Тыуған йылым яҡыныраҡ, үҙем аҡылһыҙыраҡ саҡта машинала елдерергә яратылды инде ул, яратмаған ҡайҙа!.. Егет кеше шулай дыуамалыраҡ булһындыр ҙа бит, моғайын.
Хәҙер инде, йәшәлгән йылдарҙың бармаҡ һелкеп тыйыуына юлдағы видеокамераларҙың аҫтыртын да, тура ла ҡарашы өҫтәлде лә, әлеге кәрәкһеҙ ярһыулыҡты һаман баҫа-баҫыра киләләр. Дөрөҫ тә эшләнелә, тим – һәр осорҙоң үҙ күркәмлеге ләһә: берәй йәп-йәш ҡустының йәһәтерәк ҡыймылдау мөмкин ерҙә лә баҡса бабайылай ығышыуы килешмәгән һымаҡ, уға атай тейешле кешенең аңһыҙ зырылдауы, урынһыҙ сыпранлауы шулай уҡ бармай.
Малай дәүеремдә велосипедты ныҡ хуш күрҙем, әлбиттә. Әле лә ултырғылаштырам. Башҡа нәмәләрҙә лә бик йөрөр инем дә, улар миндә юҡ ине. Еңел автомобиллеләр ауылда әҙәм оялттырғыс һирәк булды. Шулай ҙа һәр үҫмергә хастыр инде, теләк үҙенекен итә торғайны – ныҡ инәлгәс, ағайҙар колхоз мөлкәте руленә рөхсәт иткеләне, рәхмәт. Әсәйемдең ҡустыһы ГАЗ-66-ла һөт ташыны. Алтынсыны бөткән йәйҙә шуны бер ынтылыуҙа, һүндермәй генә, ҡуҙғалтҡаным, был тылсымлы мәлдә үҙемде космонавтай һиҙгәнем, саңлы урман юлында саҡрым самаһы (!) ара үткәнем иҫкә айырыуса уйылған. Тыштан тәкәббер генә күренһә лә, үргә текә һонолоп торһа ла, эстән уңайһыҙыраҡ нәмә ине, әйткәндәй. Двигателе – кабина эсендә. Ныҡ тарайта уныһын шулайтып. Тапшырыуҙар ҡумтаһы, ҡалайтһын, арттараҡ урынлашырға мәжбүр – тиҙлекте күсереү өсөн ҡулды шаҡарып тигәндәй артҡа һонорға кәрәк. Ләкин быға мыжыу ю-у-у-ҡ, ағай күберәк йөрөттөрһөн генә!
Ә велосипедтарым байтаҡ булды. Һәр береһе яңы ине – әсәйемдең ғәме лә, сәме лә һөҙөмтәһе.
Ул бер заман минең айырылғыһыҙ өлөшөмә әйләнде.
Унда ла тәүге урында – етеҙлек. Тик ҡайҙа ғына саба алаһың инде – ярты ҡарыш та асфальт юл юҡ таһа? Хатта асыҡ урындар самалы.
Тау түбәненә – бына ҡайҙа! Ауылды ҡамаған яман тауҙарҙың береһенә юл, башта, әтәсләнеп, турараҡ барырға ғәйрәтләнә лә, ныҡ текә була башлағас, кәре кәмей – уңлы-һуллы борғоланырға тотона. Әммә беҙҙең ауыл ағайҙары аптырап тормай – хатта комбайн менән дә менә лә китә. Анауындай бейек “Колос”тың үкереп шыуышыуы ситтән хәүефле генә күренеш ине, сөнки комбайн бит юл йөрөү машинаһы түгел, тормоз системаһы ла тигеҙ баҫыу ере өсөн генә тәғәйен.
Шул боролошло урындарҙа ҡайындар үҫеп маташа. Һәйбәт урмандағыса ирәйеп, япраҡ ялбыратып ултырмай бахырҙар – кәкерерәктәр, тәпәшерәктәр. Ғүмер буйы көсөргәнештә, хәүефтә йәшәгәнгәлер. Йәмһеҙерәк улар, һыуҙары ла тәмһеҙерәк.
Ҡыҫҡаһы, ажғыр, ыжғыр ҙа тау был.
Тиҙлек яратыу мине йыш ҡына, ҡайһы көндәрҙә хатта рәттән бер нисә мәртәбә, шунда ылыҡтыра. Велосипедты, әсәйем әйтмешләй, “етәкләйем” дә ах та ух шунда күтәреләм.
Өҫтә ялан бар. Тауҙар иле балаһымын, уларҙы мин иҫем китеп яратам, әле булһа һағыныуға оҙаҡ түҙмәйем – йыш барам. Шуның менән бергә унда, яланда, беҙҙең яҡта бик һирәк осраған күренеш тә тарта – иген үҫеүе. Мәҫәлән, һоло сәскәндәрен хәтерләйем. Августа шул һолоноң бер генә усын мурҙаға бәйләп, иртәләрен лығырҙатып балыҡ алалар.
Тауҙың текәһен үтеүгә, юл кәртә яғалап китә. Малдан һаҡлап һуҙғандар. Бында инде ҡайындар ҙа һөйкөмлөрәк. Шунан ялт итеп иген баҫыуы асыла. Елле көндә башаҡтар инде булып күркәм тулҡынланып ултыра. Фотография менән шөғөлләнәм бит, аппаратты һәр ваҡыт тигәндәй үҙем менән йөрөтәм, гәзиттәрҙәге шикелле кадрҙар эшләгем килә – эй, төшөрәм…
Артабан боролоп аҫҡа атылам. Тап шулай – атылам! Сөнки башта тормозға бөтөнләй теймәйем – велосипед минең өҫтәмә тән ағзама әйләнгәйне, тигәйнем бит. Ләкин баяғы кәкере ҡайындар эргәһенән, суҡайған аҡ таштар өҫтөнән, һикереп уҙғанда, педалдәрҙе артҡа баҫмай булдыра алмайым – тиҙлек ҡот осҡос!.. Танауға көйөк еҫе бәрелә. Тормоз механизмы ҡыҙа, күсәрҙе тыштан гел ялтыр тотһон өсөн кейҙерелгән резина дүңгәләк тә эҫей, табалағы майҙай шыжларға керешә. Шул еҫ ул.
Төшөп етәм. Тауҙың арҡаға яман этәреүе көсө менән урам буйлап китәм. Яйлап туҡтайым.
Кире әйләнәм, сөнки тиҙлеккә танһығым ҡанмаған. Яйлап менгәнсе велосипедым һыуына. Тағы ынтылам. Йәнә боролам. Артылыу ғына һаман ауырлаша бара.
Шул ауыр ваҡытта бер уйҙы уйлайым: тауҙарҙан гел генә төшһәң дә төшһәң ине. Юғарыламайһың, түбәнләйһең генә. Бының нисек атҡарылырын аңламайым, дөрөҫөрәге, буш нәмә икәнлеген аңлайым, шулай ҙа – теләйем. Бәлки, эйеү көсө бөтөү менән, баҫҡан ерем, үлсәүҙең икенсе яғына тосораҡ әйбер һалған кеүек, кинәт өҫкә ҡалҡыналыр ҙә йәнә бейектә буламындыр.
Унан һуң, шөкөр, оҙон-оҙон юлдар үтелер. Һанына сыҡҡыһыҙ бейек тауҙар аша автомобилдә йөрөрмөн. Хәҙер инде төшөүҙән бигерәк күтәрелеүҙәрҙе хуп күрермен. Быларҙы мин хеҙмәттәге, ижадтағы, донъя көткәндәге лә бәғзе үрҙәр менән сағыштырырмын. Кәртәләр аша атлағанда уларҙы тауҙарҙай күрермен, үҙемде иген урырға тип үкереп менеп барған баяғы комбайндай тойормон.