Шағир, ғалим Рәшит Шәкүр бер шиғырында: “Аҡмулла ул берәү генә”, – тип яҙғайны. Эйе, халыҡ ижады, фольклорҙан айырылып, айырым автор булараҡ илендә ере, милләте өсөн яныуы, шул кисерештәрен замандаштары күңеленә һалыуы, ошо рәүешле киләсәккә лә мәңгелек һүҙҙәре юл алыуы менән Миәкә районының Туҡһанбай ауылында тыуған мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡаларҙан айырылып тора. Был хаҡта Вафа Әхмәҙиев тураһындағы мәҡәләлә әйтеп киткәйнем инде, әле ҡабатлайым: 1960 йылдарға тиклем халыҡ араһында исеме таралған булһа ла, киң йәмәғәтселектә Аҡмулланы белмәгәндәр, өйрәнмәгәндәр әле. Тап уҙған быуаттың 60-сы йылдарында бөгөнгө атаҡлы ғалимдарыбыҙ Р. Шәкүр, Ә. Харисов, Ә. Вилданов мәшһүр шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатынан ғилми эштәренә тотона. 1981 йылда Туҡһанбайҙа музейы асыла, Мәскәүҙең Колонналар залында шағирҙың 150 йыллыҡ юбилейы СССР кимәлендә киң билдәләнә. Ә инде 1989 йылда әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә М. Аҡмулла исемендәге премия ла булдырыла. Аҡмулла көндәре лә йылдың-йылы мәғрифәтсенең тыуған яғында рухи күтәрелеш байрамы булараҡ ойошторола.
Һәр йыл һайын миәкәләр был байрамға бер үҙенсәлек индерә. Эйе, премия тапшырыу үҙе бер яңылыҡ, әммә унан тыш халыҡ күңелендә ҡалырлыҡ миҙгелдәр ҙә бүләк итә белә улар. Район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов үҙ сығышында:
– Быйыл Аҡмулланың тыуған көнө башҡорт теленең тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Ошо ваҡиға менән барығыҙҙы ла ҡотлайым! Төрки халыҡтарҙы берләштереп, үҙенең мәғрифәтселек усағы эргәһендә аң-белемгә ынтылғандарҙы туплаған Мифтахетдин Аҡмулла, – тине.
Миәкә районында байрам Сафар, Туҡһанбай, Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбендә мәктәп уҡыусылары, урындағы халыҡ менән осрашыуҙарҙа барҙы. Сафар төп белем биреү мәктәбендә 47 бала уҡый, ә Йәнәби-Урсай филиалында – 13. “Республиканы данлайым” район конкурсында IV класс уҡыусыһы Эльвина Шафиҡова I урын алған. “Аҡмулланың аҡ шишмәһе” ярышында Диана Абайҙуллина 2-се, Алина Абдулова – 3-сө, Йәнәби башланғыс мәктәбенән Азалиә Ғималетдинова 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булған. Балалар Аҡмулланың ижадын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, үҙҙәре лә шиғырҙар, нәҫерҙәр яҙа. Нимәһе ҡыҙыҡ, балалар шағирҙың шиғырҙарын да күпләп ятлай икән. Быйыл, мәҫәлән, 35 – 40 әҫәрен һөйләгәндәр ҙә булған. 27 бала ҡатнашҡан сарала кемгә беренсе урынды бирергә лә белмәгәс, иң күп шиғыр уҡыған 11 уҡыусыға Маҡтау грамотаһы тапшырғандар (уҡытыусылары – Файруза Абдулова). Сафар мәктәбендә балалар алдында район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, Йәнәби-Урсай ауылы хакимиәте башлығы Тимерйән Лотфуллин, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, ошо төбәктән сыҡҡан әҙип, М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Факил Мырҙаҡаев, М. Аҡмулла музейы директоры, шулай уҡ Аҡмулла бүләге эйәһе Фәнис Янышев, үҙ заманында Аҡмулла музейын һалдырыуға күп көс һалған “Башҡортостан” колхозының элекке рәйесе, М. Аҡмулла премияһы лауреаты Вәсим Ғарипов, йырсы, композитор Вәкил Мурзин, шағирә Лариса Абдуллина сығыш яһаны.
Ошо уҡ ижади десант Туҡһанбайҙағы музейҙа урындағы халыҡ таланттары менән күреште. Һәр ваҡыттағыса, ишек алдына сығып уҡ шағир үҙе ҡаршы алғандай. Бына ғына тора уның мәңгелеккә әйҙәгән мәғрифәтсе арбаһы. Йылдың-йылы музей ҙа яңы мәғлүмәттәр менән байытыла. Яҙыусы Фәнис Янышев Аҡмулла хаҡындағы кескәй генә хәбәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, уның эҙен юллап Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй, Ҡаҙағстан төбәктәренә лә сәфәр ҡыла. Архив материалдары аша ул шағирҙың әсәһе Туҡһанбайға терәлеп кенә торған Әбдрәшит ауылынан булыуын раҫлаған. Был хаҡта мәҡәләһе ваҡытлы матбуғатта баҫылып сығыр, тине ул.
Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбендә беҙгә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессорҙары, уҡытыусылар ҙа килеп ҡушылды. Ғалимдар педагогия фәндәре докторы Таһир Әминев, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ижбаева, педагогия фәндәре кандидаты Гүзәл Кәлимуллина мәктәп уҡыусыларын белемгә ынтылырға саҡырып ҡына ҡалманы, ә Аҡмулла васыяттарына тоғро булып, шағир-ғалим исемен йөрөткән вузға уҡырға килергә өндәне.
Ә район мәҙәниәт йортонда үткән сараға халыҡ эркелешеп килде. Урындағы хор, ҡурайсылар ансамбленән тыш, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында быйыл Гран-при яулаған “Дим биҙәктәре” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең сығышын да ҡарарға насип булды. Етәкселәре – Рәмилә Шәрипова. Еңеп ҡайтҡандан һуң улар иң тәү беҙгә, Аҡмулла көндәренә бағышлап бейене! Вәт!
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы, урындағы башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Хәлил Мәхийәнов әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы положениеһына ярашлы, 14 декабрь Башҡорт теле көнө ойошторолған. Районда уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа башҡортса шиғырҙар уҡыған, ятлаған, Аҡмулла әҫәрҙәре буйынса ла саралар үткән. Мәғрифәтсебеҙ был заманда ла туған телен байраҡ итеп күтәрҙе!
Аҡмулла исемендәге премияға килгәндә, быйыл ҙур бүләккә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы, композитор Вәкил Мурзин лайыҡ булды. Байрам тантанаһы уның яғымлы тауышы, моңло йырҙары менән биҙәлде. Эйе, ул әленән-әле сәхнәләрҙән төшмәгән, экрандарҙа йыш күренгән йырсы түгел, әммә, Дим йылғаһы һымаҡ, тилбер генә моңо күңелдәргә килеп инде. Ошо райондың Ҡанбәк ауылында тыуған Вәкил Мурзин өсөн был көндә тотош Миәкә төбәге ҡыуанды!
Миәкә районы.