Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡошто – оя, илде йола тота
Йылдың иң матур миҙгеленең бер көнөндә, тәбиғәт уянып, ҡояш нурҙары йылыһын өләшә башлағас, күңелдәргә шатлыҡ өрөүсе Науруз байрамы уҙғарыла. Көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә торған байрамда күңелдән сыҡҡан барлыҡ изге теләктәр, киләсәккә маҡсаттар тормошҡа аша тигән ырым йәшәй. Шуға был көндө барлыҡ мосолман халҡы ашҡынып көтә. Быйыл да игендең уңыуын, йылдың имен килеүен теләргә йыйылды сираттағы Науруз байрамына баш ҡала халҡы һәм бихисап ҡунаҡтар.
— Бөгөн ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын ихтирам итәбеҙ икән, тимәк, был күп нәмә тураһында һөйләй, — тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Камилә Дәүләтова, ҡунаҡтарҙы тәбрикләп. — Һәр халыҡтың теле ҡәҙерле һәм бөйөк. Ошондай байрамдар республикала йәшәгән милләттәрҙең мәҙәниәтен үҫтерергә ярҙам итә.
Ҡошто — оя, илде йола тота тигәндәй, һәр милләт вәкиле үҙ күстәнәсе менән килгән бында. Темәс тарихи-мәҙәни үҙәгенең «Ғилмияза» фольклор ансамбле үҙенең тирмәһендә башҡорт халҡының аш-һыуын, оҫталарҙың ҡул эшен тәҡдим итте.
Ә Бүздәктән килгән «Килем» татар тарихи-мәҙәни үҙәге ағзалары «Науруз ашъяулығы» йолаһын күрһәтте. Йола буйынса ете төрлө ризыҡтан ауыҙ итеп, тинлектәрҙе өс мәртәбә ҡулға алып, иң изге теләктәреңде теләһәң, улар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.
Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте вәкилдәре ҡунаҡтарға шыттырылған бойҙай бүләк итте. Элек-электән тап бойҙайҙың шытыуына ҡарап, йылдың ни тиклем уңышлы килеүен билдәләгәндәр.
Федоровка районының Оло Сытырман ауылынан Мортаза Солтанғолов та байрамға буш ҡул менән килмәгән. Ул «Этнос» фирмаһы менән берлектә эшләгән түмәр умарталары, эйәрҙәре, тормош-көнкүреш әйберҙәре менән таныштырҙы.
Республикалағы И. Сомони исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәге ҡунаҡтарҙы милли аш-һыуҙан ауыҙ иттерҙе.
— Науруз «яңы көн» тигәнде аңлата, — тине Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. — Шуға ла һәр тыуған көнгә һөйөнөп йәшәргә кәрәк.
Байрам юғары кимәлдә үтте. Һәр халыҡ үҙенең йолаларын ҡунаҡтарҙың күңеленә еткерергә тырышты.

Умарали МИРЗОРАХМАТОВ, Башҡортостан Республикаһында миграция хеҙмәтенең йәмәғәт советы ағзаһы:
— Науруз байрамы милләттәрҙе берләштерә. Ҡарағыҙ, күпме тирмә теҙелгән! Халыҡтар башҡаларҙың йолалары менән таныша. Бөтәһе лә шат, бер-береһен байрам менән ҡотлай.
Гүзәл ЙОСОПОВА, «Ғилмияза» фольклор ансамбле вәкиле:
— Байрам бик күңелле үтте. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙың ҡабат тергеҙелеүе һөйөндөрә. Йәштәр үрнәк алһын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе онотмаһын ине.
Зариф БОБИЕВ, Дүшәнбе ҡалаһы:
— Байрам миңә бик оҡшаны. Минең өсөн Науруз — иң мөһим байрамдарҙың береһе. Яңы йыл кеүек. Был көндө һәр өй байрам билдәләй, кешеләр бер-береһенә сәскә бүләк итә. Науруз — халыҡтар араһындағы татыулыҡҡа мәҙхиә ул!
И. ҠОЛБАХТИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779