Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡотоевтың ҡотло моң донъяһы
Ҡотоевтың ҡотло моң донъяһыУның менән Урал тауҙарына үрләгәнем булды, ҡаяларҙы йырып аҡҡан йылғаларҙы кистек, ябырылып килгән дошман яуына ташландыҡ, йәйрәп ятҡан дала киңлегендә ҡурай моңон тыңланыҡ... Хәйер, бер мин генәме ни, Марсель Ҡотоевтың йыр сихырына эйәреп сәфәргә сыҡҡан кешеләрҙе туплаһаң, тотош ғәскәр булыр.
Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән егет башҡарған халыҡ йырҙарының арбағыс көсө нимәлә һуң, моң тамыры ҡайҙан һут һура? Әйҙәгеҙ, ошолар хаҡында йырсы менән һөйләшеп алайыҡ.

– Марсель, әйтмәһәң дә белеп торам, моң тамырың – тыуған ереңдә. Бай­маҡ һынлы гүзәл тәбиғәт ҡосағында үҫкән кешенең моңһоҙ булыуы мөм­кин түгел. Ә бына шул тамырҙарҙы нимәләр һутландырҙы, нимәләр һуғарҙы икән?
– Әлеге һинең тоҫмаллауыңса, тәбиғәттән киләлер. Атай-әсәйемдең һүҙҙәренә ҡарағанда, өс йәшемдә йырлай башлағанмын.
– О-һо!..
– Мәктәптә уҡығанда йыр дәрес­тәрен ярата торғайным. Шул саҡта уҡ мәктәп, район исеменән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланым. IX класты тамам­лағас, Өфө сәнғәт учили­ще­һының йыр бүлегенә килгәйнем, ҡабул итмәнеләр.
– Нишләп?!
– Аңлатыуҙарынса, ул йәштә малайҙар күсеү осорон кисерә. Тауыш үҙгәргән мәлдә йырларға ярамай икән. Шулай ҙа күңелде һүрмәнеләр, мәктәпте тамамлағас килерһең, тинеләр.
– Ҡайтып китергә тура килдеме?
– Ҡайтырға булғайным, уҡытыусылар: “Ҡайтып йөрөмә, йә юғалып ҡуйырһың”, – тиҙәр. “Нимә эшләргә һуң?” – тим, аптырап. “Ниндәй музыка ҡоралында уйнай беләһең?” – тип ҡыҙыҡһындылар. Мин әйтәм: “Ҡурайҙа”. “Улай булғас, әйҙә, ҡурай бүлегенә алабыҙ”, – тиҙәр. Шулай итеп, ике йыл ошо бүлектә уҡыным. Үҙең беләһең, Баймаҡ яҡын ара түгел, йөрөүе бер этлек. Хәҙер генә ул студенттар үҙ машинаһында выжлатып килеп төшә. Ул саҡта беҙ поезд менән йөрөнөк. Сибайҙа сәнғәт училищеһының филиалы асылғас, уның директоры Башҡортостандың халыҡ артисы Камил Вәлиев мине үҙенең класына – йыр бүлегенә алды. Төрлө халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша башлауым шул осорға тура килә.
– Иң тәүге еңеүеңде хәтерләйһеңме?
– У-у, онотоп буламы ни!.. Тәүге еңеү тәүге мөхәббәт кеүек йөрәктә ҡала. Быныһын шаяртыбыраҡ әйтәм, әлбиттә. 2002 йылда “Башҡортостан йондоҙсоғо” тигән конкурста гран-при яуланым. Бынан һуң төбәк-ара, классик йырҙар буйынса бәйгеләрҙә еңеүҙәр күп булды.
– Классик йырҙар тигәндән, күңелеңә ҡайһы йырсы илһам өрә?
– Бала саҡтан башҡорт халыҡ йырҙарын яраттым. Мәғәфүр Хисмәтуллинды иҫем китеп тыңлай торғайным. Һанап китһәң, күп улар: Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеров һәм башҡалар... Ғөмүмән, халыҡ йырҙары бишектән үк йөрәгемә һеңеп ҡалған тиһәм дә шаштырыу булмаҫтыр. Әсәйем, атайым, өләсәйем халыҡ йырҙарын яратып тыңлай, үҙҙәренә лә моң “еле” ҡағылған. Аҙаҡ инде, уҡып йөрөгәндә, классик сәнғәт арбаны. Заһир Исмәғилевтең “Салауат арияһы” әсир итте, Лучано Паваротти кумирыма әйләнде, Бочелли әсир итте... Ғөмү­мән, башҡорт халыҡ йырҙары ла итальяндарҙың классик йырҙарына тартым.
– Училищенан һуң тормошоң ниндәй юлдан китте?
– 2005 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килдем. Унда “Далан”, йәштәрҙән тупланған яңы “Каруан­һарай” төркөмөндә эшләнем. Ләкин шәхси тормо­шомдағы ҡатмарлыҡтар арҡаһында филармониянан китергә тура килде.
– Моң донъяһынан айырылып тормаған­һың бит инде?
– Юҡ, әлбиттә. Шәхси эш булдырыу менән маташып ҡарағайным. Дөрөҫөрәге, үҙаллы концерттар ойоштороу ине ниәт. Килеп сыҡманы. Ул саҡта халыҡ араһында исем дә киң билдәле түгел. Ҡабаттан филармонияға барып, Азамат Тимеровтың бригадаһында эшләп алдым, ике йыл балалар лекторийында классик һәм халыҡ йырҙары буйынса дәрестәр бирҙем. Бөгөнгө көндә “Каруан” төркөмөн етәкләйем. Был төркөмдөң барлыҡҡа килеүе билдәле “Каруанһарай” төркөмөнә бәйле. 2007 йылда “Йәш каруанһарай” тип асылғайны, хәҙер “Каруан” булып ҡалды.
– “Каруан”да нисә кеше?
– Йырсылар Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Ра­ма­ҙанов, Илмир Әбүбәкеров, Илнур Һибәтуллин һәм мин, бейеүсе – Регина Бараҡова, алып барыусы – Эльмира Юлдашева, тауыш операторы – Анатолий Трофимов, администрато­рыбыҙ – Айһылыу Саҙретдинова. Бына ошондай төркөм менән “Каруан” моң донъяһына сәфәргә сыҡты.
– Ҡайһы тарафтарҙа булып өлгөрҙөгөҙ?
– Быйыл Төркиәлә үткән “Апимондия” бал фестивалендә булдыҡ. Беҙҙекеләр унда 86 ил араһында гран-при яуланы. Был еңеүҙә беҙҙең дә өлөш бар тип уйлайым, тамашасыларҙы рухи “бал”ыбыҙ менән дә һыйланыҡ. 2021 йылда ошондай уҡ фестиваль Башҡортостанда буласаҡ.
Яңыраҡ Германияла Башҡортостан Республика­һы көндәрендә йөрөп ҡайттыҡ. Берлин, Дрезден, Лейпциг ҡалаларында сығыш яһаныҡ.
Силәбе өлкәһендә, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы тарафтарында йөрөп килдек. Оҙаҡламай Ғафури районына сығырбыҙ тип торабыҙ.
– Гел юлда йөрөү арытмаймы?
– Арыта инде... Дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләне лә һирәк күрәһең.
– Белеүемсә, улың менән ҡыҙың үҫә.
– Арыҫлан улыма – 12, Элиза ҡыҙыма 9 йәш. Ҡатыным – бухгалтер. Шулай йәшәп ятабыҙ, мин аҡса эшләйем, ул һанай... (көлә).
– Марсель, 14 декабрҙә Өфөлә концертың була икән.
– Эйе, “Төштәге йыр” тип атала ул. Мажаралы үә хикмәтле тамаша. Эх, Ла-Скала сәхнәһендә йырла ине ул, тип электән классик йырҙар башҡарырға хыялландым, “Салауат” операһында уйнарға телә­нем. Был концертта мин ошо хыялдарымды тор­мошҡа ашырам. Уның нисек тормошҡа “ашыуын” тамашасы үҙе күрер, бар серҙе асып бөтмәйем әле. Ҡыҫҡаһы, бик ҡыҙыҡ буласаҡ!.. Киске сәғәт 7-лә Башҡорт дәүләт филармонияһында көтәбеҙ, дуҫтар!

С. ӘБҮЗӘРОВ әңгәмәләште.


Автор: С. ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780