Башҡорт халҡының рухи донъяһын тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, мәғрифәт, сәнғәт заңы билдәләй. Рухи мираҫтарҙы өйрәнеү, һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү өсөн республикала бихисап эш атҡарыла. Ошондай күркәм сараларҙың мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнеп, йолаға әйләнеүе икеләтә ҡыуаныслы. “Башҡортостан ынйылары” фестиваль-конкурсы — был йәһәттән матур өлгө. Быйыл да ул алтынсы йыл рәттән балалар фольклор театр коллективтарының иң-иңдәрен Әлшәй еренә йыйҙы. Иҫтәлекле датаға — 1812 йылғы Ватан һуғышына арналған сарала ғилми-эҙләнеү эше менән шөғөлләнеүсе район һәм ҡала коллективтары сығыш яһаны.
Халыҡтың иң оло хазиналары – һүҙ һәм йыр сәнғәтенең бәҫен белгән, ҡәҙерләгән, рухи хазиналарҙы, йола-шөғөлдәрҙе үҙ өлгөһөндә халыҡҡа еткергән ағинәйебеҙ Мәрйәм Бураҡаеваның проекты, уҡыусыларҙы ерле материал нигеҙендә эҙләнеү эштәренә йәлеп итеп, халыҡ педагогикаһының иң аҫыл тәрбиә алымдарын күрһәтеп, һәләтле балаларҙан сценаристар, режиссерҙар әҙерләүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан Мәғариф министрлығының балаларҙың ялын ойоштороу һәм һаулығын нығытыу, тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлеге етәксеһе, жюри рәйесе М. Ғилметдинова әйтеүенсә, был фестиваль уҡытыусының һәм уҡыусының ижадын асыуға ла булышлыҡ итә, бер нисә маҡсатҡа өлгәшеүҙе шарт итеп ҡуя – тарихыңды өйрәнеү, башҡорт мәҙәниәтен үҫтереү, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, балалар театры сәнғәтен үҫтереү.
...Сәхнәлә барған сығыштар берсә утлы яу яланы эсенә алып инә, берсә башҡорт көнкүрешендә һуғыш йоғонтоһон күрһәтә, “Төньяҡ амурҙары”, әйтәйек, Париж урамдарын бер итеп йөрөһә, әле тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын һүрәтләй. Ялан аяҡ ауыл малайынан Кутузовҡаса персонаждарҙы үҙ эсенә алған сценарийҙарҙың драматизм менән һуғарылған сюжеты ла, нескә юморлы фрагменттары ла булды. Киндер күлдәктән алып бирсәткәле француз һуғышсылары кейеменә саҡлы костюмдар, суҡмар менән уҡ-ян, ҡурай-ҡумыҙ янында дөңгөр, һорнай, һалам башлы өйҙәр, ыҫланған ит-ҡорот һәм талҡан — тарих карабында бына шундай сәйәхәт ҡылды тамашасы. Шуныһы ҡыуаныслы: сәхнәлә сығыштар тик башҡорт телендә барҙы.
Өс көнлөк фестивалгә етди һәм эҙмә-эҙлекле әҙерлек күҙгә ташлана. Ҡунаҡсыл әлшәйҙәр килгән халыҡты ҡаршы алып, оҙатып ҡуйыуға тиклем бөтөн нәмәне күҙ уңында тотоу ғына түгел, һәр кемдең сығышын алдан уҡ билдәләп тә ҡуйған. Рухлы, башҡорт теленә мөкиббән ғашиҡ район пионерҙар йорто директоры Н. Самойлованың “Я живу, дышу этим конкурсом” тигән һүҙҙәрен барлыҡ хеҙмәте билдәләй. Оло әҙерлек талап иткән күмәк сәхнә, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәрҙең ҡул эштәре, ойоштороу кимәле — үҙ эшен бирелеп башҡарғандарҙың тырышлығы ул. Йылдар дауамында был конкурсҡа хайран ҡалмалы йылы мөхит һалынған, байрам кәйефе булдырылған. Юҡҡамы ни бер үк коллективтар, бөтөн көсөн һалып, зона бәйгеһендә еңеп, һәр йыл килергә ашҡынып тора. Район хакимиәте башлығы Д. Мостафиндың ҡатнашыуы сараны мәртәбәле итһә, мәғариф бүлеге начальнигы А. Солтанғоловтың баһалау эшендә аҙаҡҡаса булыуы һоҡландырҙы.
Тағы... Өс көн дауамында өс төшөнсә оҙата барҙы: ғәҙеллек, ихласлыҡ, теләктәшлек. Бала күңелен үҫтереүгә һәр береһенең мөһимлеген яҙып, тасуирлап булырмы? Әйткәндәй, жюри һығымта яһағансы, беҙ, ҡатнашыусылар, урындарҙы үҙ-ара “бүлешеп” бөткәйнек инде. Фекерҙәрҙең раҫ булыуын әйтәгүр! Шулай итеп, III дәрәжә дипломға “Мираҫ” (Нуриман), “Дуҫлыҡ” (Дәүләкән), “Вариҫ” (Бөрйән), “Илгизәр” (Нефтекама); II дәрәжә дипломға “Мираҫ” (Өфө), “Ынйы” (Федоровка), “Аманат” (Благовар); I дәрәжә дипломға “Рух” (Ғафури); III дәрәжә лауреат исеменә “Ынйылар” (Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия), “Бөрөләр” (Саҡмағош), “Йәйғор” (Асҡын); II дәрәжә лауреат исеменә “Аҡйондоҙ” (Ҡыйғы); I дәрәжә дипломға “Аманат” (Әлшәй) лайыҡ булһа, гран-при Ейәнсураның “Аҫылташ” төркөмөнә эләкте. Иң шәп ир-егет, ҡатын-ҡыҙ ролдәрен башҡарыусылар араһында ла еңеүселәр билдәләнеп, махсус номинациялар үҙ хужаларын тапты. Музыкаль номерҙар ҙа айырым баһаланды.
Тарих фәндәре кандидаты А. Аҡъюлов, жюри ағзаһы булараҡ, уҡыусыларҙың ғилми-эҙләнеү эшендә еңеүселәрҙе билдәләне, бигерәк тә архив материалдарын ҡулланып, юғары уҡыу йорттары студенттары кимәлендә башҡарылған эштәрҙе киләсәктә китап итеп сығарыуҙың әһәмиәтен билдәләне. Оҫталыҡ кластарында “Башҡортостан” студияһы режиссеры, жюри ағзаһы Т. Бураҡаева сәхнә костюмдарын ҡулланыуҙағы хаталарҙы, ыңғай яҡтарҙы әйтте. Француз ҡыҙы ролен башҡарыусылар араһында костюм йәһәтенән айырылып торған благоварҙарҙы билдәләне. Әйткәндәй, М. Ғилметдинова, М. Бураҡаева ошондай сараларҙы үткәргәндә, күп урындарҙа Положениены ентекләп өйрәнмәү сәбәпле етешһеҙлектәрҙең, шартлылыҡ, лозунгтар һәм символика менән мауығыуҙың көслө булыуын, күп осраҡта балаларҙың ваҡиға эсендә ҡайнап түгел, жюри өсөн генә уйнауын телгә алды, әҙерләүсе етәкселәрҙең төп хатаһы — “балаларҙан өлкәндәрсә уйнауҙы талап итеүе” — асыҡланды.
Республикала ғына түгел, донъя кимәлендә үҙен танытҡан М. Зәйнетдиновтың оҫталыҡ дәресе сарала ҡатнашыусы ҡурайсы-ҡумыҙсыларҙың гала-концертында сағылды.
...Байрам кәйефе аҙағынаса ташламаны ҡатнашыусыларҙы. Республиканың төпкөлдәренә һибелгән ынйы бөртөктәрен бер урынға туплап, бер “епкә” теҙә алды “Башҡортостан ынйылары”. Емелдәшкән ынйы бөртөктәренең ипкене күңелдәрҙе нурға сорнап, моң-даръяла оҙаҡ бәүелтер әле.
Миңнур ҠАСИМОВА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Бөрйән районы,
Әбделмәмбәт ауылы.
М. ҒИЛМЕТДИНОВА, Башҡортостан Мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе, жюри рәйесе: – Мәрйәм апай кеүек кешеләр күберәк булһа, тел, мәҙәниәт, традициялар юғалмаясаҡ. Ошондай идеяларҙы һүндермәҫкә, үҫтерергә кәрәк. Быйылғы фестивалдә малайҙарҙың күпләп ҡатнашыуы ҡыуандыра. Киләсәктә бындай сараларҙы үткәрер алдынан коллектив етәкселәре өсөн махсус семинарҙар ойошторасаҡбыҙ
Р. СЫНҒЫҘОВА, “Аҫылташ” төркөмө етәксеһе: – Халыҡтың хазинаһы булған фольклорҙы сәнғәт бейеклегенә күтәреү бик әһәмиәтле. “Башҡортостан ынйылары” — фәһемле, сәмле, абруйлы конкурстарҙың береһе. Теләгем — фольклор, үҙенең ябайлығын юғалтып, ҡатмарлаштырылып, профессиональ спектаклгә әйләнеп китмәһен ине.
Н. САМОЙЛОВА, Әлшәй районының Пионерҙар йорто директоры: – Башҡорт халыҡ традицияларына нигеҙләнгән сара балаларҙың күңеленә хуш килде, Әлшәй районы етәкселеге тарафынан да хуплау тапты. Йыл да Мәғариф министрлығы бүләктәренә өҫтәп, район хакимиәте лә үҙ бүләктәрен тапшыра килә. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы әйтмешләй, ашланған ергә орлоҡ сәсһәң, ул үҫеп китә. “Башҡортостан ынйылары” ғүмерле булһын!