* * *
Дамир Шәрәфиҙең “Төнгө усаҡ” исемле шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Яңы китапты алып, шунда уҡ уҡып сыҡтым. Шуныһына иғтибар иттем: автор үҙенең фотоһүрәтен китапта бирмәгән. Ахырҙа һорарға булдым:
— Бөтә яҙыусылар ҙа фотоһын ҡуйырға тырыша. Ҡайһылары бер нисәүһен тәҡдим итә, ә һинеке бөтөнләй юҡ! Ҡуйырға оноттоңмо әллә?
Шәрәфи иҫе лә китмәй ҡул һелтәне:
— Мине халыҡ былай ҙа таный. Ана, кемде насар беләләр — шулар фотоһын ҡуйһын. Ә мин уға мохтаж түгел!
* * *
2015 йылда миңә Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырғайнылар. Шул уңайҙан Яҙыусылар союзында йәш лауреатты тәбрикләү тантанаһы булды. Хәсән Назар ҡотлау һүҙен әйтте лә ике ҡалын ғына китап бүләк итте. Леоновтың “Пирамида”һын.
— Киләсәктә ошондай китаптар яҙырға насип булһын! — тине ул.
— Хәсән ағай, ҙур рәхмәт! Һеҙ гел миңә шәп китаптар бүләк итәһегеҙ. Анау көндә Макаренконың “Педагогическая поэма”һын бирҙегеҙ, — тинем әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалына.
Янында ултырған Ирек Кинйәбулатов:
— Борсолма, Айгиз! Хәсән ағайыңдың шкафына һыймаған китаптары күп әле, — тип төрттөрөп өлгөрҙө. Бөтәһе лә рәхәтләнеп көлдө.
* * *
Күп йырҙар авторы Рәмил Сурағол менән ауылдар буйлап осрашыуҙарҙа йөрөйбөҙ. Иң тәүҙә татар ауылында туҡтаныҡ.
— Без — моңлы халык! Безнең бай тарихыбыз, тирән мәгънәле жырларыбыз, үз дәүләтебез бар. Менә сезнең кебек әдәбиятны яраткан укучыларыбыз бар чакта татар халкыбыз яшәячәк әле. Үзем шушы халыкның улы булуыма Ходайга мең рәхмәтләр укыйм! — тип телмәрен тамамланы. Һәммәһе лә зыҡ ҡубып ҡул сабырға тотондо. Шағирға һәр кеше рәхмәтен әйтеп ҡалырға ашыҡты. Шунан бергәләшеп уның “Әйтмә син авыр сүз!” тигән йырын башҡарырға тотондолар.
Артабан башҡорт ауылына барҙыҡ. Юлдашым былай тип телмәр тотто:
— Башҡорттар — моңло халыҡ. Беҙҙең бай тарихыбыҙ, тәрән мәғәнәле йырҙарыбыҙ, үҙ дәүләтебеҙ бар. Бына һеҙҙең кеүек әҙәбиәтте яратҡан уҡыусыларыбыҙ бар саҡта башҡорт халҡыбыҙ йәшәйәсәк әле. Үҙем ошо халыҡтың улы булғаным өсөн Хоҙайға мең рәхмәттәр ҡылам! Минең фамилиям да бит саф башҡортса: Сурағол. Сура, тимәк, батыр! — Тамашасылар шағирҙы алҡыштарға күмде. “Үҙебеҙҙең кеше” тип әбейҙәр арҡаһынан һөйөп алды. Шунан күмәкләшеп уның “Әйтмә һин ауыр һүҙ!” тигән йырын йырларға тотондолар.
Артабан сыуаш ауылына юлландыҡ. Был юлы бөтәһенә лә аңлашылһын тип русса самалап киләм. Иң беренсе булып һүҙҙе, өлкән кеше булараҡ, Рәмил Сурағолға бирҙеләр:
— Сывлах сунатап! Пурлассем епле? — тип әйтеүе булды, бөтәһе лә аяғүрә баҫып алҡышларға тотондо. Саҡ тымдылар. Шунан Сурағол руссаға күсеп дауам итте:
— Чуваши — удивительный народ. У нас есть богатая история, задушевные песни, мелодичный язык. Пока есть такие патриоты как вы, наш чувашский народ будет жить...
— Ә һеҙ сыуашмы ни? — тип һораны залдан берәү.
Шағир юғалып ҡалманы:
— Эйе, миндә сыуаш ҡаны аға, сөнки әсәйемдең өләсәһе сыуаш булған! — Шуны ғына көткәндәй, әбейҙәр “лайахах” тип уны ҡосаҡлап алды.
Өфөгә ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда барғанда һорамайынса булдыра алманым:
— Рәмил ағай, һин бөгөн һөйләгәндәр дөрөҫмө? Ярай, башҡорт, татар тигәнеңә ышанам.
Сурағол мут йылмайып ҡуйҙы:
— Эй, ҡустым, ярай әле мари ауылына инмәнек. Юғиһә әсәйемдең олатаһы мари милләтенән икәнен һөйләп ҡыуандырыр инем.
Яҡташтар
Оло йәштәге шағир менән әңгәмәләшеп торабыҙ. Минең Белорет яғынан икәнде яҡшы белгәс, күңелендә булған үпкәһен һөйләргә тотондо.
— Ҡара әле, яңыраҡ һинең яҡташың Фәләнов менән уртаҡ эш булғайны. Яман хәйләкәр, ике йөҙлө әҙәм булып сыҡты! Мин уға ярҙам иттем, ә ул мине ситкә типте. Бына һеҙ икегеҙ ҙә бер яҡтан. Ә холоҡтарығыҙ ҡапма-ҡаршы! Нисек улай була һуң? — тип аптырай ағай.
— Улайға китһә, Гитлер менән Бетховен да яҡташтар бит әле, — тиеүҙән бүтән яуап таба алманым.
* * *
Бер нисә әҙипте “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә тәҡдим иткәндәр икән. Ҡәләмдәштәр араһында ошо хаҡта һүҙ сыҡты.
— Таңсулпан Ғариповаға шул исемде бирһәләр, шатлығымдан ҡорбан салдырасаҡмын! Бына, исмаһам, байрам булыр ине! — тинем.
— Әгәр Фәлән Фәләновҡа шул исемде бирмәһәләр, мин дә ҡорбан салдырасаҡмын! — тине бер иптәш.
— Ниңә улай тиһең?
— Ул да әҙәбиәтебеҙ өсөн үҙе бер байрам буласаҡ. Ғәҙеллек бар икән, тип ҡыуанырмын...
“Ярлы” шағир
Матбуғатҡа яҙылыу осороноң ҡыҙған мәле. Ул көндәрҙә беҙ, редакция хеҙмәткәрҙәре, райондарға сығып, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ, гәзит-журналдарға яҙылырға өгөтләйбеҙ. Был юлы ла сатирик Венер Исхаҡов менән юлға йыйындыҡ. Үҙебеҙ менән шағир Фәлән ағайҙы алырға булдыҡ. Баш мөхәррир ҙә быны хупланы. Ни тиһәң дә, рухлы шағир, шиғырҙарында “халҡым”, “милләтем”, “туған телем” тигән һүҙҙәр йыш ҡабатлана.
— Бер-ике шиғырын уҡып ебәрһә, һуҡыр кеше лә гәзиткә яҙыласаҡ! — тип оҙатып ҡалды баш мөхәррир.
Районда осрашыу бик йәнле барҙы. Халыҡ ихласлап тыңланы, һорауҙарын бирҙе. Беҙ иһә матбуғаттың ни тиклем мөһим ҡорал икәнен аңлатырға тырыштыҡ, ауырлыҡтарға ҡарамай гәзиткә яҙылырға саҡырҙыҡ.
Һүҙ шағир Фәлән ағайға бирелде. Ул иң башта рухлы ғына өс шиғырын уҡыны, шунан матбуғат мәсьәләһенә күсте:
— Әлбиттә, хәҙер гәзит алдырыуы ҡыйын, сөнки уның хаҡы ҡиммәт, — тип һүҙен дауам итте ағайыбыҙ. — Еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ. Пенсияны ла әҙ түләйҙәр, коммуналь хеҙмәттәр өсөн дә умырып алалар. Аҡса ашарға ла етмәй. Бына шуға һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, шуның өсөн үҙем дә бер ниндәй гәзит-журнал да алдырмайым! — Беҙ өнһөҙ ҡалдыҡ. Залдағылар ҙа аптырашты.
Беҙ һүҙһеҙ Өфөгә кире ҡайтырға сыҡтыҡ. “Аҡсам юҡ” тип зарланған ошо ағайыбыҙҙың баш ҡалала ике ҡатлы коттеджы, ике фатиры барлығын халыҡ белмәй ине.