Көтөүсе Мөхәммәтшәриф Ҡыуатов төшкө ашҡа ҡайтып атынан төшөүе булды, шуны ғына көтөп йөрөгән кинйә ҡыҙы Әлмира, ғәҙәттәгесә, еңел генә һикереп эйәргә ултырҙы ла сабып сығып та китте. Ҡото осҡан атаһы: “Өйрәтелмәгән тай бит ул. Туҡта!” – тип ҡысҡырғанда ат тиҙлеген шәбәйткәйне инде. Быуыны ла нығынып өлгөрмәгән Әлмира, малҡайҙы туҡтатырға теләп, ҡысҡырып, йүгәнде бар көсөнә тартып ҡарай, ә ул, киреһенсә, ярһыулана ғына. Ҡыҙыҡай шығырлатып ялға йәбешә лә күҙҙәрен сытырлатып йома. Ҡолаҡтарында елдең геүелдәүе көсәйгәндән-көсәйә, бер-бер артлы алҡалары, сәсендәге таҫмалары осоп төшөп ҡала. Баш бирергә теләмәгән тай менән ныҡышмал ҡыҙ бала шулай ялан-ҡырҙар аша елә торғас, малҡай хәлдән тая һәм туҡтай.
...Ейәнсура районының Юлдаш ауылында үҫкән ҡыйыу ҡыҙҙың ҡулына яҙмыш тағы бик күп “өйрәтелмәгән тайҙарҙың”, йәғни республикабыҙ мәҙәниәтендәге мөһим башланғыстарҙың, йүгәнен тоттора. Егерме йылдан ашыу эшләп килгән “Сулпан” Сибай театры менән Сибай филармонияһы (хәҙер улар “Сибай концерт-театр берләшмәһе” тип йөрөтөлә), “Ирәндек моңдары” төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы, “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы – барыһы ла уның ярһыу аттай тынғы белмәҫ күңеле, ҡыйыулығы һәм фиҙакәрлеге нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Сәнғәт тигән ҡатмарлы ла, сағыу ҙа ялан буйлап елә-елә, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, актриса һәм режиссёр Әлмира ҠЫУАТОВА 60 йәшлек үргә лә менеп етте. Уның ошо бейеклегенән ниҙәр күренә икән?
– Әлмира Мөхәммәтшәриф ҡыҙы, Һеҙ Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағас та Салауат театрына эшкә барғанһығыҙ. Ул йылдарҙа, белеүебеҙсә, театр бер магазиндың яртыһында, тар ғына бүлмәлә урынлашҡан була. Ижад юлын ауыр шарттарҙа башларға ҡыйынһынмауығыҙ үҙе үк сәнғәтте ни ҡәҙәр ныҡ яратыуығыҙ тураһында һөйләй түгелме?
– Был һөйөүҙе билдәле педагог, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Фәрдүнә Ҡасимова тәрбиәләне. Ул үҙенең класына туғыҙ кешене һайлап алды. Конкурс ҙур булды – бер урынға егерме ике абитуриент дәғүә иткәйне. Тәүге дәресе хәтеремдә. Ап-аҡ костюм кейгән иҫ киткес матур ҡатын-ҡыҙ килеп инде. Беҙ остазыбыҙҙан серле театр донъяһы, мауыҡтырғыс артист тормошо тураһында йылы һүҙҙәр көтөп ултырабыҙ. Шул саҡ ул бөтөнләй киреһен һөйләй башланы. “Һуң булмаҫ элек бынан китергә тырышығыҙ. Артист тормошоноң ауырлығын күҙ алдына килтермәйһегеҙ әле. Ғаиләгеҙ ҙә, бәхетегеҙ ҙә булмаҫ”, — тине. Шулай тип өс йыл ҡабатланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: профессор сәнғәттән китергә өгөтләгән һайын беҙ сәмләндек, билдәле артист булыу теләге көсәйҙе. Тәжрибәле уҡытыусымдың төплө уйланылған психологик алымына әле лә һоҡланам. Сығарылыш ваҡытында: “Алҡыштарҙың тәмен белгәс, һеҙ хәҙер сәхнәнән китә алмаясаҡһығыҙ. Уға тоғро хеҙмәт итегеҙ. Китһәгеҙ, бәхетегеҙ тулы булмаясаҡ”, — тип оҙатып ҡалды. Туғыҙ студенттың барыһы ла сәнғәттә үҙ урынын тапты.
Фәрдүнә Ҡасимова иртәнән кискә тиклем беҙҙең менән шөғөлләнде. Актёр белеме биреүҙән тыш, остазыбыҙ декорация яһау, кейем тегеү, хатта былау бешереү, дөрөҫ итеп галстук бәйләү, ирҙәр күлдәгенең яғаһын йыуыу, йыуылған керҙе дөрөҫ элеү, әңгәмәсеңдең күңелен күреү кеүек күп һөнәргә лә өйрәтте. “Ҡунаҡханаға бер көнгә генә туҡтаһағыҙ ҙа, бүлмәгеҙҙе йәмләргә тырышығыҙ – түшәктәрҙе ҡағығыҙ, саңды һөртөгөҙ, тамашасылар бүләк иткән сәскәләрегеҙ менән биҙәгеҙ. Бер көнлөк урын да тормошоғоҙҙоң өлөшө, шуға ул да матур булырға тейеш”, — тип төшөндөрҙө.
Салауат театрында эшләгән осорҙа оҙайлы гастролдәрҙән, бер үк ролдәрҙе ҡабат-ҡабат уйнауҙан ныҡ ялҡтым. Өйҙә һирәк булыуым эҙһеҙ үтмәне — улымдың атаһы менән айырылыштыҡ. Бер осрашыуыбыҙҙа Фәрдүнә Ҡасимовнаға зарланып алдым. Шундағы кәңәше ғүмерлеккә иҫемдә ҡалды. “Спектаклдәрҙә уйнауҙан арыһаң, бөгөн һуңғы тапҡыр сәхнәгә сығам икән тип хис ит”, — тине.
– Уҡытыусығыҙ Фәрдүнә Ҡасимова бер яҙмаһында һеҙҙең хаҡта шулай ти: “Ниндәй һоҡланғыс, онотолмаҫ ине уның ролдәре! Мостай Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт” спектаклендәге Зәмзәгөл образы тамашасыны ғына түгел, Мостафа Сафа улын да әсир итте. Ул Әлмира Ҡыуатованы “минең Зәмзәгөлөм” тип йөрөттө”. Яуланған уңыштарға ҡарамаҫтан, барыбер сәхнәнән киткәнһегеҙ. Режиссёр һөнәре ҡайһы яғы менән күңелегеҙгә ятты?
– Бар теләгем, йәшәү мәғәнәһе актриса булыу, сәхнәләрҙә ҡолас йәйеп ижад итеү ине. Режиссёр булырмын тип уйламаным да. Әллә осраҡлыҡ, әллә яҙмыш... Был һөнәр мине, бәлки, бала саҡта уҡ үҙенә йәлеп иткәндер. 1-се мәктәп-интернатта уҡығанда класташым Сәрүәр Сурина (Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле журналист. – Авт.) “Ғәрәп” тигән матур пьеса яҙҙы, һәм беҙ уны сәхнәгә сығарҙыҡ. Артистарҙы ойоштороу, образдар әүәләү һымаҡ тәүге тәжрибәне шунда алғанмындыр.
Режиссёрҙы төҙөүсе менән сағыштырыр инем. Тамаша өҫтөндә эшләгәндә режиссёр иң тәүҙә уның ниндәй булырын күҙаллай һәм ижади төркөмдө үҙе артынан эйәртә, “тоҡандыра”. Ул “нигеҙҙе” генә түгел, тотош “йортто” төҙөй. Ул “йорт” башҡаларҙан айырылып торорға, иғтибарҙы йәлеп итергә тейеш. Кешеләр унан аҙаҡ ял итеп йә уйланып ҡайтһа, тимәк, режиссёрҙың тырышлығы бушҡа китмәгән тигән һүҙ.
– Коллегаларығыҙ һеҙҙе ҡыйыу режиссёр тип атай. Күптәр Сибай филармонияһының барлыҡҡа килеүенә шикләнеп ҡарағанда, унда көслө коллектив туплай алдығыҙ. “Салауат йыйыны” иһә халҡыбыҙҙың рух байрамына әүерелде. Холҡоғоҙҙағы тәүәккәллек, саялыҡ ҡайҙан килә?
– Бер мәл Өфөләге йәһүд мәктәбе уҡытыусыһы менән аралашыу форсаты сыҡҡас, уларҙың тәрбиә алымдары менән ҡыҙыҡһындым. Ишетеп белеүебеҙсә, был милләт вәкилдәре донъя иҡтисады менән идара итә. Тағы ла уларҙың берҙәмлеге, телдәренә тоғролоғо күптәрҙе көнләштерә. Уҡытыусы ҡатын: “Беҙ баланы бәләкәйҙән “Һин – йәһүд!” тип үҫтерәбеҙ”, — тине.
Шул саҡ иҫемә төштө: мин дә бит өлкәндәрҙең “Беҙ – дворяндар!” тип ғорурланыуын күреп үҫтем. Атайым һәм уның туғандары йыйылған саҡта ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы, уҡымышлылығы тураһында һөйләйҙәр ине. Мәҫәлән, Ҡаһарман кантон XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында йәшәгән. Ул Рәсәйҙең төрлө ҡалаһына 200 башҡорт балаһын уҡырға ебәреүҙе ойошторған. Уның бер туған ҡустыһы Мөхәммәттең улы Әлмөхәмәт Ҡыуатов тигән олатайым донъяуи белем биреүсе милли мәктәптәр асыуға булышлыҡ иткән.
Ошондай тарихтарҙы тыңлау үҙ-үҙемә ышанысты арттырған, арҡа һөйәгемде нығытҡан, күрәһең. “Үҫкәс, кем булаһың?” – тип һораһалар, алдынғы һауынсы, алдынғы уҡытыусы тигәнерәк яуап ҡайтарғанмын, йәғни һәр эштә беренсе булырға теләгәнмен.
– Танылған йырсылар Азамат Тимеров, Сәғиҙулла Байегетов, Илшат Яхин, Лилиә Ишемйәрова, Нәсимә Тимерова, Гөлсөм Бикбулатова, Гөлдәр Ишҡыуатова, бейеүселәр Гөлназ Аҡназарова, Сулпан Асҡарова, Айтуған Дәүләткирәев кеүек сәхнә оҫталарынан тыш бөгөнгө Башҡортостан мәҙәниәтен күҙ алдына килтереп булмай. Сибай филармонияһын ойошторған саҡта һеҙ, художество етәксеһе булараҡ, уларҙы уҡыған ерҙәренән, хатта өйҙәренән барып алып, бөртөкләп йыйғанһығыҙ, тиҙәр. Сәнғәтебеҙ күгендә бер юлы шул хәтлем “йондоҙҙоң” балҡыуы заманында күптәрҙе хайран иткәйне. Был күренеште нисек аңлатырһығыҙ? Хәҙерге талантлы йәш артистарыбыҙға тулы залдар йыйыр өсөн нимә етмәй тип уйлайһығыҙ?
– “Бынамын тигән филармония ойоштороласаҡ. Һәр берегеҙҙең данлыҡлы исеме, яңы машинаһы, фатиры булыр, иң мөһиме – йыл һайын үҙегеҙҙең программағыҙ ҡуйыласаҡ!” – тип әүрәтеп саҡырҙым йырсы һәм бейеүселәрҙе. 1994 – 2001 йылдарҙа эшләү дәүерендә артистарыма утыҙға яҡын программа ижад иттем. Беҙ был көслө коллектив менән Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Санкт-Петербург, Екатеринбург, Пермь, Ҡазан, Ҡурған, Белгород ҡалаларында, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Франция, Греция илдәрендә сығыш яһап, башҡорт сәнғәтен таныттыҡ. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең ул саҡтағы башлығы Зиннур Йәрмөхәмәтов артистарыбыҙҙы ярҙамдан айырманы – лайыҡлы эш хаҡы, торлаҡ менән тәьмин итте.
Бөгөнгө йәш артистарыбыҙ нисек көн күрә? Ипотека түләр өсөн улар туйҙар алып барырға, өҫтәмә эшкә урынлашырға мәжбүр. Элегерәк йырсылар Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында бушлай клиптар төшөрә ала ине, хәҙер ул мөмкинлек тә ҡалманы.
Тамашасы башҡорт йырсыларына татарса, русса йырлау иркен бирмәй, Интернет селтәре аша ундайҙарҙы тәнҡитләп сыға. Икенсе халыҡтың телендә йырлауҙың бер насарлығы ла юҡ. Хәйҙәр Бигичев, Алһыу Сафина кеүек танылған йырсылар башҡортса йырлағандан уҡалары ҡойолмай бит. Ике һыйырҙы имгән быҙауҙың көсө лә күберәк була.
Йәштәребеҙ тағы бер ҡаршылыҡҡа тарыны – баҙарҙы бүлеү эше яйға һалынмағанлыҡтан, республикабыҙ тамашасыһын ситтән килгән артистар менән уртаҡлашырға мәжбүр. Беҙҙекеләр мәҙәниәт усағына афиша элһә, уның эргәһендә Татарстандың биш-алты йырсыһының иғланы тора. Ғөмүмән, артистарыбыҙҙы яҡларҙай закондар, уларҙы үҫтерерҙәй хөкүмәт ярҙамы етмәй.
– Мәсьәләне төптән белеүегеҙгә ҡарағанда, йәштәр менән тығыҙ аралашып йәшәйһегеҙ шикелле?
– Улар миңә төрлө кәңәш йә ойоштороу эштәрендә ярҙам һорап йыш шылтырата. Журналистар менән аралашам. Тағы ла Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы тәҡдиме буйынса йәш артистарға сәхнә оҫталығы буйынса дәрестәр үткәрәм.
– Әлмира Мөхәммәтшәриф ҡыҙы, 50 йәшлек юбилейығыҙҙы билдәләгән сарала һеҙ “ҡыҙыл балаҫ” буйлап үткән Голливуд актрисаларын хәтерләткәйнегеҙ: ҡыйыу күлдәк, тел тейҙергеһеҙ прическа... Бөгөн иһә беҙ тирә-яҡҡа илаһи нур һирпеп торған мөслимәне күрәбеҙ. Һеҙҙәге бындай үҙгәреште ирегеҙ Байрас Нәдим улы нисек ҡабул итте?
– Тәүҙә: “Ниңә улайтып кейенеп йөрөйһөң?” – тип өйрәнә алманы. Һуңынан Ҡаҙағстандағы командировкаһынан матур-матур яулыҡтар алып ҡайтты. Әһә, мин әйтәм, тимәк, ябынып йөрөүемде хуплай.
Бәләкәйҙән Ғәзизә өләсәйемдең доғаларын, ифтарға йыйылған ҡатын-ҡыҙға дини китаптар уҡыуын тыңлап үҫкәнгә күрә, күңелем дингә тартылды. Изге доғалар миңә шатлыҡты ла, ҡайғыны ла күтәрергә ярҙам итә. Былтыр бер туған ике ағайым мәрхүм булды, апайым ҡаты ауырып китте. Әгәр намаҙ уҡымаһам, нисек барыһын кисерер инем дә ҡайҙан сабырлыҡ алыр инем, белмәйем...
Әлхәмдүллиләһ, иманлы йәштәребеҙҙең һаны арта. Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, Ринат Рамазанов кеүек танылған артистарҙы алып ҡарайыҡ. Намаҙҙа булыу уларға әүҙем эшмәкәрлектәрендә ҡамасауламай, киреһенсә, уңыш яуларға көс бирә. Ни өсөн башҡорттар, күп иҙелеүҙәргә ҡарамаҫтан, революцияға тиклем көслө, уҡымышлы, күп һанлы халыҡ булған? Беҙ артабан да бары тик иман ярҙамында милләт булараҡ һаҡланып ҡала алабыҙ.
– Тормош тигән атығыҙ әле лә сәнғәт яланынан ситкә тайпылмай елә. Ул яланда һеҙ йән өргән байрамдарҙың дәртле тауыштары, тамашасыларығыҙҙың ялҡынлы алҡыштары яңғырай. Үҙегеҙ берсә яратҡан шиғырҙарығыҙҙы илһамланып һөйләй-һөйләй, берсә ихлас көлә-көлә дилбегәне һәлмәк кенә һелкетеп бараһығыҙ. Янығыҙға – иман нурына ҡоршалған арбағыҙға кемдәрҙе ултыртҡанһығыҙ, нимәләр һалып алғанһығыҙ?
– Унда рәхмәттәр тулып ята. Мул тормошом өсөн Хоҙайға рәхмәт. Апайым менән еҙнәмә рәхмәтлемен, улар балаларҙы үҫтереште, әле лә беҙҙе ит менән тәьмин итәләр. Тәүге ирем Салауат Ғайсаровҡа, уның атаһы менән әсәһенә улымды ҡарашҡандары өсөн рәхмәт уҡыйым. Сибай филармонияһына эшкә килгән йәштәргә рәхмәт шулай уҡ. Уларҙың ата-әсәһенә иманлы, тәүфиҡлы балалар үҫтергән өсөн рәхмәтем ҙур.
Янымда мине ярты һүҙҙән аңлаған ирем бар. Ул – Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө “Нур” татар дәүләт театрының баш режиссёры Байрас Ибраһимов.
Иң мөһиме — балаларым өсөн күңелем тыныс. Айтуған улым менән Юлиә киленем, ҡалала ҡалыр өсөн шарттар булһа ла, Ейәнсура районында йәшәргә ҡарар итте. Улым умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Иркен йорт һалып сыҡтылар, Наилә һәм Батырхан исемле балалары үҫеп килә.
Алтынай ҡыҙым менән Рушан кейәүем Сочиҙа тора. Ҡыҙым мин тормошҡа ашыра алмаған хыялды ысынбарлыҡ итеп ҡыуандырҙы – өс балаға ғүмер бирҙе. Тамерлан, Ғәйшә һәм Кәримдең бала саҡтарының тәмен, ҡәҙерен белеп йәшәй.
Был арбала үкенес тә ята – эш артынан ҡыуып, ғәзиз балаларым алдында әсәйлек бурысын үтәп еткерә алманым тигән ғәйеп тойғоһо.
Балҡып ятҡан барлыҡ бәхеттәрем араһында иң татлыһы ла бар. Ул – өләсәй булыу бәхете.