Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “…Әммә йыр юлында ғүмер буйы Фәҡәт үҙем булып ҡалырмын”
“…Әммә йыр юлында ғүмер буйы Фәҡәт үҙем булып ҡалырмын” Мин уны ижад донъяһынан тыш күҙ алдыма килтерә алмайым. Һәр көнө, һәр сәғәте, тормошоноң һәр мәле һәм бөтә ғүмере тулыһынса шиғриәткә арналды. Уны иң ныҡ шатландырғаны, ҡанатландырғаны ла, иң ныҡ борсоғаны, һыҙландырғаны ла әҙәбиәт булды. Ижад тип янып йәшәүселәр күп, әммә үҙем белгән ҡәләмдәштәрем араһынан Абдулхаҡ ағай Игебаев һымаҡ шиғриәт өсөн мөкиббән китеп йәшәгән, һәр һүҙенән, хәрәкәтенән рух бөркөлөп торған башҡа шәхесте атауы ҡыйын. Абдулхаҡ Игебаев менән аралашып йәшәгән һәр кем быны раҫлар.
Ҡайһы бер шағирҙар көндәлек тормошта кисергәндәрен ҡапыл ғына белгертеп, тышҡа сығарып бармай. Ә был осраҡта хәл башҡасараҡ. Хәким Ғиләжев яҙғанса: “Абдулхаҡ Игебаевта ысын шағирҙарға хас һәйбәт сифат бар: уның эсендәге тышында, икенсе төрлө әйтһәк, шағир шәхесе менән уның шиғриәте араһында бөтөнлөк йәшәй”.


Әле Абдулхаҡ ағай менән бергә үткән юлдарҙы, бергә сығыш яһаған шиғыр кисәләрен, бергә фекер алышҡан шиғриәт секцияһы ултырыштарын күҙ алдынан кисереп, бына иҫтәлектәр донъяһына сумып ултырам. Ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр ҙә аҙ булманы, ә бына Абдулхаҡ Игебаевтың кем­гәлер ярһып-ябырылып барғанын, кемдең­дер әҫәрендәге етешһеҙлектәр хаҡында һаҡһыҙ һүҙҙәр әйткәнен, башҡаларға ҡаты ҡағылғанын хәтерләмәйем. Уңыштарға шатланыуын ихлас уртаҡлашырға ашыҡты, ә бына ризаһыҙлыҡтары тураһында һөйләгән­дә авторҙы урынһыҙ рәнйетеүҙән ҡурҡты.
Замандаштарының хәтерендә Абдулхаҡ Игебаев ялҡынлы трибун-шағир булып һаҡлана. Уның менән бергә ҙур-ҙур шиғриәт кисәләрендә ҡатнаштым, тамашасыларҙың шаулы алҡыштарын яулағанын ҡат-ҡат күрҙем. Шиғыр һөйләгәндә ул донъяһын онотоп ҡанатлана, талпына, бөркөт булып осоп китер хәлгә етә торғайны. Сығышынан һуң ҡулын ҡыҫып ҡотлағанда “Ағай, бигерәк ныҡ ярһыйһың!” тиһәм, ул: “Шиғыр үҙе шулай алып китә бит”, – тип яуаплай тор­ғайны. Бындай экстаз хәленә етеү һәр ижадсыға бирелмәй, уның беҙ аңлата алмаҫлыҡ ниндәйҙер үҙ серҙәре бар.
Әлбиттә, Абдулхаҡ Игебаевтың яҙмышы ижад донъяһында һоҡланып-ҡанатланып ҡына үтмәне. Илле йәшен ҡаршылағанда үҙенсә һайланма бер томлыҡ булған ыҡсым ғына китабын ул ошо шиғри юлдар менән асып ебәргәйне:
Яҙмыш берәүгә лә
тыуғансы уҡ
Һалып ҡуймай юлдың түтәһен...
Сәңгелдәктән
һуңғы һулышҡаса
Үҙ юлыңды үҙең үтәһең!..
Абдулхаҡ Игебаев тормош һәм ижад юлының һәр мәлендә үҙе булып ҡалды. Һоҡланыуҙарға, шатлыҡтарға ҡарағанда һағыштарҙы, бәлки, күберәк тә кисергәндер, ләкин уның шиғриәтебеҙгә, туған телебеҙгә тоғролоғо иң юғары дәрәжәләр менән баһа­ланды: “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исем, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты һ.б.
Әлбиттә, бындай бейеклектәр ижадсыға еңел генә бирелмәй. Тынғыһыҙ хеҙмәт һәм маҡсатҡа тоғролоҡтан тыш ундай уңыштарға өлгәшеү мөмкин түгел, ләкин бында һәр ша­ғирҙың яҙмышындағы шундай үҙенсәлек­те лә онотмаҫҡа тейешбеҙ. Беҙ йыш ҡына ижадсының тормош һәм хеҙмәт биография­һын бары тик артылыштарҙан һәм бейек­лектәрҙән торған таҡыр юл итеп күҙ алдына баҫтырырға ғәҙәтләнгәнбеҙ. Бының менән генә сикләнеү ижад донъяһын артыҡ ярлыландырыу, уның ауыр һәм яуап­лы хеҙмәтен еңеләйтеү булыр ине. Шағирҙың, әҙиптең бәхете ниндәйҙер таҡыр ерҙән барыу түгел, ә замандың ел-дауылдары уртаһында көрәшеп, оло хәҡиҡәттәрҙе уйлап йәшәү, халыҡҡа әйтер һүҙеңде эҙләп, тынғыһыҙ юлдарҙа йоҡоһоҙ төндәр үткәреү ул.
Абдулхаҡ Игебаев һуғыштан һуңғы осор­ҙан алып егерме беренсе быуат башланған дәүерҙәрҙә башҡорт шиғриәтендә алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе тынғыһыҙ шағирҙарҙың бере­һе булды. Уның тиҫтәләрсә китабына ингән шиғырҙары, поэмалары, йырҙары, балалар өсөн әҫәрҙәре уҡыусыларға яҡшы таныш. 1954 йылда сыҡҡан “Йәшлек йырҙары” исемле тәүге йыйынтығынан алып унан һуң донъя күргән күп һанлы китаптарына тиклемге арала Абдулхаҡ Игебаев туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр юлы үтте. Уларҙа кешенең табыштары һәм юғалтыуҙары, асыштары һәм хаталары, тантаналары һәм һыҙланыуҙары менән бергә иң мөһиме – шағирҙың үҫеүе, рухи донъяһының киңәйә, тәрәнәйә, ил, халыҡ яҙмышы менән тығыҙыраҡ үрелә барыуы асылды.
Ошо шатлыҡтар һәм әрнеүҙәр, ҡыуаныс­тар һәм үкенестәр, хыялдар һәм хәтерләүҙәр аша беҙ кеше яҙмышы тигән ҡабатланмаҫ күренеш менән танышабыҙ. Шағирҙың үҫеүе шиғри оҫталығының, образлы фекерләүенең үҫеүе менән бергә уның донъяға мөнәсәбә­тендә, маҡсаттарға ынтылышында, юғары идеалдарға инаныуында ла сағыла. Абдул­хаҡ Игебаев бына шундай туҡтауһыҙ хәрә­кәттәге, тормош менән тығыҙ бәйләнештәге, әүҙем позициялағы шағир ине. Ул үҙен үҙе еңә белде, тормош юлында аңдып торған һәләкәттәрҙән көслөрәк булды.
Абдулхаҡ Игебаев әҙәбиәт донъяһына һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа аяҡ баҫа. Уға тиклем Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә, педучилище, юғары уҡыу йорто тамамлай. Йәш шағир ижад донъяһына килгән осорҙа – ҡырҡынсы йылдарҙың аҙағында һәм илленсе йылдар башында – әҙәбиәттә ҡыуаныслы уңыштар менән бергә борсоулы хәлдәр ҙә байтаҡ була. Был осор поэзияһында, мәҫәлән, яланғас риторика, декларативлыҡ шаҡтай урын ала, тормош­тоң күберәк тышҡы билдәләрен генә теркәгән оҙон-оҙон поэмалар яҙыла, образлы уйла­ныуҙы хәбәр һөйләү ҡыҫырыҡлай. Поэ­зияның үҫеш юлындағы шундай ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡлы күренештәр йәш шағирҙарҙың ижади өлгөрөүенә, уларҙың тәүге әҫәрҙәренең шиғри дәрәжәһенә лә йоғонтоһоҙ ҡалмай.
Бөгөн әҙәбиәткә килеүсе йәштәр өсөн ижади шарттар бөтөнләй башҡаса, уҙған быуаттың ҡырҡынсы йылдар аҙаҡтарында – илленсе йылдар башында ижад донъя­һына килгәндәгеләрҙең яҙмышы менән бөтөнләй сағыштырырлыҡ түгел. Һуғыштан һуңғы осорҙағы күренекле шағирҙарҙың шул ваҡытта яҙылған әҫәрҙәрен хәҙер яңынан уҡыйһың да йыш ҡына хайран ҡалаһың: әҙәбиәтебеҙ шундай түбән кимәлдә булдымы икән ни?
Хәҙер күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: ҡулына ҡәләм тотҡан йәш талант шул әҫәрҙәрҙе үҙенә үрнәк итеп алып ҡараһын! Үҫеш өсөн классик сифаттар бик самалы ине бит! Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, шиғриә­тебеҙ һәм тотош әҙәбиәтебеҙҙә яңырыу барҙы, сифат артты. Был күтәрелештә Мостай Кәрим, Назар Нәжми әҫәрҙәре, бигерәк тә Рәми Ғарипов, Марат Кәримов, уларҙан һуң алтмышынсы-етмешенсе йылдарҙа әҙәбиәткә килгән Рәшит Назаров һәм башҡа йәш шағирҙарҙың ижады хәл иткес һыны­лышҡа, сифат яңырыуына әйләнде. Ошо ҡатмарлы ваҡиғалар солғанышында Абдул­хаҡ Игебаевтың ижады ла үҙгәрешһеҙ ҡалманы, яңы үрҙәр яуланы.
Йәш шағирҙың тәүге китаптарында үҙе генә тапҡан аҫылташтар менән бергә яһалма әйберҙәр, башҡаларҙы ҡабатлауҙар ҙа байтаҡ ине. Бигерәк тә ваҡиғаларҙың төптәге мәғәнәһе, асылы тураһында образлы уйланыу урынына уларҙың тышҡы шау-шыуы хаҡында һөйләүҙән, поэзияның гражданлыҡ темпераментын еңел пафос менән бутауҙан шағир кинәт кенә ҡотола алманы. Абдулхаҡ Игебаевҡа үҙенең тәүге ижад аҙымдарынан уҡ оло шағирҙарыбыҙ Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәримдең йылы һүҙҙәрен һәм тәнҡитен ишетеү бәхете тейҙе. Йәш шағир уларҙың хәстәрлекле кәңәштәренән тейешле нәтижә­ләр яһаны, үҙ-үҙенә тағы ла талапсаныраҡ була белде.
Барлыҡ ғүмере буйы Абдулхаҡ Игебаев шиғриәт тип ҡанатланып, уға табынып йәшәне. Һәр кемдең ижад юлындағыса әленән-әле осрай торған кризислы мәлдәрҙе, шулай уҡ нурлы, байрамлы ваҡыттарҙы сабыр күтәрә белеүе лә, минеңсә, һәр саҡ һүҙгә, шиғриәткә тоғро булып ҡалыуына, уға инанып йәшәүенә бәйләнгән. Ҡайһы саҡта һәләтле генә ҡәләмдәр ҙә шиғриәт менән артыҡ еңел айырылышып ҡуя. Бындай сәйер ҙә, ҡыҙғаныс та хәлдәр башҡорт поэзияһында ла булып тора.
Абдулхаҡ Игебаевтың тормошон иһә мин поэзиянан тыш күҙ алдына килтерә алмайым. Ул бөтә булмышы менән шиғриәт тип, ундағы һәр яңылыҡ өсөн ҡыуанып һәм янып йәшәне. Шиғриәт — уның өҫтәмә вазифаһы түгел, ә барлыҡ яҙмышы һәм тормошо. Һәр бер шиғыр яҙыусы хаҡында былай тип әйтеп булмай торғандыр. Һүҙгә, шиғриәткә ошондай тоғролоҡ — Абдулхаҡ Игебаевты һәр саҡ алға әйҙәүсе, тынғыһыҙ эҙләнеүҙәргә, йыраҡ юлдарға саҡырыусы сифат.
1990 йылда яҙылған “Күкрәк көсө менән” тигән мәҡәләһендә Мостай Кәрим ошондай уйланыуҙарын әйткәйне: “Абдулхаҡ Игебаев­тың үҙе һәм уның ҡырҡ йыллыҡ ижады тура­һында уйлағанда, миңә бына ошонда­йыраҡ фекерҙәр ҡағылып үтте. Ысынлап та, ул әҙәбиәттә үҙен күкрәк көсө менән раҫланы. Еңел килгән уңыштар, иҫ китмәҫтән яуған шөһрәт ямғырҙары уны йыш иркәлә­мәне. Әммә ул ҡаҡҡыланып-һуҡҡыланып та йәшәмәне һәм йәшәмәй, хуплауҙарҙы, маҡтауҙарҙы ла ишетте, хаҡлы бирелгән бүләктәргә лә иреште”.
Ҡәләмдәштәре Абдулхаҡ Игебаевтың шундай бер ҡыҙыҡ ғәҙәтен яҡшы белә: донъяға һоҡланған мәлдәрендә, бигерәк тә тыуған ер буйлап йөрөгәндә, тәбиғәттең ила­һи матурлығына хайран ҡалған саҡта­рында шағир янындағы кешеләргә күктәге айҙы йәки йондоҙҙарҙың иң-иң яҡтыһын, ҡаршыһындағы олпат тауҙы йәки офоҡта һыҙылып атып килгән таңды бүләк итергә ярата. Ундай бүләктәрҙән ағай менән ара­лашҡанда, бергә ҙур-ҙур сәфәрҙәрҙә юлдаштар булғанда, минең үҙемә лә өлөш сыҡҡаны бар. Тәүге ҡарашҡа был үҙенсә бер шаярыу ғына һымаҡ. Ә бит уйлап ҡараһаң, шағирҙың иң оло вазифаһы һәм маҡсаты кешеләргә шатлыҡ, матурлыҡ бүләк итеүҙән, шул матурлыҡ-шатлыҡтарҙы яҡлауҙан, һаҡлауҙан тора. Абдулхаҡ Игебаевтың барлыҡ ижад емештәре лә бына ошо изге ынтылыштарҙан тыуған.
Ысынлап та, кеше тигән бөйөк исемде аҡлау, башҡаларға шатлыҡ бүләк итеү ғүмер юлының иң ҙур мәғәнәһе түгелме ни? Шуға ла шағир тормош ваҡиғаларына битараф була алманы, тынғыһыҙ яҙмыш менән йәшәне.
Абдулхаҡ Игебаев — ярһыу тойғолар шағиры. Уның рухи донъяһы уҡыусыға күберәк эмоциональ күтәренкелектә асыла, уйланыуҙар романтик талпыныуҙар солғанышында үҫә. Шағирҙың ошондай поэтик тәбиғәте бигерәк тә уның уҡыусылар ара­һында киң танылыу тапҡан һәм Башҡортос­тан комсомолының Ғ. Сәләм премияһына лайыҡ булған “Оран һала Ер-әсә” исемле поэмаһында тулы кәүҙәләнде. Был әҫәре һәм башҡа шиғырҙары менән шағир хәҙерге башҡорт поэзияһының гражданлыҡ сифаттарын үҫтереүгә һиҙелерлек өлөшөн индерҙе.
Жанрҙар, формалар төрлөлөгөнә ынтылыу Абдулхаҡ Игебаев әҫәрҙәрендә илленсе йылдарҙан уҡ килә. Уның ижадында патетик тулҡынланыу менән нескә лирик кисерештәр, донъя киңлектәрен иңләү менән тәбиғәттәге бәләкәй генә ҡыяҡҡа йәки ябай ташҡа өндәшеүҙәр тәбиғи аралаша. Шағирҙың “Йәшер­мәсе, иркәм”, “Тәүге һөйөү”, “Әсә һағышы”, “Арыштарым”, “Һаҡмар буйҡайҙары” һ. б. йырҙарын халыҡ яратып башҡара.
Абдулхаҡ Игебаев һәр тауы һоҡландыр­ғыс легендалар һаҡлаған, һәр йылғаһына йыр бағышланған Ирәндек буйҙарында, башҡорт халҡының бик күп классик моңдары ижад ителгән, героик эпос­тары яҙып алынған бәрәкәтле Баймаҡ ерендә тыуып үҫкән. Уның шиғырҙарында кескәй генә Күрә йылғаһына ла, Төйәләҫкә лә, Талҡаҫҡа ла маҡтау һүҙҙәре ҡат-ҡат әйтелгән. Ләкин шағирҙың улар хаҡындағы уй-кисерештә­ренең шул төйәктә генә сиклән­мәйсә, тотош тыуған ер образына килеп бәйләнеүе, ошондай йәнле киҫәктәрҙән оло Ватандың күҙ алдына баҫыуы айырыуса мөһим.
Юҡҡамы яҙмыш сәсемә
Бик иртә һалды ҡарын,
Күк Уралым ни кисерһә,
Бергә кисерҙем барын! – тип яҙа шағир. Ул Уралдан йыраҡтағы яҡтарға ла йыш сәйәхәт ҡыла, һәм шул хаҡта шиғырҙар тыуа ине. Улар араһында күргәнде теркәү­ҙән, географик исемдәрҙән уҙмағандары ла булманы түгел. Һуңғы йылдарҙа бындай шәлкемдәрҙә шағирҙың илдәр һәм халыҡтар яҙмышы хаҡында ентекләберәк уйланырға ынтылыуы шатландырҙы.
Абдулхаҡ Игебаевтың тыуған яғына ҡарап нисек һоҡланғанын, яҡташтарының шағирға булған оло ихтирамын беҙ ағайҙың үҙе, Маһиҙә еңгә менән 1999 йылдың йәйендә Баймаҡҡа сәйәхәт иткәнебеҙҙә, Ирәндектең иң бейек ҡаяларына күтәрелгәнебеҙҙә тағы ла нығыраҡ тойҙоҡ. Түшәлеп ятҡан еләктәргә ҡарап хайран ҡалдыҡ, ҡойма ямғырҙарҙа ҡойондоҡ, дөрләп янған усаҡ янында кибендек. Район етәксеһе Илшат Хәмит улы Ситдыҡов үҙе был сәфәребеҙҙә, һоҡландыр­ғыс Йәнгүҙәйгә күтәрелгәнебеҙҙә юл башлап йөрөнө. Был ғүмерҙә онотолмаҫ көндәрҙә юлыбыҙ атаҡлы Ғәҙелша шарлауығына, хатта күрше өлкәләге Арҡайымға ла барып етте. Ҡатыным Фәриҙә менән шул сәйәхәте­беҙҙе һәр ваҡыт рәхмәттәр әйтеп хәтерләйбеҙ.
Ғөмүмән, Абдулхаҡ Игебаевтың үҙенсә­лекле поэтик үҫеше хаҡында шуны әйтеп үтке килә: шағирҙың ҡарашы иғтибарлыраҡ, тауышы уйсаныраҡ була барҙы, элекке пафосҡа фәлсәфәүи тәрәнлек нығыраҡ ҡушылды, трибун-оратор сығышына тартым оҙон шиғырҙар урынына лирик парсалар йышайҙы, тауышҡа моң нығыраҡ үрелде.
Абдулхаҡ Игебаевтың ижад юлы тураһында уйланғанда, уның ошондай дүрт юллығы хәтергә килә:
Ижад шатлығын да татырмын мин,
Тәнҡит утында ла янырмын,
Әммә йыр юлында ғүмер буйы
Фәҡәт үҙем булып ҡалырмын.
Шағирҙың “фәҡәт үҙе булып ҡалыр” ижади үҫешендә кешеләр менән уртаҡлашыр яңы шатлыҡтары һәм ғазаптары, тыуған ерҙең матурлығына һоҡланыуҙары һәм ил яҙмышы өсөн борсолоуҙары, уйсан кистәре һәм алсаҡ иртәләре күп булды.
Абдулхаҡ ағай тормошто яратты, шат­лыҡ­тың, бәхеттең ҡәҙерен белде. Кешеләр­ҙең яҡшылығын баһалай алды. Тормошҡа ошондай мөнәсәбәт, бәлки, уның бәләкәстән етем ҡалып, күп ауырлыҡ күреүенән дә килгәндер. Балалар йортонда тәрбиәләнеү, бик күптәр һымаҡ, уны ла ҡотҡарып ҡала. Бының өсөн күңелдә күпме генә рәхмәттәр йәшәһә лә, ундағы аяуһыҙлыҡтар, ҡыйын­лыҡтар ҙа онотолмай бит. “Детдом” тигән һүҙ беҙҙең сабый аңыбыҙға алыҫтағы бик ҡырыҫ донъя булып тойола торғайны, шунда барып эләгергә яҙмаһын тип ҡурҡа инек. Ә унда йәшәгәндәр ни генә кисермәгән!
Абдулхаҡ Игебаевтың кешеләргә бар донъяны бүләк итергә теләүе шул ауыр ба­ла сағынан килмәйме икән, тип уйлағаным да бар. Ул бит күп шатлыҡтан мәхрүм ҡалған үкһеҙ етем сабыйҙар араһында үҫкән. Шуға ла кешеләрҙе бүләкле итергә хыялланғандыр.
Ниндәй генә ауырлыҡтар иңенә ятҡанда ла, Абдулхаҡ ағай ҡар өҫтөндә усаҡ яндырып йәшәне. Кешеләргә ҡарата ихласлығын юғалтманы. Ағайҙарға — ихлас ҡусты, ҡустыларға хәстәрлекле ағай була белде. Атаҡлы өлкән ҡәләмдәштәре Абдулхаҡ Игебаевҡа тәүге ижади аҙымдарын яһағанда уҡ бик ҡаты талаптар ҡуйҙы. Ағайҙарҙың аҡыллы кәңәштәре, әлбиттә, бик ҡәҙерле, ләкин шағирҙы иң элек үҙенең ҡатмарлы тормошҡа барыбер һоҡланып йәшәүе, ижадҡа, һүҙгә тоғролоғо шағир итә. Абдулхаҡ Игебаев бына шундай бәхетле шағирҙарҙан булды.
Рауил БИКБАЕВ.
1980, 2017.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779