Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Сик булһа ла карталарҙа, Күңелдә булмаһын сик...”
“Сик булһа ла карталарҙа, Күңелдә булмаһын сик...”Бүре

Тыумыштан уҡ азат, батыр бүре,
Ҡуш йөрәкле була балаһы.
Ҡара урман – төйәк иткән ере,
Туҡ ҡылғанлы иркен далаһы.
Хәйлә, аҡыл, ҡырыҫ ҡырағайлыҡ —
Төп сифаты яуыз бүренең.
Йыҡты йылҡы, ҡырҙы һарыҡ —
Белә йыртҡыс яза күререн.
Ер йөҙөндә кейек ҡоштарға ла,
Бөркөт, бөжәктәргә урын бар.
Бүре маймыл түгел, шуға ла
Ситлектәрҙә уға урын тар.
Эҙләп табып һуҡыр көсөктәрҙе,
Күн тоҡсайға һалып Ишбирҙе
Дәү имәндең ботағына элде,
Инә бүре ерҙә йән бирҙе.

Атыр таңдар

Көмөш көҙөм ишек ҡаҡҡан саҡта
Моңһоуланып торам уйланып.
Туҡ-туҡ итте шул саҡ ишек-таҡта,
Йоҡоларҙан киттем уянып.
“Әйҙүк” тинем бер аҙ ҡаушабыраҡ
Килеп ингән матур ҡатынға.
Иҫтәремә киләм һуңлабыраҡ,
Төрөнәмен хискә-ялҡынға.
Тәмле сәйҙәр яһай хужа бабай,
Әңгәмәбеҙ ихлас, эскерһеҙ.
“Әйҙә” тиһә миңә, күп уйламай
Китер инем бергә бер һүҙһеҙ.
Ниндәй бабай?! “Һин бит әле ағай” —
Шуҡ йылмайҙы, бул бер аҙ ҡыйыу.
Сылтыратып көлдө, әллә һынай
Дәртле, яңғыҙ, йәп-йәш бер һылыу.
Туғарылам, тәртәләрҙән сығам,
Йәш тай һымаҡ сабам яландан.
Эй, Хоҙайым! Бирсе моң һәм илһам,
Көс, дәрт алам атҡан таңдарҙан.

Кинйә

Өс быуатҡа яҡын ғүмер уҙған
Һин тыуғанға, Кинйә Арыҫлан.
Быуат-быуат аша яңғыраған,
Даның еткән беҙгә алыҫтан.
Рәсәй батшалығын дер һелкеткән
Салауат, Бүгәс, Кинйә ғәскәре.
Батшабикә ун бер бойороҡ биргән
Тоторға тип башта Кинйәне.
Ҙур илеме, зирәк аҡылымы?
Белгәнгәме яттан Ҡөрьәнде,
Хоҙай язаларҙан араланы,
Оҙон, тыныс ҡартлыҡ теләне.
Ҡайталманы ярһыу атта сабып,
Алып ҡайтты көрәштәштәре.
Әүлиә тип ҙурлап, ташын уйып
Тыуған төйәгендә ерләнде.
Һәр яҙ япраҡ яра ҡарт ҡарама,
Йыйын йыя ырыуҙаштары.
Илкәйеңдә һиңә һәйкәл тора,
Онотолмаҫ халыҡ батыры.

Еңеү яҙы

Һанай китһәң иҫән яугирҙәрҙе,
Бармаҡтары етә бер ҡулдың.
Һуғыш өҙҙө күпме ғүмерҙәрҙе —
Таянысын, ҡотон ауылдың.
Миллионлап яуға китһәләр ҙә,
Меңәр-меңәр генә ҡайттылар.
Һәр береһе йәшәй күңелдәрҙә
Сит ерҙәрҙә ятып ҡалғандар.
Еңеү яулап ҡайтҡан ҡаһармандар
Мандый алманылар яранан.
Йырланмайса ҡалды яңы йырҙар,
Иртә китте улар аранан.
Иҫәндәре аҡылын, дәртен, көсөн
Тулыһынса бирҙе хеҙмәткә.
Илде гөл-баҡсалай иткән өсөн
Лайыҡ улар ҡәҙер-хөрмәткә.
Башҡорт атлылары азат иткән
Дебальцево тигән ерҙәрҙә,
Ҡасҡан-боҫҡан дошман әле иҫән,
Баш ҡалҡыта тыныс көндәрҙә.
Әҙәми зат, ниндәй аҡыллыһың,
Ҙур асыштар яһай алаһың.
Төрлө ҡорал уйлап табаһың,
Шартлатҡыстан үҙең янаһың.

Шәжәрә

Рәйес Түләк шиғырҙарын уҡығандан һуң.

Шәжәрә иҫтәлек түгел —
Аҫабалыҡҡа хоҡуҡ.
Нәҫел ебен барлай күңел
Һәм тарихты шулай уҡ.
Меңәр-меңәр йылдар буйы
Уралда йәшәй башҡорт.
Йырҙарында — ере, һыуы,
Йәшәүендә — ырыҫ һәм ҡот.
Башҡорттоң урман-ҡырына
Кемдәр генә килмәгән.
Халҡымдың эс-бауырына
Кемдәр генә инмәгән.
Береһе килгән хәйләләп,
Береһе килгән яулап.
Хәҙер шулар хәбәр һөйләп,
Йөрөйҙәр хоҡуҡ даулап.
Заман башҡа — заң башҡа,
Үҙгәрә милләт йөҙө.
Саф бойҙайға кәбәк ҡушма,
Ғаиләңде уйлап төҙө.
Тәүфиҡлы башҡорт ҡыҙынан
Тыумаһын Ганс, Иван.
Милләт хаҡында уйлан,
Уянсы, халҡым, уян!

Булат УРМАНБӘТОВ.

Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779