Районыбыҙ яҙыусыларының яңынан-яңы китаптары донъя күреүе — һәр ҡайһыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ. Беҙ уларҙы көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. Ошо көндәрҙә Учалы районының Ураҙ лицейында Әҡлимә Сафинаның “Күрше хаҡы” китабының исем туйы булды.
Лайыҡлы хеҙмәт юлы үтеп, мәшәҡәтле ауыл тормошонда ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт табыу – үҙе үк ҡаһарманлыҡ. Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙының әҫәрҙәре тормошсан, халыҡсан, бай телле, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, ышандыра. Уның “Йәйғором — зәңгәр күҙем”, “Өҙөлгән моң”, “Освенцим тотҡоно”, “Сәфәрем – тыуған төйәгем”, “Яҙҙар көтәм”, “Йәшәү йәме”, “Алъяпҡыслы малай”, “Их, йәшәйһе ине!..” һәм башҡа китаптары донъя күрҙе. Бынан тыш, автор-төҙөүсе булараҡ, Әҡлимә Сафина “Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме”, “Майҙандарҙа бил һынаша Учалы батырҙары”, “Учалылар Афғанстанда. Беҙҙе ваҡыт үҙе һайланы...”, ишан Зәйнулла Рәсүлев тураһында “Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы” исемле ҙур күләмле ижад емештәрен баҫтырып сығарыуға өлгәште.
“Күрше хаҡы” исемле китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә быйыл донъя күрҙе. Ул үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнһә лә, повесть һәм хикәйәләрендә кеше яҙмыштары, төрлө хәл-ваҡиғалар, күңел кисерештәре өлкән быуын уҡыусыларын да йәлеп итә. Йыйынтыҡҡа ингән “Их, йәшәйһе ине!” тигән повесын алайыҡ. Тыумыштан ҡулы зәғиф Айһылыу, уҡыуын яҡшы билдәләргә генә тамамлап, яҡты хыялдар менән бына-бына оло тормошҡа аяҡ баҫырға торғанда, яман сиргә дусар була. Һөйгәне Василийҙың Сыктывкар ҡалаһынан килерен көтөп, ғүмеренең аҙағынаса ошо төҙәлмәҫлек сиргә ҡаршы көрәшә. Әммә тормош шул тиклем аяуһыҙ...
Әҡлимә апайҙың “Изге мөхәббәт”, “Сабыр иткән — моратына еткән” әҫәрҙәрендә күп әсәләрҙең, йәш егеттәрҙең йөрәктәрендә мәңге уңалмаҫлыҡ яра ҡалдырған Афған, Чечен һуғышы асыҡ яҡтыртылған. “Уларҙы тыныс күңел менән, иламайынса уҡыу мөмкин түгел”, – тине бөйөк әсәләрҙең береһе Фәриҙә апай Фәсхетдинова. Әсә Афған һуғышынан һөйөклө улы Илгизде көтөп ала, әммә ул ауырыу булып ҡайта. Бер кемгә лә кәрәкмәгән һуғышта башын һалған, унда булған ғәрәсәтте күреп ҡайтҡан егеттәрҙе, төн йоҡоларын йоҡламай улдарын көткән әсәләрҙе әҫәрҙәрендә тасуирлауына авторға ысын күңелдән рәхмәтен еткерҙе Фәриҙә апай. Ә инде улына арнап үҙе яҙған шиғырын уҡып ишеттергәс, залда ултырғандарҙың күҙҙәре йәшкә сыланды.
Ҡайтһаң әгәр, ҡаршы алыр инем
Ҡулдарыма тотоп сәскәләр.
Машинаны уҙып китер инем,
Әгәр һине килә тиһәләр.
Төрлөһөнән йыйып гөлләмәмде,
Килеп баҫам ҡәберең янына.
Бер мин генә түгелеп иламайым —
Туғандарың һине һағына.
Ниңә шулай иртә киттең инде,
Яҡты донъяларҙы ҡалдырып?
Мәңге ҡайтмаҫ өсөн юғалдың шул,
Минең йөрәгемде яндырып.
Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы, етди темаларҙан тыш, юмор һәм сатираға ла мөрәжәғәт итә. Йыйынтыҡҡа ингән “Ельцин бабай алдамаҫ” хикәйәһе тап шундайҙарҙан. Ябай халыҡ ил башлыҡтарына шул тиклем ышанған, вәғәҙәләренең үтәлмәүен күҙ алдына ла килтерә алмаған — автор уҡыусыға шул хаҡта оҫта итеп еткерә алған.
“Күрше хаҡы” әҫәренә килгәндә, пәйғәмбәр өндәүенсә, күрше менән дуҫ, татыу йәшәргә, уны рәнйетмәҫкә, киреһенсә, тик изгелек күрһәтергә кәрәк. “...Берегеҙ ҙә йәннәткә кермәҫ, әгәр күршеләрегеҙ һеҙҙең яманлыҡтан ҡурҡһа”, — тигән ул. Ер һатып алғансы, күрше һатып ал, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер, күрәһең. Ғүмер уртаһына еткән, яңы ғына ғаилә ҡорған ҡатын-ҡыҙҙар фәһем алһын өсөн ижад иткән кеүек Әҡлимә Сафина был хикәйәһен.
Ысынлап та, тормошобоҙ яҡшырған һайын күршелек, туған-тыумасалыҡ кеүек изге хистәр артҡы планға күскәндәй. Бейек-бейек тимер ҡоймалар менән уратылған йорттарыбыҙға бикләнеп, бер-беребеҙҙең хәлен белешмәй, бер-беребеҙҙе күрмәй йәшәүгә күнегеп киттек. Ә элегерәк тоҙ, шәкәр, сәйебеҙ бөтһә лә, күршегә йүгерә инек. Күршегә ҡунаҡ килһә, сәйгә саҡырып алыу йолаһы бар ине. Һуғым әҙерләү, ҡаҙ өмәләре, өй күтәреү йолаһы күрше-күлән, туған-тыумаса менән бергә башҡарыла торғайны. Хәҙер нимәһе үҙгәрҙе һуң? Изгелек, ярҙам итеү аҡса менән үлсәнә түгелме? Ошо темаға үҙенең тәьҫораттары, уй-фекерҙәре менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәриҙә Ситдиҡова уртаҡлашҡандан һуң, ауылдың һәүәҫкәр артистары Ынйы Шәрипова, Лүзә Мөхәмәҙиева, Венера Һәүбәнова, Ғәзимә Хажиева, Флүрә Мөхтәсимова, Тәнзилә Мәғәфүрова, Земфира Әйбәтова һәм уҡыусы балалар ҙур оҫталыҡ менән әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте.
Сарала ҡатнашҡан Учалы яҙыусылар ойошмаһы вәкилдәре лә, Әҡлимә Сафинаның ижадына ҙур баһа биреп, изге теләктәрен еткерҙе.
“Рәсәй-1” телеканалы ойошторған “Зәңгәр ҡош” проектында ҡатнашып, финалға үткән йәш талантыбыҙ — Яңы Байрамғолдан Ләйсән Золотарева, Ураҙ ауылының “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмө, уҡыусыларҙың сағыу сығыштары, лицейҙың музыка уҡытыусыһы Гөлназ Шәйхетдинова, Рәсүл ауылынан Таңһылыу Ғүмәроваларҙың моңло йырҙары байрамды тағы ла йәмләндерҙе. Ошо күркәм кисәне ойоштороуҙа ҡатнашҡан Ураҙ лицейы коллективына, “Ураҡсы ҡыҙ ” фольклор төркөмөнә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Мәҡәләне Әҡлимә Сафинаның “Өҙөлгән моң” хикәйәһендәге юлдар менән тамамлағым килә: “Эй кешеләр! Ҡунаҡ ҡына булып килгән донъябыҙҙың йәмен ебәрмәй, ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп, изгелек-иман менән генә йәшәһәксе! Онотмайыҡ, иҫ киткес нескә һәм нәфис тә ғүмеребеҙҙең мәңгелек түгеллеген!..
Учалы районы,
Ураҙ ауылы.