Бөгөнгөләй хәтерләйем: 1964 йылда Сибай башҡорт дәүләт драма театрына юллама буйынса бер төркөм һәләтле йәш артистар килде. Улар — Рәмилә Хоҙайғолова, Альберт Нәбиуллин, Рива Ғирфанова, Римма Дашкина, Заһир Вәлитов… Һәр ҡайһыһы хаҡында йылы итеп, үҙҙәренә генә тәғәйен очерктар яҙырға мөмкин булыр ине. Әйткәндәй, Альберт Нәбиуллинды әле лә онотмай ул саҡта уҡыған беҙҙең педучилище ҡыҙҙары, күптәре ғашик та ине йәш артисҡа… Сөнки шул йылдарҙа “Сәхнә оҫталығы” дәресенән һабаҡ бирҙе ул буласаҡ уҡытыусыларға. Тик әлеге яҙмам был турала түгел, ә күңеле даръялай киң, тәжрибәһе ҙур, ижад емештәре менән төбәк тамашасыларының рухын байытҡан, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова тураһында булыр.
Рәмилә Хоҙайғолованың Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында ижад итеүенә ярты быуаттан ашыу ғүмер уҙған да киткән икән… Cәхнәлә үҙе яулаған бейеклек һәм бөйөклөк менән дан тота ул бөгөн. Ниндәй генә роль башҡармаһын, бөтә күңелен, тырышлығын һалып, көньяҡ-көнсығыш Башҡортостан тамашасыларының күҙ алдында, образдан-образға оҫтарҙы, үҫте: ижадын әкренләп-мыҫҡаллап, хатта үлсәүҙәргә һыймаҫлыҡ итеп юғарыға күтәрҙе. Театрҙа тәү башлап уйнаған роле – М. Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектаклендә Шәфәҡ. Беҙ, педучилище студенттары, Шәфәҡ ролен уйнаған Рәмилә апайҙың матурлығын күрергә бара инек… Ул йылдарҙа Сибай театрының иң уңышлы спектаклдәренең береһе “Ай тотолған төндә” булды, сөнки Сибай еренә әле генә аяҡ баҫҡан талантлы йәш актерҙар ансамбле кешене йәлеп итерлек ҡыҙыҡлы режиссура, ихлас дәрт менән уңышлы хәл итте был спектаклдең яҙмышын. Илле йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, беҙ, курсташтар, осрашҡанда, театрға йөрөгән саҡтарыбыҙҙы һағынып иҫкә алабыҙ. Ул осорҙа иң ҡырҡыуы шул булды: алдан театрға билет алып өлгөрмәһәң, ишек төбөндә тороп ҡалаһың… Бына ниндәй зауыҡлы тамашасы ине сибайҙар һәм төбәк халҡы.
Ул йылдарҙағы театрҙың һәләтле баш режиссеры Рафаэль Әйүпов ышанып тапшыра иң тәүге ролде йәш Рәмиләгә. Ә артабан, бер ни тиклем сәхнә тәмен татығас, Сыңғыҙ Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә төп геройҙы уйнаны. Режиссерҙың ышанысына тап төшөрмәй, артабанғы ролдәрендә лә ысын мәғәнәһендәге ғәжәйеп һәләтле профессионал итеп танытты ул үҙен. Эйе, тәү ҡарашҡа эмоциональ, импульсив күренмәһә лә, ошонан башланды ла инде ғүмеренең ифрат популяр, алтын ижад миҙгеленең ҡояшлы юл башы. Профессиональ сәхнәгә аяҡ баҫҡас та, икеләнеп, төрлө-төрлө уйҙарға бирелмәй, ә, киреһенсә, барлыҡ ихтыяр көсөн төп маҡсатына – актер һәләтен үҫтереүгә йүнәлтте. Һанай китһәм, күргән-яҙғандарымды дәлилләрлек миҫал-ғәмәлдәр байтаҡ. Бөгөн ул – үҙе ижад иткән йөҙҙән ашыу образдың авторы. Барыһына ла булмыш-талантын, эске донъяһын, рухын һалып, күңеле аша үткәреп, янып-ярһып ижад иткән героиняларын элек беҙҙең быуын йәштәре генә яратып ҡараһа, ә бөгөн ул – йәштәрҙең дә, ололарҙың да кумиры. Театр һөйөүселәр хәтерләйҙер: Б. Бикбайҙың “Аҡҡош йыры”нда – Нурия, А. Арбузовтың “Ғәйепле”һендә – Мария Васильевна, А. Дударевтың “Порог”ында – Мария, Ә. Атнабаевтың “Әсә хөкөмө”ндә – Илбикә, Таңсулпан Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар”ында – Мөғлифә, М. Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт”ендә – Мәҙинә...
Бер уйлаһаң, һәр геройҙың психологияһын асып ҡара әле! Йәйәүле Мәхмүтте ташлап, яҙмышын үҙгәрткән, ләкин бәхет таба алмаған Мәҙинә үҙе генә ни тора. Мария ла, Илбикә лә, Мөғлифә лә, психологизм, иҫ киткес ҡолаҡҡа ятышлы тауыш, береһенән-береһе яңыраҡ буяуҙар менән айырылып, тамашасының күңеленә балдай яғыла. Күреүегеҙсә, мәҡәләмдә актрисаның байтаҡ ижад иткән образдарын телгә алдым, ләкин бөтәһе лә түгел…
Уҡыусыма шул да мәғлүм булһын, Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы тыуҙырған барлыҡ героиняларҙы Сибай сәхнәһендә ҡайһы берҙәрен хатта икешәр тапҡыр ҡарағаным әле лә хәтерҙә. Бәлки, шуғалыр ҙа ғүмерем буйы күңелемдә һоҡланыу тойғоһо йәшәй актрисаға ҡарата. Тәү ҡарашҡа меңдәр араһында күҙгә ташланып барған кешегә лә оҡшамаған һымаҡ ул… Ә инде сәхнәгә сыҡһа, мөхәббәтме, изгелекме, яуызлыҡмы, ҡайғы-хәсрәтме – тамашасының рухи һыуһынын ҡандырырлыҡ итеп аса ла һала. Мәҫәлән, А. Дударевтың “Һуңғы аҙым”ында – Әсә, Б. Бикбайҙың ике бүлектән торған драмаһы “Ҡарлуғас”та Көнһылыу образын һынландырғанда, әйтерһең дә, ул сәхнәнең поэтик күрке, йәшәү сығанағы – әсә, ҡатын-ҡыҙ, донъяны хәүеф-хәтәрҙән һаҡлаусы… Башҡортостандың халыҡ артисткаһы ниндәй генә образды ижад итһә лә, уның үҙенсәлекле талантының һыҙаты, стиле тип әйтәйемме, әллә ҡайҙан уҡ таныулы. Телмәренә музыкаллек, оло ихласлыҡ, халыҡсан ябайлыҡ хас. Хатта Рәмилә ханымдың сәхнәнән шыбырлап ҡына әйткән һүҙе лә саф шишмә тауышындай ҡолаҡты иркәләй, тамаша залын тетрәндерә, уйландыра.
Рәмилә Хоҙайғолованың булдыҡлылығы тураһында һөйләгәндә, уның уҡытыусыларын да телгә алыу фарыздыр. Әле сәнғәт училищеһында белем алған сағында уҡ республикабыҙҙың бөйөк сәнғәт оҫталарынан дәрестәр ала. Мәҫәлән, профессор Ғабдулла Ғиләжев актер оҫталығынан белем бирһә, СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова сәхнә теле серҙәренә өйрәтә. Бейеү алымдарын Тамара Хоҙайбирҙина төшөндөрә. Ә инде сәнғәт донъяһында Башҡортостандың халыҡ артисы дәрәжәһенә тиклем күтәрелеүенә режиссерҙар: Рафаэль Ғәләүетдинов, Дамир Ғәлимов, Сәлихйән Әфләтүнов, Фәтхислам Ғәләүетдинов, Лек Вәлиев һ.б. булышлыҡ итә.
Артабан да Рәмилә ханым тураһындағы хәтер ептәремде тағатһам, уның ҡатнашлығындағы бөтөн ҡаралған спектаклдәр күҙ алдына баҫа: С. Айытматовтың “Ал яулыҡлы тирәккәйем”ендә – Асель, Н. Асанбаевтың “Кеше бәхете”ндә – Рәсимә. 80 – 90-сы йылдарҙа һәләтле актрисаның ижады тағы ла сағыуыраҡ, мәртәбәлерәк булды. Сибайҙарҙың һәм төбәк тамашасыларының күңелендә һаҡланырлыҡ байтаҡ образ тыуҙырҙы ул. И. Йомағоловтың “Семәрле тәхет”ендә – Табибә ҡарсыҡ, Н. Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһында – Һәҙиә Дәүләтшина, Б. Бикбай һәм З. Исмәғилевтең “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында – Мәхмүзә. Республика халҡының яратып ҡараған Н. Ғәйетбайҙың “Аты барҙың дәрте бар” спектаклендә – Балбикә, Т. Ғарипованың “Төштәге йыр” драмаһында – Гөлзада, Т. Ғәниеваның “Тамарис” трагедияһында – Тамарис – былар барыһы ла актриса ижадындағы мөһим үҫеш этабының күрһәткесе.
Уҡыусымды йәнә бер мөһим миҫалға иғтибар иттерәм: меңләгән тамашасының күңелен рухи яҡтан байытҡан актрисаның тормош юлы ла күптәргә үрнәк. Мөхәббәтле ғүмер генә йәмле лә, оҙон да – был бәхәсһеҙ. Бөтә игелекле, уңышлы эштәрҙең башы ла – мөхәббәт. Мөхәббәтен тапҡан – бер бәхетле, илле йыл шуны һаҡлай белгәндәр – йөҙләтә бәхетле. Ундайҙарға ҡарап, күңеле тулы аҡыл, тиҙәр беҙҙең яҡтарҙа. Эйе, йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла, сәхнәлә лә, өйҙә лә – ярты быуат буйы гел бергә, йәнәш йәшәгән, тормош ауырлыҡтарына бирешмәгән Рәмилә менән Марсель Хоҙайғоловтар ғаиләһен белмәгән, күрмәгән кеше һирәктер беҙҙең Сибайҙа. Марсель Хоҙайғоловтың оҙон, һомғол буй-һыны, бик күркәм төҫ-башы, тәбиғәттән бирелгән музыкаль һәләте – былар барыһы ла уның ниндәй генә ролде башҡарыуына ҡарамаҫтан, тамашасының зиһенен ҡуҙғыта, тетрәндерә…
Рәмилә ханым үҙенең йәмәғәте тураһында: “Марселемдең тәбиғи һәләте ҙур, мөмкинлектәре киң. Ул сәхнәлә яһалма түгел, ә тормошсан итеп уйнай, шуға ла тамашасы уны үҙенсә ҡабул иткән, яҡын күрә, ярата. Үҙем роль өҫтөндә эшләгән ваҡытта алмаштырғыһыҙ кәңәшсем”, – ти. Философ ҡатын үҙ ире менән ысын күңелдән ғорурлана икән – был ғәжәп түгел, ә бәхет. Мин уларҙы пар аҡҡоштар менән сағыштырһам, һис тә арттырыу булмаҫ.
Эйе, заманында, ҡаланың бөтә йәш егеттәре һоҡланған һылыу Рәмиләне кәләшлеккә алыу еңел булмағандыр Марсель Хоҙайғоловҡа. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, илаһи мөхәббәттең көсөн иҫбат итеп йәшәгән Хоҙайғоловтар ғаиләһен бәхетле тимәй, ни тиһең инде. Йәшерен-батырыны юҡ, артистар араһында һирәк осрай торған матур бер өлгө ул… аңлағандарға...
Сибайҙар уларҙың ҡәҙимге тормошон да, сәхнәлә бергәләп уйнағандарын да айырыуса үҙ итеп ҡарай, күҙәтә. Мәҫәлән, Баязит Бикбайҙың ике бүлектән торған “Ҡарлуғас” драмаһында Марсель Хоҙайғолов – Әлмәтте, ә Рәмилә ханым Көнһылыу ролен ихлас, яратып башҡарҙы. Ике ижадсының хеҙмәте, уйын кимәле баһалап бөткөһөҙ: күпме фәлсәфә, һағыш, һөйөү һалынған… Ә бына һуңғы премьераларҙан тағы бер нисәүһе – Рәлиф Кинйәбаевтың “Ҡарауыл! Ҡәйнәмде урлағандар”, Флорид Бүләковтың “Ҡарт кейәүҙәр, йәки Шомбай ҡоҙа”, Мөҙәрис Бағаевтың “Хикмәтле күл”, Илшат Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”ында Хоҙайғоловтар – икеһе лә төп ролдәрҙә.
Бер һүҙ менән әйткәндә, сәхнәлә улар сәнғәттәге мәңгелек теманы – изгелек менән иманһыҙлыҡтың көрәшен һүрәтләнеләр. Төп геройҙарҙы башҡарыусы Хоҙайғоловтарҙы ҡарағандан һуң, дөйөм һығымта ла яһарға мөмкин. Тәү ҡарашҡа бер төрлөрәк булған сюжеттарҙа мин, мәҫәлән, әллә нисәмә йүнәлешле фекерҙәргә тап булдым: тәүгеһе заманса рух һәм йәшәү рәүеше булһа, икенсеһе, өсөнсөһөндә берсә бәхет шауҡымында тирбәләһең, берсә һағыш томанына сорналаһың. Әйтерһең, ниндәйҙер мөғжизә ярҙамында күлдәге пар аҡҡоштар – Рәмилә менән Марсель Хоҙайғоловтарға әүерелгәндәр… Ә бит ысын ижадсылар ғына күңелдәрҙә бер-береһенә оҡшамаған көслө хистәр тулҡыны уята ала.
Мөхәббәтле парҙарҙың ғүмере емешле, тигәндәй, Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Театр яҙы-2005” республика фестиваленең шаулап-гөрләп барыуы һаман да иҫтә. Бында Сибай театры Ә. Атнабаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Әсә хөкөмө” (режиссеры Сәлихйән Әфләтүнов) спектаклен ҡуйҙы. Спектаклдә театрҙың абруйлы, тәжрибәле сәхнә оҫталары — Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Риф Сәйфуллиндар үҙ ролдәрен, ғәҙәттәгесә, юғары профессиональ кимәлдә башҡарҙы. Шулай уҡ һәләтле актерҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәркәс Баязитова, Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, Айгөл Хәкимова. Венер Сөнәғәтов, Фәрүәз Урманшин, Миңзәлә һәм Айбулат Ҡотошовтарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Ошо һәм башҡа уңыштар менән бер рәттән, төп ролде башҡарыусы Рәмилә Хоҙайғолова “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе булып ҡайтты.
Һуңғы осорҙа Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙы тамашасыларҙың һушын алырлыҡ итеп күберәген оло йәштәгеләрҙе кәүҙәләндерә. К. Тинчуриндың “Ҡазан һөлгөһө” музыкаль комедияһында – Шәмси әбей, Р. Кинйәбаевтың “Эх, Байтимер дуҫ” трагикомедияһында – Миңһылыу ҡарсыҡ. Н. Ғәйетбайҙың “Төн” трагедияһындағы Һәҙиә роле өсөн республикабыҙҙың Бәҙәр Йосопова исемендәге премияһына лайыҡ булды. Бында ул аяныс яҙмышлы, әммә юғары рухлы, көслө ихтыярлы, сабыр холоҡло, бик аҡыллы Һәҙиә Дәүләтшина ролен ижад итте.
Сибай театрының художество етәксеһе, режиссеры Дамир Ғәлимов сәхнәләштереүендәге И. Сәлиховтың “Парлы яңғыҙҙар” спектаклендә төп ролдәрҙә – Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, республикабыҙҙың атҡаҙанған артистары Рәдиф Яныбаев, Әлфирә Йосопова. Бында ла төп геройҙарҙың күршеһе Сажиҙә әбей ролендәге Рәмилә Хоҙайғолованан башҡа сәхнәлә барған тамашаны күҙ алдына килтереү ифрат ҡыйын.
Уның сәхнәләге йәшәйешен, образға инеүен күҙәткәндә мине бөтөнләй икенсерәк кинәнес солғап алды. Был юлы ул төп геройҙарҙың эске һәм тышҡы халәтен асыуға бөтә булған оҫталығын – ым-ишараһын, камил, етеҙ хәрәкәттәрен йәлләмәне. Кемгә нисектер, минең күҙлектән, сәхнә әҫәренең фәлсәфәүи, идея-художество йүнәлешен асыуға (төп ролдә уйнамаһа ла) һиҙелерлек өлөш индерҙе.
Һөҙөмтәлә халыҡ тормошоноң үткәненән, бөгөнгөһөнән һут алған иҫ китмәле фәһемле спектакль барлыҡҡа килде. Шулай, ниндәй генә роль башҡармаһын Рәмилә менән Марсель Хоҙайғоловтар, бәләкәйме-ҙурмы – һәр береһе һоҡландырғыс, рухи балҡыш, матурлыҡ. Улар уйнаған сәхнә әҫәрҙәренең исемлеген төҙөһәк, Сибай театрының ижади юлын, тормошон сағылдырған тарихи бер йылъяҙма барлыҡҡа килеренә иманым камил. Ул, әлбиттә, килер быуындарға үткән йылдар шаңдауын бөгөнгөһө менән бәйләп торған мәртәбәле сәнғәт донъяһының матур өлгөһө булыр ине. Уҡыусыма шул да мәғлүм булһын, мин үткән заманда яҙмайым. Сәхнә өсөн дә, коллегалары, дуҫтары өсөн дә янып-көйөп йәшәгән Хоҙайғоловтарҙың һәр күҙәнәгендә, тын алышында – театр, ә ғаиләһендә – һөйөклө әсәй, атай, олатай, өләсәй. Сәхнә ветерандарына иҫәнлек, сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ.
Ошо көндәрҙә Рәмилә һәм Марсель Хоҙайғоловтар үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын билдәләй. Был юбилей кисәһенә Салауат Әбүзәрҙең “Йәшлеккә ҡайтыу” пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектакле юҡҡа ғына һайланмағандыр. Спектаклдә оло йәштәге кешеләрҙең ғүмер буйы күңелдәрендә йөрөткән уй-хистәрен, кисерештәрен күрһәтергә тырышыу автор тарафынан бик матур бирелә. Әҡлимә ролен башҡарған Рәмилә Хоҙайғолова милләтебеҙгә хас тыйнаҡлыҡ, тоғролоҡ сифаттарын асып биреүгә өлгәшеп, ғаилә өсөн иң кәрәклеһе байлыҡ түгел, ә бер-береңде ҡәҙерләп, балаларға өлгө булып йәшәү икәненә ышандыра алды. Күрше Зәйнулла (М. Хоҙайғолов) ғүмер буйы Әҡлимәгә ҡарата күңел түрендә йөрөткән хис-тойғоларын телмәре, ҡылыҡтары аша бирә алыуы менән тамашасыла йылы тойғолар ҡалдырҙы.
Сибай ҡалаһы.