Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аманатлы ағайҙарым
Аманатлы ағайҙарым Бынан утыҙ йыл самаһы элек башҡа бик күп тиҫтерҙәрем, ул ваҡыттағы йәш хәбәрселәр кеүек мин дә “Пионер” журналына тәүге шиғырҙарымды, мәҡәләләремде ебәрә башланым. Унда бик ихлас ағайҙар эшләй ине. Тәүге танышҡан кешем яҙыусы, журналист Венер ағай Йәнбәков булды. Ошо хаҡта ваҡытлы матбуғатта ла яҙғайным. Торараҡ тағы ла бер бала күңелле, октябряттарҙы, пионерҙарҙы үҙ тиҫтерҙәре кеүек яҡын күреп аралашҡан һәм әңгәмәләшкән икенсе ағай менән таныштым – шағир, журналист Әхмәҙин Әфтәх ине ул. Был ваҡытта яратҡан журналыбыҙҙың исеме “Аманат” тип үҙгәртелгәйне.


Элегерәк ваҡытлы матбуғатта эшләгән ағай-апайҙар үҙҙәре эргәһендә ниндәй мәктәп булдырғанын үҙҙәре лә аңлап та, баһалап та бөтмәгәндер әле. Ҡасан барып керһәң дә, ниндәй генә мәҡәлә һалһаң да, ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһәң дә, улар, әйтерһең, бына һине генә көтөп ултырғандай, шунда уҡ ярҙамға ашыға ине. Юҡҡа ғына халҡының йәштәрҙе тәрбиәләү аманатын башҡарған ағайҙар янына юлланмағанмындыр, тим, БДУ-ның I курсын тамамлағандан һуң практи­каға. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Дамир Вәлиев менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Әле булһа шуға йөрьәт итеүемә хайран ҡалам. Ағайҙарға арҡаланып эшләгәнмен уны, сөнки һорауҙарын төҙөп биргәндәр, яуаптарҙың да ҡатмарлы урындарын мин, “Аманат” журналы уҡыусыһы, аңларлыҡ итеп эшкәрткәндәр. Тап Әхмәҙин ағай менән мәҡәләләр хаҡында һөйләшә, фекер алыша торғайныҡ.
Улар шул тиклем дуҫ, бер-береһенә терәк булып эшләне. Шуға күрә бөгөн икеһен дә телгә алыуым юҡҡа түгел. Әхмәҙин ағай Венер ағайға арналған шиғырына ла һалған ул мөнәсә­бәттәре йылылығын:
Киттең... тәүге тапҡыр
яңғыҙ киттең,
Көтмәгәндә, миңә әйтмәйсә.
Таңғы елдәр илап бышылдайҙар:
– Ашыҡмасы ваҡыт етмәйсә!
Ал-ял тимәй, көндө төнгә ялғап,
Миҙгелдәрҙе өйөп йылдарға,
Ҡулға ҡәләм алып, хыялланып
Сыға инек ярһып юлдарға.
Башҡортостан, һинең киңлектәрҙә
Берсә янып, берсә туңдыҡ беҙ.
Ғүмерлеккә рухташ, серҙәш булыр
Яңы дуҫтар табып уңдыҡ беҙ.
Ваҡыт мәрхәмәтһеҙ, беҙ ҙә бер көн
Бер-бер артлы төштөк эйәрҙән.
Хаҡлы ялда ла бит уйыбыҙға
Ымһындырып юлдар эйәргән.
Әллә шуға түҙмәй сығып киттең,
Бер ни әйтмәй, бер ни аңлатмай.
Һуңғы юлды ҡарап ҡайтыр өсөн
Разведкаға киткән һалдаттай.
Аманатлы ағайҙарымӘхмәҙин ағай балалар баҫмаһы, бала­лар күңеле өсөн “Аманат”та һис ауыр­һынмай, көсәнмәй ҙур ғәмәлдәр башҡарҙы. Абҙаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда ойош­то­ролған күренекле шағир, оҙаҡ йылдар балалар баҫмаһында мәктәп уҡыусылары менән ең һыҙғанып эшләгән Әхмәҙин ағай Әфтәхтең 70 йәшлек юбилей кисәһенә ошолар хаҡында тыуған ауылы халҡы, класташтары, хатта уҡытыусылар алдында әйтәйем, оло рәхмәтемде еткерәйем тип юлландым.
Ә бит ул үҙе бик баҫалҡы, тыйнаҡ ке­ше. Бына әле лә юбилейы алдынан “Баш­ҡортостан” гәзитенә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына шәлкемен тотоп килеп инде. Һуң улмы инде үҙе үҫтергән журналист менән шулай уңайһыҙланып ҡына һөйләшә торған ке­ше?! Берәү булһа, әйҙә, шиғыр­ҙа­рымды сығарығыҙ гәзиттә, тиер ине. Ә ул, юҡ, һәр ваҡыттағыса тыйнаҡ. Ижадсы­ларҙың һәр кемеһенең үҙ асылы, үҙ күңел донъя­һы, тирә-йүндәгеләр менән үҙ мөнә­сәбәте. Шағир Әхмәҙин Әфтәх яҙа, әҫәр­ҙәрен уҡыу­сыларға тәҡдим итә, артығына өмөт итмәй, үҙе хаҡында эшләгән теле­тап­шы­рыуҙа әйткәнсә, әҙәбиәттең тоғро һалдаты булып хеҙмәт юлынан атлай, ижад үрҙәрен яулай.
Иң тәүге ҡотлау һүҙе менән Белорет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илгиз Теләүбаев сығыш яһап, яҡташына тыуған яғы шифаханаларының береһенә юллама тапшырҙы. Бына был, исмаһам, бүләк!
Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина юбилярҙың ижадына арнал­ған кисәгә балаларҙы күпләп йәлеп итеп ҡайһылай дөрөҫ эшләгән: әле улар шағир­ҙың шиғырҙарын ятлай, әле йырлай, әле бейей. Азамат Төхвәтуллин, Эльвина Ғә­ҙел­шина, Айзилә Билалова, Айһылыу Машурова, Илназ Ишмырҙин, Фәнзилиә Бикҡужина, Раил Фәхретдинов, Дауыт Дауытов, Арыҫлан Хәйретдинов, Даян Хәй­руллин яҡташтарының төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәрен яттан тасуири уҡыны. Зөлхизә Яхина “Башҡортостаным – ил­генәм” йырын ниндәй оҫта башҡарҙы! Гөлсөм Бикбулатова репертуарынан “Аҡ ямғырҙар” йыры, баҡтиһәң, Әхмәҙин ағай­ҙың шиғырына яҙылған икән. Ниндәй матур йыр, тип тыңлайбыҙ бит инде. Уны та­машасыларға Хәтижә Ғайсина еткерҙе. “Һандуғас”ты Ләйсән Яхина юбилярға бүләк итеп башҡарҙы. “Ҡурай”, “Яулыҡ” кеүек күмәк бейеүҙәр, әленән-әле уҡыу­сыларҙың сәхнәгә сығыуы тамашаны бигерәк тә йәмле итте. “Хазина” төркө­мө­нөң, Абҙаҡ мәктәбе уҡыусыларының күмәк йырҙары ла байрамды йәмләне.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рә­йесе Зәки Әлибаев үҙ сығышында Әхмәҙин ағайҙың балалар матбуғатындағы ҡаһар­манлығы, бер нисә быуын хәбәр­селәр тәр­биәләүгә һалған көсөн юғары баһа­ла­ны, шиғриәттәге ныҡлы урыны барлығын билдәләне.
Аманатлы ағайҙарымҠәләмдәштәре Зөфәр Вәлитов, Фәр­зә­­нә Ғөбәйҙуллина шағирға бағышлап шиғырҙар уҡыны, уңыштар теләне. “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Мин­һажетдинова һәм баҫманың хеҙмәткәрҙәре Зөлфирә Сөләймәнова, Рәсимә Сәлихова ихлас сәләмдәрен шулай уҡ шиғыр юлдарына һалғайны. Улар ҙа шағирҙың ижадына һоҡланыуҙарын, артабан да яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалыуҙарын әйтте. Ауыл Советы башлығы Хәмзә Мөхәмәҙиев, староста Рәфҡәт Нәжметдинов тыуған ауылы исеменән тәбрикләп, уның менән осра­шыу­ға һәр саҡ шат булыуҙарын белдерҙе, Өфө – Абҙаҡ юлдарына туҙан төшөрмәүен теләне. Иҙел башы яҙыусылар ойошмаһы исеменән Мансур Һиҙиәтов яҡташ ҡәләм­дәшенә шулай уҡ яҡты теләктәрен еткерҙе, ижад толпарының теҙгенен ныҡ тотоуын теләне.
Ә инде Әхмәҙин ағайҙың уҡытыусы­ла­рын күреп, дөрөҫөн әйткәндә, таң ҡал­дым! Туҡһанға етеп килгән Ғәли Ҡаһар­манов менән Әкрәм Сәйәхов олатайҙар егеттәрсә еңеллек менән сәхнәгә күтә­ре­леп, теләктәрен генә әйтеп ҡалманы, йырлап та ебәрҙе. Әбйәлил районының Ташбулат ауылынан килгән был олатайҙар бай­рамдың күрке булды! Арабыҙҙа һирә­гәйгән Бөйөк Ватан һуғышы заманы вәкил­дәре үҙҙәре бер тарих, ҡомартҡы бит хә­ҙер. Ирекһеҙҙән Әхмәҙин ағайҙың “Үлем­һеҙ полк” тигән шиғыры иҫкә төштө:
Ейәндәргә алсаҡ олатайбыҙ,
Ҡыҙ-улдарға үрнәк атайбыҙ.
Еңеү көнө! “Үлемһеҙ полк” менән
Өфөм урамынан атлайбыҙ.
Утлы йылдар, оҙон юлдар үтеп,
Мәңгелектең асып шаршауын,
Күҙ йәштәре аша күҙәтәбеҙ
Был ташҡындың ерҙән атлауын.
Ул саҡтарҙа, фотоһүрәттәрҙә
Йәп-йәш атай, йәп-йәш олатай.
Беҙҙең хәтерҙәрҙән юйылмаҫҡа
Киләсәккә ҡарап ул атлай...
Минең атай, һинең олатай...
Сәхнә тулып сығып баҫҡан класташтары ла йылы хәтирәләре менән уртаҡ­лашты. Бынан 63 йыл элек Абҙаҡ ете йыл­лыҡ мәктәбенә уҡырға килгән 24 баланан бөгөн һирәктәре генә иҫән. Киткән­дәрен уйлап яҙған булғандыр Әхмәҙин ағай:
Ауылыма ҡайтам, тиҫтерҙәрем,
Һеҙҙе уйлап яна бәғерҙәрем.
Юнир, Мәсғүт, Ҡадир, Ғәзиз, Хәйбулла,
Эх, көтһәгеҙсе мине ни була...
Текмә алдарында ҡарасҡылай,
Япа-яңғыҙ хәҙер мин, бер малай.
Үтә тормош, үтә барыбыҙҙан,
Дуҫтарымды йолҡоп арабыҙҙан.
Тәүге уҡытыусылары Мәрзиә Йосопова ҡолас йәйеп ҡаршы алған уларҙы. Уның тураһында ла телгә алды һабаҡташтар. Шулай итеп, көтөлгәнсә, Әхмәҙин ағайҙың байрамы ауылдаштар, класташтар байрамына әйләнде лә китте. Һәр бер сығыш яһаусы ауыл, дәүер ха­ҡын­дағы хәтирәләре ме­нән уртаҡлашып, зал тулып ултыр­ған бәлә­кәс­тәргә лә теләктәрен еткер­ҙе.
Кисә һуңында шағир талғын ғына тауыш менән шиғырҙарын уҡыны. Бына ҡайҙа ул илаһи минуттар!.. Халыҡ бер ҡасан да шиғри һүҙҙән ялҡмаҫ, тамашасы бер ҡасан да шағирҙың тере ауазынан туймаҫ, ти­гәндәре ошолор. Әхмәҙин ағайҙың тыуған яғына, ауыл­даштарына, мил­лә­те­­нә бағыш­лап яҙған ши­ғырҙары сараны илһамлы тулҡындарҙа тамамланы. Миңә ул әле бул­һа Абҙаҡ сәхнәһендә, Белорет тау­ҙа­рына баҫҡандай, шиғыр уҡып тора төҫлө:
Мин ҡабыҙған усаҡ яҡтыһына
Йә береһе шәйләп тартылыр.
Осҡон алып төнгө усағымдан,
Хыял-маҡсатына артылыр.
Ситтә йөрөгәндә булғаны бар
Үҙемдең дә ундай мәлдәрем.
Көндәре лә, ана, йонсоп тора,
Юлдағының беләм хәлдәрен...



Башҡорттоң балалары

Әхмәҙин дуҫымдың 70 йәшенә.

Урал, Әбйәлил батырҙар —
Баш Ҡортом балалары.
Уларҙың ҡанат аҫтында
Йәйрәйҙәр далалары...

Уралыбыҙҙың тауҙары
Ҡотопҡаса һуҙыла....
Башҡорт ерен күрер өсөн,
Тотош ғүмер уҙыла...

Ошо ерҙә тыуып үҫкән
Абҙаҡтарҙың бер улы.
Уны маҡтап йырламаһам,
Булмаҫтыр күңел тулы.

Әхмәҙин дә Әфтәх тигән
Зыялыбыҙ була ул.
Инде ете тиҫтә Илгә
Изгелектәр ҡыла ул!

Дейеүҙе еңгән Әбйәлил –
Олатаһы Әфтәхтең.
Шуға уның күңелендә
Эҙе лә юҡ зәхмәттең.

Тәбиғәттән айырылмай
Әхмәҙиндең юлдары.
Шуға уның күңелендә
Тик тәбиғәт моңдары...

Тормош ауыр тиеп йәшәү
Башҡорттарға килешмәҫ.
Дейеү менән көрәшеүсе
Әбйәлилдәр бирешмәҫ!

Зөфәр ВӘЛИТ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 582

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779