Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тетрәндергес сәхнә әҫәре
Тетрәндергес сәхнә әҫәреАрыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры республикала халыҡсан театр булараҡ билдәле. Сибай тамашасыһы үҙенең зауығын ҡәнәғәтләндермәгән, тормоштан йыраҡ торған, бер көнлөк әҫәрҙе сәхнәләштереүҙе үҙһенмәй, шуға күрә спектакль ҡуйыр алдынан һәр режиссер был хаҡта тәрән уйлана, әҫәрҙең артабанғы яҙмышын тамашасы хәл итәсәген аңлап, уларҙың күңелен яуларлыҡ әҫәр ҡуйырға тырыша.

Тамашасыларҙы уйландырған, уларҙың күңеленә үтеп ингән, йө­рәктәрен әрнеткән, кисергән ғазап­тарын ҡайтанан хәтергә төшөрөргә мәжбүр иткән, башҡорт халҡының күренекле шәхесе, Урал аръяғы әүлиәһе, халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәттең тормош юлын сағыл­дырған “Әүлиә” спектакле – нәҡ ошондай ижади эшмәкәрлек һөҙөм­тәһе. Талантлы режиссер Дамир Ғә­лимовтың яҙыусы Лира Яҡшы­баеваның “Мөжәүир хәҙрәт” тигән әҫәрен сәхнәләштерергә йөрьәт итеүе үҙе бер оло батыр­лыҡҡа тиң! Әҫәр ни тиклем юғары кимәлдә яҙылмаһын, уны сәхнәгә сығарыуға, тәрән образдар тыуҙырыуға барыбер режиссер күп көс түгә. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, талантлы режиссер Дамир Ғәлимов әйтеүенсә, әҫәрҙе сәхнәләштереү еңелдән булмаған, сөнки халыҡ араһында киң танылыу яулаған Әүлиәне сәхнә образы кимәленә күтәреү ҡатмарлы эш икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай. Әммә режиссер ысын мәғәнәһендә бар ғүмерен үҙ халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған, уларҙы дауалаған, изге юлға өндәгән, мәрхәмәтлек, яҡшылыҡ, изгелек сифаттарын һәр кемгә өләшергә ынтылған халыҡ табибы Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың булмышын, йәшәйешен бар тулылығында асыу, уны нисек бар шул рәүешле кәүҙәләндереү, Хоҙай тарафынан ебәрелгән изге бурысын халыҡҡа түкмәй-сәсмәй өләшергә ынтылған шәхесте халыҡҡа күрһәтеү маҡсатын ҡуя. Үҙҙәре әйтмешләй, ҙурҙан-ҙур, изгеләрҙән-изге ауыр йөктө олатайҙың фатихаһы менән Сибай театры тулыһынса атҡарып сыҡты.
– Бала саҡта атайым мине ике тапҡыр Мөжәүир хәҙрәткә алып барҙы. Уның шифалы ҡулы ярҙамында йүнәлеп киттем. Шуға күрә ошо шәхес тураһында күңелемдә тик йылы хәтирә йәшәй. Лира Яҡшыбаеваның әҫәре донъя күргәс тә, уны нисек тә сәхнә­ләштереү хаҡында уйлана башланым. Артабан автор менән осрашып, теләгемде белдерҙем. Лира Әхмәт ҡыҙы ҡаршы килмәне, аҙаҡ әҫәрҙе сәхнәләштереү буйынса ғәйәт ҙур эш башланды. Әлбиттә, күптәр Мөжәүир хәҙрәтте сәхнәлә уйнауға ҡаршы булды, ундайҙар хәҙер ҙә булыр, әлбиттә. Башта олатайҙан фатиха алырға уның ҡәберенә барҙыҡ, рухына бағышлап театрҙа ҡорбан ашы үткәрҙек, аҙаҡ ҡына эшкә тотондоҡ. Еңелдән булманы, төрлө ҡаршылыҡтарға ла юлыҡтыҡ. Иң мөһиме – беҙ барыһын да еңеп сыҡтыҡ, халыҡтың үҙ иткән оло шәхесен сәхнәлә ҡайтанан терелтә алыуға өлгәштек. Шуның менән бәхетлебеҙ, премьера үткәс, күңелдән ниндәйҙер оло йөк төшкәндәй тойолдо, рәхәтлек һәм әйтеп аңлата алмаҫлыҡ оло ҡәнәғәтләнеү хисе кисерҙек. Мөжәүир хәҙрәттең фатихаһы менән әҫәр ҡуйылды, тип хаҡлы рәүештә әйтә алам, – тине Дамир Ғәлимов.
Режиссер спектаклдең жанрын “Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә” тип нарыҡлаһа ла, тамашасы спектакль барышында Мөжәүир хәҙрәт ғүмеренең үҫмер сағынан алып һуңғы көндәренә тиклем таныша ала. Иң мөһиме – бында төп герой дини ҡанундарҙы яҡлаған суфый хәҙрәт булып түгел, ә халыҡ араһында танылыу яулаған арҙаҡлы шәхес-әүлиә, халыҡ табибы булараҡ кәүҙәләндерелә. Режиссерҙың йәнә бер оло табышын да билдәләмәү мөмкин түгел. Дамир Ғәлимов был юлы ла артистарға ролде ышанып тапшырғанда яңылышмаған, киреһенсә, отҡан ғына.
Мөжәүир Сиражетдиновты уйнаған Урал Зәйнуллин өсөн был образ – оло табыш, яңы асыш. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, артист Әүлиәне шул тиклем оҫта уйнай, уның һәр ым-ишараһы, әйткән һүҙе, баҫҡан аҙымына тиклем “Мөжәүир олатайҙыҡы” тип хайран ҡалды тамашасылар.
Залдарҙың тулы булыуы – үҙе үк Мөжәүир олатайға ҡарата халыҡтың һөйөүе, ихтирам һәм хөрмәт билдәһе ул. Тамаша­сы­ларҙың кемеһелер әүлиә менән яҡындан таныш йәки кемдәндер уның хаҡында хәбәрҙар булһа, бәғзеләре уны ата-әсәһе, олатай-өләсәйҙәре аша белә. Актер Урал Зәйнуллин әйтеүенсә, образды тыуҙырыр алдынан Мөжәүир хәҙрәтте белгән кешеләр менән осрашып, уның хаҡында фекерҙәрен тыңлаған, китаптар уҡыған. Үҙемә ни тиклем оло бурыс һәм яуаплылыҡ тапшырылыуын яҡшы аңланым, шуға күрә халыҡтың ихтирамына лайыҡ абруйлы шәхесте кәүҙәләндереү өсөн үҙ өҫтөмдә етди эшләнем, ти. Сәхнәлә Әүлиәне ихлас уйнауы, геройҙың һәр кисерешен үҙ йөрәге аша үткәреп, ролгә инә алыуы спектаклде яңы бейеклеккә күтәрә. Кемгәлер оҡшарға тырышмай, кемдеңдер һөйләүе, һүрәтләүе буйынса төп геройҙы уйнамай ул, ә күңеле һәм йөрәге ҡушыуы буйынса Мөжәүир хәҙрәт образын ижад итә алыуы менән оло хөрмәткә лайыҡ артист. Тамашасы Уралды яңыса асты, уның оҫта артист булыуына йәнә инанды һәм һоҡланды.
Төп геройҙың бер-бер артлы тормош юлын сағылдырғанда, тамашасы “бына хәҙер олоғайған хәҙрәтте икенсе бер артист уйнар” тип икеләнгән ваҡытта Урал Зәй­нуллиндың Мөжәүир Сиражет­диновтың һәр ғүмер миҙгелен тап олатайса башҡара алыуын күреп кинәнде. Төп геройҙы тик бер артисҡа биреүе лә режиссерҙың талантынан килә. Икенсенән, спек­таклдең юғары кимәлдә ҡуйылыуында театр рәссамдарының, тегеү цехы, декорация хеҙмәткәрҙәренең дә ҙур өлөшө бар. Әүлиәнең һәр кейеме уның бер ғүмер миҙгелен билдәләй. Йәндәй күреп һөйгән ҡатындары Сөмбөләнең һәм Өммөгөлсөмдөң үлемен Хоҙай тарафынан ебәрелгән бурысты атҡармауында күреп, ул халыҡты дауаларға ҡарар итә.
Һәр саҡ сабыр, түҙемле, алдан күрә белгән, дини ҡарашлы Мөжәүирҙең тормошо тотош бер тарихи осорҙо үҙ эсенә ала. Илдә барған колхозлашыу осоро, Бөйөк Ватан һуғышының башланыуы хаҡында алдан күреп, уны тейешле органдарға еткереүҙе кәрәкле һанап, шуның өсөн төрмәлә ултырырға тура килгән герой ул осор ваҡиғаларының барыһын да үҙ елкәһендә татый.
Йәнә бер хәҡиҡәт тамаша барышында ҡыҙыл еп булып дауам итә. Ниндәй генә насарлыҡтар ҡылма, яҡшылыҡ барыбер өҫкә сыға, дөрөҫлөк тантана итә. Изге күңелле кешеләр тормошта йыш осрай, яуызлыҡ өсөн һәр кем хаҡ түләй.
Режиссер төп геройҙы бар тулылығында асыу өсөн халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә мөрәжәғәт итеп, Мөжәүир хәҙрәттең йәшәйешен үҙенсә асырға тырыша. Был тәңгәлдә коллективтың күп артистары йәлеп ителә, спектаклдә 25 кеше ҡатнаша. Дөрөҫ, уларҙың кемеһенеңдер роле тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек, әммә барыһы ла төп геройҙы бар тулылығында асыу маҡсатында шул осорҙо дөрөҫ һүрәтләү өсөн ҡулланылған. Мәҫәлән, еңгәләрен уйнаған Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Нурзиә Әбдрәшитованың халыҡсан уйнауы, ҡәйнештәренә килен димләп, күрше ауыл ҡыҙын алып биреүҙәре, хәҙрәттең һуңғы ҡатыны Гөл­йе­меште сәхнәгә сығарған Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова, төрмә начальнигын һын­ландырған, тәү ҡарашҡа бик етди, уҫал күренгән, әммә кешелек сифаттарын юғалт­маған Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Марс Итбаев, совет осоро активистары-комсомолдар Салауат Вәлиев, Илгиз Әбдрәшитов, тома һуҡыр ҡалған Настяның атаһы, Мәскәү ҡунағын һынландырған Вадим Ғилмановтар ҙа үҙ образдарын шул тиклем ҙур оҫталыҡ менән башҡара, баҙыҡ һәм теүәл булыуы менән алдыра. Алдан әйтеп үте­үемсә, Урал Зәйнуллиндың Мө­жәүир хәҙрәтте һынландырыуы уның һәр ым-ишара, ҡарашы, уҡыған сүрәләре, тәсбих тартҡан ҡулы аша тамашасыға еткерелә. Әйткәндәй, Урал Зәйнуллин бөгөн театрҙың төп көстәренең береһен тәшкил итә, ул күптән маҡтаулы исемгә лайыҡ.
Әлбиттә, мин театр белгесе түгел, шуға күрә спектакль хаҡында тамашасы күҙлегенән бәйән итәм. Тик Сибай театрын яратҡан һәм хөрмәт иткән кеше булараҡ, шуны аныҡ әйтә алам: Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрының түрен йәмләйәсәк, уның абруйын йәнә бер башҡа күтәрәсәк, яратҡан тамашасыларын һөйөндөрәсәк спектакль ҡуйылды. Ул – яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән режиссер Дамир Ғәлимовтың уртаҡ ижад емеше, тотош коллективтың тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе. Артабан халыҡ үҙе баһа бирер. Мөжәүир хәҙрәт рухы аңғартыр, изгеләрҙән-изге Әүлиәбеҙ оҙаҡ йылдар сәхнә түрен биҙәр, тигән теләктә ҡалайыҡ.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779