Тиҙҙән Нефтекама дәүләт филармонияһына 20 йыл тула. Сәнғәт усағында ошо иҫтәлекле ваҡиғаға ҡыҙыу әҙерлек бара. Ике тиҫтә йыл эсендә филармония ҡала, республика халҡының ғына түгел, хатта сит ил тамашасыларының да һөйөүен яулап өлгөрҙө һәм күренекле сәнғәт усаҡтарының береһенә әүерелде.Уңыш нигеҙе – әлбиттә, коллективта үҙ эшен өҙөлөп яратҡан, хөрмәт иткән ижади кешеләр эшләүендә, үҙҙәренең мөғжизәле, фиҙакәр хеҙмәттәре менән тамашасы йөрәгендә донъяға, тыуған ергә, халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә һөйөү уятыуҙа, һаҡлауҙа, кешелектә матурлыҡ, гүзәллек хистәрен тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнауында.
– Бынан 20 йыл элек, октябрҙең ямғырлы бер кисендә, филармония сәхнәһе яҡты уттарҙан балҡып, фанфаралар һәм дәртле музыка, оҙайлы алҡыштар менән яңы моң шишмәһе тыуыуын иғлан итте, – тип иҫкә ала филармонияға беренселәрҙән булып эшкә килгән лектор, музыка белгесе, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Хәтми ҡыҙы Йосопова.
Ошо ҡыҫҡа ғына дәүерҙә был сәнғәт мәккәһе ҙур уңыштарға өлгәшеп, республика күгендә яҡты йондоҙҙарҙың береһенә әүерелде. Филармония диуарҙарында күпме яңы идеялар тыуып, тормошҡа ашты, ышанысһыҙ ғына аҙымдар яһаған тәүге артистар, хәҙер республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары исеменә лайыҡ булып, яңынан-яңы бейеклектәр яулай. Улар исемлегендә – Р. Нуриев исемендәге хореография колледжын тамамлап килгән, ул саҡта әле ни бары 15-16 йәше генә тулған бейеүселәр: Юнир Ноғаманов, Аревик Гугасян, шулай уҡ “Түңгәүер” бейеү ансамбленә килеп ҡушылған Гөлнара Сәфәрова, эстрада төркөмдәре артистары Раян Алтыншин, Рифҡәт Ғәбделйәнов, ҡурайсы, тиҫтә йылдар художество етәксеһе булып эшләгән Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллин һәм башҡалар.
Нефтекама филармонияһының уңышлы эшләүенең тағы ла бер сере – уның күп милләтле һәм күп жанрлы коллектив туплауында. Сәнғәт усағында башҡорт, татар, мари эстрада төркөмдәре, “Түңгәүер” бейеү ансамбле, әҙәби-музыкаль лекторий, балалар цирк төркөмө эшләй.
Ижади коллективтарҙың гастролдәр географияһы республикабыҙ төбәктәре менән генә сикләнмәй, артистарҙы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә лә көтөп алалар. Әйтәйек, Силәбе, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған өлкәләре, Пермь крайы, Удмурт, Татарстан республикалары, Мари Иле һәм башҡа төбәктәрҙә, эстрада төркөмдәренең һәр ҡайһыһының тиерлек “көйәрмәндәре”, үҙ тамашасыһы бар.
Филармонияның “йөҙөк ҡашы” – “Түңгәүер” бейеү ансамбле сит ил тамашасыларын да таң ҡалдырҙы. Үҙенсәлекле түңгәүерҙәр, Төркиә, Венгрия, Эстония һәм башҡа дәүләттәр халҡының да ихтирамын яулап, башҡорт бейеүҙәренә, фольклорына ғашиҡ итте.
Нефтекама артистары – Үзбәкстан Республикаһы сәнғәт һөйөүселәренең дә кумирҙары. Быйыл ғына ла БР-ҙың атҡаҙанған артисы Раян Алтыншин, йәш, популяр йырсы Иршат Ҡарасурин, ҡурайсы Иҙел Исҡужин ике тапҡыр гастролдә булып, үзбәк дуҫтарыбыҙға матур сығыштарын бүләк итеп ҡайтты.
Үтелгән юлдарға, йылдарға күҙ һалғанда, әлбиттә, сәнғәт мәккәһендә ниндәй генә булдыҡлы етәкселәр эшләүен иҫкә алмау мөмкин түгелдер. Филармонияға тәүге нигеҙ һалыусыларҙың береһе – талантлы һәм профессиональ етәксе, БР-ҙың атҡаҙанған артисы, РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов. Тап уның талантлы, эшлекле ижади коллектив туплауы, дөрөҫ сәйәси йүнәлеш биреүе, аныҡ маҡсаттар ҡуйыуы сәнғәт усағының артабан уңышлы эшләп алып китеүенә төп нигеҙ булды. Тәүге кадрҙар бөгөн дә бында һөҙөмтәле ижад итә, яңы үрҙәр яулай.
Әхәт Әхмәт улынан һуң килгән директорҙарҙың да һәр ҡайһыһы филармония тормошона тос өлөш индерҙе. Флүр Билал улы Саламатов эшләгән осорҙа сәнғәт мәккәһе автономиялы учреждениеға әйләнде.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Рәйес улы Алтынбаев та етәкселәр мәктәбен тап Нефтекама филармонияһында директор вазифаһында үтте. Халҡы, милли сәнғәте өсөн янып йөрөгән йәш егет ошо сәнғәт мәккәһенә бик күп яңылыҡтар индерҙе, коллективтың концерт-гастроль эшмәкәрлеген камиллаштырҙы, байтаҡ яңы проекттарҙы тормошҡа ашырҙы.
Бөгөн инде ижади коллективтарға РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәйес Абдрахман улы Исмәғилев етәкселек итә. Рәйес Абдрахман улы эшләгән осорҙа филармонияның матди-техник базаһы күпкә байыны, яңырҙы. Артистарҙың абруйы тағы ла арта төштө. Коллективтар төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә уҙғарылған һабантуйҙарға, юбилей сараларына, тантаналарға беҙҙең артистарҙы ихлас саҡыралар, ғәҙәттә, улар программаларҙың “төп сөйө” булып сығыш яһай.
Бындай уңыштарҙы, әлбиттә, ҡала хакимиәте, Мәҙәниәт министрлығы ярҙамынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. “Берҙәмлектә – көс”, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Дөйөм көс менән Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары халҡыбыҙҙы рухи яҡтан байытыу, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау бурысын уңышлы үтәп килә. Ике тиҫтә йыл тарих өсөн әллә ни оҙон ваҡыт булмаһа ла, кешелек өсөн ул байтаҡ ғүмер. Ошо ижади ғүмерҙе сәнғәт усағы коллективтары матур, тулы, сағыу юлдар менән үтә.
Зилә АҘНАБАЕВА,
Нефтекама дәүләт филармонияһының
әҙәби-эстрада бүлеге етәксеһе,
БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.