Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мысыр хәйерсеһе
Мысыр хәйерсеһеМинең исемем – Йәмилә. Йөҙө лә, күңеле лә йәмле булһын тип, өлә­сә­йем ҡуштырған. Рәхмәт инде мәрхү­мәгә, исемемде уның һәҙиә­һе, иҫтә­леге итеп, унан ҡалған изге ҡомартҡы тип йөрөтәм. Ул исемде, уның мәғәнәһен үҙем яратһам да, ишеткән һайын, күңел төбөндә нин­дәйҙер ҡорт ҡыбырлап ҡуйған кеүек: бик үк йәмле түгелмен шул… Хоҙай бабай матурлыҡ өләшкәндә мин, бахыр, йоҡлап ҡалғанмын, кү­рә­һең. Гүзәл, Һылыу, Сибәр исемдәрен йөрөткән йәмһеҙ ҡыҙҙар ни кисерәлер, ә мин оялам, хат­та, һеҙгә дөрөҫөн әйтәйем инде, кәмһенәм дә.
Үҫмер сағымда әсәйемә лә йыш ҡына әйткән саҡтарым булды: “Кемгә оҡшатып, шулай йәмһеҙ итеп таптығыҙ ул мине?” Ул мине әрләп ташлай: “Кит, бушты һөйләмә! Бик матур ҡыҙ булып үҫеп киләһеңсе! Донъяла йәмһеҙ кешеләр юҡ ул, һәр кемдең бер һөймәлекле һөйәге була. Бына, ҡыҙым, һинең күҙҙәрең матур. Һинеке кеүек оҙон толомдар берәүҙә лә юҡ”, – тип сәстәремдән һыйпап йыуата башлай. Эййе, һиңә! Терпе лә үҙ балаһын йомшағым тип яра­та ти бит! Мин тағы көҙгө янына барам, һон­тор кәүҙәмә, нәҙек кенә ҡул-аяҡтарыма, һипкел баҫҡан йөҙөмә, аҡыш күҙҙәремә оҙон-оҙаҡ ҡарап торам. Шунан көҙгөгә лә, атай-әсәйемә лә берҙәй үпкәләйем. Йә, бындай ямаҡ ҡыҙға кем ҡараһын инде? Әхирәттәрем инде малайҙар менән хат алыша, осрашып йөрөгәндәре лә бар. Ә миңә, исмаһам, иғтибар иткән берәү булһасы. Былай ҙа ҡырыҫ кеше тағы ла нығыраҡ йомолам, үҙ ҡабырсағыма бикләнәм.
Ғөмүмән, тоҡомобоҙ менән йомо­ҡай­ҙар беҙ. Өләсәй ҙә мине “Шымтояҡ” тип йөрөттө. Бына төҫөң булмағанға кү­рә, исмаһам, алсаҡ, иркә хол­ҡоң, кө­ләс йөҙөң булһын ине лә ул. Юҡ инде!
Шулай ояла-ғәрләнә йәшәй торғас, 35 йәшкә еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Әхирәттәрем барыһы ла кейәүгә сығып бөттө, ир, йорт, ғаилә ҡарайҙар, бала үҫтерәләр. Ә мин “ҡарт ҡыҙ” булып ултырып ҡалдым. Япа-яң­ғы­ҙым район үҙәгендәге бер бүл­мә­ле фатирымда йәшәп ятам. Яңғыҙ ти­гәс тә, ул хәтлем үк түгел инде. Төп­көл генә ауылда атай-әсәйем йәшәй, һаман өйләнмәгән ҡустым да улар менән тора. Иң мөһиме – яратҡан эшем бар.
Район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләйем. Медколледж тамамлап ҡайтҡаны бирле ошонда. Коллективта хөрмәт итәләр, ауырыуҙар ҙа рәхмәттәрен яуҙырып тора, бүләк-күстәнәс тә ташыйҙар. Эштә мин бәхетле, һөнәремде яратып, ихлас башҡарам. Хеҙмәт хаҡым да һәйбәт, үҙемә лә, атай-әсәйемә ярҙам итергә лә етә, хатта артып ҡала. Артҡанын йыйып барам. Ул яҡҡа һәләк һаҡсыл кеше мин. Шулай булмаһа, яңғыҙ башым фатир һатып ала алыр инемме?
Әле машинаға йыям, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн отпускымды көтөп йөрөйөм. “Ҡандан ҡурҡмайһыңмы ул? Бер нәмәнән дә ерәнмәйһең дәме?” – тип һорай күптәр. Уның нимәһе ҡурҡыныс инде? Кеше организмынан да теүәлерәк, уның эске ағзаларынан да камилыраҡ нәмә бармы икән ул? Аллаһы Тәғәләме, Тәбиғәтме, талантлы рәссам кеүек, шундай оҫта итеп яралтҡан бит ул әҙәм балаһын! Күп тапҡыр һоҡланып ҡарап торғаным бар: хирург ауырыуҙың эсен ҡырҡып ебәрә лә һинең күҙ алдыңда шундай күренеш хасил була: йөрәк, үпкә, бауыр, ашҡаҙан, эсәктәр иҫ киткес бер матур тәртип менән урынлашҡан! Сәнғәт әҫәре тиерһең! Доктор уны аҡтарып, кәрәк ағзаның сирле өлөшөн киҫеп ташлай. Эшен бөтөргәс, әлеге эсәктәрҙе һоҫоп алып, нисек етте шулай тултыра ла эсте тегеп тә ҡуя. Әҙәм балаһының организмы үҙендә йәнә тәртип булдыра, һәр ағза матур ғына итеп үҙ урынына ултыра ла ҡуя. Ғәжәп тә, һоҡланғыс та!..
Ә бына минең тормошомда ҡасан тәртип булыр икән? Эш сәғәте бөтөүгә, минең өсөн эс бошорғос күңелһеҙ кистәр, йоҡоһоҙ, ҡотһоҙ оҙон төндәр етә. Донъяла яңғыҙлыҡтан да ауырыраҡ нәмә бармы икән ул? Байрамдарҙы ла яратмайым. Ундай даталарҙы эштә дежур булып үткәрергә тырышам.
Берҙән-бер аралашҡан кешем – ул Дилбәр. Бергә эшләйбеҙ. Ире, ике балаһы бар. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек ләстит һатырға, ғәйбәт һөйләргә яратмай ул. Үҙе ғәләмәт шаян да. Уның һүҙ байлығына иҫең китер: шундай ҡыҙыҡ һәм халыҡсан итеп һөйләй, ә үҙе бер ҙә көлмәй. “Ҡапҡаңды яп, көпөң менән ситәүкәңде сис, төпһөҙ тоҡто тултырырға ваҡыт”, тип әйткәне “Хәбәреңде туҡтат, халат менән башлығыңды сис, сәй эсеп алайыҡ”, тигәнде аңлата.
– Һине аңлар өсөн күптәргә “Толковый словарь” кәрәк, – тип көләм.
– Күптән хыялланам берәй “Бестолковый словарь” сығарырға…
Шулай оҙон төндәрҙе ҡыҫҡартып, сәй эсәбеҙ, сер уртаҡлашабыҙ. Ул ҡапыл ғына етди итеп:
– Быйылдан да ҡалмай һине аҡыртып кейәүгә бирәм. Башыңды мин ашамаһам, кем? – тимәһенме. – Медик кешеһең, үҙең дә аңлайһың: Хоҙай бабай ҡатын-ҡыҙҙы донъяға тоҡом ҡалдырыр өсөн яралтҡан.
– Эйй, кәрәк тип кенә кемгә етте шуға сыҡҡы килмәй бит әле...
– Ҡара, ҡыҙый, бала табырға һуңға ҡал­һааааң… аҙаҡ өмә итһәң дә бул­маҫ! – Дилбәр шыңғырлатып көлөп ебәрә лә хәйләкәр генә итеп күҙен ҡыҫа. – Теге ваҡыт кафела танышҡан егет менән эштәр нисек әле?
– Уй, Дилбәр, уны кешегә һөйләүе лә оят...
– Мин кешеме ни?
– Әтеү мышымы?
– Мин – әхирәт, мин – серҙәш.
Эйе, Яңы йыл алдынан коллектив менән тәүгә корпоратив кисәгә барғайным шул. Былай күңелле генә булды. Кафела айырым өҫтәл­дәрҙә башҡа йәштәр ҙә күренә. Минең яңғыҙ икәнде күрепме, бер йәш егет бейергә саҡырҙы. Матур ғына, үҙен ипле генә тота. Танышып кит­тек, Сарим исемле икән, бер нисә мәртәбә бейеп тә өлгөрҙөк. Ҡайтырға йыйынғайныҡ ҡына, был, курткаһын элә-элә, беҙҙең арттан сыҡҡан:
– Йәмилә, һеҙҙе оҙатып ҡуйырға мөмкинме?
– Мөмкин-мөмкин! – минең өсөн Дилбәр яуап­ланы, ләкин үҙе шул арала ҡапыл юҡҡа сыҡты.
Сарим юҡ-бар хәбәр һөйләй, мин тыңлайым. Подъезд ишеге янына еткәс, хушлашырға теләп ҡулымды һуҙам, ә ул ихлас итеп:
– Ашыҡма, иртә бит әле. Тора бирәйек, – тине. – Иртәгә Яңы йылды ҡайҙа, кем менән ҡаршылайһың?
– Белмәйем әле. Иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан, – тигән булам. Сер бирәмме инде...
– Әйҙә, бергә ултырайыҡ. Мин Салауат ҡалаһынан апайыма ҡунаҡҡа кил­дем… Һин үҙең генә йәшәйһеңме? Йә­милә, бер генә сынаяҡ сәй эсереп ебәрмәҫһеңме? – тип күҙгә ҡарай. Ҡа­рашында ниндәйҙер быуыр көс бар, медицинала уны гипноз тиҙәр. Ри­залаш­ҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдымсы.
Мин сәй ҡуйған арала егет хәбәрҙе тетә генә. Миңә егеттең һырылып, бәйләнеп бармауы оҡшай. Һыуыҡтан ингәнгәме, сәйҙе бик тиҙ эстек… Аҙаҡ бер нәмә лә хәтерләмәйем. Мин уянып киткәндә тышта яҡтырғайны инде. Баш ҡынайым ярылып килә… Тәүҙә бер ни аңламай яттым әле, шунан кисәге хәл иҫкә төштө. Аһ, Саримдың сығып киткәнен дә иҫләмәйем, кафела ла артыҡ эсеп ултырманыҡ. Тороп кухняға сыҡтым. Ниңәлер өҫтәлдә торған кисәге сынаяҡтарҙың береһен алып еҫкәп ҡараным. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сыҡҡан еҫтең йоҡо дарыуыныҡы икәнен айырыу ауыр түгел ине медик кешегә. Ҡапыл йөрәк жыуу итеп ҡалды. Йүгереп сығып залдағы шкафтың аҡса, документтар һаҡлаған тартмаһын астым. Ҙур ғына сумма йыйған аҡсам бар ине. Елдәр иҫкән. Хатта ҡулымдағы гәүһәр ҡашлы алтын йөҙөк тә, муйынымдағы сылбыр ҙа юҡҡа сыҡҡан…
Тимәк… Тимәк, кисә мин өҫтәлгә кәнфит, бал ташығанда Самир ярҙам­лашҡан булып, шул арала минең сәйгә төймә төшөргән… Үәт, һантый! Ике сәғәт кенә таныш булған әҙәмде өйөңә индереп, һыйлап ултырһаң, шулай була ул! Асыҡ ауыҙ! Был турала, әлбиттә, бер кемгә лә бер нәмә лә һөйләмәнем. Полицияға ғариза яҙыу тураһында уй ҙа булманы. Хурлығы ни тора бит! Ул ғәрләнеүҙәрем, кәмһенеүҙәрем… Кешенән аҡса хәйерселәргә оялдым, киләһе эш хаҡына тиклем түҙҙем. Ояһында ҡасып ятып, яраларын ялап дауалаған меҫкен эт хәлендә инем…
Шул хәлдән һуң егеттәр тура­һында уйлағым да, ишеткем дә килмәй. Әле Дилбәрҙең һорауы ла яуапһыҙ ҡалды. Ә ул һаман ныҡыша:
– Гәзит-журнал, радио, телевизор тулы иғлан, һәр кем үҙенең яртыһын табырға тырыша. Әйҙә, шуларҙың береһенә шылтыратып йәки яҙып ҡарайыҡ.
– Юҡ, тинем бит! Ана, реанимациянан ҡысҡыралар, тор, киттек.
– Әй, Интернет аша танышыу иң рәхәте, тиҙәр. Кәрәк саҡта ғына асып, скайптан ғына һөйләшеп алаһың да…Теләмәһәң йәки ялҡытып китһә, аҙналар буйы компьютерҙы асмаҫҡа ла мөмкин... – Дилбәр һаман үҙ хәбәрен һөйләй-һөйләй урынынан тора.
Уның һуңғы һүҙҙәре минең йөрәккә аҙыраҡ ҡуҙ һалды шулай ҙа. Яңғыҙаҡ тормошомда компьютер менән телевизор минең ғаилә ағзаларына әйләнгән дә инде. Иртән хәйерле иртә теләп уята, эшкә оҙатып ҡала, кис ҡайтыуыма яңылыҡтар менән таныштыра, һауа торошон һөйләй, йыр-бейеүҙәре менән кәйефемде күтәрә улар. Планшетта ҡыҫҡа ғына сәләмдәр, хаттар, яңы фотолар көтөп тора, гел генә уны ҡосаҡлап йоҡлап киткәнемде лә һиҙмәй ҡалам.
Бына әле лә мин уның менән! Ысынлап та, Интернет тигән серле киң донъяла дуҫлыҡ тәҡдим итеүсе­ләр ҙә, танышырға теләүселәр ҙә бихисап икән… Ә ниңә ошоларҙың береһе менән танышып ҡарамаҫҡа? Улар Сарим һымаҡ өйөңә баҫып инмәй бит. О-о-о, кемдәр генә юҡ бында?! Ҡара, һары, оҙон, ҡыҫҡа сәслеләр ҙә, пеләштәр ҙә, мыйыҡлы, һаҡаллылар ҙа бар. Йәш кенәләр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә күп, ҡарттар ҙа ҡайһылай дәртле. Ни генә яҙмай, ни генә вәғәҙә итмәй үҙҙәре! Ундай татлы телле, күп һүҙлеләрҙе өнәп еткер­мәйем мин… Эҙләй торғас, “Мосолман егете. Данияр. 35 йәш. Силәбе ҡалаһынан. Сауҙа үҙәгендә менеджер” тигән ҡыҫҡа ғына баҫалҡы яҙыуы булған, ҡара сәсле, ҙур күҙле, мөләйем генә егеттең фотоһына туҡталдым. Үҙем менән таныштырып, ике һөйләм яҙҙым да, әллә оялып, әллә ҡурҡып, тиҙ генә компьютерҙы һүндереп тә ҡуйҙым. Йөрәк түҙмәй бит, әй, бер сәғәт тирәһенән кире ас­тым. Уй, миңә яуап та килгән! Минең сәхифәмә инеп фотоларымды ҡарап сығыуы, оҡшатыуы (улар ми­нең бер нисәү генә) тураһында яҙған. Кем булып эшләүемде һораған. Тағы ҡыҫҡа ғына яуап бирҙем. Ә ул тағы һорауҙарын теҙә, смайликтар ҡуя. Үҙенә күрә шаян ғына егет һы­маҡ, юморға бай… Күңелгә ятты бит, әй!
Иртәгәһенә үк Дилбәргә серҙе сис­тем. Ул ҡыуанып китте: “Ярай, шәп иткәнһең! Әлегә таныш, хат яҙыш. Шунан осрашырһығыҙ”.
Шулай итеп, ике аҙна эсендә Даниярҙың ҡайнар сәләмдәренә, яғымлы һүҙҙәренә, ебәргән көләмәс­тәренә тиҙ үк өйрәнеп киттем бит. Эштә лә саҡ ҡына бушаһам, планшетымды күкрәгемә ҡыҫам, ә унда мотлаҡ рәүештә ике-өс ҡыҫҡа ғына хат килеп өлгөргән була. Минең шат йөрөгәнгә әхирәтем дә ҡыуана. Ә бер көн Дилбәр: “Етер һиңә ҡыҫыр көйөккә көйөп йөрөргә. Интернет мөхәббәте менән балалар уйнаһын! Киттек беҙҙең менән Египетҡа. Ял итерһең, бәлки, берәй егет менән танышыр­һың. Хәҙер эсмәгән, аҡсалы ирҙәр диңгеҙҙә генә ял итә”, – тине. Улар ғаиләһе менән йыл да сит илдә ял итә, ә быйыл иренә эштән отпуск бирмәгәндәр ҙә уның янып барған путевкаһын миңә тәҡдим итә:
– Йә, юҡ-бар сәбәп эҙләп маташма инде! Барабыҙ! Миңә ике бала менән юлда ла, диңгеҙҙә лә еңел түгел, ярҙам итерһең.
Күңелем менән сәйәхәтсе булма­һам да, ризалаштымсы. Даниярға ла яҙып ебәрҙем. “Мин дә барам. Силәбенән билет алам, һеҙ ниндәй ҡалала, отелдә булаһығыҙ?” – тип яҙа һалды. Тимәк, осрашыу, күрешеү бәхете йыраҡ түгел!
Ауылға ла атай-әсәйем янына күптән ҡайтҡан юҡ ине, алыҫ юлға сығыр алдынан фатихаларын алып килергә йыйындым. Өйгә ҡайтҡан һайын уларҙың һағышлы күҙҙәрендә лә, әйтелмәгән һүҙҙәрендә лә бер өмөт тулы һорауҙы тоям: ”Ҡасан ғына кейәүгә сығаһың инде?” Һүҙгә һаран, ҡырыҫ холоҡло атайымдың һынам­сыл ҡарашы бигерәк йәл. Олоғай­ҙылар шул. Яңғыҙ ҡартайып килгән ҡустым да, мин дә атай-әсәйебеҙгә һаман ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен бирә алмағанға эсем бошоп, был юлы мырҙама көс төшөрәм:
– Ауылда ни эш юҡ. Күптән берәй ҡалаға сығып китһәң, эшең дә, ғаиләң дә булыр ине. Унда ятаҡ тулы яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ. Бисә түгел, шешә ҡәҙерле шул һиңә…
– Артыңа өйрәт, йәме! Шәп булғас, ана үҙең кейәүгә сыҡ! –тимәһенме был. Шунан үҙенең тупаҫлығы өсөн ғәфү үтенгәндәй, аҡланып ҡуйҙы. – Мин дә китһәм, ҡарттарҙы кем ҡарай? Шыпа етем ҡалалар ҙа һуң...
– Ярай,үҙең беләһең. Өйрәтеүҙән үткәнһең… Мин отпускымда Египетҡа йыйынам. Шуны әйтергә генә ҡайтҡайным.
– Ә-ә, Мысырғамы? Унда һинән башҡа ла хәйерселәр аҙ, ти…
Атай менән әсәй ҙә һүҙ оҙайтып, ул-былды һорашманы, ҡырҡты ҡыуған ҡыҙҙарына кем аҡыл өйрәтеп торһон да нимә тип тыйһын инде. Хәйерле юл ғына теләнеләр. Ҡустым шулай ҙа зәһәр генә көлөп:
– Һин ипләп анда… Мысыр хәйерсеһенә әйләнеп ҡуйма, – тип кәңәш бирмәйенсә булдыра алманы.
Мин көлөп ебәрҙем. Өләсәйемдең яратҡан һүҙе ул. Урамда эшһеҙ күп йөрөгән кешене шулай тип әрләй торғайны мәрхүмә. Бигерәк тә беҙҙең күршеләргә эләгә ине. “Э-эйй, Зөлхизә еңгә килен бәхете күрмәне инде ғүмер буйы. Өйө ҡалма, үҙе шамтыр, ә урам тапауҙан бушамай был килене лә! Бына иртән магазинға тип сығып китә лә донъяһын онота. Юҡ йомошон бар итеп, өйҙән-өйгә инә, сәй эсә, хәбәр йыя, ләстит һөйләй, ғәйбәт тоғо тулмайынса ҡайтып инмәй! Кит-кит, улай ҙа булыр икән, Мысыр хәйерсеһе!”
Был һүҙ беҙҙең ауыл лөғәтенә ҡайҙан килеп ингәндер, тарихын берәү ҙә белмәй. Шулай ҙа ауылдаштарым телендә ул иң ауыр, иң ғәйеп һүҙҙәрҙең береһе. Өләсәй бик үк наҙан булмаһа ла, Египетты күргән-белгән кеше түгел. Ә борон бит башҡорттар араһынан Мысырҙа уҡып, йәшәп, белем эстәп ҡайтыу­сылар ҙа булған. Шуларҙың береһе ундағы хәйерселәрҙе күреп ҡайтып һөйләнеме икән?
Ярай, юҡ менән баш ватмайыҡ. Ҡустым миңә шулай ти икән, әйтһен. Мәйеле. Бәхәсләшкем дә, әрләшкем дә килеп тормай әле. Мине йыраҡ серле ил, зәңгәр диңгеҙ, сибәр Данияр көтә!
Ысынлап та, унан хат бар: “Һеҙ бик матур отель тапҡанһығыҙ. Мин дә бер номер бронировать иттем, билетҡа ла заказ бирҙем. Тиҙҙән күрешербеҙ!”
Сумаҙан тултырыу, һумдарҙы долларға әйләндереү мәшәҡәте менән йөрөгәндә, Данияр шылтырата: “Йәмилә, минең иҫәпкә һаман аҡса күсмәгән, эш хаҡын улай һуңлатмай торғайнылар… Оят булһа ла, бурысҡа биреп тора алмаҫһыңмы? Мин билетһыҙ, визаһыҙ ҡалам юҡһа. Иртәгә Египетта ҡайтарам”.
– Әлбиттә, Данияр. Күпме кәрәк һуң?
– 500.
– Доллар? – һорауымдан үҙем оялып киттем.
– Әлбиттә, доллар.
– Ярай-ярай! Карта номерыңды ебәр.
Банкомат йыраҡ түгел алай ҙа. Был операция биш минуттай ғына ваҡытымды алды. Күп тә үтмәне, телефонға рәхмәт һүҙҙәре менән үбеү смайликтары килде. Мин, бәхетемдән иҫереп, йоҡларға яттым.
Иртәгәһенә төш ауыуға беҙ Дилбәр һәм уның ике балаһы менән аэропортта ултыра инек инде. Мин һаман да әхирәтемә Даниярҙың да Шарм-эль-Шейхҡа барасағы, беҙҙең отелгә урынлашасағы тураһында әйтә алмайым. Шатлығыма күҙ тейер һымаҡ. Ярай, сюрприз булһын әйҙә! Шул саҡ телефонға хәбәр килде: минең иҫәпкә кемдер бер мең доллар аҡса күсергән. Данияр инде. Ә ниңә биш йөҙ түгел, мең? Туҡта, ул минең карта номерын белмәй ҙә һуң. Аптырауҙан баш ҡаңғырғанда, телефон шылтыраны, ниндәйҙер ят ҡатын-ҡыҙ тауышы минең иҫәпкә яңылыш аҡса күсереүе, улының да номеры минекенә оҡшаш булыуы, бер һанды ғына яңылыш яҙыуы арҡаһында хата ебәреүен илаулап һөйләй башланы: “Зинһар өсөн, аҡсамды ошо номерға кире ебәрегеҙ инде”, – тип ялбара.
Мин ҡойолоп төштөм, самолетҡа ваҡыт еткән, ни зшләргә? Эш полицияға барып етһә, “Хуш, бәхил бул, Мысыр!” буласаҡ. Банкомат эҙләп йүгерәм, Дилбәрҙең “Һин ҡайҙа? Нимә булды?” тигән һүҙҙәренә “Хәҙер!” тип кенә яуап бирәм. Уфф, ярай, кеше аҡсаһын кире ебәреп тә, посадкаға ла өлгөрҙөм. Самолет ерҙән айырылғас та, яңғырап киткән доға уҡыған тауыш мине бөтөнләй тынысландырҙы. Аллаға шөкөр, мосолман иленә китеп барам...
Беҙҙе Мысырҙың бөркөү һауа­һы, ҡайнар ҡояшы, мөһабәт пальмалары, күҙ яуын алырлыҡ сәс­кәләре һәм мөләйем гидтары ҡаршы алды. Отель дә, уңайлы бүлмәләр ҙә, пляждың эргәлә генә булыуы ла оҡшаны. Туристарға ярай белә ғәрәптәр, бөтә уңай­лыҡтар тыуҙырылған. Ресторан­дарҙа швед өҫтәлдәре, йәнең ни теләй – барыһы ла бар: бик күп илдәрҙең милли аштарынан күҙ ҡамаша, еләк-емеш исемдәрен белеп тә бөтөрлөк түгел, йылғыр офи­цианттар әллә нисә төрлө эсем­лектең ҡатыһын да, йомшағы­раҡтарын да тәҡдим итә. Үҙемде ожмахта тип хис итә лә башланым инде. Данияр ҙа бөгөн килеп урынлашырға тейеш. Ниңә хәбәре юҡ һаман? Әҙерәк сабыр итергәме, әллә үҙем башлап шылтыратайыммы? Дилбәр диңгеҙ буйына ашыҡтыра.
Ана ниндәй икән ул Ҡыҙыл диңгеҙ! Иге лә, сиге лә юҡ. Ап-аҡ ялбыр тулҡындары шундай наҙ менән беҙҙе үҙ ҡосағына алды. Эҫе ҡомо аяҡтарҙы бешерә, зәң­гәрлеге күҙҙе сағылдыра. Эргәбеҙ тулы шат, бәхетле кешеләр. Мин түҙмәйенсә тағы телефонды алам, ул һаман өнһөҙ. Роуминг. Кисәге хаттарын яңынан уҡыйым. Туҡта-туҡта, һуңғы “смс” банктан түгел, минең иҫәпкә аҡса күсеүе тура­һында ҡәҙимге бер абонент хәбәр иткән. Ят номер. Тиҙ генә картам­дағы аҡсаны тикшерәм. Ысынлап та, унда бер ниндәй ҙә сумма килмәгән, ә бына мең доллар сығып киткән. Үҙемдең ярҙамым менән. Бына мин – алйот! Кеше булыр-булыр ҙа, минең кеүек иҫәр булмаҫ! Иғтибарлап ҡарап, тикшереп тә тормайынса, тот та аҡса күсер, имеш! Ундай мутлашыусылар тураһында ишеткәнем бар ҙа ул, әммә уларҙың ҡорбанына әйләнермен тип ғүмерҙә уйламаным. Шундай ваҡытын белеп, тура килтереп шылтыраттылар бит әле, ундай ашығыс хәлдә уйланып, икеләнеп, тикшереп торорлоҡ инеме?
Мин илай яҙып, әлеге номерҙы йыям… Ләкин ул яҡтан, күпме көтһәм дә, яуап булманы, хатта гудок та юҡ, тик операторҙың инглиз телендә ләпелдәүенән алданыуымды аңланым. Кемдән ярҙам һорайым һуң? Мин үҙ илемдә лә түгел. Берҙән-бер өмөтөм, таянысым – Дилбәр һәм Данияр. Дилбәр ана рәхәтләнеп йөҙә, балалары менән сыр-сыу килә. Данияр, ал инде телефоныңды, зинһар! Ни өсөн шулай оҙаҡ? Миңә ҡабат-ҡабат: “Номер дөрөҫ йыйылма­ны”, – тип кенә яуап бирҙеләр…
Күңелгә инеп оялаған шик ҙурайғандан-ҙурайҙы. Эйе-эйе, бер ниндәй ҙә Данияр булмаған… Ниндәйҙер алдаҡсылар танышҡан минең менән интернет аша! Яйлап ҡына шәхесемде, минең матди хәлемде өйрәнгән, пландарымды белгән. Һәм… минең өсөн иң кө­сөргәнешле, уңайһыҙ ваҡытта үҙҙәренең бысраҡ теләгенә иреш­кән!.. Рәнйеү, үпкә, алданыу, хурланыу йәштәре даръя булып аҡты. Шулай бәхетһеҙ кешеме икән һуң мин! Ни эшләргә хәҙер? Ояты ни тора! Диңгеҙгә генә батып үләйем дә ҡуяйыммы икән? Минең өсөн кем ҡайғырыр ҙа, кем илар тиһең…
Дилбәрем мине иҫе китеп тыңланы ла ҡосаҡлап иланы. “Эй, шымтояҡһың да инде! Ниңә баштан уҡ миңә һөйләмәнең уның тураһында? Бигерәк тә аҡса һорауы хаҡында? Мин ғәйепле, гәзит, интернет аша танышып ҡара, тип кәңәш биргән булдым бит! Һәтәү! Улай тиҙ генә әүрәп китерһең тип тә уйламағайным шул… Ярай, ҡайтҡас, полицияға бергә барырбыҙ…Тик ундай мут­лашыусыларҙы тотоп, хөкөм иткән­дәрен бер ҙә ишеткәнем юҡ. Улар сит илдән тороп эш итәләр, ти…
Мин ни тере, ни үле түгел. Дөрө­ҫөрәге, кәүҙәм йөрөй, йөрәгем туңып шартлаған. Экскурсиялар алдан түләнгән булһа ла, береһенә лә барманым. Тик пирамидаларға Дилбәр барыбер күндерҙе, балалар менән үҙем генә ҡурҡам тип алып китте. Бына шунда күрҙем дә инде мин Мысыр хәйерселәрен. Ҡаһирә ситендәге урамдар ваҡ сауҙагәрҙәр менән тулы. Бысраҡ, иҫке кейемле ҡап-ҡара ирҙәр, малайҙар ергә алама сепрәк түшәп, ҡарбуз, ҡауын, еләк һата. Алыусылар күренмәй. Баш ҡала­ның үҙәге матур, бай. Фырт кейенгән, сәллә ураған ирҙәр, пәрәнжә кейгән ҡатын-ҡыҙҙар сит ил машиналарында елдерә. Мөһабәт һәйкәлдәр, бөтә донъяға билдәле музейҙар һушты ала.
Мөғжизәле Мысыр пирамидаларын күрмәй ҡайтыу гонаһ булыр ине. Рәхмәт Дилбәргә. Ләкин унда ла күҙгә керер күгәүендәй үҙ сувенирҙарын тәҡдим итеүсе, бер доллар ғына тип, ҡулға мәжбүрләп тоттороусы баяғы ярлы сауҙагәр­ҙәр тарихи урындарға һоҡланыуҙан тыуған гүзәл кисерештәрҙе, матур тойғоларҙы юҡҡа сығара. Ҡарға ҡанатындай ҡара ялтыр сәстәре, янып торған ҡоңғорт күҙҙәре миңә Данияр булып ҡараған төҫлө. Иҫемде юйып ҡуйыуҙан ҡурҡып, тиҙ генә автобусҡа инеп ултырам. Улар миңә тәҙрә аша ла үҙ тауарын маҡтай, һатып алыуымды ялбара. Эйй, Мысыр хәйерселәре, хәлгенәмде белмәйһегеҙ шул…
Ун ике көн буйы Ҡыҙыл диңгеҙ мине иркә ҡосағында йыуатты, шифалы тоҙло һыуы күҙ йәштә­рем­де йыуҙы, наҙлы тулҡындары күңел яраларымды дауаланы. Ләкин уңалырлыҡ түгел инде улар. Күҙ йәштәремдән һуң диңгеҙ һыуы тағы ла әсерәк булып ҡалыуына шигем юҡ. Ҡорғаҡһыған күңелем, кипкән ҡотһоҙ сүллек кеүек, буп-буш, шыр-яланғас.
Шулай ҙа мин Мысырҙан күпкә олораҡ, көслөрәк һәм аҡыллыраҡ булып ҡайттым шикелле. Юҡ, мин хәйерсе лә түгел! Үҙем дә, күңелем дә бай минең! Быға тиклем нисек йәшәгәнмен, шулай тыныс ҡына, үҙ яйыма йәшәйәсәкмен. Бер үҙем. Кәрәкмәй миңә береһе лә! Минең яңғыҙыма ла рәхәт! Нимә теләйем, шуны бешереп ашайым, ашамай ятырға ла мөмкин, ашың тәмһеҙ, тип бәйләнгән, эштә оҙаҡланың, тип мыжыған, уйынсыҡ таптырып илаған кеше юҡ. Ғалимдар әйте­үенсә, кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙ оҙаҡ йәшәй, ә яңғыҙ ирҙәрҙең, киреһенсә, ғүмере ҡыҫҡа була. Һуңғы ваҡытта яңғыҙлыҡ модаға ла инә башланы, тип яҙалар. Йылдан-йыл туйҙар ҙа аҙыраҡ уйнала икән. “Ҡунаҡ никахы”, “граждан никахы”на ҡоролған ғаиләләр күбәйҙе. Күптәр шулай бер ниндәй яуаплылыҡ тоймай, үҙ яйына рәхәт кенә йәшәргә теләй.
Бына шулай тынысланып, үҙ көйөмә ҡайтып, ҡәҙимге тормошом менән йәшәй башланым тағы. Бер-береһенә оҡшаш күңелһеҙ, ялҡыт­ҡыс көндәрҙе оҙон, ҡотһоҙ төндәр алмаштыра. Мин былай ҙа бәхет­ле, тип күпме генә үҙемде ышан­дырырға тырышһам да, күҙ алдыма атай-әсәйемдең моңһоу ҡараш­тары килеп баҫа, япа-яңғыҙ үткәргән тыуған көндәр, байрамдар иҫкә төшөп, йөрәкте өтә, урамда уйнаған балаларҙың сыр-сыу тауыштары ҡолағымда сыңлай башлай. Ҡуй, яңғыҙлыҡ бер Аллаға ғына килешһен! Мин үҙ яртымды, үҙ бәхетемде көтәм әле. Төңөл­мәйем. Әллә яусыларға мөрәжәғәт итеп ҡарайыммы икән? Улар ҙа хәҙер күбәйеп китте. Ата-баба­ларҙың был изге йолаһы кешегә нисә быуат тоғро хеҙмәт иткән. Күпме бәхетле йәки бәхетһеҙ ғаиләләр төҙөлөп, күпме балалар тыуған. Сабыйҙар ғаиләгә бөтмәҫ мәшәҡәт менән бергә шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет, йылылыҡ, наҙ, нур алып килгән. Үҙеңдең дауа­мың, ҡаның, йәнең бит инде ул бала. Эйе, улар – йәшәү мәғәнәһе, тормош йәме. Былай булмай, Йәмилә, һиңә әсәй булырға кәрәк. Ҡайҙа әле, ошонда яусылар хеҙмәте тураһында иғлан бар ине. Шылтыратайым микән? Һеҙ ниндәй кәңәш бирәһегеҙ?

Зилә ПСӘНЧИНА,
Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.

Күгәрсен районы.

Зилә ПСӘНЧИНА,
Мораҡ башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.

Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779