Барыһы ла шул гөлдән башланды. Беҙҙең аш бүлмәбеҙҙә ҙур гөл үҫә ине. Хәҙер “ине” тип кенә иҫләргә ҡала. Эре япраҡлы, ҡуйы булып үҫкән был дәү гөл янында сәй эскәндә, үҙемде ауылыбыҙҙағы баҡсабыҙҙа ултырғандай хис итә инем. Кергән һайын күрше-күлән дә был матур гөлдө күреп хайран ҡала торғайны.Берҙән-бер көн ҡатынымдың әхирәте Гөлзәмиә килеп керҙе.
— Маҡтап ҡына йөрөйһөң, әйҙә, Гөлзәмиә! — тип Сәлимә сәйгә әйҙүкләне. — Бәлеш тә бешеп кенә сыҡты.
Гөлзәмиә, бик телдәр һәм бөтмөр ҡатын, беҙгә йыш ҡына килеп, нисек йәшәргә кәрәклеген өйрәтеп китә. Мин уның был ҡылығын оҡшатмаһам да, өндәшмәйем. Гөлзәмиә ике тапҡыр кейәүгә сығып, икеһенән берәр ҡыҙ бала тапҡан. Ни өсөндөр бер ире менән дә оҙаҡ йәшәмәгән. Үҙе һөйләүенсә, ирҙәре Гөлзәмиәнең хыялдағы образына тап килмәгән, йәғни дөрөҫ йәшәй белмәгәндәр икән.
— Һеҙ дөрөҫ йәшәмәйһегеҙ! — тип башланы ул был юлы ла хәбәрен. — Иҫкергән сынаяҡтарығыҙҙы сығарып ташлағыҙ. Һауыт-һаба кәштәһен төньяҡҡа ҡаратып элегеҙ. Хәҙер “Фэн-шуй” фәлсәфәһе буйынса шулай тейеш. – Шунан күҙе, ҙур булып үҫеп, түбәгә тейерҙәй булып ултырған гөлгә төштө: – Немедленно яндырығыҙ был гөлдө, юҡһа өйөгөҙгә бәлә киләсәк, — тип һалды Гөлзәмиә, бәлешен ҙур итеп ҡабып сәйнәй-сәйнәй. — Был “ҡытай гөлө” тип атала. Уны өйөндә үҫтергән кешеләргә ҡаза килә, төрлө сирҙән үлеп бөтә. Бөгөн генә Интернеттан уҡыным.
— Ҡытайҙар үҫтергәс, ниңә үлеп бөтмәйҙәр һуң, киреһенсә, үрсей генә баралар. Ер йөҙөндә уларҙан да күп халыҡ юҡ. Әгәр ҙә беҙҙе баҫып алһалар, үҙебеҙҙең дә ҡытайса һөйләшеп йөрөүебеҙ ихтимал, — тип ҡаршы төштөм.
— Юҡ, иҫән ҡалғығыҙ килһә, яндырығыҙ. Интернетта мотлаҡ яндырырға тиелгән. Мин бит һеҙҙең именлегегеҙ өсөн борсолам, — тип Гөлзәмиә үҙенекен туҡый һаман.
— Лифт янына сығарып ҡына ултыртһам булмаймы һуң? Йәл бит әле яндырырға.
— Яндырырға тигәс, яндырырға! Икенсе килеүемә был гөлөгөҙ күҙемә күренмәһен. Юҡһа бәләнән башығыҙ сыҡмаясаҡ.
Беҙ шөбһәләнә башланыҡ.
— Бәлки, Гөлзәмиәнең һүҙҙәре дөрөҫтөр, — ти ҡатын. — Үткән арала кеҫә телефоны юғалды, һин дә йыш ҡына сирләй башланың.
Бәләһенән баш-аяҡ тип, Гөлзәмиәнең һүҙен тыңларға булдыҡ.
Икенсе көндө эштән ҡайтыу менән гөлдө ботарларға тотондом. Ҙур бысаҡ менән һабаҡтарын киҫәм тип ҡулдарым ҡанап бөттө. Бер япрағын да ҡалдырмай ике ҙур тоҡсайға тултырып, йәшәгән еребеҙгә яҡын урманға йүнәлдем.
“Президент-отель” тип аталған ҡунаҡхана артындағы урман эсендә бер аҡлан табып, гөлдө яндырырға тотондом. Этен алып сыҡҡан бер әбейҙән башҡа кеше күренмәй яҡын-тирәлә. Әле генә үҫеп ултырған гөл тиҙ генә янып китмәне, төтәй башланы.
Күп тә үтмәй, һауа ярып сиреналар тауышы ишетелде. Эргәмә янғын һүндереү, полиция, “Ашығыс ярҙам” машиналары килеп туҡтаны. Хатта телевидение журналистары ла килеп еткән. Шул арала яҡындағы йорттарҙа йәшәгән халыҡ та йыйылып китте. Янғын һүндереүселәр усаҡ менән көрәшергә, полиция хеҙмәткәрҙәре минән һорау алырға, “Ашығыс ярҙам” врачтары ҡазаға тарыусыларҙы эҙләргә, репортерҙар төшөрөргә тотондо.
— Бына ошо бәндә урманды яндырырға тырышты, — тип ҡысҡырҙы баяғы эт һөйрәгән әбей. — Башта уҡ ул миңә шикле күренде. Тәүҙә алан-йолан ҡаранды, шунан ут яғырға тотондо. Бикләп ҡуйығыҙ был ҡоротҡосто!
— Мин дә был әҙәмде урманда йыш осратам, берәй маньяк булмағайы, — тип ҡыҫылды аяғын саҡ һөйрәп йөрөгән бер ҡарт. Уға башҡалар ҙа ҡушылды. Дөрөҫөн әйткәндә, минең был урманға икенсе тапҡыр ғына инеүем ине.
Мин хәлде нисек кенә аңлатып ҡараһам да, тыңлап тороусы булманы, ай-вайыма ҡуймай, полиция машинаһына ултыртып алып та киттеләр. Полиция бүлегендә, тәфтишселәр һорау бирә башлағас, мин үҙемде, ысынлап та, енәйәт ҡылған кеше итеп тоя башланым. Өйгә шылтыратырға бирмәйҙәр, бер тәүлектән һуң ғына саҡ ҡайтып еттем. “Ҡайҙа йөрөнөң, һөйәркәңдә булдыңмы?” — тип ҡатын тауыш сығарҙы.
Эшкә, әлбиттә, бара алманым. Өҫтәүенә йәмәғәт тәртибен боҙған, тәбиғәткә зыян килтергән, кәрәкмәгәнгә “Ашығыс ярҙам” табиптарын борсоған өсөн тип, ҙур күләмдә штраф түләттеләр. Ярай әле, ҡылығымда террор ғәмәле тапманылар, юҡһа башым төрмәлә серер ине. Мине, янғын сығарыуҙа ғәйепләп, телевизорҙан башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сыҡҡан яңылыҡтарҙа, ҡабат-ҡабат күрһәттеләр. Инде урамға сығырлығым ҡалманы. “Ана, теге енәйәтсе!” тип бармаҡ төртөп күрһәтә башланылар. Тиҙ арала бөтә республикаға минең насар даным таралды. Эшкә барһам, директор саҡырта:
— Урман яндырып, енәйәт ҡылып йөрөйһөң икән, — тип һалды, мине күргәс тә. — Быға тиклем арыу ғына хеҙмәткәр инең, беҙҙең ойошманың абруйын төшөрәһең, үҙ теләгең менән эштән китәм тип ғариза яҙ.
Минең аҡланып маташыуымдан фәтүә булманы. Хеҙмәт кенәгәмде кеҫәгә тығып ҡайтып киттем. Баш тубал булды. Өйҙә ҡатын менән ғауға, етмәһә, эштән китергә тура килде, артабан нишләргә?
Уйланып барып, саҡ машина аҫтына эләкмәнем. Ауыр уйҙарға батып, өйгә ҡайтып керҙем. Сисенеп, аш бүлмәһенә үтһәм, әлеге Гөлзәмиә һин дә мин ҡатын менән сөкөрҙәшеп сәй эсеп ултыра.
— Һеҙ дөрөҫ йәшәмәйһегеҙ! — тип дауам итте хәбәрен, мине күргәс тә.
— Хәҙер мин һинең үҙеңә нисек йәшәргә кәрәклеген күрһәтәм, кәнтәй! — тип йоҙроғомдо төйнәп, уға табан бара башланым.
Гөлзәмиә, кейемен дә эләктермәй, йәшен тиҙлеге менән сығып һыҙҙы.
— Башҡа эҙең булмаһын! — тип ҡысҡырҙым артынан.
Хәҙер инде Гөлзәмиәнең дә беҙгә эҙе һыуынды, яйлап тормошобоҙ ҙа рәтләнә башлаған кеүек. Бары тик бер ғәйепһеҙгә әрәм ителгән гөл генә йәл...