәк үҙәгенә әүерелдерә, тиһәң дә артыҡ булмаҫ, сөнки балалар Рауза апайҙың талапсанлығына, ғәҙеллегенә, тырышлығына ихлас тартыла. Математика түңәрәктәре ойошторола, ҡала һәм район хакимиәте мәғариф бүлегенең математиктар методик ойошмаһы әүҙемләшә, математика буйынса конкурс­тар, олимпиадалар ойошторола.
Ул заманда Бөрөлә көнкүреш шарттары Өфөнән байтаҡҡа айырылып торған, әлбиттә. Ләкин Рауза үҙенең Николайы менән нисек тә булһа тормоштарын яҡшыраҡ ҡорорға тырыша. Уларҙың бер-бер артлы өс балалары донъяға килә — ҡыҙы һәм ике улы... Бәхетле әсә, уңышлы педагог, тормош та әкренләп яйлана...
Бына инде нисәмә йыл Рауза апай ейән-ейәнсәрҙәренә һоҡланып йәшәй. Йәй мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлау­сыларҙың осрашыуҙары булып тора. Рауза Әхмәт ҡыҙын бер осрашыуҙан да ҡалдырғандары юҡ! Яратҡан уҡытыусыңды күреп китеү үҙе оло бәхет бит ул! Хатта математика арҡаһында аттестат ала алмаған уҡыусы ла, хәҙер инде уңышлы бизнесмен, юғары вазифалы инсан: “Ҙур рәхмәт Һеҙгә, һөйөклө Рауза Әхмәтовна!”, “Һеҙ йәшәргә өйрәттегеҙ”, “Һеҙ хәҡиҡәтте танырға өйрәттегеҙ” тип хөрмәтләй. Уҡыусыларыңдан, балаларыңдан рәхмәт ишетеү – ул ысын хөрмәт, ысын награда!
Оло йәшкә етһә лә, Рауза апайҙың энергияһы ташып тора. Уның етеҙлеге хайран ҡалдыра. Өфөгә, Бөрйәнгә туған-тыумасаларына барып ҡайтыу уның өсөн бер ни тормай! Севастополдә йәшәгән ағаһы-әсәһенең ҡустыһы – 93 йәшлек ветеран-диңгеҙ офицеры Барый Ҡәйүм улына һәм уның балаларына йыл һайын барып йөрөй. Рауза Әхмәт ҡыҙы барса туғандары менән араларҙы өҙмәй. Был бит ысын башҡортлоҡ билдәһе!

Рияз МӘСӘЛИМОВ,
Бөрө башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779