Ҡайҙа ғына булмаһын, Шәйехзада ижад өсөн янып, ғилемгә ынтылып, мәғрифәткә табынып йәшәй. Уның зиһен даирәһе, күңел офоҡтары һәр саҡ ғәйәт киң, маҡсат-идеалдары ғәйәт юғары. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Бабич ниндәй шәхестәр менән яҡындан аралашып ҡала! Зәки Вәлиди, Ғәлимйән Ибраһимов, Дәрдмәнд, Мәжит Ғафури, Риза Фәхретдинов, Мөхәмәтша Буранғолов, Абдулҡадир Инан, Хәбибулла Ғәбитов, Зыя Камали, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Бағбостан, үзбәк шағиры Сулпан, ҡаҙаҡ әҙибе Мөхтәр Әүәзов, Муса Мортазин, Әмир Ҡарамышев, Шәриф Манатов, Юныс Бикбов — Шәйехзада Бабичҡа тормош юлында бына ниндәй кешеләр менән бергә булырға, уларҙың күңел яҡтылығын күтәрергә, үҙенең шиғри нурын улар менән бүлешергә тура килә! Ошо миҫал үҙе үк шағирҙың ниндәй бай рухи мөхиттә, көсөргәнешле етеҙ ритмлы тормошта, замандың әллә күпме яҡтарын үҙ зиһене аша үткәреп йәшәүен бик асыҡ күрһәтә.
Бабичтың ижад үҫеше шул осорҙағы ижтимағи хәрәкәт менән тығыҙ бәйләнештә барҙы, һәм шағир биографияһында башҡорт милләтенең рухи биографияһы үҙенсә сағылды. Бабичтың һәр аҙымы тиерлек халыҡ яҙмышындағы мөһим үҙгәрештәргә тамырланды. “Халҡым өсөн” тигән ҡанатлы һүҙҙәр уның өсөн ҡоро декларация булып ҡына ҡалманы, был принцип әҫәрҙән-әҫәргә асыҡлана, тормошсан йөкмәтке менән тулылана һәм байый барҙы. Был эволюция юлында халыҡ төшөнсәһе лә, ижадтың халыҡсанлыҡ сифаты ла артабан конкретлашты, уның социаль ерлеге, милли йөҙө йылдан-йыл асығыраҡ күҙ алдына баҫты.
“Ғәлиә”не 1916 йылда тамамлап сыҡҡандан һуң Шәйехзада Бабич Троицкиҙа бер уҡыу йылы мөғәллимлек итте. Февраль революцияһын ул ошонда ҡаршыланы, батша тәхете ҡолатылыуын, иҙелгән милләттәргә азатлыҡ килеүен тәбрикләп шиғырҙар яҙҙы, “Хөр милләт” исемле гәзит сығарҙы, демонстрацияларҙа ҡатнашты.
1917 йылдың авгусында “Ҡармаҡ” журналының саҡырыуы буйынса Бабич Ырымбурға килде. Башҡорт тарихындағы бик күп ҡатмарлы ваҡиғаларға шаһит булған был ҡала Бабич килгән осорҙа үҙенең әҙәби һәм мәҙәни көстәре менән дә башҡорт һәм татар мөхитендә Өфө, Ҡазан кеүек танылған үҙәктәрҙең береһе ине. Бында Бабичты иң ныҡ тартҡаны “Ҡармаҡ” журналы булһа ла, унда шағирға оҙаҡ эшләргә тура килмәне. Яңы тарихи ваҡиғалар бәрелешендә уның яҙмышы икенсе йүнәлешкә боролдо.
Батша тәхете ҡолатылыу менән Рәсәйҙә милли хәрәкәт айырыуса көсәйеп китте. Был осорҙа башҡорттар араһында ла ер һәм милли азатлыҡ өсөн көрәш киң йәйелде һәм Башҡортостан Рәсәйҙә милли көрәштең иң ныҡ ҡыҙған урындарының береһенә, Зәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте илдәге был ҡуҙғалыштарҙың иң ныҡ ойошҡан, авангардта барған көстәрҙең береһенә әйләнде. Башҡорт халҡы үҙенең быуаттар буйына яҡлап килгән изге талаптарын ҡулына ҡорал тотоп яуларға әҙер ине.
Башҡорт милли-азатлыҡ көрәше 1917 йылда айырыуса ҡатмарлы шарттарҙа башланып китте. Баштан уҡ был хәрәкәт татар буржуаз шовинистарының ҡаршылығына осраны. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә йыйылған Бөтә Рәсәй мосолмандарының съезы ҡарарҙарында татар буржуазияһының башҡорт халҡын да үҙ ҡулына алырға тырышыуы асыҡ сағылды. Ләкин “Мосолман берлеге” лозунгыһын алға һөргән бындай ынтылыштың ерлекһеҙ булыуын артабанғы тарихи ваҡиғалар яҡшы күрһәтте. Өфөләге, Мәскәүҙәге мосолман съездарында башҡорт милли хәрәкәте вәкилдәре үҙҙәренең айырым фракцияһына тупландылар. Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй мосолмандарының беренсе съезында татар буржуаз милләтселәре менән килешә алмайынса, башҡорт делегаттары (делегацияла бөтәһе 60 кеше ине) йыйынды ташлап китте һәм үҙҙәренең “Башҡорт бюро”һын төҙөнө. Был бюро программа төҙөүгә һәм съезд йыйыуға әҙерлек башланы.
1917 йылдың икенсе яртыһында был хәрәкәт тағы ла киңерәк таралғайны. 20 — 27 июлдә Ырымбурҙа, 25 — 30 августа Өфөлә беренсе һәм икенсе башҡорт съездары булып уҙҙы. Унда даими орган Башҡорт Шураһы ойошторолдо. Тиҙҙән Шураның “Башҡорт” исемле гәзите сыға башланы.
Барлыҡ Башҡортостанды төньяҡта ғәйнә башҡорттарынан алып көньяҡҡа Туҡсоран яҡтарына тиклем, көнсығышта ялан ҡатайҙарынан алып көнбайышта Һамар далаларына тиклем киң араларҙы иңләгән был милли-азатлыҡ хәрәкәтенең үҙәге Ырымбурҙа тупланды. Был ҡалала ноябрь урталарында Каруанһарай яңынан ҡайтарып алынды. Башҡортостан мөстәҡиллеге иғлан ителде, мәркәз Шураның фармандары халыҡҡа таратылды, башҡорт армияһы төҙөү буйынса эш башланды, 8 — 20 декабрҙә өсөнсө башҡорт ҡоролтайы ҙур күтәренкелек менән үтте. Бабич был тарихи ваҡиғаларҙың үҙәгендә булды, Башҡорт мәркәз Шураһының сәркәтибе, “Башҡорт” гәзитен ойоштороусыларҙың береһе булараҡ яуаплы һәм тынғыһыҙ эштәр башҡарҙы. 1917 йылда Шәйехзада Бабич Ырымбурҙа башҡорт йәштәренең “Тулҡын” ойошмаһын төҙөүгә күп көс һалды, 18 декабрҙә ул рәсми рәүештә иғлан ителде. Бабич ҡулы менән яҙылған декларацияла ойошманың башҡарма ағзалары йәштәргә “Йәшәтегеҙ “Тулҡын”ды һәм тулҡынландырығыҙ башҡорт донъяһын!” тигән саҡырыу менән өндәште. Был ойошма хәҙерге башҡорт телендә китаптар сығарыу юлында мөһим аҙымдар яһаны. Шәйехзада Бабичтың “Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” исемле тәүге йыйынтығы бына шундай эшмәкәрлектең һөҙөмтәһендә “Тулҡын” нәшриәтендә донъя күрҙе.
Китапҡа 1917 йылдың көҙөнән алып 1918 йылдың көҙөнә тиклем яҙылған шиғырҙарҙың күпселеге ингәйне, ҡайһы бер элеккерәктәре лә урын алғайны (“Утрау”, “Ҡан шәүләләре”). Егерме ике шиғырҙан торған был баҫма шағирҙың үҙе иҫән саҡта сыҡҡан тәүге һәм һуңғы китабы булды.
Шағирҙың халыҡсанлығы, уның тәбиғи һәләте кеүек үк, әсә һөтө, атай-олатайҙар рухы менән бирелһә лә, ул үҙгәрмәҫ сифат түгел, тормош ағышында төрлө ҡаршылыҡтар аша тулылана, көсәйә йәки, киреһенсә, һәләкәткә дусар була.
Бабичҡа үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә байтаҡ эҙләнеүҙәр һәм һынауҙар юлы үтергә, ҡаршылыҡтарҙы еңергә тура килде. Әммә башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыу уның өсөн иң ҙур һынау булды, һәм был һынауҙа шағир бер генә мәлгә лә һынатманы.
Күпме йәһәннәмдәр аша үткән башҡорт ғәскәрҙәре 1919 йылдың 18 февралендә ҡыҙылдар яғына сыҡты. Ошо ваҡытта Бабич “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап” тигән оҙон шиғри өндәмәһен яҙҙы. Әҫәр листовка рәүешендә баҫылып, ғәскәрҙәргә, ауылдарға таратылды. Был хитап, шул осорҙағы сәйәси хәлдәрҙе аңлатыу менән бергә, башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең борондан килгән тамырҙарын барлау һәм милләттең бөгөнгө көрәш дәртен данлау яғынан да (“Юҡ, һатманы башҡорт иҫке исемен, атылып килеп сыҡты майҙанға!”) бик әһәмиәтле. Уйлап ҡараһаң, Бабичтың барлыҡ ижады – туған халҡына яҙылған моңло китап ул.
Башҡорт республикаһы Ваҡытлы хәрби-революцион Комитетының 1919 йыл 25 февраль бойороғо менән Бабич Башревкомдың башҡорт матбуғатына эшкә тәғәйенләнгәйне. Ләкин шағирға был эштә оҙаҡ эшләргә насип булманы. Фронттың бер яғынан икенсе яғына сығып ҡына яугирҙәр тыныс тормош таба алманы. Бер йәһәннәмдән ҡотолдом тигәндә башҡортҡа яңы тамуҡтың уты үрләй, суҡмары киҙәнә башланы. Бабич бына ошо тамуҡ эсендә һәләк булды.
1919 йылдың 24 мартында Бабич типографияны тейәп ун бишләп һыбай менән Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә (Мораҡҡа) юлға сыға.
Юлда ул күҙҙе ҡамаштырып, яҙғы ҡояшта ялтырап ятҡан Уралға һоҡланып: “Мин был яҡтарға тағы киләм әле. Ошо урмандар шаулап япраҡ ярғанда, Һаҡмар буйының муйылдары шаулап сәскә атҡанда киләм. Ул саҡта Урал хаҡында ҙур шиғыр тыуасаҡ!” – тип хыялдарын һөйләп килә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Урал хаҡындағы ул шиғыр яҙылмай ҡалды. Шәйехзада Бабич Преображенскийға (Йылайыр) етеү менән ҡулға алынды һәм башҡорт ҡанын көҫәгән йыртҡыс ҡыҙыл командирҙар тарафынан йөҙәрләгән башҡорт ирҙәре менән бергә Йылайырҙың таш майҙанында вәхшиҙәрсә язалап үлтерелде.
Тереләр үлгәндәрҙең күҙен яба, үлгәндәр тереләрҙең күҙен асып китә. Башҡорт халҡы үҙенең һәләк булған һөйөклө шағирының күҙҙәрен ябып, уны тәрбиәләп ҡуя алманы, бәхилләшеү мәлендә башынан һыйпай алманы. Уны залимдар ат ҡойроғона тағып, ҡылыс менән тураҡлап язаланы.
Тереләр үлгәндәрҙең күҙен яба, үлгәндәр тереләрҙең күҙен асып китә. Был боронғо хәҡиҡәтте һәр мәрхүмгә ҡарата әйтеп булмай. Бабич иһә үҙенең янып йәшәүе менән генә түгел, азатлыҡ яулау юлында һәләк булыуы менән дә күптәрҙең күҙен асып китте, көрәштең еңел булмаясағын, мәкерҙең, яуызлыҡтың, хыянаттың аҙым һайын аңдып торасағы тураһында иҫкәртеп китте, уяулыҡҡа, берҙәмлеккә саҡырып китте. Ошондай ауыр юғалтыуҙарҙан, ҡаты һабаҡтарҙан һуң күҙҙәре нығыраҡ асылған, күп нәмәне яңыса күрергә өйрәнгән милләттең күҙен һаман да ябырға, уны һуҡырайтырға тырыштылар.
Бабич ғүмере буйы туған халҡы менән нығыраҡ ҡушыла барҙы, уның ҡыуанысына һәм йыуанысына, шатлығына һәм һыҙланыуына әйләнде. Уның яҙмышында милләттең ғорур һәм аяныслы яҙмышы сағылды. Бабичтың үлеме халҡыбыҙҙың йөрәк яраларын тағы ла нығыраҡ һыҙландырҙы. Уның янып йәшәүҙәре лә, кисергән фажиғәләре лә осраҡлы түгел, улар милләт кисергәндәрҙең бер нөктәгә килеп тупланыуы, ут йомғағына әйләнеүе ул.
Йәне фәрештәләр янына осоп киткәндән һуң да Бабичҡа тынғы булманы. Ил күңеленең иң түрендә һис бер ел-дауыл тейҙермәй ҡәҙерләп һаҡланырға тейешле изге исеменә күпме тапҡыр ҡара яғылды, яҡты рухы күпме рәнйетелде. Йылайыр урамында һәләк булған Шәйехзада артабан да нахаҡ язаларға дусар ителде. Шағирҙы бер генә түгел, күп тапҡырҙар атырға, бер генә түгел, күп тапҡырҙар аҫырға, бер генә түгел, күп тапҡырҙар ҡылыстан үткәрергә, үҙен генә түгел, ижадын, рухын юҡ итергә тырыштылар.
Әйтерһең дә, халҡыбыҙҙың яҡты өмөттәрен, зиһененең, рухының туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәрен, дәртен һәм илһамын, талантын һәм йомартлығын, азатлыҡ һөйөүсән ғорур холоҡ-тәбиғәтен, тарихи юлдарҙағы ҡаҙаныштарын һәм ҡыйралыштарын, ниндәй мәкерле ҡамауҙар, көнсөл ҡоршауҙар эсендә милләтебеҙҙең өҙгөләнеүҙәрен, уңдан да, һулдан да ниндәй ғәҙелһеҙлектәргә, күпме ҡаршылыҡтарға килеп бәрелеүен үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, үҙ йәнен фиҙа ҡылып аңлатып бирер өсөн килгән был яҡты донъяларға бөйөк шағирыбыҙ Шәйехзада Бабич!
Ғорур Бабич, ҡаһарман Бабич, ҡанатлы Бабич! Ғорур халҡыбыҙ, ҡаһарман халҡыбыҙ,ҡанатлы халҡыбыҙ!