Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғыр менән һөйләшкәндә Шағирә...
Шиғыр менән һөйләшкәндә Шағирә...Һәр ваҡыт үҙенсәлекле ул: тормошта ла, атлап йөрөгәндә лә, һөйләшкәндә лә, шиғриәттә лә... Һүҙем Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, депутат, шағирә Йомабикә Ильясова хаҡында. Уны ҡайһы саҡ ҡатмарлы итеп тойған мәлдәрем дә булды, әммә аралаша-аралаша шундай нескә, тандыр ғына йылылыҡ бөркөп торған донъяһын шиғырҙары аша ғына түгел, башҡаларға мөнәсәбәте, ғәмәлдәре аша ла күрә, тоя килдем.
“Ҡабырсаҡта” тигән китабын уҡып сыҡҡас, был йыйынтыҡ бит кешенең асылы, диңгеҙ кеүек шаулап торған тормошта ынйы бөртөгөндәй генә булмышыңды, үҙеңде, уратып алған мөхитеңде – ҡабырсаҡты, даръяны һаҡлап алып ҡалыу еңелме һуң, тип һорау бирҙем үҙемә. Күңеленең ынйы бөртөктәренән торған шиғырҙарҙан тупланғайны ул. Унан һуң да йыйынтыҡтары донъя күрҙе шағирәнең. Әммә һүҙем улар хаҡында ғына түгел, ә, ғөмүмән, ижадсы асылы тураһында. Бөгөн мин шағирә менән шиғыр телендә һөйләшергә булдым, сөнки тап ана шул миҙгелдәр шиғырҙай ғына моңло ғүмерҙе йырлы итә, ысын итә, тәрәнтен аңларлыҡ минуттар бүләк итә төҫлө. Бөгөн икенсегә өләсәй булыу бәхетен көтөп йәшәгән әҙибәнең күңел ынйыларын бергә тирәйек.



– Йомабикә апай, шиғыр юлығыҙ­ҙан башлайым серләшеүҙе.
Ҡайҙа Алла?
Һәр бер һулышта,
Яҡтылыҡ ул
Беҙҙең булмышта.

Ҡайҙа Алла?
Ул – беҙҙең янда,
Өр-яңынан
Тыуырға аңда,

Ҡаҙаҡланмай
Бүтән тәрегә,
Язаланмай
Ялған йәберҙә,

Үлмәйенсә
Беҙҙең йөрәктә
Ҡалдырыусы
Тулғаҡ йөҙәтә...
Һеҙҙең Аллаһ Тәғәлә менән мөнәсәбәттәр нисек, Йомабикә апай?
– Был шиғыр, аңлап тораһың, Ғайса пәйғәмбәр хаҡында. Уны православие динен тотоусылар Аллаһ урынына күрә. Яртылаш Алла, яртылаш ябай ҡатындан тыуған зат тип иҫәпләнә.
Мин бөтә булмышым менән мосолман. Башҡортостанда тыуғанмын. Әсәйем минең диндар ғына булды. Ижад кеше­ләренә төрлө күренештәр уйланыуҙарға, хистәргә этәреш бирә бит инде. Бына, мәҫәлән, Сыңғыҙ Айытматов та: “Әҫәр­ҙәремә күберәк христиан диненән килгән сюжеттарҙы алам, сөнки уларҙа фажиғә көслөрәк”, – тип аңлатып әйтә. Был – уның ҡабул итеүе, уның аңлатмаһы. Хәҡиҡәткә тап килмәүе лә ихтимал. Минең әҫәрҙәремә лә Аллаһ Тәғәлә, пәйғәмбәрҙәр хаҡында уйланыуҙар килеп керә. Һәр кеше был хаҡта уйлана, тетрәнә, һыҙлана торғандыр, моғайын. Ф. Достоевскийҙың “Бер туған Карамазовтар” әҫәрендә лә Ғайса пәйғәмбәр, бына мине бөтәһе лә ҡабул итте, бик күп ҡорамдар төҙөлдө, халыҡ мине хәҙер нисек ҡабул итер ине икән, тип ял көнө сиркәүгә килә. Кешеләр сыға башлағас, ул үҙенең кемлеген әйтә, әммә бәндәләр уға ышанмай, хатта, алдайһың, тиҙәр һәм яңынан таш бәрә башлайҙар. Алланың минең күңелемдә яҡтылыҡ булып йәшәүе, һәр кемдең аңында уның яңынан тыуыуы хаҡында әйтергә теләйем мин үрҙәге шиғырҙа.
Тыуғандан алып беҙ ана шул эске аңдағы, әсәйҙәребеҙҙән күскән иман менән йәшәйбеҙ. Сәхәр сәйҙәрен эсеү, тәүге ишеткән доғалар, һуңынан инде кешеләр, ваҡиғалар, китаптар аша ҡабул иткән һәр кемдең күңелендә үҙ Аллаһы бар. Шулай бит инде. Үҙенең күңелендә үҙенең ҡояшы булған кеүек. Ана шул йөрәктәге Алланың тәрегә ҡаҙаҡланмай, ялған йәберҙә язаланмай, тулғаҡ аша баланы тапҡан кеүек шул ваҡыттағы тәндең ғазаптары ла бөйөк бит инде. Таҙа һәм саф килеш һаҡланып, йәндә ҡалыуын, шулай уҡ уның барлығын таныу, тулғаҡты нисек теләһәк тә ситкә ебәрә алмайһың бит инде, шуны булмышыңда йөрөтөү – кешенең бөтә бөйөклөгөн, яҡтылығын һаҡлаусы көс икәнлеген әйтәм был шиғырҙа.
– Яҡтылыҡты һаҡлап ҡалыу еңелме? Беҙ бит пәйғәмбәр ҙә, әүлиә лә, изгеләр ҙә түгел, беҙ – кешеләр. Әҙәми зат булып ҡалыу ҙа бик еңелдән түгел бит әле. Шиғриәт һеҙгә был осраҡта нисек ярҙам итә? Әллә итмәйме?
– Бөгөн төрлө көстәр кешенең аңына тәьҫир итә. Социаль селтәрҙәрҙә нимә генә юҡ. Донъяла барған үҙгәрештәр, хәлдәр. Совет дәүерендә һәр бер кино, китап, спектакль кешегә нисек кеше булып ҡалырға өйрәтә торғайны. Ошо һорау һәр кемгә ҡуйылғайны, ошо һорау әҙәбиәт, сәнғәттең төп бурысы ине, яуап бирергә ынтылыш һәм кешене, ниндәй һынауҙар аша үткәндә лә, кеше булып ҡалырға өндәү булды. Был күренеш дөйөм йәмғиәттең рухи кимәлен үҫтереү өсөн ҙур йоғонто яһаған.
Башҡорттоң әҙәбенә килгәндә, беҙ уны тойоп үҫкәнбеҙ, йәшәйбеҙ. Совет заманында ауылда мәсеттәр юҡ ине, улар клубтар булып хеҙмәт итте. Бары әсәйҙәр әйтеүенән генә беҙ уларҙың мәсет булыуын, манараһында ҡасандыр китаптар һаҡланыуын ишетеп белдек. Дини байрамдар ҙа булманы, минең берҙән-бер күргәнем – әсәйемдең сәхәр эскәне. Уның янына атайымдың бер туған һеңлеһе, хәҙер инде мәрхүмә Сәлхиә апайым инә торғайны. Шунан инде әсәйемдең йәйге эҫе көндә лә тамсы һыу ҙа эсмәй ураҙа тотҡан сабырлығынан башҡа әллә ни нәмә лә күрмәнем. Хәҙер генә аңлайым әсәйемдең ни тиклем ысын башҡорт ҡатыны булыуын. Уның бер ҡасан да тауыш күтәреп өндәшкәне булманы, бер кем менән дә талашманы, ирешмәне. Минең кеүек сиктән-сиккә китеп бәрелгән, төңөлгән булмайынса, гел бер күңел торошон һаҡлай алыуына әле булһа иҫем китеп һоҡланам.
– Һеҙҙең был хаҡта шиғырығыҙ ҙа бар бит:
Бар ағастар шаулап япраҡ яра,
Ҡыуанышып, елдә елберҙәп.
Шатлығымда мин дә улар кеүек,
Йәш-елкенсәк кеүек елбәҙәк.

Көҙөн, дөрләп янып, ҡойолалар...
Мин дә шулай ауыр мәлемдә
Көйрәп бөтәм, килер шатлыҡтарға
Йылмайыр хәл ҡалмай йәнемдә.

Ана, шыршы һәр миҙгелдә бер үк,
Ҡыш та йәшел йәмен өләшә,
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла сабыр
Ҡала белергә ул өйрәтә.
– Эйе, был минең әсәйем образы ул. Ул шыршы һымағыраҡ кеше ине. Ысынында гел генә бер төрлө, йылыһы ла тигеҙ генә. Ҡайнарайып, һыуынып та китмәй. Был донъяла төрлө кешеләр булырға тейештер. Атай менән әсәйемдең бер ваҡыт та һүҙгә килешмәүенә ҡарап, беҙҙең халыҡтың әҙәбен күреп үҫтем. Улар шул тиклем боронғо холоҡло төҫлө миңә хәҙер. Әсәйем –1912, атайым 1905 йылғы бит минең. Береһенә – 45, икенсеһенә 52 йәш булғанда тыуған баламын. Тиҫтерҙәрем – апай-ағайҙарым быуынынан тыуған балалар. Шуға күрә мин йәштәштәремдән дә бер аҙ айырылам һымаҡ, сөнки ана шул боронғо кешеләр тәрбиәһендә үҫтем. Үҙемдең булмышым да замандан артта ҡалған төҫлө булыуын ошоноң менән бәйләйем.
Ғөмүмән, минең тыуған Аҡъюлым бөтөнләй үҙенә башҡа бер ауыл бит ул. Унда мин өтөлөп ҡабаланғандарҙы белмәйем. Әле лә тыныс ҡына донъяның ағымында йәшәп ята улар. Эшләгән кешеләр ҙә эшкә бара, эштән ҡайта торғайны, һауынсыларҙың тыныс ҡына аҙымдары күҙ алдымда. Ул ваҡытта ҡул менән һауалар бит инде, йонсоп, арып ҡайтҡандарын күрәм, әммә зар, асыу юҡ. Ҡысҡырышҡан, аҡырышҡан кеше юҡ. Бөйөк Ватан һуғышынан ирҙәр боҙолоп ҡайтҡан тип һөйләйҙәр бит инде, атайым да һуғыш яугире ине бит, әммә беҙ уны күрмәнек. Уныһы үҙе бер аҡылмы икән.
Шунан минең өләсәйемдең бер генә бөртөк улы һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Йәшләй генә, етем генә Сәриғә еңгәйҙе әсәйемдең оло ҡыҙы Мәрзиә апайым күршенән етәкләп кенә килен итеп алып ҡайтҡан. Бирнәгә бер бөртөк кенә сынаяҡ алып сыҡҡан. Шул бына ике күрше араһында ҡапҡа аша сыҡҡанда төшөп ватылған. Ағай һуғышҡа китеп юғалған, ә еңгәнең ҡарынында балаһы ҡалған. Ул ғүмере буйы өләсәйем менән йәшәне. Һөйөү ҙә, наҙ ҙа күрмәгән ошо ҡатындың донъяға асыуы юҡ ине. Йылмайып, көлөп йөрөр ине. Шәп итеп, алға ынтылып атлай торғайны, матди яҡтан ауыр ғына йәшәнеләр, әммә кешегә ярҙамсыл булды. Уның күңелендәге эске яҡтылығын “Башҡортостан ҡыҙы”нда эшләгәндә “Өс йомғаҡ май” тигән мөхәррир һүҙемдә яҙҙым. Булған зиннәтле ризығын – ҡояштай майҙы өс йомғаҡ итеп ҡуйҙы өҫтәленә. Әллә нимәһен бирер ине, йөрәген сығарып һалыр ине. Мин шунан да оло йомартлыҡты, шунан да ихлас ҡунаҡсыллыҡты белмәйем. Ошондай кешеләр араһында беҙ үҫкәнбеҙ икән, тап улар башҡорттоң әҙәбе булғандыр.
– Ирекһеҙҙән:
Һәр бер шаҡыуға ул ишек аса,
Аса төнөн, аса көндөҙөн.
Сәйен яһай, балын, майын ҡуя
Һәм һорамай кемдең кемлеген.

Уйламай ҙа быны изгелек тип,
Борондарҙан килә был ғәҙәт.
Бөйөклөгө менән һоҡландыра
Ихласлыҡтан тыуған шул әҙәп.

Табынам тик ошо яҡшылыҡҡа,
Ниндәй ябай уның үлсәме.
Ҡунаҡ ҡына түгел, дошманға ла
Һөйөү аша һөйөү күскәне...
ошо шиғырығыҙ иҫкә төштө йәнә...
– Халҡыбыҙҙың асылына тәрән ғашиҡ булып, яратып яҙғайным был шиғырҙы. Бәлки, әйтеп тә бөтөрә алмағанмындыр. Ризығын ҡуя, ҡунаҡ күреп ҡабул итә, донъяға яҡшылыҡ менән баға.
– Ҡандан килгән зыялылыҡ, үҙ баһаңды белеү ҙә был. Халҡыбыҙҙың ошо сифатынан мин ҡайһы саҡ түгелеп илайым... сөнки башҡа бер ерҙә лә юҡ ул ундай күренеш...
– Эйе, эйе, тап ана шул хаҡта һөйләйем мин. Кешеләр уңайһыҙ хәлгә ҡалмаһын өсөн этикет бар ителгән, дөйөм бер әҙәп һәм үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре. Беҙҙең халыҡта ул шулай уҡ булған, быуындан-быуынға таралған. Был сифат үҙенең тәбиғилеге менән хатта юғарыраҡ та торалыр.
Тағы бер матур күренеш: күстәнәс биреү. Өйҙә ҡалғандарҙы ла хәстәрләүсе был йола. Уйлап ҡараһаң, ҡунаҡтан берәү ҙә мәхрүм ҡалмай килеп сыға: барған кешеләр ҙә, бармағандар ҙа, хужалар ҙа. Донъя түңәрәк.
Беҙҙең яҡта тағы ла сит ауылдан йә ҡаланан килеүселәрҙе оҙатҡас, ҡунаҡ һарҡындыһы тип саҡырып алалар. Ҡунаҡ күрһәтеү йолаһы ла күркәм.
“Өмет” гәзитендә бер хикәйә ба­ҫылғайны, исемен дә хәтерләмәйем, әммә унда “Ул ваҡытта беҙҙең ауылда һүгенә белмәй, араҡы эсмәй торған ир-егеттәр бар ине...” тигән юлдар иҫтә ҡалған. Бында, бәлки, мосолмандарға хас булған мөхит хаҡында һүҙ барғандыр, әммә ана шундай һүгенә, ирешә белмәй торған ауылда үҫтем. Халыҡтың боронғо әҙәбе, дин менән генә бәйле булмаған иманын күреп үҫтем. Юҡтан ғына шаяртып, бер-береһенең күңелен табып йәшәгән улар. Ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов беҙҙең ауылдың кейәүе бит инде. Ул, Габрово ҡайҙа тиҙәр, Хәйбулла бит, тип яҙғаны ла булды. Аҡъюл менән Аҡнаҙар ауылдарының бер-береһе менән шаяртыуын атай торғайны. Аҡнаҙарҙар килеп, аҡъюлдарҙың талын кәртәләп китә лә, иҫерек аҡъюлдар кәбән кәртәләйем тип, талды кәртәләгән, тип һөйләп сығаралар. Ҡыҙыҡ нәмәләр күп була торғайны. Элек бит инде янып йәшәргә кәрәк, тигән лозунг кеүек һүҙҙәр ҙә йыш ҡабатланған. Берәү кырандаста китеп бара икән, ә тәмәкеһенән бесәненә ут сығып, төтәп бара икән. Ғәлимйән, янып китеп бараһың, тигәс, “Йәш ваҡытта янып йәшәргә кәрәк!” – ти икән был. Ошоно әйткән әбейҙәр ҙә сәбәләнмәй тыныс ҡына ҡарап ултырып ҡалған. Баяғы Ғәлимйән салбары яна башлағас ҡына күреп, кырандасы менән бергә Һаҡмарға барып сумған, тип һөйләп көләләр ине.
– Бала сағығыҙ хаҡында айырым бер һоҡланыу тойғоһо йәшәй һеҙҙә. Быны мәҡәләләрегеҙҙә лә уҡығаным бар...
– Эйе, уны һөйләй китһәң, әллә күпме том яҙып булыр ине хатта. Өләсәйем бик егәрле булған, колхоздың һарығын да көткән ул. Баяғы Сәриғә еңгәм уның менән йәшәгән. Шул еңгәмә арналған шиғырым:
Гөл-сәскәләй генә көйө
Тол булып ҡалған еңгәм,
Һинең дә һөйөүең менән
Илем дошманды еңгән.

Төштәй ҡыҫҡа бәхетеңде
Ай күргән, ҡояш алған.
Күпме башҡорт егеттәре
Европала баш һалған.

Китеп барҙың был донъянан,
Яҙ һинһеҙ килде, еңгәм.
Байрам еңеү байраҡтарын
Һинең өсөн дә элгән...
Улар бит илде күтәргән. Бына ошо еңгәм өләсәйемде ҡараны, үҙ әсәһеләй күрҙе. Ныҡ ҡына олоғайғас, өләсәйем һуҡырайҙы. Ер еләгенең бешкән сағы. Әсәйем: “Бар, өләсәйеңә еләк алып бар”, – тине. Ашатҡыһы килгәндер инде. Ә минең еләкте ҡулына тотторорға ҡыйыулығым етмәне. Өҫтәлдә ҡалдырып, сығып йүгерҙем. Шул уйһыҙ бәғерһеҙлегем әле лә йөрәгемде өтә. Аралашыуға мохтаж булып, һыуһап ултырғандыр, бәлки.
Халыҡтың әҙәбе хаҡында тағы бер деталь: магазин бәләкәй генә, тауар һаҡлар урын да юҡ. Ҡайһы мәл күп нәмә төнгөлөккә тышта ултырып ҡала. Берәү теймәй! Хәҙер беҙ Сәғүд Ғәрәбстанында шулай икән тип һоҡланабыҙ, ә бит үҙебеҙҙең ауылдар элек шулай йәшәне. Өйҙө лә бикләмәйҙәр ине бит. Кешенең әйберенә тейеү булманы.
Хәҙер беҙ закондар менән ҡурсаларға тырышабыҙ ул бөтәһен дә, ә элек бит ха­лыҡ закондарға таянып йәшәмәгән. Уларға бер һүҙ еткән: “Кешенән оят!” Иң ҙур хөкөм ошо! Кеше нимә тип әйтә, ошо һүҙ менән бөтә донъя көйләнде. Белмәйем, урыҫ ауылдарында ла, бәлки, шулай булғандыр, әммә башҡорт ауылдарында халыҡ борондан килгән әҙәбенә, әхлағына, йолаһына таянып йәшәне. Кешенең бер-береһенә булған ихтирамы һаҡланды. Тимәк, үҙҙәренә ихтирамлы булғандар.
Башҡорт ырыу-ара, нәҫел-ара мөнәсәбәттәре хаҡында “Башҡортостан ҡыҙы”нда ла мәҡәләләр бирергә тырыштым мин. Мәҫәлән, беҙҙә “еңгәй”, “еҙнәй”, “бикәс”, “ҡәйнеш” кеүек изге төшөнсәләр бар. Бикәстәр менән бер аҙ шаяртыбыраҡ һөйләшәләр бит инде. Атай-әсәй алдында тартынған нәмәне еңгәйҙәрҙән тартынмайһың. Ҡайнағалар янында ипле тораһың, ә ҡәйнештәр шаяртып, ҡаҡшатып бөтә торғайны бит инде.
Әле Аҡъюлда Зәйтүнә еңгәй йәшәй. Һыу юлы башлаған булғайным уға, бала ғынамын, март айы ине, йүнләп атлай ҙа алмайым, артымдан йылмайып ҡына ҡарап килгәне һаман хәтеремдә.
Минең еңгәйҙәремә булған яраты­уымдың сиге булмаған ул. Беҙҙең Аҡъюлға һылыу-һылыу еңгәйҙәр килен булып төштө. Үҙем ҡап-ҡара булғас, аҡ йөҙлө һылыу еңгәйҙәремә иҫем китеп һоҡланып, хәлем бөтә торғайны. Уларҙан бүләктәр алып ҡайтаһың. Ситтән төшкән кешене үҙ итеп күреп, туғанлашып китеү йолаһы шул тиклем матур беҙҙең халыҡта. Зәй­түнә еңгәй: “Йәш саҡта беҙ бала­ларыбыҙҙы күрмәнек тә, уларҙы бейемдәр ҡараны, эшкә, ҡунаҡҡа йөрөнөк”, – ти бит инде. Ҡәйнәнең киленен йомшап, үҙ-ара мөнәсәбәттәр көйләп йәшәү өлгөһө булған ул ауылдар. Шунан, минең хәтерләүемсә, бейемдәр һәр саҡ килендәре яҡлы була торғайны. Бына ни ғиллә! Бәләкәй генә бер дәүләт ҡоролошо!
– Һеҙҙеңсә, әле бармы беҙҙең шундай заттарыбыҙ?
– Бар, әлбиттә. Әле депутат булараҡ та, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләгәндә лә уҡыусылар менән осра­шырға ярата торғайным. Улар миңә күңел байрамдары булып иҫтә ҡалған. “Баш­ҡортостан ҡыҙы” менән осрашыуға Баймаҡ, Учалы, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында ойоҡбаш, ултырғыс япмалары бәйләп алып киләләр, таҫтамал сигеп бүләк итәләр. Шәл япҡан ваҡыттары ла булды. Уны бит мин һорамайым, уларға бит берәү ҙә әйтеп ҡуймай. Ошо журнал өсөн, ошо баҫма алып килгән бәләкәй генә мәғлүмәт, байрам өсөн рәхмәтме ул?!. Журналды яҙмышының бер өлөшө итеп күреүме ул?!. Был бит шундай юғары рух хаҡында һөйләй. “Башҡортостан ҡыҙы”ның бер вәкиле булған өсөн генә лә һин шундай абруйлыһың. Был мин шәп кеше, шәп шағирә булған өсөн түгел, шул баҫманан килгән өсөн халыҡтың һөйөүенә лайыҡһың кеүек итеп тоталар. Бына ошондай юғарылығыбыҙҙы һаҡларға ине ул.
Әле лә халыҡ менән осрашыуға әсәйемдәргә, өләсәйемдәргә, уларҙың шундай уҡ дауамдарына ҡараған кеүек барам. Бер изгелек, яҡшылыҡ алдына сыҡҡан кеүек сығам. Беҙҙең кешеләрҙә ул яҡтылыҡ бар. Был ысынында ла шулай.
Баймаҡта беҙ Әҙәбиәт йылында Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина менән шиғыр бәйгеһе үткәрҙек. Шунда 40-тан ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Ниндәй генә һөнәр эйәләре булманы араларында. Халыҡтың ижади ҡеүәте шул тиклем ҙур! Улар доға белмәгән хәлдә лә шиғыр уҡый. Үҙе тыуҙырған ижадын да ул изге итеп ҡабул ҡыла.
– Һеҙгә кемдең шиғриәте шулай яҡын булғаны бар?
– Бер исемде генә атап китәм: ул – Марина Цветаева. Уның шиғырҙары менән йәшәнем мин бер осор. Эйе, ул ҡатмарлы яҙмышлы, хатта ауыр яҙмышлы тип тә әйтеп була. Әммә шиғырҙары уның доға кеүек. Яҙмалары йөрәгенең өлөшө булып килеп сыҡҡан.
– Матур әҙәбиәттә был хаҡта һөйләү ҡатмарлымы?
– Юҡтыр тип уйлайым. Мәҫәлән, мин ҡатмарлы итеп яҙырға, әйтергә теләмәйем шиғырҙарымда, махсус рәүештә эшләнмәй ул, был минең фекерләүемдең үҙенсәлеге.
– Әҙәбиәттәге шағирәләр араһын­дағы үҙенсәлекле йылы мөнәсәбәт хаҡында ла ишетке килә һеҙҙән. Форсаттан файҙаланайым әле: Йомабикә апай, әгәр әйтергә яраһа, һеҙгә рәхмәтемде йөрөтәм күңел эсемдә. Миңә иң тәү: “Һин шундай яҡты шағирә, Лариса!”– тип әйткән шағирә һеҙ булдығыҙ. Ошо һүҙ мине бик ҡанатландырғанын хәтерләйем...
– Үҙеңә рәхмәт хәтерләгәнең өсөн. Ә мин, үҙ сиратымда, Таңһылыу апай Ҡарамышеваға бик рәхмәтлемен. Уның һымаҡ мине талант тип ҡабул итеп, күреп, “Йәшлек”тә, “Шоңҡар”ҙа гел яҙып, телевидениеға барғас, тапшырыуҙар эшләгән кеше булманы. Алмашына бер нимә лә талап итмәй йылы мөнәсәбәт күрһәтеүенә таң ҡалам. Беҙҙең быуынды күтәргән кеше Таңһылыу апай булды.
– Шағирә, депутат Йомабикә Ильясова бер кеше эсендә нисегерәк һыйышып йәшәй?
– Нисек итеп әйтәйем икән? “Баш­ҡортостан ҡыҙы”нда баш мөхәррир саҡта депутат булып киттем бит инде. Сәйәсәткә килеүем тап ошо журнал аша барҙы. Ә инде баш мөхәррирлек ул яҙмыш булған­дыр, күрәһең. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юны­сованың, даими эшләгән депутат булып киткәс, коллективтың да үтенесе менән мине тәғәйенләнеләр. Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы президиумы ағзаһы итеп һайланылар. Һәм... ҡатындар килә башланы. Төрлө үтенестәр менән. Уларға ярҙам итер өсөн закондарын да белергә кәрәк. Президиумда йөрөгәс, халыҡ алдына сығып һүҙ ҙә әйтеү зарур. Ошо рәүешле йәмәғәтселек донъяһына килеп керҙем һәм халыҡ оло ышаныс күрһәтте: дүртенсе саҡырылыш депутаты булып һай­ландым, 2013 йылда бишенсе саҡы­рылышҡа үттем. Тәүҙә минең депутат­лығым бер тулҡында журналист Йомабикә Ильясова эшендә сағылды. Журналистар ҙа бит йәмғиәткә хеҙмәт итә.
Шиғриәт, әҙәбиәт – ул икенсе донъя. Журналист ул көнүҙәк темаларҙа ҡайнай. Беҙ йәш саҡта, мәҫәлән, матбуғатта мәҡәлә сыҡҡандан һуң кешеләрҙе эштән алыу осраҡтары ла булды. Матбуғаттың абруйы ҙур ине. Мин баш мөхәррир булып эш башлағанда ла ул мөнәсәбәт һаҡлана ине әле. “Башҡортостан ҡыҙы”ның баш мөхәррире булған Йомабикә Ильясова ныҡлы һуҡмаҡтан атлайҙыр, ә шағирә Йомабикә Ильясова барыбер аҙ ғына арттаныраҡ, ситтәнерәк иламһырап килә төҫлө, хәлдәрҙе тәрәнерәк тә аңлап ҡуя. Депутат ситуацияларҙан кемгә, ҡайҙа ярҙам итергә булғанын аңлай, шағирә бөтөнләй бөтәһен ташлап, ижадҡа ғына сумырға теләй. Һыу буйында ғына баҫып торғоһо, мөйөшкә генә һырылып ултырғыһы килә. Ҡайһы ваҡыт ул үҙенә йәшенер күләгә лә таба алмай, күләгәгә генә булһа ла йәшенгеһе килә, сөнки ша­ғирәлек тәбиғилегенән килә. Ә һайлау­сылар, дәүләт, йәмәғәтселек – барыһы ла йәмғиәт ҡоролошоноң өлөшө. Ул тыуҙырылған, закон менән нығытылған ҡанундар, мөнәсәбәттәр, эшмәкәрлек.
– Халыҡ депутатҡа ни тиклем йыш мөрәжәғәт итә?
– Халыҡ килә. Бигерәк тә Хәйбуллала инде. Депутат булған дәүләт программалары сиктәрендә, закондарға таянып ҡына ярҙам итә ала. Мәҫәлән, кемдер фатир һорап килде икән, унан алда торғандарҙы аша атлап китеп булмай бит. Шунан Аллаға килгән кеүек килгәйнек, тип илап сығып китәләр, ныҡ ҡыйын була миңә ул саҡтарҙа. Айырыуса мохтаждарға фонд булдырыу хаҡында уйлайым. Һәр кешегә депутат үҙ кеҫәһенән ярҙам итә алмай бит. Бөгөн бағыусыларҙы ла күпләп табып булмай.
Бына бер ҡатын килде. Әсәһенең ҡайҙа икәнлеген дә белмәй. Ике айлыҡ ҡына сағында уны өләсәһенә ҡалдырып киткәндәр. Тереме, үлеме икәнен дә белмәй. Атаһы икенсе ғаиләһе менән йәшәп ята. Бының етем икәнен раҫларлыҡ бер ниндәй документ юҡ, ваҡытында ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәгәндәр.
Бөгөн ул ҡатынға 23 йәш. Ул кейәүгә сыҡҡан. Ире үлеп киткән. Өләсәһе лә мәрхүм булып ҡалған. Киләһе йыл 1-се класҡа бара торған ҡыҙы менән тороп ҡалған. Өйөнөң түбәһенән һыу аға, ә үҙенең һуңғы стадиялағы яман шеш... Беҙ уға етемдәр рәтенән фатир бирә алмайбыҙ, сөнки документтары юҡ. Ә бит атаһы иҫән, әсәһен белмәйҙәр. Ул социаль етем булып сыға. Мин уға нисек тә ярҙам итеү юлын табырмын. Атай-әсәй балаһын ҡарамағандан беҙҙә социаль етемдәр барлыҡҡа килде, хәҙер хатта тотош урамдар барлыҡҡа килә уларға бирелгән фатирҙарҙан. Баланы бит кеше иң тәүҙә үҙе өсөн таба, ә дәүләт өсөн түгел. Бында беҙгә әхлаҡи кимәл хаҡында ла оҙаҡ һөйләшергә була...
Шағирә бөтәһен дә йәлләй, аңлай, әммә депутаттың ҡулында закондар, шуға бөтәһенә лә һәр саҡ ярҙам итеп тә булмай. Депутаттың сик-самалары бар, ул үҙ исеменән генә түгел, ә һөйләгән һүҙе, эшләгәне өсөн дә яуаплылыҡ алған һайлаусылар, республика етәкселеге алдында. Быға шағирә Йомабикә Ильясова ла күҙ йомоп ҡарай алмай. Әммә шағирә ошо заманға ярашлы закондарҙы файҙаланып халыҡҡа ярҙам итә алғанына, уға шундай мөмкинлек бирелгәненә шатлана. Тыуған яғым Йәнтештә мәктәптә ике синыфты ябылыуҙан һаҡлап алып ҡалып булды. Ейәнсура районының Таҙлар ауылына барҙыҡ. Мәҙәниәт йортона матди-техник базаны нығытыуға былтыр аҡса бүленгәйне, әммә быйыл түбәнән һыу аға. Мәсьәләне хәл итергә тура килде. Ғәлиәхмәт ауылында тотош клубты ремонтлауға ла ваҡыт һәм көс сарыф ителде. Мин ярҙам күрһәткән мәҙәниәт йорттары, китапханалар, мәктәптәр байтаҡ йыйыла ул, һанап китһәң. Әлбиттә, хөкүмәт, урындағы үҙидаралыҡ органдары теләктәшлек белдермәһә, бер ни ҡыйратып булмай.
– Башҡорт теле хаҡында ла һөйләшкем килә һеҙҙең менән.
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарына ярҙам итергә кәрәк. Йыһазландырыу менән. Яңыраҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән осрашып ҡайттым, шунда яңынан телде төп йөрөтөүселәргә иғтибар бүлергә тейешбеҙ, тип инанып ҡайттым. Телде ғаиләлә өйрәтеү мөһим тип баралар бит инде хәҙер. Эйе, уныһы ла мөһим. Дәүләт теле булараҡ та һаҡларға тейешбеҙ, ләкин телдең юғары кимәлен йөрөтөүселәр яҙыусылар, ошо телдең мөхитендә үҫеүселәр икәнен дә оноторға ярамай. Йәнә лә башҡортса уҡытыуҙы башланғыс кластарға ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Урта кластарҙа ла кәрәк ул. Математика, физика кеүек теүәл фәндәрҙән ҡурҡалар икән, география, биологияны бала башҡортса уҡырға тейеш бит. Ағас атамаһын туған телендә белеү кәрәк тә инде. Бала туған телен белмәһә, улар араһынан ижади шәхестәр сыҡмауы ихтимал бит. Ә бит шиғырға шул уҡ математика, химия, физика ла килеп инә. Шиғыр бит ул – аң, зиһен, күңелдең уҡмашҡан һәм көтөлмәгән хәрәкәте һүҙ рәүешендә килеп сығыуы. Яҙыусы, шағир әллә ниндәй закондарҙан, деклара­цияларҙан да нығыраҡ һаҡлай телде. Башҡорт теле уҡытыусылары көтөп тора осрашыуҙарҙы. Халыҡ яҙыусыларҙы ихтирам итә, килһендәр тип торалар. Йышыраҡ сығырға кәрәк төбәктәргә.
Яңы йылдан һуң “Йәншишмә”, “Аманат” баҫмалары менән берлектә балалар араһында ижади әҫәрҙәргә конкурстар үткәрергә ниәтләп торам. Бүләктәрен үҙем хәстәрләйем. Һәр кемгә тел буйынса үҙ өлөшөн индереп эшләргә кәрәк. Бөгөн дәреслектәр ниндәй кимәлдә? Бына ошоно ла хәстәрләргә кәрәк. Балаларҙы өлкән кластарға еткәнсе туған телдә уҡытыу зарур. Был бик мөһим, сөнки ул баланың рухи көсө лә ныҡ була. Асыштар туған телдә белем алған балалар аңында яһала. Һәр ағас үҙ туған тупрағында нығына. Закондар беҙгә бөтә мөмкинлектәр бирә телде өйрәнеү өсөн. Белем биреүҙең сифаты ниндәй телдә уҡытыуға һис бәйле түгел. Уҡытыусының белем кимәле, таланты билдәләй уны.
Республикабыҙ телевидениеһында барған “Әйтер һүҙем бар”, “Йөрәк һүҙе” проекттары башҡорт шиғриәтен, һүҙ сәнғәтен ана нисек юғары күтәрҙе!
– Ғаиләлә, ҡатын кеше булараҡ, һеҙ ниндәй? Ошо шиғыр нимә хаҡында ул:
Мин һыу төҫлө һинең янда,
Һин – сынаяҡ,
Һыям, һыям, булмағанды
Ысын яһап.
Һин – яр ҡай саҡ, мин дә ағам,
Булып инеш,
Икәүбеҙ ҙә ҡалған саҡта
Ихлас килеш...
– Шағирәлек – ул айырым бер халәт. Эш һинең ниндәй кимәлдә яҙыуыңда ла түгел, нисек булһа ла һин шағирәһең һәм кеше булараҡ, был һинең өлөшөң, тәбиғи сифатың. Шағирә ҡатын менән йәшәүе уңай­лымы, уңайһыҙмы, әйтеүе ҡыйын. Ләкин нисек кенә булғанда ла, барыбер көндәлек тормошоңда сағыла. Минең Фә­нилгә рәхмәтем шул – шағирәне һай­лауына. Егеттәр барыбер шағирә­лек­тән ҡурҡа ине, дөрөҫөн генә әйткәндә. Хатта был хаҡта бер шиғырым да бар ине:
Ҡурҡтың моңдан, ҡурҡтың шиғырҙан,
Шиғыр менән моңдо ташлап киттең.
Хискә ярлы, һоро бер күңелде
Ғүмерлеккә дуҫың, ишең иттең...
тип яҙып ҡуйған булғанмын.
Ҡыҙым Таңсулпан атаһын нығыраҡ аңлай, улар оҡшаш. Ул әйткәс, уйланам да, Фәнилде күп осраҡта дөрөҫ аңла­мауыма төшөнәм. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ғаилә бурыстарын алып барҙым, мин хатта артыҡ ныҡ тырыштым.
Эйе, бәлки, шағирә менән еңел дә түгелдер ул, сөнки бөтә кисерештәреңде шиғырға һалып яҙаһың, матбуғатҡа баҫтыраһың, бахыр ир һиңә нисек түҙеп йәшәй әле ул (көлә – авт.) Лирик герой тигән төшөнсәне аңлап етмәгән кешеләр ҙә бар. Һәр саҡ үҙеңде генә лә яҙып ултырмайһың бит.
– Шағирәнең иң төп бурысы нимә икән ул донъяла? Дөйөм стандарт яуаптар ҙа бар. Ә бына шәхсән һеҙҙең өсөн?
– Эйе, мин башҡалар өсөн бер нимә лә әйтә алмайым. Әлбиттә, талант кимәле төрлөсә була. Әгәр был асыл һинең булмышыңдан килә икән, бәлки, был донъяла төп бурысың да шағирәлегеңдер. Яҙмаған ваҡытта ла ул һинең эсеңдә йөрөй. Марина Цветаева, станок янына баҫҡан кеүек, көн дә яҙыу өҫтәле артына ултырҙым, тип яҙа. Мин улай эшләй алманым, әммә нимә бар, шул бар. Мин журналистикала ла яратып эшләнем. “Башҡортостан” гәзитендә лә янып йәшәнем. Бөтә тормош һинең янда ҡайнай кеүек тойолдо. Күп яҙыусылар яҙыуға бәйле булғас, журналистиканы һайлай, ләкин әҙәбиәт һәм журналистика икеһе ике нәмә. Дөйөм ҡараштар яҙыла матбуғатта, ә ижад ул донъяға тап үҙенсәлекле ҡараш булыуы менән айырылып тора. Шиғриәт минең өсөн һәр ваҡыт үгәй бала кеүек булды, әле лә үҙенән иғтибарҙы сабыр ғына көтә.
Йәшлегем шиғырҙары ла примитив булмаған икән, тип уйлайым хәҙер. Улар – шул мәл, шул осор сағылышы:
Мин инде хәҙер оломон,
Иламам юҡҡа-барға.
Оҡшатмаҫ инең барыбер
Менеп баҫһам да айға.

Ниндәй серҙер был мөхәббәт?
Ни өсөн яраталар?
Бул һин матур, өҫтөнөрәк,
Башҡа тип йән аталар.

Мин инде хәҙер оломон,
Иламам юҡҡа-барға.
Күрерһең, бер онотормон,
Менеп баҫһаң да айға, –
тип яҙғанмын 19 йәштә.
Шиғриәт ул – минең камил, миңә ышыҡ булған бер донъя. Унда һин үҙең алиһә, кем булаһың ул мәлдә, шул булаһың. Нимә теләйһең, шуны әйтәһең. Ул донъяңа һин кемде, нисек теләйһең, шулай индерәһең. Һәр шағирға донъя үҙенсә яңынан ярала. Һәр ижадсыны халҡы тыуҙыра, туған тупрағының ете ҡаты аша тыуа ул.
– Нимә ул көс?
– Көс ул ҡаты бәғерле булыуҙа ла, башҡаларҙы үҙең теләгәнсә файҙаланыуҙа ла түгел. Көс – ул кешеләрҙе аңлай белеүҙә, хатта һиңә ҡаршы кешеләрҙе лә ғәфү итә белеүҙә. Иң ҙур көс – ул миһырбан. Үҙеңдең хаталарыңды аңлай башлаған мәлдә үк Аллаһ Тәғәлә һиңә юлдарыңды асып ебәрә.
Көс ярата белеүҙә, башҡаларҙы яратып, һин үҫешкә юл асаһың. Был айырым кешеләргә генә түгел, милләттәргә лә, телдәргә лә ҡағыла. Урыҫ теле башҡорт мәҙәниәтенә лә юл аса, беҙ быны беләбеҙ. Башҡорт теле аша башҡа мәҙәниәттәр күрһәтелә, шуға үҙ-ара яҡты мөнәсәбәттәр менән дә беҙ көслөбөҙ. Әҙәбиәт, сәнғәт ҙур туғанлыҡ тыуҙыра. Үҙебеҙҙең мәҙә­ниәтте башҡалар күргәндә ғорурлыҡ уяна. Матурлыҡ та бит ул һинең үҙеңдеке генә түгел.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780