– Һыуытҡыста эре ит киҫәктәре генә ҡалғансы... Турап бирһәң, һәйбәт булыр ине, – тине ҡатыны Рәмискә.
– Хәҙер уны! – Ире шулай тине лә, өҫ-башына кейеп, гаражына йүнәлде. Барлыҡ эш ҡоралдары шунда һаҡлана. Һәр береһен таҫлап һалып, ҡәҙерләп тоторға ғәҙәтләнгән. Берәй нәмә кәрәк булһа, бөтә донъяны аҡтарып эҙләйһе түгел.
Ҡомартҡы булараҡ олатаһынан ҡалғандары ла бар. Анау ҡасау хатта теге быуат башында эшләнгән. Шуныһы ҡыҙыҡ: күптән түгел магазиндан яңыһын алып, әллә ни күп тә тотоноп өлгөрмәне, шарт итеп һынып сыҡты. Ә былар сыҙамлы. Үткерләп алаһың да, әйҙә, рәхәтләнеп тотон.
Рәмис балтаһын тапманы. Был юлы һалған урынында юҡ ине. Бәлки, мин булмағанда бүтән ергә тыҡҡандарҙыр тип гараждың ҡарамаған ерен ҡалдырмаһа ла, кәрәкле ҡоралы күҙенә салынманы. Ҡабаттан өйгә инеп, ҡатынынан:
– Балта юҡсы, әллә берәйһенә биреп торҙоғоҙмо? – тип һораны.
– Ошо арала берәү ҙә һорағаны булманы.
Балаларынан да бер үк яуап ишетте:
– Күрмәнек.
– Белмәйем.
– Теймәнек.
– Атаҡ, ул ҡайҙа ятырға тейеш һуң, ен эйәләшмәгәндер инде?! Ошонда ғына һала торғайным. – Рәмис йәнә кереп киткәйне лә, артынан ҡатыны йүгереп килеп сыҡты.
– Ә-ә-ә, иҫемә төштө, теге ваҡыт Мансур алып торғайны бит. Иҫләйһеңме, башмағын айыу талап ҡайтарғайны.
– Нисек иҫләмәйем, ти! Үҙем салып, эш итеп бирҙем бит.
– Шулай шул. Шунан һуң иртәгәһенә “Хәҙер килтерәм” тип алып торҙо ла “Аллаһы әппәр” булды.
– Тфү, шул Мансурҙы! Бер ваҡытта ла алған әйберен кире ҡайтарып бирә белмәҫ. Гонаһ шомлоғо! – Рәмис асыуынан серт төкөрөп, ҡулын һелтәне лә Мансурҙарға ҡарай юлланды. Эсенән йәнә уға аҙарынды. Үҙенеке бер ваҡыт та булмаҫ! Ғүмер буйы, ҡана шуны биреп тор, был нәмәң бармы, тип теләнселәне лә йөрөнө. Йә күрше генә булһа, бер хәл. Арғы урамдан һорансылап килеп етә бит әле. Йә бысҡы кәрәк, йә салғы. Бер ҡараһаң, дүрт-биш бөртөк ҡаҙау һорап та йүгереп килә. Кәртә тота башлаһа, сүкеш кәрәк. Зарланып алырға ла онотмай.
– Хәтер тигәнең, ҡәһәрең. Магазиндан шуны алыр өсөн генә ингәйнем, онотоп сыҡҡанмын да киткәнмен!
Көтөүгә сығыр булһа, сыбыртҡыһын теләнә. Йә, үҙе Себерҙә эшләп йөрөй бит. Аҡсаһы булмаһа, бер хәл. Ҡайтҡан һайын, берәү ҡыҙыҡһынмаһа ла, шунса эш хаҡы алдым, ти ҙә һөйләй. Ул тиклем аҡсаны нимә эшләтәлер. Ай һайын берәй әйбер алһа ла, күптән йыйып бөтөр ине. Теге ваҡыт “Дружба” бысҡыһын бер-ике көнгә тип алып торҙо ла ай буйына һуҙҙы ла һуҙҙы. Уныһын да юлда осратып һорағас ҡына алып килде.
Етмәһә, боҙғанын да әйтмәгән. Бер нисә көндән урманға ағасҡа барып, буш ҡул менән әйләнделәр. Юлда, шул Мансурға тағы әйбер биреп торһаммы, тип туҙына-туҙына ҡайтһа ла, кеше үтенеп килгәс, буш сығарып ебәреп булмай шул.
Рәмис шулай уйлай-уйлай Мансурҙың йортона барып етте һәм, ҡапҡаны асып инәйем тип уны эскә эткәйне лә ул шул килеш ҡалды. Бикләп ҡуйғайнылар. Шуны ғына көткәндәй, башмаҡ дәүмәлек алабай ҡапҡаға бәрелә-бәрелә ажғырып өрә башламаһынмы! Ул бына-бына ысҡынып китер ҙә уны өҙгөсләп ташларҙай булып тойолдо. Унан Рәмис ҡыңғырауға баҫты. Бер ниндәй ҙә тауыш-тын ишетелмәгәс, йәнә төртөп алды. Шылтыратып ҡарайым тип кеҫәһенә ҡулын тыҡҡайны ла телефонын алып тормағаны иҫенә төштө. “Йә ярай, ҡайтайым, берәй ҡайҙа киткәндәрҙер” тип уйлап кире боролғайны ғына, ҡатынының ҡысҡырғаны ишетелде.
– Кем бар унда-а-а-а?
– Ми-и-и-нн! – тине Рәмис, һуҙып.
– Кем ул һин?
– Рәмис инде.
– Ҡайһы Рәмис?
– Яҙыусыһы!
Ауылда өс Рәмис. Бирге остағыһын “ҡыҙыл танау Рәмис” тип йөрөтәләр. Гел генә ҡыҙмаса булып йөрөгәнгә шулай атағандар. Гәзит-журналда әленән-әле мәҡәләһе, хикәйәһе баҫылып торғас, Рәмискә үҙенән-үҙе “яҙыусы” исеме тағылды ла ҡуйҙы. Быға һис тә үпкәләмәй ул. Ауыл халҡы уны хөрмәт итеп әйткәнен аңлап тора. Ә бына арғы остағы аҙашынан ысынлап та көлөп, “директор Рәмис” тип йөрөтәләр. Хәҙер байтаҡтан бирле аҙашы көнө-төнө көмөшкә һатып көн итә. Халыҡ ялыу менән ҡайҙа ғына бармаһын, бер ниндәй фәтүә юҡ. Көмөшкәнең әллә нисә төрлө сорты бар унда, тип һөйләйҙәр. Арыуыраҡ кешеләргә первашын тотторһа, бер аҙ һалмыштарға – ҡайтышырағын. Ә инде аҡты-күкте айырмағандарға тағы ла ҡойторағын. Шулай бер көн баштары ҡутарылып килгән Морат менән Кәбир темеҫкенеп уларға килә. Әммә “директор” ҙа, бисәһе лә ҡайҙалыр йомош менән киткән икән. “Может үҙең генә биреп ебәрерһең, – тип мөлдөрәп ҡарай улар ун-ун ике йәштәрҙәге ҡыҙыҡайға. – Һин бит хәҙер ҙур үҫкәнһең, әсәйеңдең самагоны ҡайҙа икәнлеген беләһеңдер”. “Беләм, беләм!” – ҡыҙыҡай йүгереп барып шкафтан бер яртыны ала. “Бына ул! Ағайҙар, ә бына быныһын күпме һалырға белмәйем, үҙегеҙ самалап ҡушырһығыҙ әле”, – тип ҡағыҙ менән бәләкәс кенә төргәк һона.
Егеттәр, ҡалай башлы ҡыҙыҡай, закускаһын да һала белеүен әйт әле, тип баш йүнәтергә ултыра. Инде рюмканы кәгеп, төргәккә үрелгән Морат ҡулына тауыҡ тиҙәген эләктереп ала.
Ҡапҡаны Мансурҙың ҡатыны Мәүлиҙә асты. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, Рәмис балтаһын һораны.
– Әлләсе, белмәйем, уны белһә, Мансур беләлер, хәҙер үҙен саҡырам. – Ҡатын тырт-тырт баҫып, ауыҙ эсенән нимәлер мыңғырлай-мыңғырлай өйөнә инеп китте. Ә Рәмис ҡапҡа тышында тороп ҡалды. Бер аҙҙан ире күренде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
– Балта тиһеңме? – тип ғәжәпләнеп ҡабатлап һораны Мансур. – Әлләсе, һинән балта алғанымды иҫләмәйем.
– Кәләш, һыйырыңды айыу талап ҡайтарғанда алып торғайның, ти.
Был һүҙҙе ишетеүгә, Мансур аптырағандай итте.
– Ә-ә-ә-ә, алып торғайным шул, уны шунда уҡ кире алып барып бирҙем. Кеше әйберен өйҙә тота торған холҡом юҡ минең, яратмайым да.
Уның был һүҙҙәренә Рәмис аптырап ҡалды, уңайһыҙланды, кире боролғас, Мансур йәнә телгә килде.
– Шулай ҙа ҡарайым әле. – Ул аласығына кереп китте. Рәмис тағы ҡапҡа тышында тороп ҡалды. Ҡара, үҙҙәре көндөҙөн дә ҡапҡаһын бикләп ултыра. Кешегә, исмаһам, ишек шаҡып та инә белмәй. Ә үҙенә килһәң, кереп тор, тип тә әйтмәй бит әле, тип уйланы ул.
Шаҡтай ваҡыт үткәс, ҡулына һабы йәрселгән, тутыға башлаған балта тотҡан Мансур пәйҙә булды.
– Бына, таптым, – тип уны Рәмискә һондо.
– Был түгел.
– Миндә ошонан башҡа балта юҡ. Әтеү алмағанмын инде, алһам, шунда ғына ятыр ине, – тине Мансур. Унан башын тотто, йөҙөн йыйырҙы.
– Ә-ә-ә-ә, иҫкә төштө-ө-ө, – тине, һуҙып. – Теге ваҡыт ҡустым Карам балта һорап йөрөгән һымаҡ ине. Шул алып торҙо шикелле ул. Булһа, унда инде. – Унан ҡустыһын әрләй башланы. – Бөхил, алған әйберен һис бер ваҡытында килтерә белмәҫ. Шул эттә генә ул. Кит, был тиклем дә оятһыҙ кеше булыр икән. Йә, ярай. Телевизорҙан ҡыҙыҡлы кино бара ине. – Мансур, Рәмискә китергә ваҡыт тигәндәй ҡарап, кире ихатаһына боролдо. Шығырлап ҡапҡа бикләнде. Унан ихатала ҡатынының яңғыраған тауышы асыҡтан-асыҡ Рәмистең ҡолағына ишетелде.
– Кит, ғибрәт! Балтаһын һорап йөрөймө шул. Бигерәк сәйер инде ошо Рәмис. Как будты бер унда ғына балта бар. Һин шул әйберемде алдың, тип бер бөгөн йөрөмәй инде. Иҫһеҙ. Әйберҙәрен теләһә кемгә биреп ебәрә лә унан тота ла һиңә йүгереп килә. Ауылда бер һин генә барҙыр шул. Иҫе булмағас, яҙып барһын, подпись алып ҡалһын. Әле ерле иҫемә төшмәгән, икенсе тапҡыр килһә, шулай тип әйтәм әле бына. Бында кешене мыҫҡыл итеп. Шәп булһа, ана өйөнә һыу үткәрер ине. Ыуаҡай, йә, шул балтаға ҡалған көнө бармы икән?
Был һүҙҙәрҙе ишетеүгә, Рәмистең күңелендә дауыл ҡуптымы ни: сикә тамырҙары бүртеп сыҡты, башы әйләнде, аяҡ аҫтындағы ер сайҡалғандай булды, тамағы кипте. Ҡатындың яһиллығына хәтере ҡалды. Әйтерһең, баяғы тутыҡ балта менән уның йөрәген умырып алдылар!
Ауыр уйҙар менән ул ауылдың икенсе башындағы Карамдарға юл тотто. Эстән үҙен әрләне. Мәмәй, ҡайһы берәүҙәр һымаҡ “юҡ” тип әйтә белмәй шул. Юҡ, башҡаса кешегә әйбер бирһәмме, тип үҙ алдына күпме ант иткәне бар. Юҡ инде, юҡ. Йомош менән килгәнгә лә һораған әйбере булмаһа, үҙен ғәйепле һанай. Ана, дуҫының үҙен гелән ыштанһыҙҙан һалдырыуы ла тиккә түгел.
Балта Карамда ла табылманы.
– Мин Мансурҙан балта алыу түгел, ишегенең ҡайһы яҡҡа асылғанын белмәйем, – тине ул, ғәжәпләнеп.
Ни хәл итәһең, итте башҡа балта менән турарға тура килде Рәмискә.
...Ҡыш етте. Тирә-яҡты ап-аҡ ҡар ҡапланы. Ауылда һуғым осоро башланды. Ғәжәп күңелле мәл. Бер көндө Мансур йәнә Рәмистең ишеген шаҡыны. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул ауыҙын бейәләйҙәй йырып, үтенесен әйтте.
– Дуҫ, бөгөн башмаҡты тәгәрәтергә ине. Беҙҙең тирәлә һинән башҡа мал салған кеше юҡ, тигәндәй. Бөгөн буш та торған кеүекһең.
Ял көнө булғас, Рәмис үҙе һаламға барырға йыйынып йөрөй ине. Улы ла ялға ҡайтҡан. Кеше йомош менән килгәс, ҡалайтып баш тартып сығып китәһең инде, йәпһеҙ, тип уйлап:
– Барабыҙ уны, – тигәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Бер юлы әйберҙәреңде, арҡаныңды ла алырһың әле. Үҙемдекен әллә ҡайҙа ҡуйғанмын, – тине Мансур.
Уның был һүҙен ишетеүгә, Рәмис, былтыр ҙа шулай тип әйткәйнең, һаман тапманыңмы ни, тип әйтергә уйлағайны ла тыйылып ҡалды. Ҡатыны менән бер-береһенә ҡарашып йылмайып ҡуйҙылар. Ҡайтыу яғына ыңғайлаған Мансурҙың бер нисә минуттан тағы кире килеп инеүенә Рәмис тә, ҡатыны ла аптыраманы.
– Әйтергә онотоп сығып киткәнмен, – тип телгә килде ир. – Теге ней, һинең бысаҡтарың харап үткер була торған. Бер юлы эләктереп кенә алырһың әле…
Башмаҡты һуйып, түшкәләргә бүлә башлағас, Рәмис ҡулындағы балтаға иғтибар итеп, аптырап ҡалды.
– Атаҡ, был минеке түгелме ни? – Ир балтаһын ҡулында уйнатып ҡараны. Шунан үҙенең яуабын үҙе раҫлағандай һөйләнде:
– Шулай шул. Бына “Р” хәрефе тора лабаһа. Үҙемдең бөтә эш ҡоралдарына алғас та киртеп тамға ҡуям. Бына ҡайҙа аҙашып йөрөгән икән. Ә мин уны эҙләп эт булдым.
– Нисек инде һинеке? – Шул мәл ҡулына башмағының тояҡтарын тотоп келәткә китергә торған Мансур туҡталып ҡалды.
– Бына шулай. Үҙемдең әйберҙе үҙем танымайыммы ни! Бына бит, – тип тамғаһын күрһәткәс, Мансур аптыраған булды.
– Кит, нисек инде улай? – Унан Рәмискә һынамсыл ҡарап:
– Шаяртаһың, малай. Үҙең тотоп килгәнһеңдер әле, – тине.
Шул мәл был тамашаны ҡыҙығып ҡарап торған күршеһе Сабит, янында торған көрәкте ҡулына алып, телгә килде.
– Бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, – тине ул. – Һеҙ әллә ошо көрәк Мансурҙың үҙенеке тип уйлайһығыҙмы?
– Һәнәге лә үҙенеке булһа ярар ине, – тине икенсе күршеһе.
Бәхәс тынып ҡалды. Ирҙәр мут йылмайҙы.
Бер нисә көндән Мансур йәнә Рәмискә килде.
– Дуҫ, баш һөйәген турарға кәрәк ине. Анау балтаңды биреп тор әле.