Бар тәбиғәт, һүрән ҡояш нурҙарына ҡойоноп, алтын төҫкә ингәндә, ағас япраҡтарынан тирә-йүнгә сағыу моң бөркөлгәндә, “әбейҙәр сыуағы”нан күңелдәрҙә йыр тыуған бер мәлдә ирекһеҙҙән Мостай, үҙебеҙҙең бөйөк Мостай Кәрим, иҫкә төштө. Тап ошо мәлдә, миҙгелдәр алмашынғанда тыуған ул! Эйе, йәйҙәр көҙгә, ҡыштар яҙға алмашына, кемдер был донъяға ауаз һала, кемдер мәңгелеккә күҙҙәрен йома, ә тормош дауам итә.
Ғәзиз телебеҙгә һәр дәүерҙә хәүеф янаған. Аҡһаҡалдар, тел әһелдәре һәр саҡ уның һағында уяу торған, кәрәк мәлдә үҙ һүҙҙәрен әйткән, яҡлап ҡалған. Бөгөн дә был хәүеф йәшәй арабыҙҙа. Туған телебеҙҙе белеү, уны балаларыбыҙға өйрәтеү кимәле хәүеф һыҙығында тора. Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан туған телебеҙгә бәйле шау-шыу ваҡытында Мостай Кәримдең етмәүе үҙәкте өҙҙө.
“Әлеге мәлдә Мостай ағай иҫән булһа, заман үҙгәрештәренә ҡарата тура һүҙен әйтер ине”, – тип һағышҡа бирелде күптәр.
Яҙыусының, шағирҙың халыҡ алдында яуаплылығы бик ҙур. Уларҙың һәр ҡайһыһы, айырым да, халҡыбыҙҙың намыҫы булып сығыш яһарға тейеш, сөнки һүҙ оҫталары үҙҙәре үк ошо тәғлимәттәрҙең сағылышы булып тора. Ил, халыҡ алдында яуаплылыҡ тойғоһо ғына ла яҙыусыларға хас һүҙгә, фекергә, образға талапсанлыҡты тыуҙыра.
Мостай Кәрим ҡәләм эшен дәүләт вазифаһы һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге менән тигеҙ юғарылыҡта алып барҙы. Сәйәси тормоштоң үҙәгендә булыу уға замандың һулышын тойорға, ижади офоҡтарын киңәйтергә мөмкинлек бирҙе. Әҫәрҙәренең фәлсәфәүи тәрәнлеге, ҡиммәтлеге, донъя кимәленә ауаздашлығы ла ошонан. Шағир бөтә илдең йөгөн үҙ иңендә тартып барырға тейеш тип һанай ине Мостай Кәрим. Һәм шул яуаплылыҡ тойғоһон кисереп, бейек тауҙан саф шишмәләр бәреп сыҡҡан һымаҡ, иң юғары кимәлдәге әҫәрҙәр тыуҙыра алды.
Яҙыусы ғәмһеҙ һәм шымаҡай бәндә түгел. Ул һәр күренешкә һоҡланып ҡына ла ҡарай алмай. Ысын шағирҙы намыҫы өҙлөкһөҙ игәй, кешелектең бәлә-ҡазаһын үҙенекеләй кисереп, ул кешеләрҙе лә йоҡонан уята, уяулыҡҡа һәм хәрәкәткә өндәй. Ана шунда күрә Мостай Горький, Блок кеүек әҙиптәрҙең Прометей ҡаһарманлығына торошло эшмәкәрлеген. Блок, ти ул, үҙенең ҡатмарлы заманы асылына ғына төшөнөп ҡалмаған, ә киләсәкте лә күҙаллай белгән. Ләкин ул пәйғәмбәр түгел, ул – Шағир. Ерҙә барған “ишетелмәгән үҙгәрештәр” һәм “күрелмәгән фетнәләр” уны ҡасып-боҫоп ҡалырға түгел, ә көрәшкә әйҙәгән.
Теле, иле, халҡы һағында торғанда ул “күкрәгенән ҡоштар осорҙо”. Аҡлыҡ-хаҡлыҡ өсөн көрәшселәргә лә, сирлеләргә лә, ғашиҡтар һәм хыялый, йыуаш-саяларға ла, һәммәбеҙгә лә әйтер һүҙе, мөхәббәте булды. “Көткәндәргә аҡ күгәрсен килер, яңы өмөт өҫтәп өмөткә”, – тип яҙҙы шағир алтынға бәрәбәр шиғырында. Тик ғәмһеҙҙәрҙе генә ул “өлөшһөҙ” ҡалдырҙы. Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмәм юҡ – әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар...
Тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек киң дә, моңло ла, Урал кеүек бейек тә, уйсан да, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы ла, бәрәкәтле лә, тормоштоң үҙе кеүек ҡатлаулы ла ул Мостай Кәрим ижады. Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән Мостай Кәрим – бөтә халыҡ мөхәббәтен яулаған шағир. Әҙәбиәт өлкәһендә күп яҡлы эшсәнлеге өсөн ул ике тапҡыр Ленин, “Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ”, “Халыҡтар дуҫлығы”, “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнде. 1963 йылда халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. Яҙыусы С. Юлаев, Станиславский исемендәге, СССР-ҙың Дәүләт премияһына, Г.-Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара премияға лайыҡ булды. 1979 йылда уға “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән ҙур исем бирелә. 75 йәш тулыу уңайынан Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Шул көндәрҙә уның күкрәгендә тағын бер бүләк – III дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены урын ала. Ошо бүләктәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә.
Мостай Кәрим... Беҙҙең өсөн бөйөк шәхес, аҡһаҡал! Икенсе Мостай Кәрим тыуырмы? Ошо һәм башҡа һорауҙар тынғылыҡ бирмәй. Ғәҙәттә, бындай ваҡытта сағыштырыуҙарға төшөп китәһең. Мостайҙа Салауат, Аҡмулла, Бабичтың маһирлығы һәм ярһыулығы бар; Өмөтбайҙан ул энциклопедик күп яҡлылыҡ һәм патриотлыҡ алған; унда Рәмиҙең юғары намыҫсанлығы сағыла. Ә Мостай Кәрим – барыбер Мостай Кәрим ул! Халыҡ шағирына 85 йәш тулыуҙы билдәләгән тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рауил Бикбаев һүҙен ошолай тамамлағайны: “Мостай Кәримде кем менән сағыштырып була? Мостайҙы бары тик уның үҙе менән генә сағыштырырға мөмкин!” Эйе, Мостай Кәрим – башҡорт халҡы өсөн бары тик үҙенә генә хас, мәңге тере, мәңге асыласаҡ хазина ул.
Һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, юғалтмайыҡ ошо хазинаны. Беҙ һыуһаған, мохтаж булған аҡһаҡалыбыҙ һүҙе, аманаты алтынға бәрәбәр бөгөн! Аҡыллы, батыр, ғәҙел, рухлы, берҙәм булайыҡ, ғәмһеҙҙәрҙән ары торайыҡ!
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
Туймазы ҡалаһы 6-сы мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.